«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

11 сентябрь - Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеменә арналған көн. Был байрам хәҙер матур йолаға әүерелеп бара. Ә һеҙ үҙегеҙҙең ырыу-тамғағыҙҙы һәм милли кейемегеҙҙе беләһегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ҺЫУ БУЙЫНДА
+  - 

Эҫе көндәр килеү менән, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һыуға батып үлеү осраҡтары ла йышайҙы. Уҙған ялдарҙа ғына ла республикала 11 кеше, шул иҫәптән бер бала һыуҙа һәләк булды, тип хәбәр итәләр Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идаралығында.

Фажиғәле хәлдәр Әлшәй, Стәрлебаш, Учалы, Шишмә, Ҡырмыҫҡалы, Благовещен, Өфө райондарында һәм Нефтекамала теркәлгән. Ике кешене ҡотҡарып алып ҡалғандар.
Благовещенда 13 йәшлек ҡыҙҙың кәүҙәһен шаһиттар Потеха йылғаһындағы быуанан сығарған. Бала атаһы һәм ике ағаһы менән паркта булған, һыу ингән саҡта ҡыҙ күҙҙән юғалған. Пляждың һыу инеү өсөн йыһазландырылмаған икәнен иҫкәртеп, тейешле аншлагтар ҡуйылған була.
Учалы районында 69 йәшлек ир дуҫтары менән бергә һыу инеү өсөн йыһазландырылмаған урында ял итә, һыуға төшә һәм шаһиттар алдында батып үлә. Уның кәүҙәһе Воздвиженка һыуһаҡлағысынан сығарылған.
Нефтекамала сапбордта китеп барған егет батып барған уҡыусыны ҡотҡарған. Беүә йылғаһындағы бетон күпер янында олатай кеше өс ейәне менән ял итә. Ике үҫмер (14 һәм 15 йәш) ҡарауһыҙ һыу инергә китә, һәм уларҙың кесеһе бата башлай. Яҡында ғына сапбордта егет йөҙөп барған була, ул малайҙы һыуҙан тартып сығара. 14 йәшлек егетте реанимацияға алып китәләр. Урын һыу инеү өсөн йыһазландырылмаған, был турала тыйыу билдәләре була.
Баймаҡ районындағы Граф күле янында көслө ағым ике малайҙы ағыҙып алып китә. Берәүһе йөҙә белмәгән була. Бәләгә тарыған балаларҙы күреп, Динислам исемле егет һыуға һикерә, уға ҡотҡарыу ҡулсаһы тотҡан Дилә исемле ҡыҙ ярҙамға килә. Шул арала малай, аңын юғалтып, күгәренә башлай. Сибай медицина колледжын тамамлаған Дилә уға реанимация үткәрә. Малай иҫән ҡала.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы ҡотҡарыусылар дежур иткән йыһазландырылған һыу инеү урындарын ял итеү өсөн һайларға, иҫерек килеш һыуға инмәҫкә, яр буйында балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа саҡыра.
Батыу ҡурҡынысынан тыш, һыу башҡа хәүеф менән дә янай. Әлеге мәлдә Роспотребнадзор "Ҡашҡаҙан" паркы күлендә һыу инеүҙе тыя. Ундағы пляжында "Һаҡ булығыҙ - церкариоз" тигән иҫкәртеү таҡталары ҡуйылған. Церкариоз - һыу ҡоштары гельминттарының ҡарышлауыҡтары (шистосоматидтар церкариялары) тыуҙырған паразитар ауырыу. Уның кешегә йоғоуы һыу инеү ваҡытында, башлыса күп һанлы өйрәктәр йәшәгән аҡмаған һыу ятҡылыҡтарында була.

"Киске Өфө" гәзите, №30, 31 июль – 6 август 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.07.26 | Ҡаралған: 105

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1 сентябрҙән 1230 һум 42 тингә яҙыла башларға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru