
Бер генә башҡорт кешеһе лә бер ҡасан да үҙҙәренең һәм башҡаларҙың рудниктарында эшләмәй, был шөғөл уларҙың үҙҙәрен ғорур тотоуҙарына һәм көстәренә тап килмәй: әммә уларҙың күптәре заводтарға мәғдән ташып ҙур булмаған килем ала.
Бындай эштәр, йорттарында башҡарған төрлө ғәмәлдәре кеүек үк, уларҙың ваҡытын күп алмай; шуға күрә ир-аттар ҡыштың яртыһынан күберәген усаҡ алдында төрөпкә тартып, ә йәй көндәрен, ҡымыҙ эсеп, гәпләшеп уҙғарған (күрәһең, бындай дөрөҫ булмаған мәғлүмәтте Георгиға берәй рус чиновнигы һөйләгәндер. - Тәрж. иҫк.).
Киреһенсә, ҡатын-ҡыҙҙарға эш күберәк эләгә, бигерәк тә йәй көндәрендә. Улар бик күп һандағы бейә һәм һыйырҙарҙы көнөнә бер нисә тапҡыр һауа, ҡышҡылыҡҡа май һәм сыр (бында һүҙ ҡорот тураһында бара. - Тәрж. иҫк.) әҙерләй, ит ҡаҡлай, балыҡ ыҫлай, тире эшкәртә, кейем тегә, кесерткәндән һәм тарма сүсенән туҡыма (киндер) туҡый, кейеҙ баҫа һ.б.
Йомшаҡ иҫке-моҫҡоларын әсегән һөттә ебетәләр, мал мейеһен һөртәләр һәм аҡбур һибеп ышҡыйҙар. Һөт тоҡтары өсөн дөйә, ат һәм үгеҙ тиреләрен эшкәртәләр, остары өҫкә ҡаратып түңәрәкләп беректерелгән таяҡтарға киреп ҡуйып, өҫтөнә кейеҙ ябып ыҫлайҙар. Бының өсөн ерҙә яһалған соҡорҙағы серек ағасты йә иһә кипкән һыйыр тиҙәген үртәп төтәтәләр, тире мөгөҙгә оҡшап кипкәнсе һигеҙ көн тирәһе үтә. Һаба тип аталған ҙур һөт тоҡтарын ыҫлағанға тиклем һеңер йә иһә ат ҡылы менән тегеп яһайҙар. Улар формаһы менән кеглгә (оҙонса итеп эшләнгән цилиндрик һауыт. - Тәрж. иҫк.) оҡшаш, биш йә алты биҙрә һыйышлы була. Бындай тоҡтар, ғәҙәттә, уларҙың өйҙәренә инеү урынының уң яғына ҡуйыла; үҙенән-үҙе йығылып торғас, уларҙы, бау менән бәйләп, өҫкә аҫып ҡуялар. Бәләкәй тоҡтарын турһык тип атайҙар, улар өйҙә һәм юлда шешә урынына ҡулланыла. Улар һыҙырып алынған ат башы тиреһенән яһала, грушаға оҡшаш була. Муйыны яғынан киҫеп алынған урынына икенсе тире киҫәгенән төп тегелеп ҡуйыла: тиренең өҫкө өлөшө һауыттың муйынын һәм ауыҙын хасил итә, ә киҫеп алынмаған ҡолаҡтары тотҡос булып тора. Был тоҡтар теләгәнгә оҡшаш рәүешле булһын өсөн уларҙың эсенә көл һәм ҡом тултырып ыҫлайҙар. Ҙур булмаған һауын тоҡтары ла шулай яһала. Тоҡтар ҙа, шулай уҡ башҡа күн һауыттар ҙа бер ҡасан да ебемәй, улар еңел һәм ныҡ була...
Туҡыма өсөн күбеһенсә кесерткән ҡулланалар, ҡайһы саҡта тарма туҡыйҙар, туҡымалары һәр саҡта ла бик ҡалын һәм тар була. Улар кесерткәнде лә, киндерҙе (тарманы) ла һыуҙа ебетмәйҙәр, көҙҙәрен һәм ҡыш көндәрен ҡоймаға аҫып ҡуялар, йә иһә ҡыйыҡтарға йәйәләр; һуңынан ныҡ итеп киптерәләр һәм килелә төйөп таҙарталар. Иләү өсөн һәр саҡта ла ҡаба менән файҙаланалар. Туҡыу стандары Ырымбур татар ҡатын-ҡыҙҙарыныҡынан камилыраҡ. Стандың нигеҙе эскәмйәгә баҫтырып нығытылған ағас кәртәләр (щит) тирәләй тарттырылып ҡуйыла. Туҡыу тәгәрмәсе (навой) иҙән менән түбә араһына ҡыҫтырылып ҡуйылған ике ҡолғала хәрәкәткә килтерелә, тарағы ағас шырпыларҙан эшләнгән, ә ат ҡылынан яһалған епсәләр түбәгә беркетелгән. Һуңғыларын баҫып, ҡыҫырыҡлап ҡуйыу өсөн бауҙарға беркетелгән аяҡ баҫҡыстары бар, йә иһә бауҙарға аяҡ ҡуйыр өсөн элмәк эшләнә. Шулай булғас, бындағы ҡатын-ҡыҙҙар, Тобол татар ҡатын-ҡыҙҙары кеүек, үҙҙәренең туҡыу эше менән теләһә ҡайҙа йөрөй алмай. Улар шул уҡ рәүешле ҡалын һәм тар буҫтау туҡыйҙар, уны баҫалар, бының өсөн үҙҙәре яһаған һабын ҡулланалар, ҡайһы берҙә үҙҙәре үк буяталар. Киндер һәм йөн туҡыманан кейемде кесерткәндән һәм тарманан иләнгән ептәр, тундарын һәм күн кейемдәрен эре йорт малдарының аяҡ һеңерҙәренән айырып алынған тарамыш ептәр менән тегәләр; уларҙы бер ҡарыш оҙонлоғонда киҫеп алалар һәм, асыҡ һауала киптергәс, таралып төшкәнгәсә һуҡҡылайҙар; шунан һуң айырып алалар һәм бик таҙа итеп, бер ниндәй төйөнһөҙ сираталар.
Тирмәләрен ҡаплау, түшәккә һалыу, бурка йә иһә епанча (тарихи ерлектә боронғо төркиҙәрҙең japanca тигән һүҙенән алынған, башҡортса ябынса була. - Тәрж. иҫк.), эйәр ҡапламаһы (сергетыш. - Тәрж. иҫк.) һәм башҡа нәмәләр өсөн кейеҙ баҫалар. Кейеҙ, рустарҙағы кеүек, һарыҡ йөнөнән баҫыла: тетелгән йөндө баш бармаҡ ҡалынлығында туҡымаға йә иһә септәгә йәйеп һалалар, эҫе һыу бөркәләр, шунан туҡымаһы йә иһә септәһе менән бергә төрөп тәгәрәтәләр һәм яңынан һыу бөркәләр, тағы ла тәгәрәтәләр, йөн ныҡ итеп баҫылғансы аяҡ менән баҫып тапайҙар.
Башҡорттарҙың кейеме Ҡаҙан татарҙарының ҡәҙимге кейеменә оҡшай биргән. Ирҙәр ҙә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа күлдәк кейә, ғәҙәттә, ул ҡалын кесерткән туҡымаһынан тегелә; ыштандары оҙон һәм киң була, итек (ситек булһа кәрәк. - Тәрж. иҫк.) йә иһә туфли кейәләр (һуңғыһын Георги "занк" тип исемләй, ул ҡата, йә иһә сарыҡты шулай атаған, тип фаразларға була. - Тәрж. иҫк.). Фәҡирҙәр аяҡтарына сылғау урап, сабата кейеп йөрөй.
Ирҙәр ярайһы уҡ оҙон һәм иркен кафтандарҙа йөрөй, күбеһенсә ҡыҙыл буҫтауҙан тегелеп, ситтәре йәнлек тиреһе менән ҡаймаланған була, улар тышҡы яҡтан билбау, йә иһә ҡылыс портупеяһы менән быуып ҡуйыла, шуға күрә аҫҡы кейемдәре күренмәй. Тундарын һарыҡ тиреһенән, әммә йышыраҡ ат тиреһенән шулай итеп тегәләр, уның ялы арҡа буйына тура килеп, елле көндәрҙә бик сәйер булып күренә.
Улар ҡаҙанлылар кеүек, һаҡал йөрөтә, баштарын ҡыра һәм йыш ҡына матур итеп бәйләнгән түбәтәй кейеп йөрөйҙәр, әммә уларҙың башҡорт икәнлектәрен тәү ҡараштан уҡ баш кейеме буйынса белеп була. Ул кеглгә тартым, әммә өҫкө яғынан ныҡ осло түгел, бейеклеге бер ҡарыш самаһы, өҫкә табан ҡырпайып торған тар ғына тирәсле итеп, голландтарҙың карап эшләпәләренә оҡшатып, буҫтауҙан тегелә. Улар юлға салбар тип аталған шул тиклем киң ыштан кейеп сыға, уның эсенә барса башҡа кейем һыйыр ине.
Ҡатын-ҡыҙҙарҙың өҫ кейеме (Георги уны ни өсөндөр "сажен" тип нарыҡлаған. - Тәрж. иҫк.), ғәҙәттә, йоҡа буҫтауҙан йә иһә ебәк туҡыманан тегелеп, алғы яғынан һәҙәптәр менән төймәләнә һәм шулай уҡ биленән быуылып ҡуйыла. Муйын һәм күкрәк өлдөшө косынка менән ҡаплана (Георги уны ни өсөндөр "дюлбега" тип атай, ғәмәлдә ул һаҡал тип йөрөтөлә. - Тәрж. иҫк.), ул металл тәңкәләр менән көпләнгән; ҡайһы саҡта ул сәйлән (бисер) һәм ҡабырсаҡ менән селтәрләп тегелә.
Йәш ҡыҙҙар күп итеп үрелгән сәс толомдарына таҫма һәм шалтырауыҡ нәмәләр таға (Георги "брякушки" тип атай, бында металл тәңкәләр күҙ алдында тотола. - Тәрж. иҫк.), улар балтырҙарына тиклем етеп тора, бер ҡарыш оҙонлоғондағы, өҫкө яғы ослораҡ булған баш кейемдәре (таҡыя. - Тәрж. иҫк.) һәм елкә ҡаплауысы (ҡашмау йә иһә кәләпүш ҡойроғо, иңһәлек. - Тәрж. иҫк.) тәңкәләр һәм мәрйендәр менән ҡаплана. Ирле ҡатын-ҡыҙҙар ошондай баш кейеме өҫтөнән маңлай таҫмаһын тағып йөрөй (бында һарауыс күҙ уңында тотола. - Тәрж. иҫк.), сәс толомдары икәү генә, йә иһә улар сәстәрен бөтөнләйгә үрмәйҙәр. Һауа торошо насар булғанда ҡатындар һәм йәш ҡыҙҙар баштарына таҫтар тип аталған яулыҡ ябына (Георги уны "татарская фата" тип нарыҡлай. - Тәрж. иҫк.).
Бәҙри ӘХМӘТОВ тәржемәһе.
(Дауамы. Башы 26-27-се һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №30, 31 июль – 6 август 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА