«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров пациенттарға медицина хеҙмәте күрһәтеү сифатын һәм дауаханаларҙа ҡайһы бер табиптарҙың тупаҫ һәм битараф мөнәсәбәтен ҡаты тәнҡит утына тотто. Һеҙгә ошондай күңелһеҙ күренештәр менән осрашырға тура килгәне бармы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
"МИН БӨГӨН ҠОЛ ДА, ҠУНАҠ ТА ИЖАД ТИГӘН ИЛҺАМДА..."
+  - 


Йәмле йәй ахыры менән йомарт көҙ башы осрашҡан ошо ҡабатланмаҫ тәбиғәт яңырыуы мәлендә билдәле шағирә һәм журналист Зөһрә Сәлимйән ҡыҙы Ҡотлогилдина донъяға килә.

Кешегә тыуған ере генә түгел, тыуған миҙгеле лә йоғонто яһай, тигән бер фараз йәшәй. Башҡорт донъяһына күренекле тарихи шәхестәр, яҙыусылар, хеҙмәт һәм яу ҡаһармандары биргән данлы Көйөргәҙе ерендә тыуып үҫкән ҡыҙ ерҙәштәре аманатына ауаздаш алмашсы - илһөйәр, телһөйәр һәм эшһөйәр ижадсы рухлы булып тыуһа, күңеле менән матурлыҡҡа мөкиббән, заман заңына һиҙгер, кеше күңеле сөңгөлдәрен нескә тойоусы шағирә булып үҫешә. Тыуған миҙгеле урағай шағирәгә, гүйә, үҙенең хис-тойғо ҡайнарлығын, йәй ҡояшылай салт ихласлығын, тәбиғи хазиналарын йомарт бүләк иткән - былар бөтәһе лә ижадсы ғына түгел, кеше булараҡ та биҙәй Зөһрәнең күңелен. Шиғриәт белгеслегенә дәғүә итә алмаһам да, ябай уҡыусыһы, университет һабаҡташы һәм ғүмер буйы Матбуғат йортонда йәнәшә редакцияларҙа "арҡа терәп" эшләгән хеҙмәттәшем булараҡ та, Зөһрә Сәлимйән ҡыҙы хаҡында уның тыуған көнө - юбилейы уңайынан йөрәк һүҙемде белдерергә йөрьәт иттем.
Журналист булараҡ хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ Зөһрә Ҡотлогилдинаның. Яҙыу һәләтен күреп, уны БДУ-ның филология факультетында уҡып йөрөгәнендә үк - 1974 йылда "Башҡортостан пионеры" гәзитенә эшкә саҡыралар. Һәм яңылышмай редколлегия ағзалары: Зөһрә Сәлимйән ҡыҙы балалар һәм үҫмерҙәр матбуғатына бөтөн ғүмерен бағышлай. Йәш хәбәрселәр мәктәбенә нигеҙ һала һәм алып бара, тиҫтәләгән йәш журналист әҙерләй, бөгөнгө көн улар республикабыҙ матбуғаты һәм киң мәғлүмәт сараларында уңышлы хеҙмәт итә, осраған-күрешкән һайын остаздары "Зөһрә апай"ға һәр ваҡыт ихтирам һәм рәхмәт тойғоларын белдереп китәләр. Зөһрә Ҡотлогилдина эшләгән йылдарҙа "Башҡортостан пионеры" гәзитенең исеме генә үҙгәреп ҡалмай ("Йәншишмә"), йөкмәткеһе лә яңыра. Йәш быуынды илһөйәрлек, телһөйәрлек рухында тәрбиәләү маҡсатында яңы рубрикалар, фекер алышыуҙар ойошторола, балалар ижадына гәзит биттәренән төп урын бирелә.
Журналистика ул шундай донъя: унан айырылыу мөмкин дә түгел. "Йәншишмә" гәзитенән хаҡлы ялға киткәс тә күп йылдар Зөһрә шулай уҡ журналист һәм шағир, "Аманат" журналының элекке баш мөхәррире - тормош юлдашы мәрхүм Нияз Мәһәҙиев менән "Ағиҙел" журналында хеҙмәттәшлек итәләр һәм Башҡортостаныбыҙҙың иллеләгән күренекле яҙыусыһы йә иһә уларҙың яҡындары, ғаилә ағзалары менән әҙиптәрҙең тормош юлы хаҡында ғына түгел, ә уларҙың заманыбыҙға ҡарашы, республикабыҙ яҙмышы, туған тел, тарихыбыҙ, милләтебеҙ мәсьәләләре буйынса ифрат үҙенсәлекле, стандарт сиктәрҙән азат, тәрән йөкмәткеле әңгәмәләре һәм мәҡәләләре менән "Ағиҙел" журналы йөкмәткеһен байытыуға ҙур өлөш индерәләр. Аҙаҡ был оригиналь әңгәмә-асыштар журнал редколлегияһы тәҡдиме менән Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан "Хан һүҙенән юғарыраҡ Әҙип һүҙе" тигән тос йыйынтыҡ булып донъя күрә һәм тиҙ арала уҡыусылар араһында таралып та бөтә. Әйткәндәй, был һиммәтле йыйынтыҡты сығарыуҙа "Урал" мәрхәмәтлек фонды, уның Совет рәйесе, Башҡортостандың Беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов ҙур ярҙам күрһәтә һәм был әҙәби хеҙмәтте юғары баһалауын белдерә. Күп яҡлы ижад эйәһе Зөһрә Ҡотлогилдинаның шиғриәте - үҙе бер тылсым донъяһы. Мин был шиғриәтте кеше күңеленең энциклопедияһы тип атар инем, сөнки уҡыусы уның һәр әҫәренән үҙенең күңел торошо халәтенә яуап эҙләй, аҡыл-кәңәш һеңдерә, йыуана йә ҡыуана - һәр хәлдә, битараф ҡала алмай. Ғөмүмән, Зөһрәнең тормош фәлсәфәһе - был донъяла намыҫлы, ғәҙел, маҡсатлы, эшсән һәм еңеүсе булып йәшәү:
Кешеләргә ғәҙел булыр өсөн,
Ғәҙел булдым тәүҙә үҙемә.
Барҙы бар тип, юҡты юҡ тип әйттем
Тура ҡарап кеше күҙенә.
Шул ихласлыҡ, тәбиғилек бик йыш
Яңағымды өттө ҡуҙ булып...
Нахаҡ өткән һайын йөрәгемде
Рухым көсө үҫте ишәйеп.
Ғәҙеллегем менән көслөмөн мин.
Кеше булып шуға йәшәйем.
Төп һөнәри бурысы - журналистика буйынса эшләйме, публицистикаға ваҡытын бүләме - ниндәй генә ижад хәстәрлектәре йөкләмәһен, тапҡыр, зирәк фекерле шиғырҙары мәленә-мәшәҡәтенә ҡарап тормай, үҙенән-үҙе күңеле төпкөлөнән юл ярып тыуа тора, сөнки шағирә өсөн шиғриәт буш саҡтарҙа ғына ултырып хисләнә торған шөғөл түгел, ә күңел торошо, йәшәү рәүеше, юғарынан "бүләкме, әллә язамы" булып өлөшөнә төшкән көмөшө. "Зөһрә Ҡотлогилдина шиғриәтенең тартыу көсө уның донъяны нескә тоя белеүендә; тәү ҡарашҡа ябай булып тойолған төшөнсәләрҙең фәлсәфәүи тәрәнлеген аса һәм уны уҡыусы күңеленә еткерә алыуында",- тип билдәләнгәйне әҙәби тәнҡиттә. Быға өҫтәп, шағирәнең сәсән теллелеген, әҫәрҙәренә хас халыҡсан зирәклеген, фекер ҡеүәһен билдәләмәү мөмкин түгел. Тыуған яҡҡа, Ватанға һөйөү, әсә бөйөклөгө, һуғыш фажиғәһе, тыныслыҡ, ғаилә бәхете, мөхәббәт лирикаһы - Зөһрә Сәлимйән ҡыҙының шиғриәтендә көслө тойғолар тыуҙырыусы төп темалар. "Уйылам уйҙарымдан", "Шәфәҡ нуры", "Миләш тәлгәштәре", "Күҙҙәремә ҡара", "Ялан сәскәләре", "Китә ирҙәр Донбассҡа, илде утҡа һалмаҫҡа", "Блокада" - был шиғри йыйынтыҡтар исемдәре буйынса ғына ла үҙҙәре өсөн үҙҙәре һөйләп тора. Әҫәрҙәренең байтағы күренекле әҙиптәр Ғәзим Шафиҡов һәм Роберт Паль тарафынан рус теленә тәржемә ителеүе үҙе ҙур мәртәбә, баһа булды. Уҡыусылары күңелен арбаусы мөхәббәт лирикаһы Зөһрәнең шиғриәтенә композиторҙарҙы ла йәлеп итте: уның шиғри әҫәрҙәренә мәшһүр композитор Хөсәйен Әхмәтов, Салауат Низаметдинов, Нур Дауытов, Рәшит Йыһанов ижад иткән йырҙар башҡорт эстрадаһының алтын фондына инде, йырсылар репертуарынан төшкәне юҡ. Был йырҙарҙы айырыуса халыҡ яратып ҡабул итте: улар йәштәрҙең дә, өлкәндәрҙең дә тоғро моңдашына, юлдашына әйләнде. Әйткәндәй, талантлы композитор Салауат Низаметдинов Зөһрәнең шиғриәтен айырыуса юғары баһаланы, ә ул һәр шиғырға ла көй яҙманы, бик талапсан булды. Шиғырҙарҙы, үҙе әйтмешләй, "алтын бөртөктәренә бәрәбәр" күреп, һайлап ҡына алды, сөнки уларҙа композитор күңел төпкөлөндәге моңона ауаздашлыҡ, тос мәғәнә эҙләне. Талант талантҡа тартыла, тиҙәр бит. Салауат Низаметдиновтың Лермонтов, Блок, Есенин, Ғүмәр Хәйәм, Ника Турбина әҫәрҙәренә яҙған йыр һәм романстары күп кенә халыҡ-ара конкурстарҙа уға еңеү килтерҙе, ә Зөһрә Ҡотлогилдина шиғырҙарына йырҙары үҙе бер күренешкә әйләнде. Бынан сығып, композиторҙың шиғриәт кимәлен баһалай белеүен самалауы ҡыйын түгел.
Һуңғы йылдарҙа шағирә публицистика буйынса күп эшләне. "Бөгөнгө ҡатмарлы осорҙа йәштәр һәм үҫмерҙәр илебеҙ тарихын белеп үҫергә, илһөйәрлек рухында тәрбиә алырға тейеш", ти шағирә. Ошо маҡсаттан сығып, журналист Ҡотлогилдина 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында совет ғәскәрҙәренең немец-фашист илбаҫарҙарын Бөйөк Еңеү даталарына бағышлап ҙур бер өр-яңы форматтағы проектты атҡарып сыҡты: Еңеүҙең 65, 70, 75 һәм 80 йыллыҡ юбилейҙарына ҡарата тыл ветерандары хәтирәләренән дүрт томлыҡ: "Һуғыш балалары - тарих яралары", "Һуғыш яралаған бала саҡ", "Һуғыш балалары һөйләй" һәм "Беҙ - һуғыш балалары" тигән иҫтәлек йыйынтыҡтары баҫтырып сығарҙы. Нәшриәткә, авторҙың үҙенә килгән хаттарҙан күренеүенсә, дүрт китап та ҡала-ауыл китапханаларында үҙенсәлекле бестселлерға әйләнде, улар ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡыла, тип хәбәр итә китапханасылар. Ә уҡыусылар был китаптарҙы һорай, ләкин, үкенескә, дүрт томлыҡтың бер генә данаһы ла китап магазины кәштәләрендә ҡалманы: шундуҡ һатылып бөттө. Билдәле яҙыусы, "Ағиҙел" журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин "Беҙ - һуғыш балалары" китабына баш һүҙендә былай тип яҙҙы: "Китап геройҙарының күптәре Зөһрә Сәлимйән ҡыҙын эҙләп табып: "Атай-әсәйемдең, олатай-өләсәйемдең шунса ауыр яҙмыштарын белмәгәнбеҙ, ҡыҙыҡһынмағанбыҙ. Һеҙ беҙгә уларҙың бөйөклөгөн, ниндәй ҡәҙерле һәм көслө булғандарын аңлаттығыҙ, ҙур рәхмәт һеҙгә!"- тип ихлас теләктәрен белдереп китеүҙәре яҙыусының ныҡышмал, егәрле, ауыр хеҙмәтенә оло баһа ул". Әйткәндәй, "Һуғыш балалары һөйләй" китабы 2020 йылда республика Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге журналистар премияһына лайыҡ булды. Ә 2022 йылда әҙәбиәт һәм журналистика өлкәһендә фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн яҙыусы Салауат Юлаев ордены менән наградланды.

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №30, 31 июль – 6 август 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.07.26 | Ҡаралған: 20

Киске Өфө
 

Ахмаҡ бер ниҙе лә ғәфү итмәй һәм онотмай; бер ҡатлылар барыһын да ғәфү итә һәм барыһын да онота; аҡыллылар ғәфү итә, әммә бер ниҙе лә онотмай.

(Томас Сас).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru