
Аҙыҡ-түлек һәм эсемлектәр яғынан башҡа мосолмандарға хас булғанса эш итәләр: башлыса улар малсылыҡ шөғөлө менән бәйле. Ҡыштарын уларҙың малдары ябыға һәм көсһөҙләнә, был ваҡытта улар эремсек, ҡорот, май, киптерелгән ит, ыҫланған балыҡ, ҡыр йәнлектәре һәм сирләй башлаған, йә иһә йыртҡыс яралаған мал ите менән туҡлана; улар ундай малды ла һуйып ашайҙар. Ҡышҡы осорҙа уларҙың малдарының яртыһы үҙенән-үҙе үлеп бөтә. Ер эшкәртеүселәрҙең бынан башҡа ярма бутҡаһы һәм ҡамыр аштары була, улар сөсө ҡамырҙан күмерҙә көлсә бешереп тә ашай. Етер-етмәҫ һәм туҡлыҡһыҙ аҙыҡтан, шулай уҡ өйҙәрендә саф һауа етешмәгәнлектән, моңһоу, ағарынған, ябыҡ һәм баҙнатһыҙ булып күренәләр. Әммә яҙ етеүгә, үҙҙәренең мал көтөүҙәре кеүек үк, арыуланалар һәм теремекләнеп, таҙарып китәләр, күтәренке кәйеф менән йөрөй башлайҙар.
Йәшәү рәүешен үҙгәрткәндәре үҙҙәренең баҫыуҙарына ашлыҡ сәсеп бөтөргәнсе ауылда ҡала, ҡалғандары үҙҙәренең тирмәләре менән тиҙ арала далаға сығып китә. Яҙҙарын барыһы ла ҡайын һыуы эсә, ул ағас олондарына киртеп яһалған тәрән юлаҡ буйлап ағып төшә, уны ҡыуыш эсле үлән һабағы менән һурып эсәләр, был ағастарға байтаҡ зыян килтерә.
Аҙ-аҙлап үлән үҫә башлауға башҡорттарҙың мул һөтлө тормошо яңыра бара. Улар бер ни тиклем яңы һауылған һөт һәм күберәк әсетелгәне менән туҡлана, был уларҙың берҙән-бер дөйөм аҙығы булып тора, сөнки улар ошоға тиклем тик имгәнгән малды ғына һуйып ашайҙар, кейек һунарына һәм балыҡ тоторға йөрөмәйҙәр, икмәк һәм башҡа ҡамыр аштарын бешермәйҙәр; тик ҡайһы берәүҙәренең генә ҡыштан ҡалған ошондай аҙыҡтары була. Бары тик байрам көндәрендә генә мал һуялар, улары ла күбеһенсә ябыҡ һәм зыянлау сигенә еткән була.
Әсетелгән һыйыр йә иһә һарыҡ һөтөн айран тип атайҙар, ә бейә һөтөнән әсетелгәне ҡымыҙ тип исемләнә. Айран өсөн һөт тәүҙә ҡайнатыла һәм уға ҡатыҡ ҡушыла, унан һуң ваҡыты-ваҡыты менән айран тоғона яңы һауылған һөт өҫтәлә һәм элеккеһе менән ҡушып болғатыла, ҡайһы саҡта май әҙерләр өсөн икенсе көндә һөттөң ҡаймағы алына; был осраҡта айран эремсек һыуына әйләнә. Рус хужабикәләре майҙы һөттө мейестә ҡайнатып әҙерләһә, башҡорттарҙа ул тик ҡаймаҡты туҡыу юлы менән алына. Әгәр ҙә ҡымыҙ етерлек булһа, айрандың ҡаймағын алғандан һуң эремсек эшләйҙәр. Ҡымыҙҙы тәү мәртәбә бешкәндә бейә йә иһә дөйә һөтөн ҡайнаталар һәм уға әсетелгән бейә һөтөн ҡушалар; артабан һөт өҫтәп күбәйтәләр һәм һәр даим шулай һаҡлап тоталар. Ҡаймағын алмайҙар, сөнки бейә һөтөнән тығыҙ май алып булмай.
Әйтергә кәрәк, ҡымыҙға уның кислотаһы бик яҡшы тәм бирә, шул уҡ ваҡытта ул бик туҡлыҡлы һәм ҡеүәтле була, көндәлек аҙыҡ итеп файҙаланғас, ҡымыҙ башҡорттарҙы сәләмәт, дәртле, ҡыҙыл йөҙлө, таҙа кәүҙәле итә. Уны саманан тыш артыҡ эскән кешенең иҫереп китеүе мөмкин: йәйге эҫе көндәрҙә бәғзе бер ауылда йә иһә йәйләүҙә ҡымыҙҙан ҡыҙарып, иҫереберәк йөрөмәгән бер кешене лә тапмаҫһың. Ҡайһы берәүҙәр, телеуттар, ҡалмыҡтар кеүек, ҡымыҙҙан араҡы ла ҡыуа, йә булмаһа ҡымыҙҙы ҡеүәтлерәк итер өсөн уға бал балы ҡуша, йә иһә әсе балды һәм ҡымыҙҙы сиратлап эсә. Көҙ етеүгә уларҙың иркен тормошо өсөн шарттар бөтә бара, һәм улар үҙҙәре лә, малдары ла алдараҡ әйтеп үтелгән ҡыйынлыҡтарға дусар була.
Башҡорттар мөнәсәбәттәрендә һәм йәшәйештәрендә ҡырағайыраҡ һәм һәлкәүерәк булып күренә; әммә улар үҙҙәренең алсаҡлығы, асыҡ йөҙлө булыуҙары менән Ҡаҙан татарҙарынан ҡалышмай, унан һуң, бигерәк тә йәйҙәрен, уларҙан күңеллерәк йәшәй. Уларҙың ҡымыҙ тоҡтары һәр кем өсөн асыҡ, һәм, ғөмүмән, йәйге ауылдың ир-аттары тирмәнән тирмәгә йөрөй, гәпләшеү һәм шаярышыу араһында бер ҡымыҙ тоғо артынан икенсеһен бушата. Ҡыш айҙарында төшкөлөктә һәм кистәрен һәйбәт мәжлес ҡоралар: ашамлыҡ янында тубыҡтарын бөкләп ултыралар. Аш алдынан һәм унан һуң, шулай уҡ бер ҡымыҙ тоғон бушатып, тулыһын башлағанда доға ҡылалар.
Бәҙри ӘХМӘТОВ тәржемәһе.
(Дауамы. Башы 26-30-сы һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №31, 7 - 13 август 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА