«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

11 сентябрь - Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеменә арналған көн. Был байрам хәҙер матур йолаға әүерелеп бара. Ә һеҙ үҙегеҙҙең ырыу-тамғағыҙҙы һәм милли кейемегеҙҙе беләһегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

УЛАР ҠАЙҘА ЛА КӘРӘК
+  - 

Башҡортостан Башлығының РФ Милли гвардияһы ғәскәрҙәре менән үҙ-ара эш итеү буйынса кәңәшсеһе Артур Йомағужин, бөгөн алғы һыҙыҡта Пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙары иң кәрәкле белгестәрҙең береһе булып тора, ти.

Офицер БПЛА операторҙарын "һуғыш аллалары" тип атай, сөнки улар колонналарҙы оҙатып, хәрби транспорттың хәүефһеҙлеген тәьмин итә, разведка алып бара, утты корректорлай һәм тыныс халыҡты һаҡлай. Шуны белеү мөһим: пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙары йыраҡтан тороп эшләй. Дрондарға идара итеү пультынан алғы һыҙыҡҡа тиклем бер нисә тиҫтә километр булыуы ихтимал.
"Телефон һәм компьютерҙан башҡа бер нәмә лә белмәйем, тигән йәштәр беҙгә кәрәк тә инде. Тейешлеһенә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә үҙебеҙ өйрәтербеҙ. Сикләүҙәр юҡ, беҙҙә эш бик күп. Ватанды һаҡлаусылар рәтенә баҫырға ҡарар иткәндәргә республика билмәһендәге хәрби комиссариаттарға барырға һәм төбәгебеҙҙә ойошторолған батальондарҙа һәм "Башҡортостан" полкында хеҙмәт итергә теләүегеҙҙе белдерергә кәңәш итәм. Мин үҙем бишенсе йыл Махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итәм һәм тәжрибәмдән сығып, исемле башҡорт батальондарында һеҙҙе туғандарса ҡаршы аласаҡтар, үҙҙәренеке күреп, бөтәһенә лә өйрәтәсәктәр, тип әйтә алам. Башҡортостан үҙ подразделениеларын дрондар һәм бөтә кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин итә, республика Башлығы Радий Хәбиров был эштәрҙе шәхсән контролдә тота", - тип билдәләй Артур Йомағужин.
Төбәк Башлығы кәңәшсеһе белдереүенсә, хәрби комиссариаттарға килгән йәштәр башлыса тиҙ өйрәнеү һәләтенә, яҡшы реакцияға, техник фекерләүгә эйә, тәрән эрудициялы. Башҡортостан батальондары тәүге көндәрҙән үк МХО биләмәләрендә үҙҙәрен лайыҡлы күрһәтте, бөтә йүнәлештәрҙә лә һөҙөмтәле хәрби хәрәкәт алып баралар. Хеҙмәткәрҙәргә МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә тәғәйен барлыҡ дәүләт ярҙам саралары, льготалар һәм социаль гарантиялар ҡаралған. Контрактта билдәләнгән аҡсаға өҫтәп, һөҙөмтәлелек өсөн өҫтәмә түләү бар. Дошман позицияһына, техникаһына уңышлы һөжүм итеүселәргә 50 меңдән 500 мең һумға тиклем аҡсалата премия яҙыла. БПЛА подразделениеларында хеҙмәт итеү тураһында тулы мәғлүмәтте башбат.рф сайтында һәм 122 телефоны буйынса алырға мөмкин. Шулай уҡ быны Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 156 адресы буйынса урынлашҡан Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункты аша ла эшләп була. Ғариза Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ла ҡабул ителә.

Ҡасим ҒӘҘЕЛШИН әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №31, 7 - 13 август 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.08.26 | Ҡаралған: 104

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1 сентябрҙән 1230 һум 42 тингә яҙыла башларға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru