
Сажидә эскелектән миктәһә, ыҙаланһа ла, тауышы сағыу, яғымлы, күңел төбөнән урғылып сыға ине. Була бит шундай кешеләр, теләһә ниндәй шарттарҙа ла уларҙың Хоҙай Тәғәлә биргән һәләттәре һаҡланып ҡала, уны юҡҡа сығарыу, юйып ырғытыу, тартып алыу мөмкин түгел. Күңелемде асырғаныулы уй сыйҙы: "Яңылыш юлдан киткәнһең бит һин, әгәр шул йыр-моң юлын юллаһаң, үҙең дә, Хәлфетдинең дә бәхетле булыр ине, үкенесле, бик тә үкенесле..."
Йыр тамамланғас, ҡыйынһынып ҡына урынымдан ҡалҡтым:
- Ҡайтайым булмаһа, мине көтәләрҙер, һау булығыҙ! - Ишек төбөнә килгәс, кире ҡайырылдым. - Йыр-моң табыныңа ҡуйған һыйың шул тиклем дә татлы булды, Сажидә, рәхмәт һиңә!
- Ни хәл итәйем, бар байлығым, күңел ризығым шу... - Тишә яҙып иренә тексәйҙе. - Йә, Хәлфетдинем, берҙән-берем, бәғрем, ҡәҙерлем, үнгәрҙән бумағас, һин тап берәй нимә, хәҙер үк тап һәм ҡойоп бир, срушны, ишетәһеңме?
Ишектең ябылыуы булды, артымда нимәнеңдер шылтырап ватылыуы һәм ҡатын-ҡыҙҙың ярһып үкһеүе ишетелде.
2
Эштән төшкө ашҡа ҡайтышлай юл ҡырындағы Маяковский паркындағы ултырғыстарҙың береһендә таныш һынды сырамытып туҡталдым:
- Һо-о-о, Хәлфетдин дуҫ, хәйерле көн!
- Хәйерле...
- Бына, исмаһам, осрашыу, һине беҙҙең тарафҡа ниндәй елдәр ташланы?
- Яҙмыш елдәре шулай инде ул, ҡаға ла һуға, көтөлмәгән яҡҡа апарып ырғыта.
Ҡалай уаҡытлы йөрөйһөң әле... - Теге урынынан ҡалҡып, теләкһеҙ генә ҡулын бирҙе лә ултырғысҡа киренән ултырып, бөгөлөп төшөп, элекке торошона ҡайтты, күренеп тора, шыпа ла ғына кәйефе юҡ, уйы, ғәме башҡала.
- Телефон номерымды беләһең, нишләп шылтыратманың, ҡаршы алыр инем.
- Ундай күҙгә эләгер нимә беҙҙә торламай, Сажидә кемгәлер минең кнопочнойҙы бер ярты первачҡа һатҡан, хәҙер бер кем менән дә һөйләшеп бумай, тере ҡулмын.
- Әйҙә беҙгә, сәй эсеп алырбыҙ, иркенләп һөйләшеп ултырырбыҙ, артыҡлап
Ҡабаланмаһаң, йоҡлап ҡайтырға ла мөмкин. Беҙ бында, яҡында ғына йәшәйбеҙ, ҡатын өйҙә, малай вахтала эштә.
- Мин күреп-белгән, итек ҡуңысынан юғары китмәгән улығыҙ шулайтып ҙурайып, ир-егет тә булып киттеме ни, мына бит үткән ғүмер!
- Уларға ҡарап ҡына олоғайғаныбыҙҙы, ҡартайғаныбыҙҙы күрәбеҙ. - Ап-аҡ сәстәремде һыпырҙым. - Ауылдаштар ни хәлдә?
- Кеше береһе икенсеһенә йомош һорап, хәлен белергә инеп сыҡмай хәҙер, һәр кем үҙ донъяһына, үҙ ихатаһына бикләнгән. Тағы шуныһы сәйер, береһе икенсеһе менән һаулыҡ һорашмай. Урамдан техника ла үтмәй, эштәренә ашығып йүгерешмәйҙәр ҙә, әйтерһең, ауыл мәрткә киткән, үлгән, юҡҡа сыҡҡан. Бына шундайыраҡ йәшәү бөгөн ауыл ерендә. Рәхмәт саҡырыуыңа, йомошом ҡабалан ине, миңә бөгөн кисекмәҫтән кире боролорға кәрәк, Сибайға тура ылау бар, тигәстәре, ҡабаланып, ишеккә йоҙаҡ элдем дә киттем.
- Сажидә ҡайҙа әле, - дуҫымдың тикмәгә килмәгәнлеген күреп, өҫтәп ҡуйҙым, - дауаханаға һалдылармы әллә?
- Хуже. - Хәлфетдин кеҫәһенән тәмәке ҡабы килтереп сығарып, сигарет тоҡандырҙы ла уны ҡомһоҙланып һурырға керешеп китте, ауыҙ-танауҙан ҡуйы төтөн борхоно, аҫтары күгелйемләнеп яҫтыҡланған күҙҙәре йәшләнде. - Бындағы наркодиспансерға тыҡҡандар. - Яҫы маңлайҙағы һырҙар тағы ла тәрәнәйеп киттеләр һымаҡ. - Райондан "скорый" килеп әпкиткәндәр ине уҙған аҙнала, үҙҙәре менән мине алып тормағайнылар, кире боролғас, ҡатынды ҡайҙа урынлаштырыуҙарын телефундан хәбәр иткәндәр. Шуны беҙҙәге фильшер Ғәлимә инеп еткереп сыҡты.
- Уның бындалығын белмәнек, барып хәлен белеп торор инек.
- Ундағыларҙың хәлен беләләр микән у, шуныһы вапрус. Ҡайҙа әле у, диспансер тигәндәре, берәйһенән һорашып табырмын, тип утыра инем әле, алай ҙа, әмәлгә баҡҡандай, һине тап иттем.
- Эргәлә генә ул, күрше кварталда, бынау юл буйлап бараһың да урамдар киҫешкән ерҙә уңға ҡайырылаһаң - күренеп тора.
- Сажидәмде күрәм тип килдем. Ярай, мин унда бара һалайым инде, ауылдан килгән кешегә һағып килгәйнем, ә у оҙаҡлап һуҙмаңлама, ошо урындан ҡуҙғалырбыҙ, тине.
- Бынан тороп өйрәтһәм дә уны шунда уҡ таба алмаҫһың шай, бергәләп барайыҡмы әллә?
- Әйҙә һуң, ҡабаланмаһаң.
Кирбестән һалынған ике ҡатлы наркодиспансер үҙенең сәйер тынлығы менән ҡаршы алды: ишек алдында ла бер кем күренмәй, көн ҡояшлы булыуға ҡарамаҫтан, тәҙрәләргә шаршауҙай ҡорғандар тартылған. Бер һүҙ менән әйткәндә, фани көнитмешкә ят, ситен торлаҡ. Урын-урыны менән тишелеп, ян-тирәһе ҡыйралып бөткән асфальт тротуар ситендә теҙелеп үҫкән ҡайындарҙан талғын елгә эйәреп, һары япраҡтар түгелә. Улар ҡалын келәмдәй ер өҫтөн япҡандар. Әбейҙәр сыуағы үтеп, көн боларыңҡырап торғанға, көл төҫөн алған күк йөҙөнән бөртөкләп, унда-бында ямғыр тамсылары төшкөләй, мәгәр көн торошо шым-шырыҡҡа, яуынға күсмәгән әлегә. Таш баҫҡыстарҙан күтәрелеп, тимер рәшәткә менән уратып алынған цемент майҙансыҡҡа баҫтыҡ. Ҡара күк төҫкә буялған, тотҡаһы һиҙелеп тутыҡҡан инер ишек бикле ине, оҙаҡ итеп ҡыңғырауҙан саҡырырға тура килде.
Ниһайәт, ҡалын тимер ишек күгәне майһыҙ булғанлыҡтан, шығырҙап асылып, унда йәмрәй йөҙлө, ташбыҡ күҙле ҡатындың ҡыҫҡа сәсле ялбыр башы тығылды:
- Ну?
- Һаумыһығыҙ!
- Һау бумаһам, доктор түгелһеңдер әле.
- Доктор, дөрөҫөрәге элекке доктор.
- Һеҙгә кем кәрәк?
- Йылайыр районынан ебәрелгән Сажидә Ҡотләхмәтоваға килгәйнек, - тип икебеҙ өсөн дә яуап бирҙем.
- Нишләп исемләп әйтәһегеҙ, алкашкаға, тигән дә ҡуй, мында бөтәһе лә бер һап та бер ҡап!
- Юҡ, алкашка түгел, беҙгә Сажидә Ҡотләхмәтова кәрәк.
- Кәрәк тә икән ти, дәлше што?
- Уны күрергә ине.
- Мынауында ясно, даходчиво итеп яҙылған бит, - ишек ҡырлауындағы алтаҡтаға беркетелгән белдереүгә бармағы менән төрттө, - пасищение сәғәт 5-тән һуң ғына! - Ишек ҡабаттан ябылып, эс яҡтан сынйырлы биктең шауҙырлағаны ишетелде.
Асыуланып ҡат-ҡат кнопкаға баҫтым. Бик оҙаҡ көттөрөп, ярыҡҡа әлеге күрмәлекһеҙ баш ҡабаттан тығылды:
- Бывший доктор, что вы так сильно безабразничаете?
- Ғәфү итегеҙ, беҙгә Сажидә...
- Бер тапҡыр әйттем түгелме? - Алаптай ауыҙ уҫал бүлдерҙе.
- Бына, алыҫ ауылдан иптәшем кеше ылауына ултырып килгән, ҡатынын күреп ҡайтырға кәрәк, ул оҙаҡ көтә алмай!
- Тоже мне, көтә алмай, имеш, көтә алмаһа, ҡаҙалып китһен, пошли вы все к черту, ходят тут, алкашкаларҙың бысрағын таҙалап, ҡоҫҡолоғон һөртөп, былай ҙа баш ҡатҡан, наҙайыл, ҡасан пенсияға сығыла инде... - Ҡатындың һуңғы әр һүҙҙәре ярыҡта бүленеп ҡалды. Ары ни ҡылырға белмәй, урында тапандыҡ.
- Нимә эшләргә миңә? - Хәлфетдин көтөлмәгән ҡаршы алыуҙан бар аҙ юғалыңҡырап ҡалған. - Кискегә ҡала алмайым бит әле, мына бәлә...
- Бөгөн беҙгә барып йоҡларһың да иртәгә иртән ҡабул итә торған ваҡытта икәүләп килербеҙ.
- Нисек кире ҡайтырмын һуң, беҙҙең яҡҡа автобус йөрөмәгәнлекте прикрасны беләһең!
- Яйын тап килтереп, редакцияның машинаһы менән елдереп кенә апарып ҡуйырбыҙ. Киттек.
Шул мәл артыбыҙҙа санитарканың һөйләнеүе ишетелде:
- Захадите, сегодня я добрая, только нидолгы, узнает, врач будет ругаться. Фамилию сказали как?
- Сажида Кутлахметова.
- Кутлахметова, из тринадцатой палаты ызнашит, щас пазаву...
Инеп, ишек төбөнә ҡуйылған кушеткаға ултырҙыҡ. Саманан тыш ҡулланылған хлорка еҫе тынды быуа, күҙҙәрҙе әсеттерә. Бер аҙҙан картуф баҡсаһының ҡарасҡыһына кейҙерелә торған көләпәрәле оҙон халат бөркәнгән Сажидә күренде. Күҙҙәре һүнгән, ҡан әҫәре ҡасҡан йөҙө тартылып киткән, сыбыртҡылай һалынған ҡулдар, ҡаҡса кәүҙә тапма тотҡандай ҡалсылдайҙар, дерелдәйҙәр.
- Һаумы, һаумы, Сажидәм! - Хәлфетдин өтәләнеп урынынан ҡалҡты ҡаршы
Уҡталып, ҡатынының ҡулдарын ҡулына алды ла уларҙы өрөп йылытырға керешеп китте, үҙе ыңғайы бер һөйләнде. - Хәлдәрең нисек, өшөп киткәнһең бит ҡайһылайтып, өйҙә һин бумағасың йоҡом йоҡо түгел, таң һыҙылғансы түшәктә һерәйеп сығам...
- Хәйерле көн, Сажидә! - Мин дә йәйелеп ултырыуҙы килештермәй, урынымдан торҙом.
- Һаумыһығыҙ... - Беҙҙе күрмәгәндәй, абайламағандай, дөйөм һаулыҡ һорашты Сажидә, шунан кушеткаға ултырҙы ла ыҙғырыҡта күшеккән ҡоштай бөршәйеп ҡалды. - Йылы бирмәгәндәр мында, шуға ныҡ һалҡын, өшөтә, йылына алмай ҙа ҡуям... Көн һайын һөйләшеп, хәлдәрҙе белешеп торор инек тә, башҡаларҙыҡы һымаҡ телефоныбыҙ юҡ.
- Нимәгә ул телефун, бына ҡоштай осоп килеп еттем бит! - Хәлфетдин шулай тине лә ҡулындағы пакет төйөнсөгөн ҡатынының янына ҡуйып, уны ҡабаланып тағатырға кереште. - Белгәндәй-һиҙгәндәй, йөн свитерыңды килтергәйнем, йылы ойоҡбаштарҙы, хәҙер шуларҙы кейеп ебәрһәң, йылынып китәһең у. Бына көйгәнерәк, майһыҙыраҡ буһа ла, һин яратҡан еләк бәлешен бешерҙем әле, мынау һауытта һалмалы тауыҡ һурпаһы, сөсө икмәк, шәкәр-сәй, алмалар... Инерһең дә ашай һалып алырһың, йөрәгеңә ял булыр, балнис ашы ни, тәнгә йоға һалып бармай, Армияла, госпитәлдә аяҡты һындырып ятҡас, уныһын ғына күргән бар. Һурпа ауылдан килгәнсе һыуынған инде. Шулай ҙа юҡтың көнөндә бара...
- Бер нимә лә ашағым кимәй, өҙлөкһөҙ күңелем болғана. - Сажидә ауыр уфтанды. - Өй тирәһе нисек?
- Көн торғанда тип, картуфты ҡаҙып алдым. Ныҡ уңған. Күрше Фәғилә инәй "кәтмән" тип һөрәнләгәс, уға ла оло бер биҙрә тотторғайным, саҙаҡа итеп ҡабул итәм, тип ҡыуанып китте. Әйткәндәй, у һиңә сәләм күндерҙе, сәләмәтләнеп сыҡһын, ти.
- Мында сәләмәтләндермәйҙәр, ә ваҡытлыса айыҡтыралар ғына. Өҙлөкһөҙ эсәктәремде йыуалар, ҡанымды таҙарталар. Уларҙан ни файҙа, тәнемде түгел, йәнемде таҙартырға кәрәк минең... - Сажидә ҡулдары менән муйынын, биттәрен ыуып, халат итәктәрен тартып ҡымтыны. - Көн һайым төшөмә атай-әсәйем инә, кил беҙгә, тип, мине үҙҙәренә саҡыралар...
- Һинең өсөн борсолаларҙыр, ҡайтҡас та аят уҡытып алырбыҙ, йортобоҙға аҙан ҡысҡыртырбыҙ. Ҡасан ҡайтарабыҙ тинеләр, өй эсен йыуып-йышып, стеналарҙы аҡлап сығырмын, тәҙрәләргә аҡтан-аҡ пәрҙәләр элермен дә ылау йүнләп ҡаршы килеп алырмын. Элекке көн шабашкала эшләгән аҡсамды, бирәсәген ҡалдырып киткәйне бер танышым, килешләй Баймаҡта һатыу нөктәһенә туҡталғайныҡ, ҡараһам - как рас һиңә ярамалы матур концерт күлдәген иң түргә элеп ҡуйғандарсы, әйтерһең дә һиңә үлсәп теккәндәр! Күлдәкте әйтәм, зәңгәр күк төҫөндә, муйын тапҡырына, итәгенә аҡ ләлә сәскәләре төшөргәндәр, күрһәң - йығылып китеп һуштан яҙырлыҡ. Һатыусыға берәүгә лә һатма, тип нығытып әйтеп киттем, бөгөн шуны хаҡына ҡарамай һатып алып ҡайтам. Байрам яҡынлаша бит, һис бер кемгә тәтемәгән күлдәкте кейеп, сәхнәгә сығырһың, ә мин иң алғы рәттә һиңә һоҡланып ҡарап ултырырмын, иҫ китмәле шәп буласаҡ, мына күрерһең!
- Расхутланма улайтып, кәрәкмәй, һиңә лә бит тотонорға аҡса кәрәк... Бурысҡа батып киткем килмәй, ҡайт та ошо кешеләргә бирәсәктәремде түлә, йәме? - Халат кеҫәһенән ҡағыҙ киҫәген килтереп сығарып, иренең усына йомдорҙо. - Ҡайтырмын, бер килеп ҡайтырмын... Бөгөн таңдан килереңде белдем һәм көттөм, шуға йырлағым килә, Хәлфетдин...
- Әйҙә, йырла, йырла Сажидәм... Мин дә һинең ана шу йырҙарыңды һағынып килдем. Бер кем дә һинең һымаҡ моңло итеп йырлай алмай, һинһеҙ саҡта шуны белдем әле.
Ултырып йырлап күнекмәгән Сажидә, урынынан торҙо ла, ҡабырсағынан ҡотолорға теләгән ҡусҡарҙай, шыҡһыҙ халатын сисеп ырғытты, кәфендәй аҡ күлдәгенең итәген тартыштырҙы, ялбырай төшкән сәстәрен һыпырҙы, күҙҙәренә ҡапыл наҙлы, нурлы осҡондар ҡунғандай итте:
- Ниндәй йырҙы ишеткең килә?
- Беҙҙең йырҙы, һине тәүге тапҡыр оҙатҡанда Сейәлетүңгә барғайныҡ бит әле, хәтереңдәме? Төн һыуҙай яҡты ине, йондоҙло күктә тулған ай йөҙә, ә һин күк борсаҡ төшкән аҡ күлдәктә инең...
- Шу саҡта ни тиклем дә бәхетле буғанбыҙ, Хәлфетдин, хәҙер илаһи, ҡабатланмаҫ күренеш әкиәттәге һымаҡ ҡына иҫтә ҡалған, ышанғы ла кимәй хатта. Ә һин еңһеҙ аҡ күлдәктә, ҡара салбарҙа инең, ҡулыңда әрменән апҡайтҡан "Командир" сәғәте. Шу сәғәтеңде бер шешәгә алмаштырҙым бит, асмайел, ни тиклем бәғерһеҙлек, ни тиклем этлек. Ә һин мине һәр саҡ ғәфү итәһең, кисерәһең, күпме улайтырға мөмкин, ә?.. Мында тәртип бик ҡаты, йырлау түгел, тауыш күтәреп һөйләшергә лә ярамай, аҡырып тыя, киҫәтә һалалар. Ир санитарҙар бигерәк аяуһыҙ, "белая горячка" һылтауынан еңһеҙ халатҡа сырмап һалып ҡуйыуҙары ла бик ихтимал, иман юҡ уларҙа.
- Ә һин ипләп кенә, беҙ ишетелерлек итеп кенә көйлә.
- Ярай улайһа. - Сажидә кибеп ярылған ирендәрен ялап алды.
Һайра, һайра, һандуғасым,
Сиртмә-сиртмә талдарыңда.
Хыялыйҙар иткәйнең бит,
Мине йәшлек таңдарыңда...
(Дауамы. Башы 28-30-сы һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №31, 7 - 13 август 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА