
Был көндәрҙә Салауат Юлаев һәйкәленә бәйле төрлө фекерҙәр, тойғолар яңғырап тора. Уның тирәләй ығы-зығы туҡтамай, хәбәрҙе болғатыусылары ла табылып тора.
Салауат Юлаев һәйкәлен беренсе тапҡыр 2013 йылда күрҙем - юғары уҡыу йортона уҡырға инеп, тәүгә баш ҡалаға килгәйнем. Шул көндә үк Ағиҙел йылғаһы ярына менеп, һәйкәлдең мөһабәтлегенә хайран ҡалып торғаным хәтерҙә. Ул саҡта тәнемдең һәр күҙәнәген, йәнемде ниндәйҙер көс ялмап алды. Халҡыбыҙ өсөн, Башҡортостан өсөн ғорурланыуҙан йөрәгем тағы ла ярһып типте. Салауаттың үҙен мин мәктәп дәреслектәрендәге шиғырҙарҙан, әсәйҙең әкиәттәренән, башҡорт батырҙары тураһындағы хикәйәттәрҙән генә белә инем. Уны герой тип белдек, һәйкәлде һүрәттәрҙә күрҙек. Бары тик шул ғына. Әммә бында, һәйкәл эргәһендә, күҙгә күренмәгән рухи бәйләнеш уянғандай булды. Тәү ҡараштан ғашиҡ булған кеүек, күңелдә ниҙер ҡуҙғалды, һәм әле лә ебәрмәй. Генетик хәтер ошо булалыр.
Шул ваҡыттан алып Салауат Юлаев һәйкәле минең өсөн изге урын, унда йөрөргә, уйланырға йә икһеҙ-сикһеҙ йәйрәп ятҡан ҡаланы күҙәтергә мөмкин. Күп яҡташтарыма таныштыр был хәл. Салауат майҙанына барыу - тормоштағы берәй мөһим ваҡиға, мәҫәлән, өйләнер алдынан үҙенә күрә фатиха алыуға тиң. Һуңыраҡ һәйкәл янындағы майҙан ғаиләмдең яратҡан урынына әйләнде. Кескәй генә ҡыҙым һәйкәл янында тәүгә тәпәй баҫып йөрөнө, Салауат менән танышты. Хәҙер улымды Салауат менән таныштырырға хыялланам. Тик бының өсөн реконструкция эштәре тамамланыуын, батырҙың законлы урынына ҡайтыуын бер аҙ көтөргә тура киләсәк.
Мин был реконструкцияны аңлы рәүештә көттөм: 2021 йылда уҡ журналист-коллегалар менән бергә һәйкәлдең торошон баһалауҙа ҡатнаштым һәм шаҡ ҡаттым. Салауатыбыҙ һәйкәле ҡот осҡос хәлдә ине. Редакцияға ҡайтҡас, "Тыштан ялтырай, эстән ҡалтырай" тигән мәҡәлә яҙҙым. Белгестәр һәйкәлдең ныҡ тутығыуын, эске йөйҙәре ысҡыныуын асыҡлағайны. Ул ваҡытта республика Башлығы Радий Хәбиров, һәйкәл киләсәк быуындар өсөн мотлаҡ һаҡланасаҡ, тип ҡарар ҡабул итте.
Шул ваҡыттан алып биш йыл үтте, йөҙләгән экспертиза, тикшеренеүҙәр үткәрелде, һәйкәлдә меңдәрсә "яра" табылды. Һәм һәйкәлдең үҙендә генә түгел, мәғлүмәт майҙанында ла. Һәйкәл тирәләй бәхәстәрҙең ни өсөн килеп сығыуы һәм ҡубыуы әле лә аңлашылып етмәй. Бәхәстәр ҡуйыра, бәғзеләр уларҙы милли мәсьәләләргә бороп ебәрергә маташа.
Мин - башҡорт, һәм минең өсөн милли герой һәйкәленең лайыҡлы материалдан эшләнеүе - бронзанан ҡойолоуы мөһим: Ағиҙел йылғаһында сағылып, ҡояшта балҡып торор. Монументтың авторы Сосланбәк Тавасиев та тап шундай теләктә була, хәҙер реставраторҙар (яҡшы фәнни нигеҙләү менән) был идеяны тормошҡа ашырырға планлаштыра.
Әммә тәгәрмәскә таяҡ тығырға маташыусылар табылып тора. Мәҫәлән, ҡайһы бер блогерҙар һәм провокаторҙар был ҡарарҙы Салауат һәйкәлен юҡ итеүгә тиңләне һәм төрлө имеш-мимеш хәбәрҙәр тарата башланы. Мәҫәлән, интернетта республика етәкселеге Салауат Юлаев образын генерал Шайморатов образына алмаштырыуы тураһында хәбәрҙәр таралды. Был ялған ғына түгел, провокация. Ике батыр ҙа республикала милли герой тип иҫәпләнә. Төбәктә Миңлеғәле Шайморатов һәм Салауат Юлаев исемендәге ике батальон булдырылған. Подразделениелар Донбаста Махсус хәрби операцияла ҡатнаша һәм батыр ата-бабаларының шанлы юлын лайыҡлы дауам итә.
Был шау-шыу башҡа тарихтар менән дә оҙатыла. Аңлашыла, һәр ҡайһыһының үҙ сәйәси һәм иҡтисади ҡыҙыҡһыныуы бар. Уларҙы теҙеп яҙырға, оҙаҡ фекер йөрөтөргә мөмкин. Әммә халыҡ хәтерендә һаҡланған дүрт миҫалды иҫкә төшөрөү урынлы булыр.
Беренсенән, тап һуңғы йылдарҙа республикала оҙаҡ йылдарҙан һуң "Салауат йыйыны" халыҡ байрамы тергеҙелде. Сара хәҙер республика кимәлендә киң ҡолас менән уҙғарыла.
Икенсенән, республика Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән Салауат Юлаевтың тыуған төйәге - Тәкәй ауылы биләмәһе республикаға ҡайтарылды. Оҙаҡ ваҡыт был тарихи урын рәсми рәүештә Силәбе өлкәһенә ҡарай ине. Республика властары биләмәне ҡайтарып ҡына ҡалманы, батырҙың тыуған ауылын тергеҙҙе - уның урынында "Салауат ере" тарихи-мемориаль комплексы төҙөлдө.
Республиканың төп дәүләт премияһы Салауат Юлаев исемен йөрөтә. 2024 йылдан башлап уның күләме 1 миллион һумға тиклем арттырылды. Быға тиклем премия ике йылға бер тапҡыр ғына бирелһә, хәҙер ул йыл һайын тапшырыла.
Шулай уҡ Салауат районының Малаяҙ ауылында Салауат Юлаев музейы төҙөкләндерелә. Был да республика Башлығы ҡарары менән мөмкин булды.
Ғәҙәттә, кешене эшенә ҡарап баһалайҙар. Ирҙәр тураһында вәғәҙәһен нисек үтәүенә ҡарап фекер йөрөтәләр. Шулай булғас, һәйкәл тиҙҙән үҙенең элекке урынына, Ағиҙел йылғаһының бейек ярына ҡайтыр, тип ышанам. Радий Фәрит улы һүҙ бирҙе. Һәм ул һүҙендә тора, сөнки аңлай: Салауат Юлаевтың урыны - республика гербында, Өфө үҙәгендә һәм Башҡортостанда йәшәүсе һәр кешенең йөрәгендә.
Инсаф ХУЖАБИРГӘНОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №32, 14 - 20 август 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА