
Башҡортостанда 443 һыуһаҡлағыс һәм быуа бар. Иң ҙурҙары - Павловка (Ҡариҙел йылғаһы, күләме 1400 млн куб м), Йомағужа (Ағиҙел, 600), Нөғөш (Нөғөш, 410), Ҡарман (Беүә, 134), Аҡъяр (Ташлы, 49,4), Һаҡмар (30,9), Таналыҡ (Таналыҡ, 14,2), Ыҫлаҡ (Ҡорһаҡ, 13,5), Нурлы (Нурлы, 10). Дөйөм алғанда, барлығы 119 һыуһаҡлағыстың күләме 1,0 млн куб метрҙан ашыу. Улар Ашҡаҙар, Өршәк, Дим, Сәрмәсән, Баҙы, Сөн, Өҫән, Быҙаулыҡ һәм башҡа йылғаларҙы быуып эшләнгән.
Ауылдың яһалма ике күле
Йылайыр районының Матрай ауылы халҡы Олайыр менән Быҙаулыҡ йылғаларын һыулай. Улар мул һыулы булғанға күрә, ауылға нигеҙ һалыусы Мөхәмәтрәхим Алғошаев фәҡәт ошо урынды төйәк иткән. Ауыл революциянан һуң да әле, совет власы ныҡлап урынлашҡанға тиклем, уның исемен йөрөткән. Тарих фәндәре кандидаты Фуат Мырҙағәли улы Сөләймәнов архив документтарына таянып билдәләүенсә, Мөхәмәтрәхим 1834-се һәм 1850-се йылдар араһында барлыҡҡа килгән.
Олайыр менән Быҙаулыҡ йылғалары Матрайҙың урта тошонда ҡушыла. Үрге ағымдарында иһә уларҙы иң киң урында өс саҡрымға тиклем булған өс мөйөш рәүешендәге тигеҙ ҡалҡыулыҡ айырып ята. Уны Уртаер (Уртайыр) тип йөрөтә халыҡ. Ошо ташлы ҡаҡ тау башын да сиҙәм күтәргән дәүерҙә һөрөп ташлағандар. Үҙәге Матрай ауылында булған "Башҡорт" совхозының баҫыуы ине ул мин иҫ белгәндән. Үткән быуаттың туҡһанынсы йылдары башында, дөйөм хужалыҡтарҙың хәле мөшкөлләнгән мәлдә, был тау башында ашлыҡ сәсеүҙе туҡтаттылар. Хәҙер дала еле, аяуһыҙ ҡояш ихтыярына бирелгән ялан, һуңғы тиҫтә йылда ямғырҙар ҙа бик һирәк яуғас, тош-тош ҡарағура менән ҡапланып, кеше тарафынан тәләфләнгән тәбиғәттең уңалмаҫ яраһы булып ята.
Беҙ бала саҡта, үткән быуаттың 60-70-се йылдарында, Быҙаулыҡ та, Олайыр ҙа ярайһы мул һыулы ине. Ат йөҙҙөрөр тәрән сөңгөлдәре булды, балыҡсылар ҡармаҡҡа беләк буйындай суртан-оптолар эләктерҙе. Уртаер һөрөлгәс, малды йылға буйҙарында көтә башлайҙар. Тора-бара һыу буйҙарындағы тал-тирәктәр, ерек кәзә-һарыҡтан ашатылып, тапатылып юҡҡа сыға. Ҡар һәм ямғыр һыуҙары менән ағып төшкән, ел-дауыл менән күтәрелеп, яр буйҙарына барып ятҡан ҡара тупҡар, ләм булып, һыу юлдарын ҡаплай, ағас-ҡыуаҡтар тамырҙары тотмаған ярҙар емерелә, һыу юлын быуа. 70-се йылдарҙың аҙағында ямғырһыҙ йәйҙәрҙә Быҙаулыҡ һыуы аҡмай торғайны инде. Ярһып үткән, үҙәнен таҙартҡан яҙғы ташҡандарҙы ла күрмәй башланыҡ - йылға үле хәлендә ҡалды. 2007 йылда Быҙаулыҡ менән Олайыр йылғаларын Матрай ауылы үренән ҡамап ҡуйҙылар. Шулай итеп, йылғаларҙа ике ҙур күл хасил булды.
Унда быуа, бында быуа...
Республика етәксеһе Мортаза Рәхимов булған заманда һыуһаҡлағыстар төҙөү модаға инеп китте. Был эштең ни маҡсатта атҡарылыуының бөгөн дә айышына төшөнөүе ҡыйын. Сөнки балыҡ та үрсетмәйҙәр, уларҙың тирәһендә һуғарыулы баҫыуҙар ҙа юҡ. Халыҡ араһында ошондай лаҡап йөрөй. Имештер, Мортаза Ғөбәйҙулла улы Юлдыбай аша үтеп барғанда, һыу үткәргес бетон торбалар өҫтөнән Уза йылғаһы аша бейек итеп һалынған шоссе юлды күреп, әҙер быуа ла баһа, нишләп ята ул, тигән. Хужа ишаралағас, күп көттөрмәй, быуып та ҡуйғандар Узаны. Хатта лотос сәскәһе рәүешендә фонтан да ултырттылар.
Башҡортостандың Беренсе Президенты республика буйлап эш сәфәренә йыш сыҡты. 2005 йылдың сентябрендә, мәҫәлән, ул Мәләүез, Көйөргәҙе, Ейәнсура, Йылайыр, Хәйбулла һәм Баймаҡ райондарында була. "Эш сәфәренең төп маҡсаты - Башҡортостандың Урал аръяғында социаль-иҡтисади өлкәләге көнүҙәк проблемаларҙы хәл итеүҙе тикшереү. Был райондарҙа кем булған, ул бында һыу менән тәьмин итеү проблемаһының ни тиклем көнүҙәк икәнен белә. Яҙын ирегән һыу бик күп, ә йәй ҡоро. Был процесты көйләү өсөн республикала Урал аръяғы райондарын мелиорациялау һәм һыу менән тәьмин итеү программаһы ҡабул ителгән", - тип яҙҙы "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы был турала.
Нәҡ ошо осорҙа М.Ғ. Рәхимов инициативаһы һәм контроле аҫтында Аҡъяр, Маҡан, Быҙаулыҡ һәм Һаҡмар һыуһаҡлағыстары төҙөлөшө алып барыла. "Йылайыр районының Матрай ауылы эргәһендә Быҙаулыҡ һыуһаҡлағысы төҙөлә. Эштәр Мортаза Ғөбәйҙулла улының еңел ҡулы менән май айында башланғайны. Төҙөүселәр һыуыҡтар төшкәнсе ер эштәрен тамамларға һәм, яҙға сыҡҡас, йылға үҙәнен ябырға вәғәҙәләй. Был көндө республика етәксеһе тағы ике яңы быуа төҙөлөшөнә фатихаһын бирҙе. Нигеҙ һалыныуына оҙаҡламай 250 йыл тулған боронғо башҡорт ауылы Һултантимер халҡы ошоға тиклем ике ҡоҙоҡтан ғына һыу алды. Томтоҡ йылғаһында барлыҡҡа килергә тейеш яңы һыуһаҡлағыс был көнүҙәк проблеманы хәл итәсәк. Тағы ла бер быуаны Хәйбулла районында, Мәмбәт ауылы янында, төҙөү планлаштырыла. Уны яҙғы ҡар һыуын тотоу иҫәбенә тултырыу ҡаралған. Һигеҙ йыл эсендә 450 гектар майҙанды биләгән быуала 12 миллион кубометр һыу тупланыр, тип фаразлана. Күләмле һыу ятҡылығы, нигеҙҙә, ҡоро дала тәбиғәте мөхитен яҡшыртыу һәм ауыл хужалығы өсөн файҙаланыуға тәғәйенләнгән", - тип дауам ителә үрҙә атап үтелгән "Башинформ" мәҡәләһендә.
Сәфәре барышында республика Президенты Хәйбулла районында бына инде ун йыл эшләп килгән Маҡан һыуһаҡлағысын да ҡарай. Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры Хәмит Мәүлийәров, "Башмелиоводхоз" идаралығының генераль директоры Бәхетғәлей Батанов менән бергә уны файҙаланыу перспективаларын тикшерә. Һыу ятҡылығында һыу кимәлен яйлап арттырырға ҡарар итә улар.
Тағы "Башинформ" яҙмаларына мәрәжәғәт итәйек: "Баймаҡ районында Һаҡмар һыуһаҡлағысы төҙөлөшө тамамлана, быйыл ул файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Һыу ятҡылығы 10 километрға һуҙыласаҡ. Бында дөйөм ҡеүәте 320 кВт булған ике гидроэлектростанция агрегаты эшләй башларға тейеш. Республика Президенты төҙөлөштөң һуңғы этабы барышын тикшерҙе һәм башҡа һыуһаҡлағыстарҙы ла ваҡытында тамамларға кәрәклеген билдәләне", - тип әйтелә унда.
Һаҡмар һыуһаҡлағысы райондың Әбделкәрим ауылынан 1,5 километр үрҙәрәк урынлашҡан. Сафҡа 2005 йылдың 9 октябрендә индерелә. Майҙаны - 590 га, һыйҙырышы - 30,9 млн куб м, плотинаһының бейеклеге - 18 м, оҙонлоғо - 390 м. "Баймаҡ районында Һаҡмар һыуһаҡласын төҙөү - ҙур ваҡиға, сөнки Урал аръяғы райондарында һыу менән тәьмин итеү иң актуаль проблемаларҙың береһе булып тора. Районда халыҡҡа эсер һыу етешмәй, ауыл хужалығында баҫыуҙарҙы һуғарыу өсөн дә һыу кәрәк. Яҙғы һыу бик тиҙ ағып бөтә, ә ҡыштар был яҡтарҙа аҙ ҡарлы, йәйҙәр ҡоро килә. ХХ быуаттың 50-се йылдарында Баймаҡ районында бик күп сиҙәм ерҙәре һөрөлә, әммә һыу етешмәү сәбәпле, емеш-еләк, йәшелсә үҫтереү, бигерәк тә һуғарыулы игенселек менән шөғөлләнеү өсөн мөмкинлек булмай. Ошо проблеманы хәл итеү маҡсатында республикала Урал аръяғы райондарын һыу менән тәьмин итеү һәм мелиорация программаһы булдырыла. Программа төбәктә Башҡортостан Президентының шәхси күҙәтеүе аҫтында тормошҡа ашырылды ", - тигән аңлатма бирә "Википедия" Һаҡмар һыуһаҡлағысы тураһында.
Тимәк, был эштәр республика программаһы сиктәрендә алып барылған. Тик асыҡ сығанаҡтарҙан уға бәйле атап үтелгән төҙөлөштәрҙән башҡа бер мәғлүмәт тә табылманы.
Рәсүл БАЙГИЛДИН.
(Дауамы киләһе һанда).
"Киске Өфө" гәзите, №30, 31 июль – 6 август 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА