
Ашау яғынан улар шәптәр: ун биш фунтлап итте, унан башҡа бер биҙрә ҡымыҙҙы бер ултырғанда ашап-эсеп бөтөү улар өсөн бер ни ҙә түгел. Икмәк булһа, уны башҡа аштарҙы ашап бөткәс кенә, беҙ пирожное ашаған һымаҡ, иң аҙаҡтан ашайҙар. Мәжлестән һуң ҡалған аҙыҡты бүлешеп алып, үҙҙәре менән алып ҡайталар. Әгәр ҙә хужа ҡунағына ат эйәрләп бирә икән, был уға ҡарата айырым бер ихтирам итеүҙе аңлата. Арба егеп йөрөүҙе артыҡ ҡайғыртмайҙар, ирҙәр ҙә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа һыбай йөрөй; яҡшы аттар һәм һәйбәт сбруй булһа, шул етә. Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн эйәрҙәрҙе ҙурыраҡ һәм йомшағыраҡ ябыулы итеп эшләйҙәр. Һәр бер тирмә янында эйәрләнгән ат һәр ваҡыт әҙер тора. Һәр даим аяҡтарын бөкләп ултырғас һәм көн буйына һыбай йөрөгәнлектән, ирҙәрҙең аяҡтары кәкерәйеп бөтә.
Көнсығыш илдәрендәгесә, уларҙа аҡ һаҡаллы намыҫлы ҡарттарҙы хөрмәт итәләр. Әгәр ситтән килгән ҡунаҡтар була икән, уларҙы ошо ҡарттар янына ултырталар. Ҡорбан байрамы кеүек мәжлестәрҙә төрлө ауылдарҙан килеүселәрҙе, уларҙың ҡатындарын һәм балаларын хөрмәт итәләр, иң оло кеше, ул ҡунаҡ булған хәлдә лә, өй хужаһынан да өҫтөнөрәк һанала.
Байтаҡ ҡына башҡорттарҙың ике ҡатыны була, өс ҡатынлылары юҡ тиерлек. Ҡатын алыусы ир-аттар ҡалым түләргә тейеш, бының өсөн 15-тән 200-гә тиклем мал бирелә. Ҡалым өсөн бирелә торған аттарҙың, һыйыр малдарының, йә иһә һарыҡтарҙың һаны бер иш була. Ҡалым өсөн бирелгән малдың бер өлөшө кәләштеке тип иҫәпләнә, айырылышҡан хәлдә ул уға ҡайтарыла. Ҡымыҙ бик мул булғас, туйҙарҙы йәй айҙарында уҙғаралар. Никах уҡытылғас, мулла кейәү егеткә уҡ бирә һәм батыр булырға, ҡатынын яҡларға һәм һаҡларға ҡуша. Туй уҙғарыу өсөн йылҡы малы һуйыла, күп итеп бишмармаҡ бешерелә. Тәүге төндә йәштәр йортонда ике ир-ат һәм шул тиклем үк ҡатын-ҡыҙ ҡунырға тейеш. Икенсе көндә уларға ҙур булмаған бүләктәр тапшырыла: еп-фәлән, киндер туҡымаһы, яулыҡ, энә һ.б.
Туйҙарҙа һәм байрам ваҡыттарында уларҙың күңел асыуы, ашап-эсеүҙән башҡа, йырлау, бейеү, ат сабыштырыу, сәпкә уҡ атыу, башҡа кешеләрҙе кәзекләү һәм йәнлек тауыштарын ҡабатлау кеүек көлкөлө тамашаларҙан хасил була. Улар балалайкала ғына түгел (бында Георги думбыраны шулай атаған. - Тәрж. иҫк.), эсе ҡыуыш үлән һабаҡтарынан яһалған һыбыҙғыла ла (Георги башҡорт ҡурайын "дудка" тип ҡабул иткән. - Тәрж. иҫк.) уйнай белә, ә ҡайһы берәүҙәре көй-гә ҡалын тауыштарын ҡушып ебәрә (автор өзләүҙе шулай атаған. - Тәрж. иҫк.). Йырлаған саҡтарында элек-электән уйлап табылған бер әйберҙәрен ҡулланалар, башҡа урында уны яңылыҡ итеп күрһәтеү ҙә оят булмаҫ ине. Атап әйткәндә, серәкәйҙәрҙән һаҡланыу өсөн беҙҙекенә оҡшаш тиерлек махсус елпеүес йөрөтәләр: уның бөрмәләренә йырҙарының һүҙҙәре яҙылған була. Уларҙың йырҙары данлы батырҙарға, ил гиҙеп йөрөгән заттарға, төрлө күренештәргә һ.б. арналған, был йырҙарҙа ата-бабаларының данлы эштәре иҫкә алына, һәм улар ныҡ тәьҫирле итеп башҡарыла.
Кейәү егете кәләшен үҙ йортона алып ҡайтыр алдынан, һуңғыһы, тирмәнән тирмәгә йөрөп, рәхмәт тойғоларын илап-һыҡтап белдерә (бында сеңләү хаҡында һүҙ бара. - Тәрж. иҫк.); ошо ваҡытта уға ҡайһы берәүҙәр мал, йә иһә, иҫке генә булһа ла, йорт әйберҙәрен бүләк итә. Ата-әсәһенең йортонда ул, ҡымыҙ тоғон ҡосағына алып, оҙайлы ваҡыт дауамында ризыҡландырғаны өсөн уға рәхмәтле булыуын белдерә һәм бәләкәй генә бүләген ошо тоҡҡа эләктереп ҡуя. Йәштәрҙе бөтә ауыл халҡы бер нисә саҡрым буйына оҙатып бара, айырылышҡан мәлдә барыһы ла үҙҙәре менән алған бәләкәй тоҡтарҙағы ҡымыҙҙы ауыҙ итә.
Бәҙри ӘХМӘТОВ тәржемәһе.
(Дауамы. Башы 26-31-се һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №32, 14 - 20 август 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА