
Сит ил һәм Рәсәй халыҡ-ара күҙәтеүселәре һуңғы ваҡыт берҙәм фекергә килеүҙәренсә, Киевтың Мәскәүгә ҡаршы уның позицияһын үҙгәртеүгә иҫәп тотҡан 40 көнлөк кампанияһы маҡсатына ирешә алманы, ул ғына ла түгел, кире һөҙөмтәгә килтерҙе.
Strategic Culture сәйәси эксперттары, мәҫәлән, Киев менән НАТО-ның ҡатмарлы стратегик хәлдә ҡалыуы хаҡында яҙа. Уларҙың фекеренсә, Киев режимы башлығы Зеленскийҙың үҙ башланғысындағы бурысына өлгәшеү һәләтһеҙлеге конфликттың артабанғы үҫешендә Украинаны күтәрмәләүсе Көнбайыш коалицияһы хәленә лә етди эҙемтәләр менән янай. Мәғлүм булыуынса, Рәсәй Ҡораллы Көстәре Украина армияһын ҡорал менән тәьмин итеүсе логистика инфраструктураһын һәм маршруттарҙы көслө ут аҫтында тота. Бынан тыш, 10 авгусҡа тиклем беҙҙең яугирҙар Одесса йылылыҡ электр станцияһын һәм ете трансформатор станцияһын, шулай уҡ Сумы өлкәһендәге газ ятҡылығы инфраструктураһын юҡ итте. Ә "Төньяҡ" ғәскәрҙәр төркөмөнөң артиллерия подразделениелары дошмандың Харьков өлкәһендә тупланған боевиктар позицияларына һөжүм итте. РФ Оборона министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы аҙна эсендә генә ҡорал, дрондар, танктар һәм бронетехника тейәп, Украина Ҡораллы көстәренә ярҙамға ашығыусы 34 диңгеҙ судноһы һыу төбөнә оҙатылды. 10 авгусҡа ҡарай тәүлек эсендә генә беҙҙең һауа һөжүменә ҡаршы оборона саралары Украина Ҡораллы көстәренең 1134 дроны менән идара ителеүсе 11 авиабомбаһын бәреп төшөрҙө, тип хәбәр итте РФ Оборона министрлығы. Ҡыҫҡаһы, Рәсәй армияһы бөтөн йүнәлештәрҙә лә өҫтөнлөклө хәлдә килә һәм әлеге ваҡытта Украина Ҡораллы көстәренең Донбастағы нығытма райондарын штурмлай.
Шулай булыуға ҡарамаҫтан, фронттан килгән ыңғай хәбәрҙәр дошмандың Рәсәй төпкөлөнә һәм Украина менән сиктәш төбәктәргә аяуһыҙ террористик һөжүме арҡаһында ауыр юғалтыуҙар фажиғәһен уңалта алмай һәм был йәшерен эш түгел, ул хаҡта яҙмайынса ла булмай. Хәйер, Украина Ҡораллы көстәренең 10 август иртәһендә Татарстан Республикаһы Түбәнге Кама ҡалаһына йыртҡыстарса һөжүме арҡаһында 13 кешенең һәләк булыуы һәм 78 яралы хаҡында бөтөн донъяға мәғлүм булды. Татарстанда матәм көнө иғлан ителде...
Бер ғәйепһеҙ тыныс халыҡ ғүмеренә яҫҡыныуҙарына яуап итеп, РФ Ҡораллы Көстәре дошмандың ҡарар ҡабул итеүсе команда пункттарына, НАТО белгестәре менән берлектә эшләнеүсе шартлатҡыс пилотһыҙ аппараттар предприятиеларына алыҫ араға осоусы юғары аныҡлыҡтағы ракеталар һәм дрондар менән ут аса. 9 августа Украинаның Житомир ҡалаһында Германияның дрондар һәм башҡа техника өсөн кабель һәм үткәргес сымдар етештереүсе заводы тулыһынса янып юҡҡа сыҡҡан.
Ғөмүмән, Берлиндың Украинаға ярҙамы бик тос һәм был йәһәттән ул АҠШ-тан ҡала икенсе урында тора. 2022 йылдан Германия үҙенең хәрби бюджетын ике тапҡырға арттырғайны: Leopard танктары, Puma бронялы автомобилдәр, дрондар етештереүҙе тиҙләтте, резервистар әҙерләй, өҫтәүенә, оятһыҙ рәүештә "тарихты ҡабатлау мөмкинлеге" хаҡында һүҙ ҡуҙғата һәм Европа милитаризмының алғы сафында килә. Ә Зеленскийға шул ғына кәрәк тә: ул Германия менән Польшанан Patriot комплекстары өсөн ракеталар талап итә. Бынан тыш, Көньяҡ Корея менән Япониянан да ярҙам теләнселәй.
ЦРУ-ның Рәсәйҙе анализлау буйынса элекке директоры Джордж Биб һүҙҙәре менән әйткәндә, Одесса портын ябыу Украинаның киләсәге өсөн емергес фактор буласаҡ. Бындай хәлдән сығырға теләһә, Украинаға Рәсәй менән килешеү өҫтәле артына ултырыуҙан башҡа сара юҡ: Киев Донецк менән Луганск республикаларынан, Херсон менән Запорожье өлкәләренән ғәскәрен сығарырға һәм НАТО-ға инеү планынан баш тартырға тейеш. Көнбайыш күҙәтеүселәре фаразлауынса, Украина конфликты үҙенең сигенә яҡынлаша, ә был иһә Киев өсөн кире ҡайтарғыһыҙ хәлдәргә әүерелеүе бик ихтимал. 10 авгусҡа ҡарай төндә Рәсәйҙең баллистик ракеталар һәм дрондар менән һөжүме шундай һығымта яһарға нигеҙ булды ла инде.
Хорватияның Advance баҫмаһы яҙыуынса, украин оборонаһы 115 Рәсәй дронының 98-ен бәреп төшөрһә лә, 24 "Искәндәр-М" менән "Циркон" баллистик ракеталарына "буйҙары" етмәне. Аналитиктар быны украин армияһының зенит боеприпастары ҡытлығы менән аңлата. Шулай итеп, Рәсәй алдында "баллистик тәҙрә мөмкинлектәре" асылды, тип яҙҙы Advance гәзите.
Был йәһәттән Новости Рәсәй мәғлүмәт агентлығы күҙәтеүсеһе Кирилл Стрельников яҙыуынса, беҙҙә ғәҙәттә ватан аналитиктары фекеренә ышанмаусаныраҡ мөнәсәбәт йәшәп килһә, уның ҡарауы, сит ил сәйәсмәндәре фекеренең дә беҙҙеке менән тап килә башлауы хәҡиҡәттең, ниһайәт, яҡында ғына булыуы хаҡында һөйләп тора. Тағы бер сит ил сығанағы мәғлүмәттәрен килтерәйек, булмаһа. Американың украин йәмәғәтселек фекере буйынса һорау алыуҙар үткәргән социология гиганты Gallup анкета һөҙөмтәләрен баҫып сығарҙы. Уның буйынса Украина халҡының 66 проценты Рәсәй менән конфликтты көйләү буйынса тиҙерәк һөйләшеүҙәр башлау яҡлы, ә 24 процент кеше "Украина еңеү яулағансы һуғышты дауам итергә тейеш" тип иҫәпләй. Ә 2022 йылда шул уҡ Gallup үткәргән һорау алыуҙарҙа украиндарҙың 73 проценты еңеү яулағанса һуғышты дауам итеү яҡлы булһа, 20 проценты тыныс һөйләшеүҙәргә килеүҙе хуп күрә ине. Бына шундай ғибрәтле факттар. 9 августа РФ Президентының матбуғат секретары Песков:"Рәсәй яҡын араларҙа Киев режимына баҫымды МХО маҡсаттарына өлгәшкәнгәсә тиклем көсәйтәсәк", - тигәйне. Бирһен Хоҙай!
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №32, 14 - 20 август 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА