«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров пациенттарға медицина хеҙмәте күрһәтеү сифатын һәм дауаханаларҙа ҡайһы бер табиптарҙың тупаҫ һәм битараф мөнәсәбәтен ҡаты тәнҡит утына тотто. Һеҙгә ошондай күңелһеҙ күренештәр менән осрашырға тура килгәне бармы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ИМТИХАН ТАПШЫРА АЛҺАҢ...
+  - 

"Махсус хәрби операция зонаһында БПЛА операторы бөгөн - иң кәрәкле хәрби һөнәрҙәрҙең береһе. Шуға ла пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт тураһында ҡыҙыҡһыныусылар күп", - ти Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункты офицеры капитан Фәдис Солтанов.

"Туған" ("Родня") позывнойлы яҡташыбыҙ пилотһыҙ осоу аппараттары операторы булып ике йыл хеҙмәт итә. Уның әйтеүенсә, техника һәм технологиялар йылдам үҙгәрә, шуға даими рәүештә эш алымдарын камиллаштырырға, яңы аппараттарҙы тиҙ үҙләштерергә кәрәк. Хәҙер МХО зонаһында осоусы пилотһыҙ аппараттар менән бер рәттән ер өҫтө роботтары ла киң файҙаланыла икән. "Туған" был төр хәрби техниканы ла оҫта йөрөтөүе менән хеҙмәттәштәре араһында абруй ҡаҙанған.
Яҡташыбыҙ билдәләүенсә, БПЛА операторы үҙенең техникаһын яҡшы белеүҙән тыш, сабыр, ныҡышмалы булырға һәм тиҙ ҡарар ҡабул итә алырға тейеш. Тап ошо сифаттар ҡуйылған бурыстарҙы уңышлы үтәүгә ярҙам итә лә инде, ти ул.
Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункты офицеры капитан Фәдис Солтанов пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәттең үҙенсәлектәрен айырым һыҙыҡ өҫтөнә ала. "Контракт бер йылға төҙөлә. БПЛА ғәскәрҙәренә килгән хәрбиҙәр башҡа подразделениеларға күсерелмәй, махсус тәғәйенелешле батальондарҙа ғына хеҙмәт итә. Контрактта күрһәтелгән ваҡыт үткәс, хеҙмәттән китә, йә уны ҡабаттан оҙайта алалар. Операторға уҡытыу төрлө яҡлы һәм оҙайлы. Симуляторҙарҙа күнекмәләргә күп ваҡыт бүленә. Артабан практик дәрестәргә күсәләр. Уҡыу курсы тамамлағас, имтихан тапшырырға кәрәк. Шунан ғына хәрби туранан-тура БПЛА операторы сифатында заданиелар үтәй башлай", - тип, офицер элита төрөнә ҡараған ғәскәргә хеҙмәткә эләгеү серҙәрен аса.
Билдәле булыуынса, Башҡортостанда айырым Пилотһыҙ системалар батальоны ойошторола. Был турала ҡарарҙы ошо көндәрҙә алғы һыҙыҡтағы яҡташтарыбыҙ һорауы буйынса республика Башлығы Радий Хәбиров ҡабул итте. Яңы батальон ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәреев исемен йөрөтәсәк. Башҡортостан Башлығы белдереүенсә, яңы хәрби подразделение бөтә төр льготалар һәм ярҙам саралары менән тәьмин ителә.
Башҡортостандың айырым Пилотһыҙ системалар батальоны составына инергә теләгәндәр Өфө ҡалаһы, Октябрь революцияһы урамы, 3 адресы буйынса мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ +7 995 948 65 41 телефон һандарына шылтыратып та ҡыҙыҡһынған һорауҙар тураһында белешергә мөмкин.

Ҡасим ҒӘҘЕЛШИН әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №32, 14 - 20 август 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.08.26 | Ҡаралған: 12

Киске Өфө
 
Һәр көн - ул бәләкәй генә ғүмер: һәр иртән йоҡонан уяныу - ул бәләкәй генә йәшлек; һәр көн йоҡларға ятыу - ул бәләкәй генә үлем.

(А. Шопенгауэр).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru