
Дини тәғлимәткә ярашлы, Аллаһы Тәғәлә яралтҡан тәү кешеләр - Әҙәм менән Һауа - ожмахта йәшәгән, ә унда Абсолют Рух барса тереклеккә илаһи гармонияла йәшәү мөмкинлеген биргән. Әлбиттә, тәү кешеләрҙең дә һәр төрлө ихтыяждары булғандыр, уларҙың ни рәүешле үтәлеүе хаҡында мәғлүмәт юҡ. Күрәһең, улар ашарға яраҡлы үҫемлектәр, еләк-емеш менән генә туҡланғандыр. Тәү ир һәм тәү ҡатын араһында хәҙерге кешеләргә хас мөнәсәбәттәр булғанмы-юҡмы, уныһы ла беҙгә билдәһеҙ.
Һәр бер ваҡиға-күренештең башы, дауамы, кульминацион нөктәһе һәм аҙағы була: Һауаның, йылан ҡотҡоһона бирелеп, Әҙәм менән икәүләп тыйылған ағастың емеше (алмаһы) менән тәғәмләнеүе бик тә күңелһеҙ тамамлана. Гонаһлылар ожмах баҡсаһынан ҡыуыла. Был үтә боронғо йәһүд риүәйәтендә бәйән ителгәнсә, ожмахтағы алмағас бик сетерекле була, ул донъяны, тормошто танып-белеү мөмкинлеген бирә. Юҡҡамы ни, Иҫке Ғәһедтең "Йәшәйеш" тип аталған өлөшөндә яҙылғанса, Хоҙай Тәғәлә үҙе яралтҡан һәм яратҡан тәү гонаһ эйәләренә былай ти: "Бына, Әҙәм, изгелек менән яуызлыҡты айыра белеп, Беҙҙең беребеҙ кеүек булды; һәм ул хәҙер үҙенең ҡулын нисек итеп кенә алмаға һуҙмаһын, һәм тормош ағасынан өҙөп алмаһын, һәм ҡабып ҡарамаһын, ул мәңге йәшәй алмаҫ".
Аллаһ ҡанунын боҙғандарға бирелгән яза ла бик үҙенсәлекле: ожмах баҡсаһында әҙергә бәҙер булып көн иткән Әҙәм менән Һауаға артабан үҙаллы йәшәргә өйрәнергә тура килә: ир затына тир түгеп эшләп, ейер ризыҡ әҙерләргә, ә ҡатынына һыҙланып бала табырға бойорола. Бында бына нимә мөһим: донъяны танып белеү ҡеүәһенә өлгәшкән кеше, илаһи зат кеүек үк, үҙенә кәрәкле әйбер-предметтарҙы булдыра, етештерә башлай. Аллаһ - Бөйөк Ижадсы, тимәк, әҙәми заттар ҙа фекерләп, уйлап таба башлаған мәлдән башлап ижадсыға әүерелә. Улар таш быуатынан башлап, эш һәм һунар итеү, балыҡ тотоу, ҡош-ҡорт аулау ҡоралдарын, кейем-һалым, башҡа көнкүреш ҡорамалдарын, транспорт сараларын һәм башҡа йәшәйеш әйберҙәрен етештереү ысулдарына эйә була. Улар бер үк ваҡытта уйлап табыусылар ҙа, тапҡанды ҡулланыусылар ҙа. Нисек кенә сәйер тойолмаһын, тәү тормош эпохаһында йәшәүселәргә ижад итеү һәм ҡулланыу гармонияһы хас була, әүәлерәк философтар бындай йәмғиәт ҡоролошон "тәү тормош коммунизмы", тип тә атанылар.
Шуныһы ныҡ аяныслы: халыҡ тигеҙ хоҡуҡлы булмаған кластарға бүленеп йәшәй башлаған ижтимағи формациялар эпохаларында ҡол биләүселәр, феодалдар, буржуазия вәкилдәре эксплуатацияға дусар ителгән ҡатламдар етештергән барса әйберҙәрҙе үҙләштерә алыу хоҡуғына эйә була. Бәлки, "Кемдең ҡулында - шуның ауыҙында" тигән әйтем дә шул ваҡыттарҙан тороп ҡалғандыр? Дәүләттәрҙә милек хужалары власҡа килә, тик уларға ғына, байыу менән бер рәттән, белем алыу, ижад итеү, мәҙәниәт, сәнғәт менән шөғөлләнеү кеүек ғәмәлдәргә хоҡуҡ бирелә. Уйлап ҡараһаң, күп быуаттар буйына хөкөм һөргән социаль тигеҙһеҙлек йөҙҙәрсә миллион (хатта миллиард) түбән ҡатлам кешеләрен ижадтан мәхрүм итә. Улар ни барыһы етештереүселәр генә, ә төп ҡулланыусылар - юғары ҡатлам вәкилдәре. Тарихта теләк-шарт һөйкәлеше юҡ, шулай ҙа бер фекер баштан сыҡмай: әгәр йәмғиәт иң боронғо замандарҙан башлап һәр әҙәми затҡа иркен ижад итә алыу мөмкинлеген тәьмин итә алған булһа, бөгөн кешелек күпкә юғарыраҡ сәйәси, иҡтисади, мәҙәни һәм технологик кимәлгә еткән булыр ине.
Үткән замандарҙан үҙебеҙ йәшәгән XXI быуатҡа ҡайтайыҡ. Заманса технологиялар барлыҡҡа килгән иҫ китмәле осорға шаһитбыҙ. Шул уҡ ваҡытта беҙ йәшәгән ижтимағи мөхитте "Ҡулланыусылар йәмғиәте", тип нарыҡлай башланылар. Үкенесле, һис тә "Ижадсылар йәмғиәте" тип атамайҙар. Ни өсөн шулай килеп сыға һуң?
Әҙәм балаһының тәбиғәттән бирелгән һәм ижтимағи мөхиттә формалашҡан ихтыяждары бар. Ә уларҙы ҡәнәғәтләндереү өсөн билдәле бер әйберҙәр кәрәк: бер яҡтан, матди, икенсе яҡтан, рухи ресурстарҙың етерлек булыуы мөһим. Нисек ҡараһаң да, беҙ ҡулланыусыларбыҙ: йәшәр өсөн ризыҡ, кейем-һалым, һәр төрлө ҡорамал-ҡаралтылары менән йорт, радио-телевизор, телефон-айфон, еңел машина һ.б., ә быларҙы һатып алыу өсөн аҡсалы эше лә кәрәк. Технологик яҡтан Рәсәй элек-электән Европа илдәренән күпкә ҡайтыш булғас, ябай кешеләрҙең көнитмеше үтә етешһеҙ була. Быға дәүләттең күп йылдар дауамында төрлө һуғыштар алып барыуы ла сәбәп булған, тиһәк тә, яңылышмабыҙ. Беҙ йәшәгән Совет дәүләтен иң ирекле, иң прогрессив, иң ғәҙел һәм гуманлы ил тип атанылар. Шуға ҡарамаҫтан, илдә тиҫтәләрсә йылдар дауамында күҙәтелгән әйбер дефициты совет кешеләренең матди һәм рухи ихтыяждарын иркен һәм даими рәүештә ҡәнәғәтләндерә алыу мөмкинлеген бирмәне. Тап шул осорҙа башҡалар көнләшерлек дефицит әйберҙәргә эйә булырға тырышыу өҫтөнлөк ала башланы.
Шәхес аңында матди ҡыҙыҡһыныу рухи ҡиммәттәрҙән өҫтөнөрәк була башлаһа, уның аңын һәм үҙаңын ябай ҡулланыусыға хас сифаттар томалай башлай. Кешенең ихтыяждары күп, һәм улар һәр даим үтәлеүҙе талап итә. Әммә, Ислам дине тәғлимәтенә ярашлы, әҙәм балаһынан нәфсеһен шаштырмау, ихтыяждарын үтәгәндә сама белеү талап ителә. Тик шуныһы: хәҙерге йәмғиәт, башлыса, рухиәттән ситтә ҡалыуҙы хуп күрә, һәр бер кешене бары тик иҡтисад һәм аҡса ҡолона әүерелдереү юлына баҫтыра. Был нисек кенә ҡыҙғаныс булмаһын, капиталистик иҡтисад кешеләрҙе иң беренсе сиратта ҡулланыусы итеп ҡарай: "Һат һәм һатып ал, иң яҡшы, иң сифатлы әйберҙәргә эйә бул!" - тап ошо саҡырыу аҫтында ҡулланыусылар йәмғиәте формалаша.
Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында илебеҙҙә сәйәси-ижтимағи формация алышынды, һөҙөмтәлә элекке совет кешеләре идеологик ҡоллоҡтан азат ителде, һәр граждандың кеше булараҡ хоҡуҡтары милли ҡиммәттәр рәтенә индерелде. "Йәшәйһең икән, байырға өйрән, миллиондарса һум аҡса аяҡ аҫтында ята!" тигән лозунг алға һөрөлдө. Әлбиттә, баҙар иҡтисадына, конкурентлыҡ шарттарына яраҡлашып, етеш тормошҡа ынтылып йәшәү үҙенән-үҙе ниндәйҙер бер негатив ҡараш тыуҙырмай. Әммә капиталистик системаның кешелекһеҙ ҡанундары тотош йәмғиәттә бығаса ишетелмәгән-күрелмәгән негатив күренештәргә, хатта ки трагедияларға илтә. Йәмғиәт элекке берҙәмлектән китеп, һәр кемдең үҙ мәнфәғәттәрен генә ҡайғыртып йәшәй башлау осорона күсә бара. Бындай ижтимағи мөхиттә кешеләрҙе күрәләтә алдау (приватизация, финанс пирамидалары һ.б.), рейдерлыҡ һәм башҡа финанс-иҡтисад махинациялары, коррупция, хатта бандитизм сәскә ата.
Ҡулланыусы психологияһы хаҡында уйлана башлаһаң, философ Фридрих Энгельстың бер фәһемле фекере иҫкә төшә: "Кешеләр кешегә ҡол булыуҙан арынһалар ҙа, әйбер ҡолона әүерелә". Мосолмансараҡ әйткәндә, кешенең үҙ нәфсеһе ҡолона әйләнеүен үҙенә күрә бер трагикомедия итеп ҡарап була, заманында Николай Гоголь ошондай бер персонажды Плюшкин образында кәүҙәләндергән.
Ғөмүмән, йәмғиәттә ҡулланыусы, файҙаланыусы шәхестәрҙән башҡа булдырыусы, ижад итеүсе шәхестәр ҙә бар, әммә һуңғылары беренселәренә ҡарағанда күпкә аҙыраҡ. Улар, йәшәү рәүештәре буйынса, ҡапма-ҡаршы төркөмдәрҙе хасил итә.
Ҡулланыусы, ижадсы кеүек үк, эштән, хеҙмәттән азат түгел, тик ул нисек итеп булһа ла аҡсалыраҡ эшкә урынлашырға тырыша, сөнки "типтереп йәшәр", күңел асыр, яңынан-яңы әйберҙәргә эйә булыр өсөн аҡсаның күп булыуы шарт.
Ижадсы - яңылыҡҡа ынтылыусы, уйлап табыусы, тормошто яҡшыртыу, камиллаштырыу хаҡына алдында торған ауырлыҡтарҙы, бюрократик кәртәләрҙе үтеп сыға алыусы шәхес.
Ҡулланыусы тормоштан барса яҡшы нәмәләрҙе, башҡалар тыуҙырған ҡиммәттәрҙе үҙләштереүҙе маҡсат итеп ҡуйһа, шуның менән кәйефләнеп йәшәһә, ижадсы яңы ҡиммәттәр тыуҙыра, кешеләргә файҙа килтерерлек әйберҙәр булдыра.
Ҡулланыусының бәхете - ҙурҙарҙан ҙур фатир йә иһә коттедж, иң шәп маркалы автомобиль, зиннәтле кейем-һалым, ҡиммәтле йорт техникаһы, престижлы вазифа. Шундай бәхеткә өлгәшер өсөн ул барыһын да эшләргә әҙер. Ни өсөн шулай? Ҡулланыусы байлығы, ҡиммәтле әйберҙәре аша башҡаларҙың юғары баһаһына өлгәшергә теләй: "Вәт, исмаһам, йәшәй белә!" - тиһендәр. Иҫең китмәһә лә китер: мәҫәлән, беҙҙең арала йәшәгән ҡайһы бер байбисәләрҙең гардеробындағы кейем-һалымының дөйөм хаҡы миллион долларҙарға етә! Был ҡомһоҙ ҡулланыусы аҡылының ниндәй түбәнлеккә төшөүенә бер дәлилдер.
Ижадсының бәхете - ижади процеста: ул ниҙелер уйлап таба, яңы конструкция, яңы ҡорамалдар эшләй, шиғриәттә йә иһә прозала үҙен һынай, йырҙар яҙа, төҙөй, ҡора, эшендә яңы ысулдар, алымдар, методтар тәҡдим итә.
Ҡулланыусыны йәмғиәт зомбийы тип атарға була: ул үҙаллы фекер эйәһе түгел, уның аңын ҡулланыусылар йәмғиәте тыуҙырған ялған ҡиммәттәр биләй, ул һары матбуғатта, ТВ һәм интернет селтәрҙәрендә хасил ителгән виртуаль донъя мәғлүмәттәренә ышана, теге йәки был хәл-ваҡиғаға төрлө мессенджерҙарҙа киң таралып киткән версиялар нигеҙендә генә баһа бирә.
Ижадсы йәмғиәттә күҙәтелгән барса нәмә хаҡында үҙенең шәхси позицияһынан сығып фекер йөрөтә, уға үҙе тыуҙырған эске фекер ысынбарлығы һәр бер осраҡта ла объектив һәм ғәҙел баһа биреү мөмкинлеген бирә. Ҡайһы бер ситуацияларҙа ижадсы позицияһының йәмғиәттә киң таралыу тапҡан фекерҙәр, баһалар менән тап килмәүе мөмкин. Шул уҡ ваҡытта ысынбарлыҡҡа тап килмәгән, ниндәйҙер бер вазифалы кешеләр тарафынан хупланған фекер-баһаларға ҡаршы сыға алыу тик ысын ижадсыларға ғына хас сифат.
Ҡулланыусы барса ғүмерен байлыҡ туплауға, мал-мөлкәт йыйыуға арнаһа, ижадсы үҙе хасил иткән яңы нәмәләрҙең үҙенән һуң да башҡа кешеләргә файҙа килтерә алыуына инанып йәшәй. Психология фәнендә кеше шәхесенең башҡа кешеләрҙә, үҙе хасил иткән предметтарҙа, идеяларҙа, ижади әҫәрҙәрҙә дауам итеүе (русса: инобытие) хаҡында тәғлимәт бар. Ысынлап та, ижадсының үлемһеҙлеген ул тыуҙырған яңы донъя тәьмин итә. Ә ҡулланыусынан тик ул үҙе йыйған матди байлыҡтан башҡа бер нәмә лә ҡалмай. Шуға күрәлер ҙә, халҡыбыҙ "Байлыҡ - бер айлыҡ", тип һығымта яһағандыр. Ошо хаҡта уйланғанда бер боронғо риүәйәт иҫкә төшә. Үлер алдынан бер ғәрәп хәлифе ярандарына былай тип әйтә: "Мин үлгәс, кәфенгә төргәндә ҡулдарымды асыҡ ҡалдырығыҙ, мине ерләргә килгән барса халыҡ уларҙы күреп торорға тейеш". Аҡыллы хә-лиф бының менән мосолмандарҙы киҫәтә: баҡыйлыҡҡа күскән сағында хатта хәлиф тә теге донъяға бер нәмә лә алып китә алмай.
Мәҡәләбеҙҙе кешегә хас ихтыяждар хаҡында бәйән итеүҙән башлағайныҡ. Билдәле психолог Абрахам Маслоу уларҙы иеархик баҫҡыстарҙан торған бер пирамида рәүешендә күрһәтә. Ябай ҡулланыусынан ижади шәхес кимәленә артылыу өсөн ошо баҫҡыстарҙың иң юғарғыһына күтәрелә алыу фарыз. Һәр кешегә бала сағынан уның физиологик ихтыяждарын һәм хәүефһеҙлеккә, яҡлауға мохтажлығын тейешле кимәлдә ҡәнәғәтләндереп барыу мотлаҡ. Был - баланың таҙа, иҫән-һау булып үҫеүен тәьмин итә. Баланың өсөнсө, социаль баҫҡысҡа күтәрелеүенә лә оло кешеләр булышлыҡ итә: был үҫеп килеүсе шәхесте башҡаларҙың ипле, йомшаҡ һәм кешелекле рәүештә ҡабул итеүе, уның социаль аралашыу мөхитен һәм бәйләнештәрен киңәйтә барыу, кешеләр менән даими бәйләнештә һәм уларға яҡын тора алыуға, башҡаларға һәм үҙенә ҡарата хәстәрле булыуға өлгәшеү, бик бәләкәйҙән үк уртаҡ эшмәкәрлектә ҡатнашыу аша башҡарыла. Дүртенсе баҫҡыс - шәхестең үҙ-үҙенә хөрмәт менән ҡарай алыуы. Бының өсөн башҡа кешеләрҙең хөрмәтенә лайыҡ булыу, уңыш ҡаҙана алыу, кешеләрҙең уны таныуы һәм юғары баһа биреүе, эш-һөнәрендә үҫә барыуы (карьера үҫеше) бик мөһим. Ихтыяждар иерархияһының иң юғарғы баҫҡысында - рухи ҡиммәттәр, донъяны киң һәм тәрән танып белеү, үҙ-үҙеңде шәхес булараҡ ғәмәлгә ашырыу, социаль мөхиттә үҙеңде күрһәтә белеү һәм үҙеңде үҫешкән, ижади шәхес итеп ҡабул итеү.
Әле бәйән ителгән үҫеш баҫҡыстарын һәр кем үтеп сыға ала, бының өсөн теләктәрҙән башҡа маҡсатлы йәшәү, ихтяр көсөн файҙаланыу, үҙ аҡылыңды, интеллектыңды һәр даим үҫтерә барыу, тормош юлында осраған ауырлыҡтар аша үтә белеү һәм ижади ғәмәлиәткә өлгәшә алыу бик мөһим.
Ҡулланыусы ғына булып йәшәүе ауыр түгел, әммә был кешене социаль массаның ябай бер күҙәнәге генә итеп ҡалдыра. Йәнә бына нимә: һәр кемгә ижад юлына сыға алыу мөмкинлеге бирелгән, быға хатта кешенең ниндәй йәштә булыуы ла ҡамасауламай. Тормошта ижад юлдары бик күп, бары тик үҙеңә яраҡлыһын һайлап, ең һыҙғанып эшкә тотоноу фарыз.
Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №31, 7 - 13 август 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА