«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров пациенттарға медицина хеҙмәте күрһәтеү сифатын һәм дауаханаларҙа ҡайһы бер табиптарҙың тупаҫ һәм битараф мөнәсәбәтен ҡаты тәнҡит утына тотто. Һеҙгә ошондай күңелһеҙ күренештәр менән осрашырға тура килгәне бармы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ЯРАЛЫ ЙЫРТҠЫСТЫҢ АСЫУЫ ЯМАН
+  - 

Үткән аҙнаның һуңғы көнө - 2 августа Рәсәйҙең хәрби элитаһы - Һауа-Десант ғәскәрҙәре (ВДВ) көнө билдәләнде. Ошо уңайҙан РФ Президенты Владимир Путин десант ғәскәрҙәре яугирҙарын һәм ветерандарын һөнәри байрамдары менән ҡотланы.

"Легендар ҡанатлы пехота сафында һәр ваҡыт көслө характерлы, юғары әҙерлекле һәм ысын дуҫлыҡ тойғоһо менән берләшкән кешеләр хеҙмәт итте. Бөгөн дә улар һынатмай: Махсус хәрби операцияның иң яуаплы һәм ҡатмарлы йүнәлештәрендә ҡаһарманлыҡ, тәүәккәллек күрһәтәләр",- тип десантсыларҙың хәрби ҡаҙаныштарын юғары баһаланы президент. Десантсыларҙы шулай уҡ РФ оборона министры Андрей Белоусов та ҡотланы һәм МХО башланғандан алып айырыуса ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ күрһәткәндәре өсөн ВДВ ғәскәрҙәренең 111 хәрби хеҙмәткәре Рәсәй Федерацияһы Геройы исеменә лайыҡ булыуы тураһында әйтте.
Рәсәй Оборона министрлығы хәбәр итеүенсә, беҙҙең Ҡораллы Көстәр Украина армияһы мәнфәғәтендә эшләүсе энергетика объекттарын, транспорт инфраструктураһын һәм логистика үҙәктәрен, ваҡытлыса урынлашҡан хәрби төркөмдәр һәм сит ил ялланыусылары торған пункттарҙы оператив-тактик авиация, дрондар, ракета ғәскәрҙәре һәм артиллерия ярҙамында көслө утҡа тотто. Бынан тыш, 2 авгусҡа ҡарай төндә беҙҙең ғәскәрҙәр украин порттарына һөжүм итте һәм һөҙөмтәлә Одессалағы яғыулыҡ резервуары, Николаевтағы диңгеҙ буксиры һәм Ҡара диңгеҙҙәге хәрби йөк тейәгән судно юҡ ителде. Киевта РФ Ҡораллы Көстәренең туҡтауһыҙ һөжүмгә күсеүенең экспортты тотҡарлауын танырға мәжбүр булдылар, ә иҡтисадсылар ошо арҡала юғалтыуҙарҙың 70 млн самаһы долларға барып баҫыуын иҫәпләп сығарҙы.
Ошо йәһәттән бойондороҡһоҙ сит ил экспертының фекере иғтибарҙы йәлеп итә. Мәҫәлән, АҠШ Ҡораллы Көстәренең отставкалағы полковнигы, Пентагон башлығының элекке кәңәшсеһе Дуглас Макгрегор: "Украинаға диңгеҙ юлы бикләнеүе арҡаһында Киев тиҙҙән Донбастағы Дружковка, Славянск һәм Краматорск кеүек нығытма ҡалаларҙан ҡолаҡ ҡағасаҡ, ә был иһә Днепрға, Харьковҡа һәм Киевҡа юл асасаҡ. Зеленскийҙың АҠШ-тан Patriot ракеталарын етештереүгә лицензия ҡулға төшөрөргә маташыуы барып сыҡмаясаҡ; бойомға ашҡан хәлдә лә, ул ваҡытҡа тиклем, минеңсә, Украина булмаясаҡ - Рәсәй ғәскәрҙәре һөжүмгә күсте, улар бөгөн көслөрәк",- тип яҙҙы. Һәм, ысынлап та, үткән тәүлектәр эсендә генә лә Рәсәй армияһы Запорожьеның - Любицкое һәм Харьков өлкәһенең Ольговка пункттарын яуланы. Беҙҙең ғәскәрҙәрҙең Донбаста өҫтөнлөк һаҡлауы үҙенең хәл иткес этабына яҡынлай: Рәсәй Ҡораллы көстәренең артабанғы хәрәкәте Краматорск менән Славянск өлкәләрендә үҙгәрештәргә килтереүенә шик юҡ. Хәрби күҙәтеүсе Дмитрий Дегтярев билдәләүенсә, дүрт йыл эсендә дошман оборонаһы үҙенең иң һәләкәтле осорон кисерә, уның ҡарауы, фронттағы уңышһыҙлыҡтарын Киев режимы Рәсәй төпкөлөнә һөжүме менән "ҡапларға" тырыша һәм дрондар ямғыры яуҙырыуын дауам итә. "Росатом" башлығы Алексей Лихачев дошмандың көн һайын Запорожье АЭС-ына яҫҡыныуы хаҡында ҙур борсолоу белдерҙе. 2 авгусҡа ҡарай төндә 3-сө энергоблоктың реактор бүлеге янына төшкән дрон, бәхеткә күрә, шартламаған. Ә шулай ҙа тотош алғанда, Энергодарҙа хәл көсөргәнешле ҡала, сөнки АЭС биләмәһенә яҡын ҡала менән район көн һайын дрон һөжүменә дусар ителә.
Ғөмүмән, 21 июлдән алып, ВСУ-ның баш командующийы итеп "ҡанлы генерал" ҡушаматлы Михаил Драпатый тәғәйенләнгәндән һуң, Рәсәйҙең граждандар объекттарына һөжүм һәм теракттар көсәйтелде, тип хәбәр итә "Известия" гәзите. Киев режимы башлығы, сәйәсмән күҙәтеүсе Спиридон Килинкаров әйтмешләй, Украинаның эске сәйәси тотороҡһоҙлоғо шарттарында Зеленский үҙ позицияһын нығытыу менән мәшғүл: көс структураларының төп урындарына ул үҙ кешеләрен ҡуя башланы. Украинаның элекке премьер-министры, сәйәсмән Николай Азаров aif.ru каналына интервьюһында Мариуполдә ойошторған аяуһыҙ операцияһы буйынса яманаты сыҡҡан Драпатыйҙы ҡанһыҙлыҡта ғәйепләне һәм нацист, садист тип атаны. Украинала иһә элекке баш командующий Сырский менән президентлыҡҡа ниәттәре буйынса яҡшы билдәле оборона экс-министры Федоровты вазифаларынан бушатыуға ҡаршы протест забастовкалары көсәйә, тип яҙа aif.ru. Икенсе яҡтан, балыҡ башынан серей, тигәндәй, Украинаның власть коридорҙарында барған тотороҡһоҙлоҡ күренештәре үҙ ҡарарынан ҡолаҡ ҡаҡҡан Зеленскийҙың диктаторҙан "Британия йомошсоһо"на әйләнә барыуын күрһәтә, тип билдәләй күҙәтеүселәр. Тап ошо көндәрҙә АҠШ-тың Ҡоро ер ғәскәрҙәре полковнигы Лоуренс Уилкерсон билдәләүенсә, "Рәсәйҙең Ҡара диңгеҙ порттарын, шул иҫәптән, Одесса портын бикләүе һөҙөмтәһендә Украина тәьминәт юлдарынан ҡолаҡ ҡаҡты, ә Зеленский ошо хәл иткес ваҡытта тотто ла ярҙамсыларын алмаштыра башланы. Киев режимы эксперттар фаразлауынан да алдараҡ юҡҡа сыға бара түгелме?" Әммә, ҡыҙғанысҡа күрә, яралы йыртҡыстың асыуы яман, тигәндәй, Рәсәй өҫтөнә ябырылған дошман дрондарынан ҡорбандар һаны кәмемәй...

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №31, 7 - 13 август 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.08.26 | Ҡаралған: 17

Киске Өфө
 
Күңелһеҙ кешеләрҙе тыңлап, өмөтһөҙ әҙәмдәрҙе төҙәтергә тырышып, алтын ваҡытыңды әрәм итмә. Был - ауырыу маҡсаттар һәм алдатҡыс ынтылыштар.

(О. Уайльд)

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru