«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров пациенттарға медицина хеҙмәте күрһәтеү сифатын һәм дауаханаларҙа ҡайһы бер табиптарҙың тупаҫ һәм битараф мөнәсәбәтен ҡаты тәнҡит утына тотто. Һеҙгә ошондай күңелһеҙ күренештәр менән осрашырға тура килгәне бармы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ҺӨНӘРЛЕ ҮЛМӘҪ...
+  - 

Һәр заманда ил-йортҡа ауырлыҡ ишерелгәндә йә ниндәйҙер ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк булғанда, майҙанға зыялылар сыҡҡан. Уларҙың аҡылы, ялҡынлы телмәре яуға күтәргән, урынһыҙ сәбәләнеүҙәрҙән төңөлдөргән, ярһыуҙарҙы баҫҡан йә тоҡандырған. Бөгөнгө еңел булмаған осорҙа замандаш зыялыларҙың үҙ халҡына әйтер һүҙе ниндәй булыр?

Сабир СӨЛӘЙМӘНОВ, эшҡыуар, бизнес-тренер, Силәбе ҡалаһы:
"Киске Өфө" гәзите беҙҙең хаҡта яҙғаны бар, шуға күрә уҡыусыларҙы үҙем менән таныштырып тороу кәрәкмәйҙер, тип уйлаһам да, бер-ике һүҙ генә әйтеп китмәксемен. Беҙ туғаным - игеҙәк һыңарым Хәбир менән Америкала, Европала йәшәнек һәм профессиональ бокс менән шөғөлләндек. Хәбир ике тапҡыр АҠШ чемпионы булды. Ҡыҫҡаһы, икебеҙ ҙә спорт карьераһын тамамлағас, бизнес менән шөғөлләнеүгә күстек. Мин тыуған яғым Силәбегә ҡайтып, сит илдәрҙә алған тәжрибәм нигеҙендә эшҡыуарҙарҙың кәңәшсе-тәрбиәсеһе булараҡ эшләй башланым.
"Зыялылар майҙаны" рубрикаһында һүҙ әйтеүе бик яуаплы бурыс, әлбиттә, ләкин бөгөнгө технологик шарттарҙа туплап өлгөргән эш тәжрибәм менән уртаҡлашыу файҙаға ғына булыр, тип уйлайым. Эйе, бөгөнгө еңел булмаған осорҙа ҡайҙандыр әҙерҙе көтөп ултырыу психологияһы юҡҡа сыҡты, ә донъяны алып барырға, ғаилә аҫрарға, балаларҙы үҫтерергә - тимәк, аҡса эшләргә кәрәк. Кемдер үҙенә ҡулай эш таба алмай, кемделер бәләкәй эш хаҡы ҡәнәғәтләндермәй. Уларына ла риза булыр ине кеше, ләкин киләсәкте лә уйларға тура килә, сөнки киң мәғлүмәт сығанаҡтары бер-береһен уҙҙырып, алда торған ҡыҫҡартыуҙар, эшһеҙлек прогноздары менән былай ҙа тыныс булмаған күңелгә хафа һалып ҡына тора. Шуға күрә килем килтермәгән элекке һөнәрҙе яңы хеҙмәт күнекмәләренә алыштырыуҙан, яңылыҡҡа ынтылыуҙан ҡурҡырға ярамай, тип әйтер инем. Бының өсөн иһә бөгөн һәр кемгә лә асыҡ мөмкинлектәре менән йәлеп итеүсе онлайн-бизнес, электрон коммерция серҙәрен үҙләштерергә кәрәк, сөнки бөгөн, кем әйтмешләй, интернет мөмкинлектәренән тик ялҡауҙар ғына файҙаланмай. Был эш менән бөгөн хатта ауылдарҙа йәшәгәндәр шөғөлләнә ала, сөнки интернет бәйләнеше булмаған ауылдар юҡ тиерлек. Онлайн-бизнес шөғөлөн башлап ебәреү өсөн иң тәүҙә үҙегеҙгә таныш һәм яҡын берәй өлкә һайлап ала белеү мөһим. Мәҫәлән, һатыу менән бәйле эш икән, уға булған ихтыяжды өйрәнеү мотлаҡ. Ә инде бөтөнләй эш тәжрибәгеҙ булмаған хәлдә иң еңеле һәм отошлоһо - легаль булған селтәр маркетингы. Был үҙенә күрә бер сауҙа моделе булып тора һәм тауар йәки хеҙмәттәрҙе (әйтәйек, косметика, актив биологик өҫтәмәләр, йорт-хужалыҡ тауарҙары һ.б.) эре магазин компаниялары түгел, ә бойондороҡһоҙ партнерҙар, йәки дистрибьюторҙар тәҡдим итә. Тағы ла ябайлаштырып әйткәндә, етештереүсе туранан-тура кешеләр менән эшләй, ә улар араһынан дистрибьюторҙар булып киткәндәре үҙ командаһын туплап, күп кимәлле структура рәүешендә сауҙа итә. Дөрөҫөн әйткәндә, был бөгөн бөтәбеҙгә лә яҡшы таныш, билдәле өлкә, шуға күрә онлайн-бизнес башлап ебәреү өсөн иң еңеле һәм ябайы ла.
Мин үҙем һәм командам милләттәштәребеҙ араһынан мөмкин тиклем күберәк эшҡыуарҙар, бизнесмендар үҫеп сыҡһын өсөн тырышабыҙ. Һорауҙар килеп тыуған осраҡта туранан-тура беҙгә мөрәжәғәт итергә була, мин үҙем дә һәр ваҡыт Бәйләнештәмен. Бөгөнгө шарттарҙа айырыуса бер-береңде күтәрмәләү, аралашып, кәңәшләшеп, берҙәмлектә йәшәү фарыз, яңғыҙлыҡта тороп ҡалырға ярамай. Беҙҙең Силәбе өлкәһендә, шулай уҡ Башҡортостанда, мәҫәлән, яңылыҡҡа ынтылыусы, үҙ эштәрен башларға теләүсе башҡорт егеттәре байтаҡ. Уларға онлайн-бизнес компанияларға берләшеп, эш асырға, тәжрибә уртаҡлашырға, фекерҙәштәр, дуҫтар табырға, ҡыйыуыраҡ, ныҡышмал булырға кәрәк. Шул уҡ ваҡытта ошо эшлекле даирәлә үҙебеҙҙең туған телебеҙҙе, тарихыбыҙҙы, рухыбыҙҙы һаҡлайыҡ, тип өндәшкем килә - был беҙҙең иң беренсел бурысыбыҙ.

Гөлфиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды
"Киске Өфө" гәзите, №31, 7 - 13 август 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.08.26 | Ҡаралған: 15

Киске Өфө
 
Күңелһеҙ кешеләрҙе тыңлап, өмөтһөҙ әҙәмдәрҙе төҙәтергә тырышып, алтын ваҡытыңды әрәм итмә. Был - ауырыу маҡсаттар һәм алдатҡыс ынтылыштар.

(О. Уайльд)

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru