«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров пациенттарға медицина хеҙмәте күрһәтеү сифатын һәм дауаханаларҙа ҡайһы бер табиптарҙың тупаҫ һәм битараф мөнәсәбәтен ҡаты тәнҡит утына тотто. Һеҙгә ошондай күңелһеҙ күренештәр менән осрашырға тура килгәне бармы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
ӘСӘЙ-ӨЛӘСӘЙҘӘРҘӘН КҮСКӘН ҺӘЛӘТЕМ...
+  - 


...ЯРАТАП БАШҠАРҒАН ХЕҘМӘТЕМӘ ӘҮЕРЕЛДЕ

Башҡорт милли биҙәктәре төшөрөлгән ҡымыҙ, бал, сәй һауыттары, ҡалаҡтар, батмустар, ҡумталар. Семәр һалынған, диуарға элер өсөн яһалған сулпы рәүешендәге тәрилкәләр. Боронғо халыҡ кәсептәренә нигеҙләнеп эшләнгән кейем-һалым, балаҫ-япмалар, йорт-ҡаралты монаяты. Башҡортостанды, Өфөнө танытҡан сувенирҙар һәм башҡаһы. "Башҡорт балы" тип яҙылған бал тәпәне янындағы айыу һыны иһә - классик бренд. "Ағиҙел" башҡорт художество кәсептәре берекмәһе етештергән ошондай әйберҙәр совет заманынан билдәле. Уларҙы затлы бүләк итеп биреү ҙә мәртәбәле, йортто ла биҙәргә яратабыҙ, ҡулланабыҙ ҙа. "Ағиҙел"дең генераль директоры Гүзәл Миҙхәт ҡыҙы КӘРИМОВА менән әңгәмәгә берекмәнең артабанғы үҫешен тоҫмаллау, шул маҡсатта халыҡ-ара бәйләнештәрҙе нығытыу; халыҡ кәсептәрен һаҡлауҙа һәм үҫтереүҙә республикабыҙ оҫталарының эшмәкәрлегенә булышлыҡ итеү кеүек һорауҙар, уй-фекерҙәр этәргес бирҙе.

"Ағиҙел" - үҙебеҙҙәге һәм сит илдәрҙәге халыҡ-ара сараларҙа Башҡортостандың ғына түгел, хатта Рәсәй Федерацияһының йөҙөн сағылдырыу кимәлендәге ойошма. Үҙегеҙҙе танытыу дауам итә бит инде?

- "Ағиҙел" - бик бай тарихлы, 1963 йылда асылған предприятие. Бөрйән айыуының бал тәпәне янындағы ағас һыны - тәүге сувенирҙарҙың береһе. Бик мәғәнәле, үҙенсәлекле бүләк итеп күрәләр инде уны. Авторы Ильис Ямалетдинов уның менән бар донъяны урап сыҡҡан.
Эйе, үҙебеҙҙе донъяға танытыу дауам итә, хәҙер саҡырыуҙарҙы ла күп алабыҙ. Быйыл Илдар Ғәниев, Елена Ивлева, Альбина Ярмуллина менән бергәләп Бохарала кәсепселәр фестиваленә барҙыҡ. Башҡортостан унда икенсе тапҡыр ҡатнашты. 2023 йылда этнобиҙәүестәр оҫталары Миңлегөл һәм Рөстәм Дәүләтовтар, Сибайҙан тарихсы Альбина Ярмуллина менән Үзбәкстандың "Һөнәрмән" ассоциацияһы саҡырыуы буйынса барғайныҡ унда. Күргәҙмә ойошторҙоҡ, фәнни-ғәмәли конференцияла ҡатнаштыҡ. Тап ошондай аралашыуҙар һөҙөмтәһендә беҙ тағы ла киңерәк танылыу яулай барабыҙ. Беләһегеҙ, Өфө 2025 йылда Рәсәйҙә беренсе булып "Халыҡ-ара һөнәрселәр ҡалаһы" статусына эйә булды. Быйыл ул исемгә Сибай ҡалаһы лайыҡ буласаҡ, тип көтәбеҙ. 13 - 15 августа Сибай ҡалаһында үтәсәк "Урал аръяғы-2026" VIII Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында шуны раҫлаған сертификат тапшырыласаҡ. Сибай Рәсәйҙә "Йәшмә баш ҡалаһы" булырға тейеш - маҡсатыбыҙ шул.

"Йәшмә баш ҡалаһы" исеме Учалыла түгелме ни? Ул ҡала бит йәшмә эшкәртеү буйынса дан тота...

- Учалынан бер кемдең дә ҡыҙыҡһыныу белдермәүе, Учалы районы хакимиәтенең инициатива күрһәтмәүе үкенесле, әлбиттә. Йәшмә билбауы Учалынан да, Сибайҙан да уҙа. Әммә сибайҙар эштәре, ынтылыштары менән әүҙемлек күрһәтә. Сибайҙа таш сүкеү сәнғәте буйынса оҫтахана бар. Башҡорт мозаикаһы техникаһында картиналар тыуҙыралар. Заказ буйынса ғына эшләйҙәр, күбеһенсә сит илгә оҙаталар. Бер бәләкәй генә Сибайҙа 10 оҫтахана булыуы республикабыҙҙағы башҡа бер ҡалаға ла хас түгел. "Артель" тигән оҫтахана ла Сибайҙа урынлашҡан, Өфөлә филиалы асылған. Етәксеһе Наил Нәүфәл улы Бәҙретдинов әлеге көндә ошо өлкәлә берҙән-бер белгес. Ул алып барған эшкә табыш алыу талабы ҡуйылмай; беҙҙең бурыс, Уставыбыҙҙа яҙылғанса, халыҡ кәсептәрен һаҡлау, үҫтереү һәм киләһе быуындарға тапшырыу. Наил Нәүфәл улы ошо маҡсатҡа хеҙмәт итә. Ул баш-ҡорт сәнәғәтсеһе Исмәғил Тасимов исемендәге миҙалға лайыҡ булды. БР Сәнәғәт министрлығы тарафынан йыл һайын тапшырылған ул миҙалды Сибайҙың таш сүкеү оҫталарының барыһына тапшырһаң да йәл түгел. Был бик абруйлы бүләккә лайыҡ кешене Сибай оҫталары үҙҙәре һайлай.
"Халыҡ-ара һөнәрселәр ҡалаһы" статусын алыу еңел түгел. Уға дәғүә иткән ҡалала шул йүнәлештәге белгестәр әҙерләнгән уҡыу йорто ла булырға тейеш. Сибайҙағы күп профилле колледжда таш сүкеү буйынса ювелир оҫталары әҙерләнә. Былтыр эксперттар Сибайға килеп, ошо уҡыу йорто менән танышҡас, ҡалала нисә оҫтахана бар икәнен, уларҙа нисә кеше эшләгәнен дә иҫәпкә алды. Бар йәһәттән дә Сибай юғары статус алыуға дәғүәләшә ала, тип танылды. Ошо талаптарға тура килмәгәнлектән, күп ҡалалар был статусты ала алмай. "Халыҡ-ара һөнәрселәр ҡалаһы" тигән исем әлеге ваҡытта донъяла 91 ҡалаға бирелгән. Рәсәйҙә беренсеһе - Өфө, икенсеһе - Сибай буласаҡ.

Иҫкә төшөрәйек: Өфөгә "Халыҡ-ара һөнәрселәр ҡалаһы" статусын алыуға ниндәй ҡаҙаныштарыбыҙ булышлыҡ итте?

- "Ағиҙел" башҡорт художество кәсептәре берекмәһе туҡымаға булһынмы, ағасҡамы, металғамы, художестволы биҙәк сәнғәте менән дан тота бит. 2025 йылда Өфө ҡалаһы көнөн байрам иткәндә Халыҡ-ара һөнәрселәр советы президенты Әл-Ҡәддүми беҙгә килеп, шул йүнәлештә башҡарылған продукциябыҙ менән танышты. Өфөбөҙгә "Халыҡ-ара һөнәрселәр ҡалаһы" сертификатын тапшырҙы. Ысынын әйткәндә, "Ағиҙел" менән "Артель" ойошмалары яулап алды ул исемде. Өфө Рәсәйҙә "Халыҡ-ара һөнәрселәр ҡалаһы" статусын алған беренсе ҡала булараҡ тарихҡа инде. Был халыҡ-ара кимәлдә бик юғары абруй, уның баһаһын, мөмкинлектәрен әлегә аңлап та бөтмәйбеҙ.

Матди, ижади яҡтан нимә бирә ул исем?

- Тәүҙә ижади йүнәлеште алайыҡ. Әлеге лә баяғы Өфө шул абруйлы исемгә лайыҡ булмаһа, 12 һөнәр-кәсеп оҫтаһын 2025 йылдың көҙөндә Үзбәкстандағы Коканд ҡалаһына сәфәргә алып сығып булмаҫ ине. Беҙгә хәҙер шундай мөмкинлектәр асылды: һөнәр оҫталарын сит илдәргә йөрөтөүгә, төрлө ижади сараларҙа ҡатнашыуға квоталар бирелә, ошо исем бирелгән ҡалалар менән халыҡ-ара хеҙмәттәшлеккә юл ярыла.

Яңы бина, уңайлы етештереү, эш цехтары - күптән заман талабы бит. "Ағиҙел" башҡорт художество кәсептәре берекмәһенең сәнәғәт зонаһында, баш ҡаланың үҙәгенән алыҫта урынлашыуы ҙур уңайһыҙлыҡтар тыуҙыралыр?

- Етештереү цехындағы биҙәү технологияһы лаклы буяуҙар менән эшләүгә нигеҙләнә, ә уның зарары бар, шуға ҡаланың сәнәғәт зонаһында урынлашҡанбыҙ. Әммә ҡала үҙәгендә сауҙа нөктәләре, кибеттәребеҙҙе булдырыу, музейыбыҙ өсөн дә берәй бина юллау - күптәнге хыялыбыҙ.

Октябрь проспектында магазинығыҙ бар, бәлки, музейҙы ла уға йәнәш йә яҡын урынлаштырырғалыр?

- Бик бай музейыбыҙҙы һаҡлап алып киләбеҙ, уның өсөн баш ҡала үҙәгендәрәк урын табылһа, бик яҡшы булыр ине. Унда бит халыҡтан йыйылған боронғо кәсеп өлгөләре тупланған, килеүселәр был байлыҡты һаҡлаған өсөн рәхмәт әйтеп китәләр. Беҙгә ҡунаҡтар күбеһенсә сәнәғәт туризмы буйынса киләләр. Ҡайһы ваҡыт был мәшәҡәт тыуҙырһа ла, ҙур иғтибар талап итһә лә, үтенестәрҙе кире ҡаҡмайбыҙ. Бөгөнгө шарттарҙа ошо предприятиены һаҡлап алып ҡалыу ҙа еңел түгел, әлбиттә, тик бирешергә уй юҡ.



Музейығыҙ өсөн экспонаттар йыйыу-эҙләү эшен дауам итәһегеҙме? Халыҡта тағы уникаль әйберҙәр табыламы?

- Экспедицияларға әлеге ваҡытта бик сыҡмайбыҙ. Музейҙа булған байлыҡты, уникаль биҙәктәрҙе электрон вариантҡа күсерәбеҙ һәм ҡулланабыҙ.

Яһалма интеллектты ҡулланыу мөмкинме һеҙҙең эштә?

- Беҙҙең эштә яһалма интеллектты ҡулланыу бөтөнләй мөмкин түгел, сөнки һәр материал кеше ҡулы ҡулы менән эшкәртелә. Яһалма интеллектты эшкә ҡушһаң, беҙҙең продукцияның уникаллеге, кешенең ижади фантазияһы, ҡул оҫталығы һалынған ҡиммәте, баһаһы юғаласаҡ. Әйтәйек, Башҡортостан тәбиғәтен һүрәтләп, панно эшләргә кәрәк, ти. Ләкин бындай һүрәттең йәне булмаясаҡ, оҫтаның маһирлығы, күңеле сағылыш тапмаясаҡ. Ул ижади илһам һалынған әйбер булмаясаҡ.

Хәҙер милли йүнәлештә эшләгән фирмалар, ойошмалар, айырым кәсепселәр ҙә байтаҡ. Мәҫәлән, "Мосафир" фирмаһы, "Сәрби" ательеһы, Белоретта "Гүзәл" ательеһы танылыу алды. Улар конкуренция тыуҙырмаймы? Тәжрибә алыу, аралашыу бармы?

- Ул һөнәрмәндәр менән бергә эшләйбеҙ, сит илдәргә сыҡҡанда ла бер-беребеҙҙе күтәрмәләп йөрөйбөҙ. Ә былай йыл һайын үткәрелә килгән "Уфа-Арт ремесла", "Легпром" һ.б. күргәҙмәләрҙә аралашабыҙ.

Аңлауымса, улар конкурент түгел?

- Республикала "Ағиҙел" форматында, шундай ҙур күләмдә етештереүсе башҡа предприятие, йәғни конкуренттар юҡ. Бөгөн беҙҙә 80 кеше эшләй. Ул саҡлы эш урыны булдырыу еңел сәнәғәттә лә, халыҡ кәсептәре менән шөғөлләнеүселәр араһында ла юҡ. Кәсепселәрҙең күбеһе үҙмәшғүллек менән шөғөлләнә, һалым буйынса бер кешене генә иҫәпкә ҡуялар һәм үҙҙәре өсөн генә һалым түләйҙәр. Ә беҙҙең ойошмалағы кеүек, 80 кешене йәлеп итеп, эш хаҡын да, һалымын да түләү бик еңел түгел.

Бөтә тармаҡтарҙағы кеүек, кадрҙар мәсьәләһендә лә ауырлыҡтар барҙыр?

- Эйе, был ҡытлыҡ - беҙгә лә хас күренеш. Йәштәр килмәй, берекмәнең ҡала үҙәгенән алыҫ булыуын да сәбәп итәләр. Беҙҙең эштең мейеһе булған рәссамдар кәрәк. Теләге булғандарҙы технологиялар, сәнғәт, дизайн тармағында белгестәр әҙерләгән, халыҡ кәсептәре буйынса махсус белем биргән А.Косыгин исемендәге университетта уҡытып алыу мөмкинлегебеҙ ҙә бар, ләкин...
Кадрҙарҙы тупларға, һаҡларға тырышабыҙ инде ул. Башҡорт милли кейемдәре һәм кәсептәре буйынса уникаль белгес-рәссам Роза апай Юлдашбаеваны үҙебеҙгә ҡайтарып алдыҡ. Ул совет заманында Мәскәүҙә махсус биҙәү-ҡулланма сәнғәте училищеһын тамамлаған, бик тәжрибәле алтын ҡуллы оҫта. Ундай белгестәр беҙҙә хәҙер бөтөнләй юҡ. Ул "Ағиҙел"дә 90-сы йылдарҙа эшләгән, шунан баш ҡаланың "Салауат" ательеһына күскән. 2019 йылда "Ағиҙел"гә етәксе итеп тәғәйенләнгәс, Роза апайҙы үҙебеҙгә саҡырып килтерҙем. Шундай уникаль белгестең, остаздың бер ниндәй ҙә исеме булмауы мине ныҡ аптыратты. Ваҡытында уның хеҙмәтен тейешенсә баһалап күтәрмәгәндәр, шуға йөрәк әрнене. БР Сәнәғәт министрлығы аша Роза Рафиҡ ҡыҙы Юлдашбаеваға Башҡортостандың атҡаҙанған еңел сәнәғәт эшмәкәре тигән исем юлланыҡ. 85 йәшлек апай хәҙер хаҡлы ялда. Шуға ҡарамаҫтан, беҙҙең менән хеҙмәттәшлекте дауам итә, башҡорт нағышы буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрә, тамбурға ғына түгел, төрлө техникаға өйрәтә. Өйрәнергә теләүселәр бик күп. Уны хөрмәтләп, "Ағиҙел"дә "Башҡорт нағышы" йортон астыҡ, Роза апайыбыҙҙың эштәрен ҡуйҙыҡ. Сәнәғәт туризмы буйынса килгәндәргә ошо "Башҡорт нағышы" йортон да күрһәтәбеҙ.

Халыҡ кәсептәренә эйә булған оҫталар бик һирәк, бармаҡ бөкләп кенә һанарлыҡ, тиҙәр ундайҙарҙы. Тимәк, алмаш әҙерләүҙе хәстәрләү тейеш. "Ағиҙел"дең киләсәге лә шуға бәйле бит?

- Республикала үткәрелә килгән инвестһабантуйҙар тәжрибә уртаҡлашыуҙа, шулай уҡ кадрҙар йәлеп итеүҙә бик уңайлы, һөҙөмтәле сара ул. Шундай бер йыйында алыҫ Алтайҙан килгән ҡунаҡтар боронғо кәсептәрен - кейеҙҙәрен күрһәтте, уны эшләү ысулдары менән таныштырҙы. Сибайҙағы башҡорт кейеҙе менән шөғөлләнеүселәргә алтайҙар менән аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу бик файҙалы булды: кемдәрҙәлер был кәсепкә ҡыҙыҡһыныу уянды. Шуға ла беҙ сит илдәр менән булған бәйләнештәрҙе инвестһабантуйҙарҙа нығытып ҡалабыҙ, килешеүҙәр төҙөйбөҙ.
Республиканың күп профилле колледждарында беҙгә кәрәкле белгестәрҙе әҙерләй алырҙар ине, тик тағы шул бер мәсьәлә: йәштәрҙә ҡыҙыҡһыныу юҡ, улар был уҡыу йорттарын ситләп уҙа. Һөҙөмтәлә ул халыҡ кәсептәре белгестәрен әҙерләүсе йүнәлештәргә ябылыу ҡурҡынысы янай. Әлеге ваҡытта шул бүлектәрҙе яптырмай, һаҡлап ҡалыу мәсьәләһе тора. Халыҡ кәсептәре белгестәре әҙерләүҙе хәстәрләү - ул "Ағиҙел"дең буласаҡ кадрҙарын ҡайғыртыу ҙа.

Гүзәл Миҙхәт ҡыҙы, һеҙ бит тәүге һөнәрегеҙ буйынса журналист. Халыҡ сәнғәте өлкәһенә етәкселек итеү өсөн өҫтәмә махсус диплом талап ителмәнеме?

- Ҡаҙан дәүләт техник университетының халыҡ кәсептәре һәм һөнәрҙәре факультетында уҡып сыҡтым. Хәҙер үҙемде Ҡаҙан технология-тикшеренеү универститына текстиль йүнәлеше буйынса имтихан комиссияһы рәйесе итеп саҡырып торалар, йыл һайын диплом яҡлаусыларым була. Өфө нефть техник университетында ла өс йыл сәнәғәт дизайны буйынса имтихан комиссияһы рәйесе булдым. Ҡаҙан вузындағы факультет менән бәйләнеш тотабыҙ, ундағы студенттар беҙгә практикаға килә. Хәҙерге йәштәргә ҡарайым да, эшкә атлығып тормауҙары кәйефте ҡыра, ниңә улайҙыр инде? Улар тиҙ һәм еңел аҡса табыу юлын эҙләй шикелле. Уҡырға теләмәйҙәр. Хатта юғары белем алып, магазинда кассала эшләп ултыралар. Эшкә бараһың икән, аҡсаны түгел, ә маҡсатыңды алға ҡуй. Эшеңде яратһаң, алға китеш булыр.

Халыҡ кәсептәре, һөнәрселек тармағына юл апаруҡ урау булған. Ҡапыл юлығыу түгел, ә өлгөргәнлек, ҡул оҫталығы, күңел, зауыҡ йәһәтенән әҙерлек алып килгәндер һеҙҙе был эшкә?

- 90- сы йылдар, студент саҡ. Матур итеп кейенге килә, ә аҡса самалы. "Бурда", "Крестьянка", "Веста"нан ҡарап, кофта-күлдәктәр бәйләп кейҙем. Әхирәттәрем шуны иҫкә төшөрөп һөйләне тыуған көнөмдә лә. Ҡул эшенә бәләкәй саҡтан маһирлығым әсәйемдән килә. Ул Белорет районы Рысыҡай ауылынан, улар ғаиләлә ете ҡыҙ үҫкән, етеһе лә тегенсе. Әсәйем яғынан Йомабикә өләсәйем тегенеүгә оҫта була, уға Бәхтеәйр олатайым заманында кредитҡа "Зингер" теген машинаһын алып биргән. Өләсәйем ауыл кешеләрен тегеп кейендергән. Әсәйем әле һаман тегенә, һаҡал-селтәр бәйләй, биҙәүестәр эшләй. Әсәй-өләсәйҙәремдән күскән һәләтем, тәбиғәтемдәге асылым тиҫтәләрсә йылдар уҙһа ла өҫкә сыҡты, еңде, хәҙер яратап башҡарған хеҙмәтемә әүерелде...

Башҡорт кәсептәрен үҫтереүҙә иғтибар ҡайһы йүнәлешкә бүленергә тейеш?

- Керамикаға. Археологик ҡаҙылмаларҙа көршәктәр табылыуы уларҙың беҙҙә ныҡ таралғанын раҫлай. Ошо йүнәлештә күтәреп алып эшләүселәр бик әҙ. Үзбәкстанға керамика үҙәге булған Риштандағы форумға үҙебеҙҙең керамика оҫталары Динара Ғарифуллина менән Артур Әлимғужинды алып барҙым. Тағы шуныһы: Өфөлә һөнәрселәр ассоциацияһы юҡ ине, шуға ла уларҙы берләштергән ойошма булдырыу кәрәк, тигән уй тыуҙы. 2025 йылдың декабрендә йыл һайын үткән бизнес аҙналығында "Орнамент" тип аталған ассоциация төҙөнөк. Етәксеһе итеп Илдар Ғәниев тәғәйенләнде. Ул рәссам, Турахан музейында, Археология музейында ла эшләй, йәш ғалим да. Мин унда совет рәйесе, ойоштороусы ғына. Ләйсән Ғилманова, Сәлимә Усманова, Илдар Ғәниев - ойошманың терәге. Үзбәктәрҙең "Һөнәрмән"е менән беҙҙең "Орнамент" килешеү төҙөнө. Ул йәмәғәт эше, аҡса түләнмәй, әммә уны алып барырға кәрәк.

Халыҡ кәсептәре, һөнәрселек - бәғзеләр өсөн яратҡан һәм хатта табыш килтерер шөғөл генә түгел, юғары кимәлдә маҡсатлы эш алып барғанда, Өфөбөҙҙөң һәм Башҡортостаныбыҙҙың күркәмлеген арттырған, ҡунаҡтарҙы йәлеп иткән йүнәлеш була ала. Моғайын, шул йәһәттән ҡыҙыҡлы идеялар ҙа барҙыр?

- Идеялар күп. Өфө "Халыҡ-ара һөнәрселәр ҡалаһы" статусына эйә булғас, һөнәрселәргә ижад йорто булырға тейеш. Ә мин, ассоциация советы рәйесе булараҡ, ул һорауҙы күтәрә алам. Әгәр ҙә ҡала уртаһында туристар өсөн Һөнәрселек үҙәге булһа, һөнәрселәребеҙгә офистар бирелер, оҫталыҡ дәрестәре үткәрер, туристарҙы ҡабул итер, этнокафела аралашыр инеләр. Был халыҡ ижады һәм сәнғәте үҙәге лә түгел, туризм үҙәге лә түгел, ә махсус рәүештә һөнәрмәндәргә тәғәйен ижад йорто булһын ине. Ошо исемде алған һәр ҡалала бар бындай урындар. Өфөгә ул статус бирелгәс, ҡала хакимиәте шул эште лә алып барырға бурыслы. Сибайҙар, статус алғас, был теманы күтәрәсәк, хатта буласаҡ урынын билдәләп тә ҡуйғандар. Уларҙа Йәшмә йорто һәм Һөнәрселек йорто буласаҡ.
Тағы шуныһы: Өфөлә баҙарҙар, сауҙа үҙәктәре күп ул, әммә барыһында ла бер үк тауар. Ә бит халыҡ ниндәйҙер үҙенсәлеге, тарихы булған урындарҙы ярата. Кейем-һалыммы, бүтәнеме, хәҙер маркетплейстарҙа ла һатыла, хатта арзаныраҡҡа. Шуға кешенең был йәһәттән мөмкинлеге бик ҙур. Уны яңылыҡ, үҙенсәлек, ҡыҙыҡлы тарихтар менән генә йәлеп итеп була. Баҙарҙың геүләп торған тауышы булырға тейеш, һатыулашыу яңғырап торһон унда. Ә тын ғына, яй ғына барған баҙар ул баҙар түгел. Хәҙер баҙарҙарҙа йәнлелек, хәрәкәт, алыш-биреш шауы юҡ бит. Һәр кеше нимәлер һатыр йә алыр өсөн генә бармай ундай урындарға, ә аралашыу, халыҡ араһында йөрөп килеү өсөн дә сыға. Өфөлә, мәҫәлән, бал баҙары ла юҡ! Ҡунаҡтарҙы бал алырға тип Үҙәк баҙарға алып сығам. Ә унда ит һатыу урындарын үтһәң, бер-ике урында ғына бал һатыла. Баҙарҙың еҫе лә юҡ! Беҙҙең баҙарҙарға ысын баҙар рухын-төҫөн-йәнен ҡайтарырға кәрәк. Әлеге ваҡытта Өфөлә туристарҙы саҡырып торған уникаль урындар самалы. Ярай, Тураханды астылар, килгән ҡунаҡтарҙы шунда алып барабыҙ. Татарстанға кешеләр Болғарҙы күрер өсөн йөрөгәндәй, беҙҙәге Турахан да шундай урынға әйләнә бар. Стәрлетамаҡ янындағы Торатау геопаркы йырағыраҡ.
Әйткәндәй, ундағы ете тирмәне беҙ эшләнек. Ҡалмыҡстанға ла тирмә ебәрәбеҙ ҙә, улар үҙҙәренең биҙәктәрен һала. Шул беҙ ебәргән тирмәләрҙә ресторан асҡандар. Өфөгә инде тирмәләрҙе күптән ҡуйҙыҡ, улар С.Юлаев һәйкәле майҙанына, Арт-квадрат, боронғо һыу башняһы эргәһенә лә үҙенсәлек өҫтәне. Тарихыбыҙҙы күрһәтергә теләйбеҙ икән, ниндәйҙер ҙур проект, һис шикһеҙ, тирмәләр менән булһын ул. Һәр етештергән тауар халҡыбыҙҙың уникаль мәҙәни коды булырға тейеш, тип уйлайым.

Фәймә МӘЖИТОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №30, 31 июль – 6 август 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.07.26 | Ҡаралған: 22

Киске Өфө
 

Ахмаҡ бер ниҙе лә ғәфү итмәй һәм онотмай; бер ҡатлылар барыһын да ғәфү итә һәм барыһын да онота; аҡыллылар ғәфү итә, әммә бер ниҙе лә онотмай.

(Томас Сас).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru