«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров пациенттарға медицина хеҙмәте күрһәтеү сифатын һәм дауаханаларҙа ҡайһы бер табиптарҙың тупаҫ һәм битараф мөнәсәбәтен ҡаты тәнҡит утына тотто. Һеҙгә ошондай күңелһеҙ күренештәр менән осрашырға тура килгәне бармы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

САУҘА ҮҘӘКТӘРЕ КҮҢЕЛ АСЫУ УРЫНЫНА ӘЙЛӘНДЕМЕ?
+  - 

Өфөм баш ҡаламда мин хәҙер ярты быуаттан ашыу ғүмер итәм. Беҙҙең йәшлек замандарындағы Өфө менән уның бөгөнгөһөн сағыштырыу урынһыҙ, әлбиттә, ҡала үҫергә, яҡшы яҡҡа үҙгәрергә, торған һайын кешеләргә уңайлыраҡ була барырға тейеш, һүҙ ҙә юҡ.

Һәм, ысынлап та, үткән быуаттың 80-90-сы йылдарына ҡарағанда, бик күп төҙөлөш алып барылды, яңы, заманса архитектуралы мәҙәни-социаль объекттар, торлаҡ кварталдары, микрорайондар үҫеп сыҡты. Мин үҙем, мәҫәлән, яңы нигеҙ һалына башлаған Сипайлово биҫтәһенән фатир алып, хәҙер 30 йылдан ашыу ошонда йәшәп ятам. Һүҙ ыңғайы әйтеп китке килә: тик миңә ошо ҡаласыҡтың атамаһы бер ҙә күңелгә ятмай. Ваҡытында аңғармай ҡалып, Өфөнөң ниндәй матур яны ҡасабаһы, ауылы, тип әйтәйемме - Шамонино менән дә шундай хәл булып ҡуйҙы. Был ике микрорайонда ла күпселек оҙаҡ йылдар фатирһыҙ интеккән милләттәштәребеҙ йәшәүгә ҡарамаҫтан, төйәгебеҙгә Башҡортостан йөҙөн сағылдырырҙай исем һайлай алманыҡ. Дөрөҫөн әйткәндә, халыҡ фатирлы булыуына ҡыуаныстан, уны-быны уйлап та торманы шикелле. Ә аҙаҡ иҫтәренә килгәндә һуң ине инде.
Ярай, быныһы һүҙ ыңғайында. Мәҙәни-социаль объекттар, тигәйнем. Сипайловоға әйләнеп ҡайтҡанда, электән әйтеүҙәренсә, был һаман да "йоҡо районы" булып ҡалыуын дауам итә. Уға нигеҙ һалына башлағандан бирле күҙгә күренерлек бер генә объект та төҙөлгәне юҡ. Мәҫәлән, Мәҙәниәт һарайы. Беҙ бит ер аяғы-ер башында ятҡан Башдрамтеатрға йә филармонияға гел йөрөй алмайбыҙ. Ә үҙебеҙҙә мәҙәни объект булһа, әртистәр беҙгә үҙҙәре килер ине.
Кемдер, шул да булдымы проблема, тип әйтер. Дөрөҫ, бөгөн уның ҡайғыһы ла юҡ, тип ризалашырға ла мөмкин. Уның ҡарауы, сауҙа-күңел асыу үҙәктәре - аҙым һайын. Сауҙаһы аңлашыла, ә бына "күңел асыу" тигәне ней булалыр... Әгәр кинотеатр күҙҙә тотола икән, бында улар хәҙер буш тора: йөрөүсе лә, элекке кеүек шау-шыу тыуҙырған шәп фильмдар ҙа юҡ. Был сауҙа үҙәктәре хәҙер, айырыуса ял көндәре, ғаиләләрҙең балалары менән килеп, пицца, бургер, самаһыҙ ҡыҙҙырылған тауык ҡанаттары һәм фри-картуф ашау урынына әйләнде. Был үҙенә күрә "мәҙәни поход" сараһы булалырмы инде... Йәнәһе лә, ата-әсәләр ана шундай шикле-майлы ризыҡ ашатып, балаларының күңелен күрә. Шул да булдымы ял!
Сипайловонан баш ҡалаға барырға сыҡҡан тау үрендәге "Планета" ана шундай күңел асыу үҙәге булып хеҙмәт итә беҙгә. Әйткәндәй, был тау башында төҙөлгән торлаҡ кварталын күргәнегеҙ бармы? Шау быяланан һалынған нәҙек-оҙон йорттарға ҡараған һайын, баш әйләнеп китә. Мәғлүм булыуынса, геолог-ғалимдар күптән инде Өфө ҡалаһының карст бушлыҡтары өҫтөндә ултырыуы хаҡында яҙып сыҡты, шуға ҡарамаҫтан, Өфөнөң иҫке кварталдары араһында энә төртөрлөк тә урын ҡалмай килә: торлаҡ төҙөлөшө бизнесы кешеләрҙең хәүефһеҙлеген түгел, ә иң тәүҙә аҡса яғын ҡайғырта. Ярай, иҫән-һау ғына йәшәһен инде фатир алып ҡыуанған халыҡ.
Бынан 5-6 йыл элек "Комсомольская правда" гәзите хәбәрселәре Өфө ҡалаһы проблемалары буйынса коллектив рейд мәҡәләһе менән сығыш яһағайны. Миндә ул гәзит әле лә һаҡлана. Ҡыҙыҡ өсөн сағыштырып ҡарарға уйланым: биш йыл эсендә үҙгәреш булдымы икән? 2020 йылдың 11 август һанында хәбәрселәр иң тәүҙә йәмәғәт транспорты мәсьәләһен күтәргәйне. Дөрөҫ, транспорт реформаһы буйынса ҡайһы бер саралар бойомға ашырылды. Элекке "ПАЗ"ик, "ГАЗ"елдәр урынына хәҙер күп кеше һыйҙырышлы "Нефаз"дар йөрөй башланы, уның ҡарауы, ҡайһы бер маршруттарҙа һаман булһа иҫке һәм бәләкәй автобустар ҡалдырылды. Мәҫәлән, баш ҡаланың үҙәк райондарына студенттар күп йөрөй торған 266-сы маршрут элек биш минут һайын хәрәкәт итһә, хәҙер уны яртышар сәғәт көтөргә тура килә.
Киләһе проблема - эске ҡала юлдарының һикәлтәләре. Улар бер ҡайҙа ла юҡ булманы, ә бөгөн юл-ремонт эштәренең нигеҙҙә ямау һалыуҙарҙан тороуы хәлде һис үҙгәртә алманы. Рейд материалы ҡаланың йәйәүлеләр зарына ла ҡолаҡ һалғайны. Мәҫәлән, тротуарҙарҙың тар булыуы, ямғырҙан һуң күп урында күләүектәр йыйылыуы йә булмаһа, йәйәүлеләрҙе велосипедсылар ҡыҫырыҡлауы, теге йәки был ойошма, магазин, кафеларға юлды ҡаплап торған машиналар теҙмәһе хаҡында яҙылды. Был йәһәттән хәл бөгөн тағы ла киҫкенерәккә әйләнде: хәҙер тротуарға электр самокаттары менән питбайктар ҙа килеп ҡушылды һәм йәйәүлеләр хәрәкәтенә ҙур хәүеф тыуҙырҙы. Был техника саралары бигерәк тә Сипайловоның ял зонаһы - Ҡариҙел буйы дамбаһының йәйәүлеләр өсөн һалынған асфальт тротуарҙарын башкөлләй баҫып алды. Икенсенән, ошо уҡ мәҙәни-ял урынын эт һуғарыусы әтрәгәләмдәр әүҙем файҙалана һәм юл уртаһында, газондарҙа хәшәрәт бысраҡтарын ҡалдыра. Әйтерһең дә, дамба юлы тап улар өсөн төҙөлгән. Мин үҙ ғүмеремдә этенең "күстәнәс"ен ыңғайы бер көтөп тороп, шыптыр моҡсайға һалып алып, сүп һауытына ташлаған ике генә ҡатынды осраттым, ә башҡалар иҫтәре лә китмәй, юлдарын дауам итә. Былар кемгәлер ваҡ мәсьәлә булып тойолор, ләкин баш ҡалабыҙ һәр йәһәттән унда йәшәүселәр өсөн уңайлы, хәүефһеҙ, ә иң мөһиме - таҙа булырға тейешлеге менән ризалашыр. Ни хәл итәһең, ҡала үҫә, матурлана, ләкин ҡайһы бер өфөләрҙең тәрбиәһеҙлеге, тәртипһеҙлеге был матурлыҡтарҙы күрергә, улар менән һоҡланырға ҡамасаулай. Баш ҡала булғас, ул бөтөн яҡтан да өлгөлө булырға, ә халҡы юғары дәрәжәгә дәғүә итә алмағанда ла, элементар мәҙәнилек сифаттары менән айырылып торорға тейештер кеүек тойола миңә.

Ғәйфулла ИШЕМҒОЛОВ,
хеҙмәт ветераны, Рәсәйҙең почетлы доноры.

"Киске Өфө" гәзите, №32, 14 - 20 август 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.08.26 | Ҡаралған: 10

Киске Өфө
 
Һәр көн - ул бәләкәй генә ғүмер: һәр иртән йоҡонан уяныу - ул бәләкәй генә йәшлек; һәр көн йоҡларға ятыу - ул бәләкәй генә үлем.

(А. Шопенгауэр).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru