«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров пациенттарға медицина хеҙмәте күрһәтеү сифатын һәм дауаханаларҙа ҡайһы бер табиптарҙың тупаҫ һәм битараф мөнәсәбәтен ҡаты тәнҡит утына тотто. Һеҙгә ошондай күңелһеҙ күренештәр менән осрашырға тура килгәне бармы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
ТАБИП ЭТИКАҺЫ ХАҠЫНДА
+  - 


Хәрби табип булып оҙайлы хеҙмәт итеү дәүеремдә пациенттарына ғәйәт яғымлы булған бер табип ныҡ хәтеремдә ҡалған. Квалификация күтәреү буйынса бер нисә мәртәбә Мәскәүҙәге Үҙәк госпиталдә булғайным. Шундағы отоларингология бүлегендә Манохин Анатолий Григорьевич исемле бер медицина майоры эшләй ине. Уның пациенттары менән йылмайып, бик йылы аралашыуына һәр саҡ иғтибар итә торғайным. Әҙәплелеге шул ҡәҙәрем булғандыр инде, сирле кешене ҡабул итеп бөтөп хушлашҡанда, ултырған урынынан аяғөҫтө тороп: "Всего хорошего! Большое спасибо! До свиданья!"- тип, һәр ауырыуға хатта үҙе рәхмәт әйтеп, ҡул биреп, оҙатып ҡалыуы, бер яҡтан, кемгәлер мәҙәгерәк һымаҡ тойолһа ла, миңә оҡшаны. Ә берәй операция яһап бөткәндән һуң пациентына: "Спасибо за терпение!" - ти торғайны. Халыҡ уны ныҡ ярата һәм хөрмәт итә, бик күптәр ошо табипта дауаланырға теләй ине…

Гәзитебеҙҙең 28-се һанындағы "Көн тәнҡите" рубрикаһында Инсаф Хужабиргәновтың "Табипҡа тупаҫлыҡ ярамай" тип аталған бәләкәй генә мәҡәләһен уҡып алғас та, кинәт кенә ана шул коллегам иҫкә төшөп китте. Эйе, мәҡәләлә бик мөһим мәсьәлә күтәрелгән һәм уға битараф булып ҡалыу, ысынлап та, мөмкин түгел. Авторҙың "Гәзит уҡыусылар табиптарҙың тупаҫ һүҙе тураһында ни әйтер?" тигән һорауына киләһе һанда уҡ өс кешенең биргән интервьюһы ла баҫылып сыҡты. Бәғзе бер табиптарҙың иғтибарһыҙлығы, тәкәбберлеге, хатта уҫаллығы хаҡында ла төрлө миҫалдар килтерелә унда. Республика Башлығының табип этикаһына ҡағылышлы ошо мәсьәләгә ныҡ иғтибар итеүен әңгәмәлә ҡатнашыусыларҙың барыһы ла (уҡытыусы, пенсионер - инвалид, медицина хеҙмәткәре) хуплай.
Башта шуны әйтеп китеү кәрәк: һәр медицина учреждениеһында барыбер итәғәтле, яғымлы кешеләр күпселек булыуы ҡыуаныслы. Әммә, "был донъяның кеме юҡ" тигәндәй, ара-тирә ошо гуманлы һөнәр эйәләре араһында әлеге "тупаҫтар" ҙа осрағылап ҡуя шул. Йәшерәк сағымда үҙем етәкләгән бүлектәге медицина хеҙмәткәрҙәренең барыһы ла тиерлек пациенттарға ҡарата иғтибарлы, яғымлы булғанын иҫләп, тынысланып ҡуям. Табип этикаһы хаҡында һүҙ сыҡҡас, әлбиттә, был тема урта медицина персоналына ла ҡағыла тип аңлау кәрәк. Тап ана шул, табип ҡушҡан медпроцедураларҙы атҡарыусылар - шәфҡәт туташтары (медсестралар) пациент менән күберәк аралаша бит. Бүлектәге бына шул шәфҡәт туташтарымдың береһенә ауырыуҙар ризаһыҙлыҡ белдергеләй ине. Маҡтаныуға һанамағыҙ, үҙемдең барса әҙәм балаһына ҡарата ҡаты ҡағылмай торған ғәҙәтем - бала сағымдан. Бына шулай, эштә лә медсестраларыма ҡарата артыҡ йомшаҡ мөғәмәләлә булғанмындыр, күрәһең, әммә, әлеге "апай" мине бигүк дөрөҫ аңламаны, буғай. Шул медсестрамдың бүлектә дауаланып ятҡан һалдат һәм офицерҙарға екеренеп өндәшеүен үҙем дә өнәп етмәнем. Ҡайһы бер ауырыуҙар миңә килеп "ялыуайт" та иткеләгәс, бүлек мөдире булараҡ, ауырыуҙарымдың ялыуына ыңғай, ғәҙел яуап табырға бурыслы инем. Йәшкә үҙемдән бер аҙ олораҡ булған был апайға яҡшы ғына итеп, беҙҙең яҡта әйтмешләй, "ипләп кенә" лә әйтеп ҡарайым, әммә ул төҙәлергә бер ҙә уйламай, хатта миңә - үҙенең начальнигына, айбарланып маташа. Тупаҫлыҡ өсөн эштән бушатыу хаҡында закон бармы-юҡмы, белмәйем, әммә бына ошо коллегамдың үҙемдең бүлектә эшләүен һис кенә лә теләмәнем. Ахырҙа: "Фәлән Фәләновна, үҙегеҙгә ҡарата ошоғаса булған яҡшы мөнәсәбәтемде минең "сибеклек" тип аңлаһағыҙ - хаталанаһығыҙ. Артабан беҙ һеҙҙең менән бергә эшләй алмаҫбыҙ. Үҙ теләгегеҙ буйынса ошо эштән китеп, башҡа берәй урынға күсһәгеҙ, хәйерлерәк булыр", - тинем уға. Алай ҙа, ҡаршылашып торманы, ғариза яҙҙы ла, күрше хирургия бүлегенә күсте. Ул бүлектең начальнигы ярайһы ғына уҫал кеше ине, бәлки, уны тәртипкә күндергәндер. Етәксе булып эшләү дәүерендә бына ошо ҡатындан башҡа бер кемде лә эштән бушатҡаным булманы...
Табип этикаһы темаһына ҡағылышлы үҙем менән булған тағы бер ваҡиға иҫемдә ҡалған. Быныһы - күңелле ваҡиға. Медиктар көнөнә ҡарата гарнизонда бер конкурс иғлан иткәйнеләр. "Самый добрый доктор" тигән ошо ярышта жюри мине еңеүсе итеп тапты. Хәрби ҡаласыҡтағы "Дом офицеров"та уҙғарылған тантаналы кисәлә гарнизон башлығы миңә ул саҡтарҙа "дефицит" тип һаналған өс литрлыҡ термос бүләк иткәйне. Әле булһа өйҙә тора ул һауыт. Урыҫта "слишком хорошо - тоже не хорошо" тигән сәйер бер әйтем дә бар бит әле. Ышанаһығыҙмы-юҡмы, хөрмәтле яҡташтар, пациенттарыма ҡарата артыҡ яҡшы мөнәсәбәттә булыуымды яратмағандар ҙа булды. Ысын! Медицинанан бөтөнләйгә алыҫ торған командование, шәхсән, парт-полит аппарат яғынан килде был хәбәр. Хатта минең менән тәрбиәүи эш алып барыу өсөн штабтан бер подполковник ағайҙы ла ебәрҙеләр. Уның элек миндә дауаланғаны ла бар, әммә уға үҙенең юғары начальнигының поручениеһын да үтәргә кәрәк бит инде. Ҡабул итеү бүмәһенә инеп, бик итәғәтле генә итеп һаулыҡ һорашҡас, уратып-уратып, бәғзе бер часть командирҙарының "доктор Суюндуковҡа ҡарата дәғүәләр" булыуы хаҡында әйтте. Мин, әлбиттә, уның тел төбөн шунда уҡ аңланым һәм яуап бирергә әҙер икәнемде белгерттем. Бәхеткә, ул саҡ үҙем дә инде подполковник званиеһында инем. Шуға күрәмелер, тиң дәрәжәләге кеше менән ҡаушамай ғына һөйләшә алыуымда шигем булманы…
- Дивизиялағы һалдат һәм офицерҙарға һаулыҡ буйынса иң күп справка биреүсе - һеҙ икән, Халил Тухватович, - тине был "ағай".
- Шулай булыуы ла ихтимал, иптәш подполковник, әммә, яуырыныма погондар тағып йөрөһәм дә, мин бит иң тәү нәүбәттә - доктор. Минең өсөн офицер һәм һалдаттарҙың һаулығын һаҡлау мәсьәләһе - беренсе урында. Үҙегеҙ беләһегеҙ, был - Урта Урал. Хәҙер ҡыш көнө, тышта һыуыҡ утыҙ градусаҡа барып етә. Тамағы ауыртып килгән һалдат йә офицерға "освобождение" биреп, ваҡытында йылы шарттарҙа дауаланыу мөмкинлеге булмаһа, был сир артабан ҡатмарланып, бронхит, хатта пневмонияға барып етеү ҡурҡынысы бар. Шуға күрә, мин уларға "нуждается в освобождении от выполнения служебных обязанностей" тигән справка яҙып бирәм. Ә уны "службанан" ебәрергәме-юҡмы тигән ҡарарҙы командир үҙе ҡабул итә. Әгәр ул табиптың компетентлығында икеләнә икән, әйҙә, йүтәлләп йөрөгән офицерҙы эштә тотһон…
- Доктор, һеҙ - хитрый, - ти миңә был ағай, - үҙегеҙҙән яуаплылыҡты алып ташлауға оҫтаһығыҙ икән.
- Никак нет, иптәш подполковник, мин тик табиплыҡ бурысын ғына үтәйем…
Ҡасандыр, курсант булып йөрөгән дәүерҙә, тамағым ауыртып, академияның табибына барғас, "температураң - нормаль, һиңә физподготовканан освобождение не положено, тигән яуап ала торғайным ҡайсаҡ. Шуғамылыр, "үҙем табип булып алһам, нормаль температураһына ҡарамаҫтан, хәрбиҙәргә справканы йәлләмәҫ инем" тип ҡарар иткәйнем. Ошо хаҡта ла әлеге штаб офицерына һөйләп бирҙем. Был политработниктың үҙе лә минең яҡлы булыуы һиҙелә ине шул. Беҙҙең аралағы әңгәмә бик матур ғына тамамланды. "Ике яҡ" та ошо һөйләшеүҙән ҡәнәғәт булдыҡ, тип әйтәйем…
Шулай ҙа башҡаларға яғымлы булыуҙың доктор өсөн бер ниндәй ҙә зыяны юҡ тип һанайым. Хатта, киреһенсә. Бөтә ауырыуҙар ҙа табиптың һәр һүҙенә ниндәйҙер ышаныс бағлап килә бит. Доктор тағы ни әйтер, тип, пациенттар ауыҙға ғына ҡарап ултырыусан. Шуға күрә лә, табип менән ихлас һөйләшеп алыу пациенттың һауығып китеүенә ҙур ғына "заряд" бирә тип һанайым. Ҡабул итеү бүлмәһенән хушлашып сығып китеп барыусы сирле кешенең йылмайыуы - доктор өсөн дә ғәйәт рәхәт ул. Тимәк, пациент һиңә ышана! Ә инде һиңә киләһе килеүенә уның йөҙө балҡып тора. "Рәхмәт, доктор!" тигән һүҙҙәр ишетеүе - табип өсөн үҙе бер ҙур бәхет!
Табип, кәрәк саҡта, "ҡаты" ла була белергә тейеш, әлбиттә. Мәҫәлән, ауырыу ашығыс операцияға мохтаж (аппендицит, прободная язва желудка, ущемленная грыжа һ.б.) икән ти. Шундай осраҡта операция яһатырға ҡурҡҡан ауырыуҙар ҙа осрай ҡайсаҡ. "Операция яһатмаһаң - үләһең бит!" тип, ундайҙарға ҡаты ғына бәрелергә лә тура килә. Йәки пневмония сире менән стационарға ятырға теләмәгәндәргә лә ана шулай ныҡ ҡына ҡағылыу мотлаҡ. Бер танышым, сираттағы яңы йылдарҙың береһе алдынан сирләп киткәс, табип уға ашығыс рәүештә балнисҡа ятырға кәрәк тип әйткән. Әммә был танышым стационарға ятыуҙан ҡәтғи баш тартып, "байрамдан һуң килермен" тип, өйөнә ҡайтып китә. Өйҙә инде үлеп барған хәлгә еткәс кенә туғандары "тиҙ ярҙам" саҡыртып, дауаханаға алып киләләр. Әммә инде "эш үткән" була. Әрме хеҙмәтен күптән түгел генә тамамлап ҡайтҡан был егет бына шулай йәшләй генә китеп тә барған...
Тағы ла шуны әйтер инем, хөрмәтле яҡташтар, табиптан әҙәплелек талап итеү менән бер нәүбәттә уларға ҡарата үҙебеҙ ҙә ифрат яғымлы булырға тейешбеҙ, тип һанайым. Күп төрлө холоҡло, меңәрләгән кешегә "ярарға" тырышҡан, уларҙың һәр береһенә йылы һүҙ табып, шул уҡ ваҡытта һәммәһенең һаулығы өсөн борсолоусы табип халҡына ҡарата үҙебеҙ ҙә итәғәтлек күрһәтергә тейешбеҙ. Күптәргә һиҙҙермәһә лә, һәр табип үҙенең пациенттары өсөн ныҡ ҡына уйлана, ә дауалағандан һуң һауыҡҡан һәр пациенты өсөн һөйөнә лә! Табипҡа итәғәт итеү ҙә һис кенә лә ауыр түгел. Әйтәйек, уны урамда осратһаң, һаулыҡ һорашып, йә булмаһа, һинең эшең буйынса берәй йомошо төшкән табипҡа айырыуса йылы мөнәсәбәт күрһәтеү беребеҙ өсөн дә ауыр булмаҫтыр тип уйлайым. Әле ошо көнгәсә минең ҡайһы бер элекке һалдат пациенттарым, интернет аша табып, аралашып алыуы, рәхмәттәр әйтеүе күңелгә бәлзәм булып ята…

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
отставкалағы хәрби табип.

"Киске Өфө" гәзите, №31, 7 - 13 август 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.08.26 | Ҡаралған: 15

Киске Өфө
 

Күңелһеҙ кешеләрҙе тыңлап, өмөтһөҙ әҙәмдәрҙе төҙәтергә тырышып, алтын ваҡытыңды әрәм итмә. Был - ауырыу маҡсаттар һәм алдатҡыс ынтылыштар.

(О. Уайльд)

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru