
Элегерәк, мин бала саҡта, оло кешеләрҙең "әсә" һүҙен "әпсә" тип тә әйткәндәрен йыш ҡына ишеткеләй торғайным. Бер олатай Ҡөрьән уҡыу мәжлестәрендә, әрүахтар өсөн доға ҡылыр алдынан, хужа йә хужабикәнән: "Әпсәңдең исеме кем?" - тип һорап ала торғайны. Һуңғы осорҙары был һүҙ, әллә китаптарҙа йыш осрамағанғамылыр, бөтөнләйгә ҡулланылмай ҙа булһа кәрәк. Ул ғына ла түгел, берәй йәш кешенән "Әпсәң өйҙәме", тип һораһаң, ошо "тупаҫ" һүҙ өсөн хатта һиңә үпкәләп ҡуйыуы ла бар. Ошо хаҡта беҙҙең Баймаҡ, Хәйбулла кешеләре менән һөйләшкәнем дә бар. Күптәр был һүҙҙе, ни өсөндөр, тупаҫҡа һанай…
Ә хәләл ефеттәрҙең бер-береһенә нисек мөрәжәғәт иткәненә иғтибар иткәнегеҙ бармы? Ғәйәт күп төрлө бит улар. Ысынлап та, шул һүҙҙәр тураһында фекер алышыу күптәрҙе ҡыҙыҡһындырыр, тигән инаныуҙамын. Бер ағайҙың икенсе бер ҡатын-ҡыҙ менән һөйләшеүен ишеткәйнем бер мәл. Ҡатын үҙенең хәләл ефетен "иптәшем", тип атағас, был ағай: "Ул һиңә нишләп иптәш булһын, "ирем", тип әйтһәң ни була?" - тигән иҫкәрмә яһаны. Ағайҙың уйынлы-ысынлы әйткәненән мәҙәк табып, көлөп кенә, унан оноторға ла булыр ине, тик бына ошо һүҙҙәрҙә туған телебеҙгә ҡағылышлы мөһим генә бер мәғәнә ятҡан һымаҡ тойолдо. Никахта торған парҙарҙың береһе икенсеһен "иптәшем" тиеүен электән күп мәртәбәләр ишетеп йөрөгән булһам да, бығаса әллә ни иғтибар итмәгәнмен икән. Ысынлап та, был һүҙ "товарищ", тигәнде аңлата түгелме?
Сирек быуат хеҙмәт иткән дәүерҙә үҙем ул һүҙҙе әллә күпме меңәрләгән тапҡыр ҡулланғанмындыр. "Иптәш полковник", "иптәш капитан", "иптәш сержант" тип көнөнә генә әллә нисә тапҡырҙар мөрәжәғәт итергә тура килә бит инде. Элегерәк күрһәтелгән бер революцион фильмда иренең ҡатынына "товарищ Надя" тип өндәшкәнен ишеткәс, ирмәк кенә тойолғайны. Күрәһең, ул ваҡытта был һүҙ модала булғандыр һәм беҙҙең телебеҙгә лә шул мәлдәрәк килеп ингәндер. Ул ғына ла түгел, әҙәби һүҙгә лә әйләнгән, ахырыһы. Башҡортса-русса һүҙлектә был һүҙ мәғәнәләренең береһе "супруг, супруга", тип тәржемә ителгән. Эйе, берәүҙең ҡатыны, йә иһә ире хаҡында һөйләгәндә "уның тормош иптәше", тигән һүҙ бәйләнешен йыш ҡулланабыҙ шул. Коммунизм төҙөүсенең әхлаҡ кодексында "Кеше - кешегә дуҫ, иптәш һәм туған", тип яҙылғанын хәтерләйем. Фекерҙе шундайыраҡ йүнәлештә тағатып алып уйлай башлаһаң, ысынлап та, кеше үҙенең хәләл ефете менән дуҫтарса, иптәштәрсә, йә иһә туғандарса, ғөмүмән, татыу мөнәсәбәттә булырға тейеш.
Башҡорт телендә үҙеңдең хәләл ефетеңә өндәшеү һүҙҙәре былай ҙа күп, әлбиттә. Мәҫәлән, күп кешеләр бер-береһен Әлмира, Гөлмира, Фәүзиә, Таһир, Йосоп тип, исеме менән атай. Ә кемдер үҙенең ҡатынын, хатта ҡартайып киткәс тә, "минең кәләш" тип кенә алып йөрөй. Үҙенә генә өндәшкән саҡта (кәйефкә ҡарап) "һөйөклөм", "бәғерем", "йөрәгем", "алтыным", тип әйтеү ҙә насар түгелдер.
Элегерәк яҙылған китаптарҙағы хикәйәләргә иғтибар итһәң, унда ирҙәр үҙҙәренең һөйөклөһөнә "бисәкәй" тип тә мөрәжәғәт итә. Тик нишләптер хәҙерге бәғзе ҡатындар былай өндәшеүҙе әллә ни өнәп етмәй. Минең хәләл ефетем дә йәш саҡта ана шулай тип өндәшкәс: "Был мәҙәни булмаған, хатта тупаҫ һүҙ ҙә баһа! "Бисә" тигәс тә, олпат йәштәге "мөлкөп" йөрөгән йыуантағыраҡ ҡатынды күҙ алдына килтерәм", - тигәйне. Йәнәһе лә, был мөрәжәғәт йәш ҡатындарға килешеп етмәй. Бындай фекер, әлбиттә, дөрөҫлөккә тап килмәй. Беҙҙең тирәлә (Баймаҡ районында) был һүҙҙе, "фәлән кешенең бисәһе" тип кенә, башлыса, икенсе бер сит ҡатын хаҡында һөйләшкәндә ҡулланыуҙары сәбәпле, шулай тойолғандыр уға. Башҡа күп райондарҙа ошо термин ир кешенең үҙенең хәләл ефетенә ғәҙәттәге мөрәжәғәт итеү һүҙе булып тора бит. Ә олораҡ йәштәгеләр (айырыуса, Баймаҡ, Бөрйән, Әбйәлил, Хәйбулла тирәләрендә) хәләл ефетен хатта "әбейем", тип атағанын да беләм.
Элегерәк беҙ бала саҡта ауылыбыҙҙа йәшәгән ҡарт ҡына бер инәй үҙен "әбей", тип әйткәндәре менән килешмәй, кешеләрҙе: "Нишләп мин әбей булайым, бисә, тип атағыҙ", - тип төҙәткән, тиҙәр. Бәғзе бер райондарҙа "әбей" атамаһы менән өләсәләренә, ә кемдәрҙер ҡәйнәләренә өндәшә. Мәҫәлән, ҡайны-ҡәйнәләре Стәрлетамаҡ яғынан булған Йәлил ҡустым хәләл ефетенең ата-әсәһен "бабай", "әбей" тип атай торғайны. Баштан уҡ уға шулай тип өндәшергә ҡушҡандар икән. Ә киленебеҙ беҙҙең атай-әсәйебеҙгә "ҡайным" һәм "ҡәйнәм" тип өндәште.
Минең атайым һәм әсәйемә килгәндә инде, ул мәрхүмдәрҙең бер-береһенә исеме менән өндәшкәнен бер ваҡытта ла ишеткәнем булманы. Исемләп тә, башҡа берәй төрлө атама менән дә түгел, береһе икенсеһенә әйтер һүҙҙәрен шул көйөнсә генә нисектер әйтә ине. Әйтелгән һүҙҙәрҙең фәҡәт үҙенә генә йүнәлтелгәнен икенсеһе шунда уҡ аңлай. Күп кеше араһында булһалар ҙа, "Һин кемгә өндәштең ул?", - тип һорашмай торғайнылар. Ә инде береһе хаҡында башҡаларға ниҙер һөйләгәндә "балаларҙың атаһы, әсәһе", тип әйтерҙәр ине.
Ейәнсура районында йәшәгән беҙҙең ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар бер-береһенә "атаһы", "әсәһе", тип өндәшә торғайны. Хәләл ефетеңә ҡарата бына ошондай рәүештәге мөрәжәғәт шәриғәт ҡанундарына ла тап килә. Ислам динендә булған боронғо ата-бабаларыбыҙҙың һәр тарафтан шәриғәт буйынса йәшәргә тырышҡаны аҙым һайын һиҙелә. Тик һуңғы быуат дәүерендә генә телебеҙҙең күп кенә ҡиммәттәре онотолоп бара буғай. "Атаһы", йә "әсәһе", тип өндәшеүҙәр, минеңсә, балалар һәм башҡалар алдында бер-береңдең абруйын күтәреүгә лә ниндәйҙер кимәлдә сәбәпсе, ярҙамсы булып торалыр. Бер-береңә хөрмәт йөҙө менән мөрәжәғәт иткән һымағыраҡ яңғырай бит был һүҙҙәр. Әлеге иҫкә алып киткән Ғариф һәм Әнзинә исемле ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарымдың шулай тип һөйләшеүҙәрен тәү мәртәбә ишетеү менән, "Былар ифрат та татыу йәшәйҙер, моғайын", тигән тәьҫир ҡалғайны. Ысынлап та шулай булып сыҡты. Ҡоҙабыҙ баҡыйлыҡҡа күскәнсе, ҡырҡ йылдар самаһы улар иңгә-иң терәп, пар күгәрсендәр һымаҡ, башҡаларға үрнәк булып ғүмер иттеләр. Ана шул боронғо "атаһы", "әсәһе", тигән матур яңғырашлы, гүзәл һүҙҙәребеҙҙең милләттәштәребеҙҙең теленән төшөп ҡалыуын берҙә генә теләмәйем.
Гәзитебеҙ биттәрендә йыш ҡына баҫылып сығып торған туған телебеҙгә ҡағылышлы бына шундай мәҡәләләрҙе уҡырға яратам. Республикабыҙ райондарындағы һәр төрлө һөйләшеү диалекттарына иғтибар итеп, үҙебеҙҙең яҡтағы һөйләш өлгөләре менән сағыштырыуҙарым үҙемдең телемде байытыуға ла ярҙам итәлер, тип уйлайым. Бәғзе бер район вәкилдәренең "Беҙҙең яҡтар - иң дөрөҫ һөйләшкән башҡорттар", тип иҫбатлап маташыуҙары, минеңсә, әллә ни ғәҙел түгел. Борон-борондан төрлө ҡәбиләләр, ырыуҙар булып, икһеҙ-сикһеҙ киң далаларҙы биләп, бер-береһенән алыҫ ҡына арала йәшәгән халҡыбыҙҙың тел диалекттары булыуы тик телебеҙҙе үҫтереүгә, байыҡтырыуға булышлыҡ итергә тейештер. Бер-беребеҙҙең һөйләшеү алымдарын, ҡайһы бер һүҙҙәрен инҡар итеү урынына, киреһенсә, беҙгә уларҙы өйрәнергә генә кәрәктер.
Ә һеҙ нисек дауам итерһегеҙ был фекерҙәрҙе, хөрмәтле гәзит уҡыусылар? Әйҙәгеҙ, фекер алышайыҡ әле.
Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №32, 14 - 20 август 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА