«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

11 сентябрь - Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеменә арналған көн. Был байрам хәҙер матур йолаға әүерелеп бара. Ә һеҙ үҙегеҙҙең ырыу-тамғағыҙҙы һәм милли кейемегеҙҙе беләһегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

БАШҠОРТ МИЛЛИ КЕЙЕМЕ АРХИВ МӘҒЛҮМӘТТӘРЕНӘН БАШ АЛА
+  - 

22 июлдән 26-на тиклем Ҡаҙанда V Халыҡ ижады һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте этнофестивале үтте.

Подиумға Рәсәйҙән, Һиндостандан, Маврикийҙан, Ираҡтан, Катарҙан, Марокконан, Ҡырғыҙстандан, Төркмәнстандан, Үзбәкстандан, Тажикстандан һәм Африка илдәренән 40-тан ашыу дизайнер сыҡты. Халыҡ-ара мәҙәни сарала Башҡортостанды Өфөнән билдәле этнодизайнерҙар лайыҡлы күрһәтте. Рәсәйҙең Евразия этнодизайнерҙар ассоциацияһы ағзаһы Саимә Хәсәнованың "Күңел моңо" коллекцияһы тамашасыларға айырыуса тәьҫир итте. Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Раушания Бәҙретдинова менән берлектәге эш уның "Муллыҡ" картиналар серияһынан рухландырылған кейем линияһы булды. Гүзәл Мостафинаның ҡулдан туҡыу, Рафаэль Амантаевтың биҙәүестәре һәм Гөлсөм Хөсәйенованың "Хан ҡыҙы" коллекцияһы уникаль этностиль символына әүерелде.
Йәш дизайнер Артур Исҡужин подиумға милли орнаментлы спорт кейемдәрен сығарҙы. Этномастерҙарҙың һәр береһе башҡорт халҡының тарихын костюмдарҙа һынландырҙы.
Өфө этнодизайнеры Саймә Хәсәнова һөйләй: "Бөгөн беҙ ҡулдан эшләнгән кейемдең күпләп етештерелгәненә ҡарағанда ҡиммәтерәк булған дәүерҙә йәшәйбеҙ. Хатта билдәле брендтар ҙа хәҙер ҡулдан эшләнгән изделиелар сығара. Кешеләр сигеү, туҡыу һәм бәйләү менән ҡыҙыҡһына. Ҡаҙанда үткән форумда беҙҙең изделиелар сит ил ҡунаҡтарының иғтибарын йәлеп итте, ә Мәскәү вәкилдәре беҙҙең башҡорт кейемен һатып алды. Бигерәк тә сигелгән кейем популяр бөгөн. Фестиваль өсөн коллекцияны беҙ "Күңел моңо" тип атаныҡ, сөнки халҡыбыҙҙың мәҙәниәтенә, кейеменә һәм йолаларына һөйөү булмаһа, был эш уңышлы килеп сыҡмаҫ ине. Мәҫәлән, әгәр идея барлыҡҡа килһә, изделие бер көндә эшләнә. Хәҙер беҙ башҡорт шәле коллекцияһын әҙерләйбеҙ. Тағы шул: башҡорт кейеме һәр ваҡыт архив материалдары нигеҙендә эшләнә. Башҡорт кейемендәге һәр орнаменттың үҙ урыны бар. Мәҫәлән, күн һәм буҫтау аяҡ кейеме - сарыҡта орнамент алғы өлөштә түгел, ә үксәһендә урынлашырға тейеш. Этнографик тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, һарыҡ мөгөҙө рәүешендәге орнамент һәм аяҡ кейеменең артҡы өлөшөндәге өс мөйөшлө биҙәүестәр яуыз көстәрҙән һәм "насар күҙҙән" һаҡланыу өсөн хеҙмәт иткән. Беҙ бер нәмәне лә үҙгәртергә тейеш түгелбеҙ", - тине Саймә Хәсәнова.

Ләйлә АРАЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №30, 31 июль – 6 август 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.07.26 | Ҡаралған: 120

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1 сентябрҙән 1230 һум 42 тингә яҙыла башларға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru