
-Былай, дөйөм алғанда килешеп йәшәйһегеҙме һуң?
- Килешәбеҙ, Сажидә бит мине ярата, ныҡ ярата, минһеҙ йәшәүҙе күҙ алдына ла килтермәй. Һәйбәт кеше ул, аҡыллы ҡатын, тик тотанағы тотмай эсә, ныҡ эсә, элек бер аҙ тотҡарланып ала, шу саҡта һил, рәхәт, үҙе бер байрам һымаҡ булып ҡала ине, хәҙер бөтөнләй тотанаҡтан яҙҙы, бәйҙән ысҡынды, кәнкритне тормозы тотмай. Тормозы тотмағас, кесе ярауға ҡыҫталған мәлдәрендә ыштанын, күлдәгенең итәген еүешләп ҡуя, шул кейемдәрҙе сайыштырып эләм, ни тиһәң дә, ир ҡулы йыуыу эштәренә килешле, ятышлы түгел, һыҡра эҫен бөтөрөп бумай. Күҙ терәп торған Сажидәмде ғәйепләргә йыйынмайым, бары бар тирә-яҡты, башҡорт ауылдарын баҫҡан эскелекте ғәйепләйем, ләғнәтләйем, шу ҡәһәр һуҡҡыры эскелек ҡорота бит көнитмеште, колорад ҡуңыҙы һымаҡ ашай, кимерә, ҡаҡ һабаҡҡа ҡалдырып ҡорота тормош баҡсаһын. Ауылда бер Сажидә генә эсә тиһеңме, ундайҙар өй һайын тиерлек, ауыл һайын, мына нимәһе аяныслы! Һин, элекке медицина кешеһе, әйт әле, ҡатын-ҡыҙҙы эскелектән дауалап буламы у?
- Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, булмай шул.
- Беләм, шайтан ғына өмөтһөҙ, мин дә үҙемде үҙем алдап бумаҫтайҙы, тормошҡа ашмаҫтайҙы көткән булам тағы. Сажидә иҫереп, аяҡтарына саҡ баҫып ҡайтып инә лә юҡ-бар һылтау табып, боларырға, туҙынырға тотона, сей талаш ойоштора, һауыт-һабаны ҡыйратып, уңлы-һуллы ырғыта башлай, табышын тартҡылаған бүре һымаҡ мине йолҡҡолай. Шунан саҡ тынысландырып, ипкә килтереп, ете төн уртаһында йоҡларға һалам. Төндә лә әле көтмәгәндә быуылып-нитеп ҡуймаһын, тип, боҙҙай һалҡын ҡулындағы пульсты эҙләп табам, иҙеү төймәһен ысҡындырам, йылытырға теләп, ҡат-ҡат юрғанға төрөп ташлайым. Ә үҙемә килгәндә, сәләмәт йоҡонан яҙғанмын күптән, төн оҙоно, миңрәү, аҡылын юйған маңҡорттай түшәктә ултырып, йә иҙән буйын улай-былай кәлепләп сығам, йоҡламаһаң, төн йылдай оҙон, күңелһеҙ уйҙар осһоҙ-ҡырыйһыҙ. Йоҡоһоҙлоҡтан интегеү, өмөтһөҙ уйҙарҙан уйылыуҙан да ғазаплыраҡ нимә юҡтыр у. Сажидәнең эсеүе ҡул-аяҡтарымды тышағас, өй-тирәһендәге мәшәҡәттәргә лә күңелем төшмәй, теләгем ятмай. Иртәгеһен бер үк күренеш - бахмурҙан интеккән ҡатыным аяҡтарымды ҡосаҡлап илай-илай ғәфү үтенә, инде ауыҙыма бер тамсы алаһым юҡ, тип ант итә, тәүбәгә килә. Айыҡ аңына ҡайтҡас, бер рюмка табып ҡына баш төҙәтергә булып китә, шунан көн дә ҡабатлана килгән мәхшәр башлана. Ишек эргәһенә ҡуйылған нимәләрҙе күргәнһеңдер?
- Күрҙем.
- Уларҙың ҡулланылыштары үтә лә ябай - Сажидә ҡайтмай, ҡайҙалыр юғалып ҡалһа, урам буйлап эҙләп табып алып ҡайтам, ҡоро саҡта арбаға һалып, ҡыш көндәре кәритә менән һөйрәп. Хәләл ҡатынын бына ошолайтып, ҡул-аяғын сысаңлатып, эт өрҙөрөп, әҙәм көлдөрөп өйөнә өҫтөрәгән берәй ирҙе күргәнең бармы? Күрмәһәң - күр, ишетмәһәң - ишет, ул - мин! Былар хаҡында ишетеү һиңә кәрәк тә, ҡыҙыҡ та түгел, тик миңә лә бит кемгә лә булһа асылып алғы килә, аңлайһыңмы?
- Аңлайым, Хәлфетдин. Һин булмаһаң, был ауырлыҡтарҙы кем атҡарһын, башҡарһын!
- Аңлайым, тип ризалашып, баш ҡағып ултырыуы ғына еңел у, бы михнәттең ғазабын бар тәрәнлегендә белер өсөн уны үҙ иңеңдә, үҙ елкәңдә татып ҡарарға кәрәк. Бер көн сире ҡотороп китеп, лыпын һылашып түшәккә ятты, ҡан әҫәре ҡасҡан йөҙөнә үлек төҫө инде, күҙҙәре йомоҡ, үҙе эсен ике ҡулы менән ҡармап, быуылып-быуылып уҡшый, йәп-йәшел итеп күбек ҡоҫа, бер мәл ҡул-аяҡтары тартыша башланы. Аптырағас, фильшергә киттем, у саҡта беҙҙә ситтән кигән бер йәш ир эшләй ине. Бы килде лә, арлы-бирле ҡараштырғас, артыҡ ярҙам да күрһәтеп аҙапланмай, ҡайтырға йыйынды. Берәй йылы һүҙ, йә ыңғай кәңәш өмөт итеп, артынан эйәрә сыҡтым. Беләһеңме, бы әҙәм аҡтығы миңә нимә тине: "Ағай, кәңәшем шу, бармағыңа бармаҡ һуғып бер ни ҙә эшләмә, үлһә үлһен дә ҡуйһың, аяҡлы бәләнән ҡотолорһоң, исмаһам!" Кинәт ынтылып, яғаһынан бөрөп алып: "Һин нимә аңлайһың да нимә беләһең, маңҡа!" - тинем дә, ҡоласлап киҙәнеп, тегене һуғып та осорҙом. Күҙ күреме ер киткәнсе миңә янай-янай, төрмәгә апарып тығыу менән ҡурҡытып ҡайтып китте бы. Аптырағандың көнөнән иллә-аллаға, ауыл буйлап эҙләп, бер ярты араҡы табып, шуның менән ҡул-аяҡтарын ыуып, ҡалғанын саҡлап ҡына ауыҙына тамыҙып, әҙәм итеп алдым ҡатынды. Ә теге фильшер һүҙендә тороп, минең өҫтән ушастковыйға ялыу яҙып биргән. Полиция машинаһына утыртып район үҙәгенә алып барып, протокол төҙөп, ун биш суткыға утыртып ҡуйыу менән янанылар ҙа, ҡатынымдың бер үҙен бер нисек тә ҡалдыра алмайым, тип инәлгәс, һуңғы сиктә ҙур ғына штраф сәпәп, кире ҡайтарҙылар. У штрафты түләү өсөн дә әллә күпме тир түгергә, юҡ аҡсаны бар итергә тура килде.
Теге фильшер йоратына килгәндә уның иманһыҙ, кешелекһеҙ икәнлеген белдем. Шундай мәрхәмәтһеҙ, ҡанһыҙ әҙәмдәр ҡатындарына хыянат итәләрҙер. Шу ир башланғыс класта балалар уҡытҡан ҡатын менән гражданский бракта, беҙҙеңсә әйткәндә, ирекле никахта йәшәне. Хәҙер шу нимә модаға инеп китте бит. Бергә йәшәп ҡарайҙар ҙа, бер ни тиклем уаҡыттан, характерҙарыбыҙ, ҡыҙыҡһыныуҙарыбыҙ, ынтылыштарыбыҙ тап кимәне тип, икеһе ике яҡҡа китә, бер ниндәй яуаплылыҡ, кеше йәненә бирелә торған выждан ғазабы, оялыу, тартыныу хисе юҡ. Гражданский брак мәлендә тыуған балалар аҙаҡтан бракҡа, йәғни йәмғиәттә ҡулланылыуға ярамаған артыҡ, эшкә ашмаған тауарға әйләнәләр. Икенсе яҡтан, ҡатын менән ир мөнәсәбәтен алып ҡарайыҡ. Әгәр ҡатын ауыр хәлдә ҡалһа, уны ире сығарып ырғытамы, йә дөмөкһөн ятып, тип, ҡул һелтәйме, тормош бит у, әгәр ир үҙе аяныслы торошта тороп ҡалһа, нисек? Миңә ҡалһа, никах у атай-әсәй ризалығы менән эшләнә, һәм ул Хоҙай тарафынан юғарыла, асманда нығытыла.
Ата-әсә ризалығы тиһәм, әсәйҙең фатиха бирмәүе иҫкә килә лә төшә. Сажидәһеҙ йәшәй алмайым, тип айырып әйттем бит инде уға, бик теләмәһә лә, ризалашһа була ине бит. Ҡабатлап әйтәм, Сажидә, болоттар араһынан ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа күренеп ҡалған ҡояштай, ярты көн дауамына һуҙылған айыҡ сағында башҡа бисәләр һымаҡ, һин дә мин, ҡәҙимге, бешерә-төшөрә, йүгереп йөрөп өйҙө йыйыштырып ташлай, йыуа, йыша, таҙарта, тик шу эсеүе үҙәккә үтә. Ырымбур яғындағы бер кешегә апарып, код ҡуйҙырып та ҡараным, имсе ҡарсыҡтарҙан да өшкөртөп аҙапландым, файҙаһыҙ.
- Ары ни ҡылырға инде иҫәбең?
- Йәшәлә инде Хоҙай бүләк иткән ғүмерҙе. Әйткәндәй, тағы ла бер ҡатын мин тип кенә өҙөлөп йәшәй бит әле.
- Иҫке ауыҙҙан яңы хәбәр, был ҡылығың, ябайлаштырып әйткәндә, ҡатын өҫтөнән йөрөү була түгелме?
- Аңын-тоңон белмәйенсә, мине бер йөрөмтәл, уйнаш әҙәмгә сығарып, буш һүҙ ҡуйыртма, йәме! Уның менән араларыбыҙ алыҫ, мөнәсәбәттәребеҙ һалҡын. Коммерсант, беҙҙеңсә итеп әйткәндә, эспикүләнт-эшҡыуар у, ҡалала йәшәй. Магазиндар селтәре тота, етеш көн итә, машинала елдерә, төҫкә-башҡа кигәндә лә еренә еткереп, төҙәнгән-яһанған, ябайлаштырып һүрәтләгәндә, йыуылған-йышылған тиҙәрме әле? Шу ҡатын ауылға бер нисә тапҡыр килеп, мине үҙе менән алып китергә димләне, йәнең ятҡан эшкә урынлаштырырмын, машина һатып алып бирермен, татыу итеп ҡалала йәшәрбеҙ, тип вәғәҙәләй.
- Гонаһһыҙ фәрештә, ауыҙыңа төшкән һары май бит был, ни тип яуап бирҙең инде?
- Һине йүнле кешегә хисаплап йөрөһәм, әллә ниндәй еңел-елпе һорау бирәһең, минең Сажидәм бар ҙа баһа, у минһеҙ ҡалайта, шу хаҡта уйланыңмы? Тағы ҡала тормошо минең өсөн ят бауыр, ошонда тыуғанмын, ошонда үҫкәнмен, әҙәм балаһы ергә мәңгегә кимәгән, көнөм бөтһә ошонда ерләрҙәр!
- Берүк ғәфү ит, йәпһеҙерәк һүҙ ысҡындырҙым.
- Йәпһеҙ имеш, сеп-сей, йүнһеҙ хәбәр! Бик беләһең килһә, әҙәм балаһы бы донъяға һәр саҡ икенсе яртыһы менән тыуа, ә минең икенсе яртым - яҡшымы-яманмы, тап киләме, юҡмы, Сажидәм, уға һуңғы көндәремә саҡлы тоғро ҡаласаҡмын, шуны бел! - Хәлфетдин ҡулында һүнгән папиросын асыуланып атып бәреп, уны кирза итегенең үксәһе менән тызып иҙеп ҡуйҙы.
Бер ни тиклем һүҙһеҙ ултырғас, әңгәмәне яңынан терелттем:
- Силәгенә күрә ҡапҡасы, дуҫ, Сажидә эскәс, уға эйәреп тотҡоламайһыңмы, ҡапыл тоҡанып, яндырайланып китеүеңде күреп һорайым?
- Йәшермәйем, баштараҡ булғыланы, шунан тыйылдым. Ир эсһә - ярты донъя, ҡатын эсһә - тотош донъя яна, тиҙәр бит. Минең ҡайны менән ҡәйнәне күреп белдең, икәүләп, эйәртенешеп йөрөп эстеләр, сурагат араҡы эсеп, икәүләп, бер төптән китеп тә барҙылар. Сажидәнән башҡа баллары юҡ ине бит, хужалыҡтары шауҙырлап торҙо ла ҡалды. Хәҙер нисек тә ярты донъяны тоторға тырышҡан булам тағы, тик у күпмегә саҡлы дауам итер, белмәйем. Кешеләр ике төркөмгә бүленәләр һымаҡ - ерҙең ҡояшлы яғында йәшәгәндәр һәм болотло яғында ҡалғандар. Мин болотло, ҡараңғы тормошта көн иткәндәр ҡоронан. Әҙәм балаһы маңлайына яҙған яҙмышты ҡыуалай, шу, дүрт тарафын сикләгән ҡалыбынан һис ҡасан ҡотола алмай. Сажидәмде яңғыҙын ҡалдырыу ҡайҙа, уның менән етәкләшеп ҡояшлы яҡҡа ынтылабыҙ ҙа бит, тик ике араны айырып тотҡан, күҙгә күренмәҫ пәрҙәне йыртып, теге яҡҡа сыға ғына алмайбыҙ. Хас та балыҡсы ауына сырмалған, унан ҡотола алмаған ташбаштарбыҙ, тормоштоң ҡәҙерен белмәгән, йәшәүҙән мәғәнә тапмаған миңрәү ташбаштарбыҙ!..
Уңарсы таҡта солан иҙәнен шығырҙатып инеп килеүсе кешенең аяҡ тауыштары ишетелде, шунан дауыл ҡайырғандай шар асылып киткән ишек ауыҙында Сажидәнең сибек кәүҙәһе пәйҙә булды; сәстәре туҙған, арыған күҙҙәре йоҡоһоҙлоҡтан ҡыҙарған, өҫтөндә йыуылыуҙың ни икәнен белмәгән ала-сола төҫтәге халат. Ҡарасҡы, торғаны бер ҡурҡыныс шәүлә, сит бер ерҙә тап иткән осраҡта, уны ошо хәл-торошта, төҫ-башта танымаҫ инем, валлаһи шулай!
- Хәлфетдин, ҡәҙерлем, берҙән-берем, мына ҡайттым нәкәнис, ауыл өйҙәрен теүәлләп, - мине абайлап өлгөргәс, ҡаштарын юғары сөйөп ғәжәпләнгәндәй итте, - күрмәһәң - күр, ишетмәһәң - ишет, яр аҫтынан яу сыҡҡан, мына исмаһам яңылыҡ, беҙгә ҙур ҡунаҡ, хөрмәтле түрә килгән икән дә баһа, баш мөхәррирҙең үҙе! Урам буйлап хәйерселәгәндә ишеткәйнем шу, һаумы, үнгәр! - Ҡатын ҡулдарын шапылдатып бер-береһенә һуғып алғандан һуң, эргәмә килеп, тупылдатып арҡамдан һөйҙө. - Билдәле яҙыусы, писәтель хикәйә, юҡ тигәндә, повесть яҙырға килгәнме, ә? - Танауыма араҡы көйөгө, һыҡра еҫе килеп бәрелде. Ятһырауымды һиҙеп өлгөргән ҡатын артҡараҡ тартылды. - Хушбый һөртөнөргә ҡалала йәшәмәйбеҙ, үнгәр! Яҙыу-һыҙыуға кигәндә, тиктомалдан нимәһен яҙаһың, ыңғайы бер йомоштарын тоттороп сығарырлыҡ нимәбеҙ бумағас, - быялаланған, мәғәнә ҡасҡан күҙҙәре менән торлағын теүәлләне, - беҙгә инеп-сығыусылар бик һирәк, пашти-што юҡ кимәлендә, ә һин эшкә һынап килергә иткәнһең, маладис, афарин! Бисәң менән икәүләп, ҡушарлап киһәгеҙсе, хәйер, уны бик тә эре, тиҡый, һауалы, кеше менән һөйләшер-һөйләшмәҫ, башҡаларға юғарынан аҫҡа ҡараған кеше тиҙәр. Беҙҙе, ҡара рабуший, пралитарий халыҡты, элекке тракторист менән эштән ҡыуылған даярканы тиң-тошона һынау ҡайҙа, ызнамы шулай! Күрмәһәң - күр, үнгәр, мына беҙ ошолайтып йәшәп ятҡан булабыҙ әле, барына шөкөр итеп. Ауыҙыңдан сыҡҡансы, ғарҡ буғансы һыйлап ҡайтарыр инек тә үҙеңде, тик әҙерлегебеҙ, запасыбыҙ самалы. - Буш һауыттар өйөлөп ятҡан өҫтәл яғына ымланы. - Хәлфетдин, бер ҡыҫмырҙай ҡул ҡаушырып утырғансы, һин үҙең берәй нимә хәстәрләһәңсе, һыу биҙрәлә, икмәк, картуф бар.
- Ир кеше нимә генә алып ҡуйһын инде, һине көттөк, - тине Хәлфетдин ғәйепле кешеләй, ҡулдарын ян-яҡҡа йәйеп.
- Көтһәгеҙ ни, бына, ҡайттым бит! - Сажидә иҙән уртаһына сығып баҫты ла ялбыраған сәстәрен ипкә килтереп һыйпаштырғандан һуң, ике ҡуллап сикәләрен ҡыҫты. - Ай, башым, ғәзиз башым ярылып бара, эсем өҙөлә, бер йотом ғына кәрәк ине, өй беренсә йөрөп сыҡтым, исмаһам, береһе хәлемә инһәсе, сурагаттары, тауыҡ тиҙәге болғаған көмөшкәләре, юҡ тигәндә, артаған балдары жалкы. Хәҙерге кешелекһеҙ кешеләр ауыҙыңа бер тамсыны тамыҙырға йәлләйҙәр, свулыштар, сәсрәп киткерҙәр. Һыйға килгәндә, һине ҡоро сығарыу юҡ, үнгәр, минең һыйым һәр ваҡыт үҙем менән. - Шулай тине лә ярғыланған усы менән сырыш, һиҙелеп һары төшкән биттәрен, төҫһөҙ йоҡа ирендәрен һыпырҙы. - Тыңла, улайһа, ыслушай, билдәле халыҡ хәйерсеһе, әй ҡороғор, ни тием тағы, күренекле йырсы, ауылдың тауышы ултырған, ҡарлыҡҡан һандуғасы Сажидә Ҡотләхмәтова йырлай. Кыстати, хәҙер мине табындарына саҡырмайҙар, но ҡайһы саҡта, ҡайһы берәүҙәр моңло итеп йырлаһам, бер рүмкә ҡойоп бирәләр биреүгә, шуныһына ла ризамын, риза бумаҫ инең дә һатыулашыр тауарым шу. Шулайтып йыр таратып, йыр һатып йәшәлә. Мужыт, үңгәр, һин дә түш кеҫәңдәге аҡсаңдан әҙерәк өлөш сығарырһың, ауырыған башты төҙәтерлек, күп һорамайым бит, бер йотмалы ғына, ну?
- Сажидә, көтөп алған ҡунаҡтың башын ҡаңғыртып, ни һөйләйһең, оялыр инең саҡ ҡына! - Хәлфетдин ҡатынын тыя һалды.
- Шаярттым да баһа, мәрәкәләнем, шаяртырға ярамай штү ли? Шулай итеп, минән бушлай йыр-бүләк! - Мул, яурындары һалынҡы күлдәгенең итәген тартты, бысраҡ кофтаһының ысҡындырылған төймәләрен элде.
Хуш инде, мәңгегә,
Хуш инде.
Китә яҙ, китә наҙ,
Ҡыш инде.
Тағы бер текәлеп
Ҡарайымсы.
Рәсемеңде күңелемә
Һалайымсы...
(Дауамы. Башы 28-29-сы һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №30, 31 июль – 6 август 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА