
"Егет саҡ - егәрле саҡ…" ти халыҡ аҡылы. Һәм халҡыбыҙҙа бындай тапҡыр һүҙҙәргә тап килгән ир-азаматтар бихисап. Мәҫәлән, Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетында белем алыусы Ғайсар МӨХӘМӘТЙӘНОВ һәм "Юғары иҡтисад мәктәбе" милли тикшеренеү университеты студенты Юлдаш ЮНЫСОВ тап шундайҙарҙан. Был юлы илебеҙҙең баш ҡалаһында республика данын күтәргән өлгөр егеттәр менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
Мәскәү тарафтарын бер иткән егеттәр тыумышы менән ҡайһы яҡтарҙан була, әйҙәгеҙ, яҡынданыраҡ танышып үтәйек, егеттәр?
Ғайсар Мөхәмәтйәнов: Тамырҙарым менән мин Салауат районынан, үҙем Өфөлә тыуып үҫкәнмен. Атайым Азамат, әсәйем Гөлназ, икеһе лә табиптар, шул уҡ ваҡытта йыр-моңға әүәҫтәр. Атайым мине: "Һин башҡорттоң ғорур улы булырға тейешһең!" - ти үҫтерҙе. Бәләкәстән башҡорт балалар баҡсаһына йөрөткәндәр, Мостай Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһында уҡыным. Мәктәптә лә әүҙем булырға тырыша инем: күп сараларҙа алып барыусы, мәктәптең президенты булдым. Бәлки, ғаиләлә лә, мәктәптә лә шундай мөхит эсендә йәшәгәнгәлер, һиндә башҡорт рухы ҡайнай, тип йыш әйтәләр миңә. Ысынлап та, мин халҡыбыҙ киләсәге өсөн янып йәшәйем.
Ғаиләбеҙҙә минән башҡа тағы ла ике өлкән апайым бар, атай-әсәй беҙҙе, бәлки, медицина өлкәһендә күрергә теләгәндер ҙә, әммә беҙ өсөбөҙ ҙә техник йүнәлеште һайланыҡ. Әле мин Мәскәү дәүләт университетының Иҫәпләү математикаһы һәм кибернетика факультетында белем алам, киләсәктә математик-программалаусы буласаҡмын.
Ләкин мин үҙемде алған белемем менән генә сикләмәйем, сөнки ижад яратыусы кешемен: шиғырҙар уҡыйым, йырлайым, баянда уйнайым. Яҡынса туғыҙынсы кластарға тиклем мин тыныс, шым ғына бала инем. Һәм тап туғыҙынсы синыфта башҡорт теле уҡытыусыһы Фәриҙә Ҡазыхан ҡыҙы тәҡдиме буйынса тәүге шиғриәт конкурсында ҡатнашып, тәүге призлы урынды алғайным, шул уңышлы сығышым миңә ҡанат ҡуйҙы ла инде, артабан "Йөрәк һүҙе" шиғриәт бәйгеһендә лә сығыш яһаным. Сәхнәлә торғанда үҙемде бәхетле итеп тоям, шуға әле лә Мәскәүҙәге "Илһам" халыҡ театрында әүҙем сығыш яһайым, постановкалар ҡуябыҙ.
Йәштәр күңелендә башҡорт рухын, телгә һөйөү уятыу маҡсаты менән интернет селтәрендә блог алып барам. Әлеге ваҡытта ижади эшемде уҡыу менән берләштереү еңел бирелә, хатта киләсәктә Өфө Сәнғәт институтына уҡырға инеү хыялым да бар.
Юлдаш Юнысов: Мин дә Өфөнән, әммә әсәйем сығышы менән Хайбулла районынан, атайым - Мәсетленеке. Ете йәшемә тиклем Мәсетле районында йәшәнек. Атай-әсәйем икеһе лә ябай уҡытыусылар, ә уҡытыусылыҡ эше ни хәтле "аҡсалы" икәнен күптәр белә бит инде. Минең дә бәләкәй сағымда хәллерәк йәшәгән дуҫтарымдың үҙҙәре теләгән тәм-том ала алыуҙарына күҙем ҡыҙыр ине. Шул арҡала үҙемдең тәүге "эшемде" ун йәшемдә башлап ебәрҙем дә инде: ауылда ололарға тәүҙә аш өсөн, унан аҡса өсөн хужалыҡ эштәрен атҡара инем. Ә үҫмер саҡта Өфөлә йыш ҡына листовкалар таратып, үҙемә ваҡ-төйәклек булһа ла кеҫә аҡсаһы эшләнем. Бер листовка 40 тинлек, 400 һум эшләр өсөн бер мең листовка таратып сығырға кәрәк, ҡыҫҡаһы, баш ҡаланың үҙем йәшәгән районын урап сыға инем.
Мин әле "Юғары иҡтисад мәктәбе" милли тикшеренеү университетының иҡтисад факультетында уҡыйым. Уҡыуҙан тыш, онлайн проекттар менән шөғөлләнәм: инвестициялар, финанстар буйынса дәрестәр үткәрәм. Мәскәүҙәге дуҫтарымды ла был тема ҡыҙыҡһындыра икәнен аңлағас, команда булдырып, алдан төҙөгән план буйынса эш башланыҡ. Мәскәүгә уҡырға ингәс, блогерлыҡ буйынса продюссерға ихтыяж ҙур икәнлеге аңлашылды. Продюссер булараҡ, блогерҙар менән тығыҙ бәйләнештәбеҙ, аудитория менән эшләү буйынса дәрестәр бирәбеҙ. Әлеге ваҡытта бизнес эшен үҙләштерәм һәм төп шөғөлөм дә шул, киләсәктә үҙ компаниямды асыу хыялы менән янам. Ваҡытты дөрөҫ итеп ҡуллана белергә генә һәм килеп сыҡҡан бер мөмкинлекте лә ҡулдан ысҡындармаҫҡа кәрәк
Мин шулай уҡ спортҡа бирелгән кеше: йүгерергә, велосипедта йөрөргә һәм йөҙөргә яратам. Әлеге ваҡытта, мәҫәлән, триатлонда ҡатнашырға әҙерләнәм.
Беҙ электән ғаиләбеҙ менән бергәләп сәйәхәт итергә яратабыҙ, Башҡортостандың барлыҡ райондарын урап сыҡтыҡ тип әйтергә лә мөмкин. Беҙ күрмәгән мәмерйә, йөҙмәгән йылға ҡалмағандыр, моғайын. Был сәйәхәттәр мине тыуған яғыбыҙҙы һөйөргә өйрәтте, һәм әле лә һәр йәй Башҡортостанға ҡайтырға атлығып торам.
Ғайсар Мөхәмәтйәнов: Эйе, беҙ ялға ҡайтҡан мәлдә дуҫтарҙы йыйып, тәбиғәткә сығырға яратабыҙ. Бындай сәйәхәттәр башҡорт йәштәренә бергә һәм берҙәм булырға ярҙам итә тип уйлайбыҙ.
Һеҙ әле Мәскәүҙә уҡып йөрөйһөгөҙ, ә буласаҡ һөнәрегеҙҙе үҙегеҙ теләп һайланығыҙмы?
Ғайсар Мөхәмәтйәнов: Ижади кеше булһам да, киләсәктә был юҫыҡта аҡса эшләүе ҡыйыныраҡ буласағын мәктәптә үк аңлап, әлеге ваҡытта актуаль булған йүнәлеште һайларға булдым. Мин үҙем бала саҡтан математиканы яраттым, башланғыс кластарҙа шашка түңәрәгенә йөрөүем дә башты яҡшы эшләтә ине, шуға был предмет миңә еңел бирелде.
Мәктәптә уҡығанда ун биштән ашыу олимпиадала ҡатнаштым, шуның береһендә - ун беренсе синыфта математика буйынса "Изумруд" халыҡ-ара олимпиадаһында призер булыуым әле мин белем алған уҡыу йортона имтиханһыҙ инеү форсатын бирҙе. Мәктәптә ни хәтлем генә яҡшы уҡытмаһындар, унда алған белем генә етмәй, мәғлүмәттәрҙе интернет селтәре аша табып, үҙаллы өйрәнеп, әҙерлеккә бар булған ваҡытымды бүлдем. Иң мөһиме, яратҡан юлыңды һайларға, үҙ эшеңдең оҫтаһы булырға һәм бирешмәҫкә, еңмешерәк булырға кәрәк.
Ә, ғөмүмән, мин уҡытыусыларыма бик рәхмәтлемен. Улар һалған тәрбиә нигеҙҙәре миңә тормошомда ныҡ ярҙам итә. Әле лә йыш ҡына мәктәбемә барып, уҡытыусыларымдың хәлен белеп, уҡыусылар менән һөйләшеп, борсоған һорауҙарына яуаптар биреп сығам.
Юлдаш Юнысов: Мин М. Исҡужин исемендәге 136-сы Башҡорт лицейында белем алдым, ә һигеҙенсе класҡа Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатына күстем. Бөтә Рәсәй, университеттар үткәргән олимпиадаларҙа, йәмғеһе 20-гә яҡын олимпиадала ҡатнаштым. 11-се класта математика буйынса "Курчатов" олимпиадаһында еңеүсе булыуым үҙем теләгән уҡыу йортона имтиханһыҙ инеү мөмкинлегенә ирештерҙе.
Мәскәү һеҙҙе нимәһе менән ылыҡтыра? Киләсәктә Башҡортостанға ҡайтасаҡһығыҙмы, әллә баш ҡалала ҡалырға планлаштыраһығыҙмы?
Ғайсар Мөхәмәтйәнов: Тыуған яҡтар йыш ҡына үҙенә тартып, һағындырып тора, әлбиттә, әммә киләсәкте лә ҡайғыртырға кәрәк. Мәскәү - энергия һәм хәрәкәт менән тулы, уның мөхите йәштәрҙең фиғеленә лә, ынтылыштарына ла тап килеп тора. Һәм миңә бигерәк тә унда үҫешергә, алға барырға теләгән кешеләр тупланыуы оҡшай. Шундай кешеләр араһында ҡайнап йөрөгәндә һинең үҙеңдең дә асыҡ, маҡсатлы ынтылыштарың барлыҡҡа килә.
Өфөлә саҡта йыш ҡына йәштәрҙең уҡырға, эшләргә теләктәре юҡлығын күрә инем, ә Мәскәүҙә хыялдары ҙур кешеләр йыйылған һәм ваҡыт үтеү менән һин дә шундайға әүереләһең.
Башҡортостан - ғаиләлеләр өсөн уңай мөхите булған төбәк, минеңсә. Беҙҙә мәҙәниәт тә, мәғариф өлкәһе лә бик яҡшы үҫешкән. Шуға күрә киләсәктә, башҡорт ҡыҙына өйләнеп, ҙур ғаиләле булғас, тыуған яҡтарға ҡайтыу ниәте бар. Өфө - ҡотло һәм киләсәк быуынды башҡорт рухында үҫтереү мөмкинлеге биргән ҡала.
Юлдаш Юнысов: Башҡортостандың таҙа, гүзәл тәбиғәте, саф һауаһы ғына ла киләсәктә бында кире ҡайтыу теләге уята, сөнки Мәскәүҙә ундай рәхәтлектәр юҡ. Эйе, матур башҡорт ғаиләһе булдырыу өсөн беҙҙең республика иң яҡшы урын булһа, бизнес, карьера үҫеше өсөн Мәскәү - идеаль урын. Танылған шағирыбыҙ Рәми Ғариповтың "Тәнем менән мин ауылда тыуҙым, аңым менән тыуҙым Мәскәүҙә" тигән шиғыр юлдары бар. Шуның һымаҡ, Мәскәү һәр ваҡыт үҫештә, хәрәкәттә, ул беҙҙең белемде лә, аңды ла үҫтерә. Ә Башҡортостаныбыҙ был йәһәттән тынысыраҡ төбәк. Ул, ысынлап та, ғаиләләр өсөн тәғәйен кеүек. Шуға ла киләсәктә ике ҡалала ла йәшәү мөмкинлеге хаҡында ла уйлап ҡуям.
Һеҙ мәктәптә уҡығанда ла, Мәскәүҙә лә башлыса башҡорт йәштәре менән аралашаһығыҙ. Уларға ниндәй сифаттар хас? Ошо сифаттар араһында етешһеҙлектәр бармы?
Ғайсар Мөхәмәтйәнов: Беҙҙең кеүек башҡорт мөхитендә үҫкән кешеләргә Мәскәүгә өйрәнеп китеү бер ниндәй ҡыйынлыҡ та тыуҙырманы, сөнки унда ла башҡорттар бик күп һәм улар ҙа бик әүҙемдәр, гөр килеп ҡайнашып йәшәйҙәр, аралашалар. Унда тыумышы менән Башҡортостандан булғандар өсөн "BashStudents" исемле Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларындағы Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары төбәк-ара ассоциацияһы эшләп килә. Сит яҡта булғанда тыуған яҡтар ныҡ һағындыра бит, яҡташтар менән йышыраҡ осрашып, күрешеү теләге ҙурая, ә был ойошмаға тупланған ҡыҙҙар-егеттәр башҡортса аралаша, ижад итә, саралар ойоштора. Йәй көндәрендә Өфөнән килгән сығарылыш уҡыусылары өсөн консультациялар үткәреп, юғары уҡыу йорттарына уҡырға инергә ярҙам итештек, мәҫәлән. Ассоциациялағы йыйылыштарҙан һуң үҙеңде тыуған яҡтарға ҡайтып килгән кеүек хис итәһең. Бындай ойошма эшләүенә һәм мин үҙем уның бер өлөшө булыуыма бик шатмын.
Мәскәү дәүләт университетының үҙендә лә башҡорт йәштәрен туплаусы клуб бар, мин уның етәксеһе. Әлеге ваҡытта ул йөҙҙән ашыу кешене берләштерә.
Башҡорттар изге күңелле, яңы танышыуҙарға һәр ваҡыт асыҡ. Әгәр кеше беҙгә яҡшы мөнәсәбәттә булһа, беҙ ҙә уға һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер, ҡунаҡсыллыҡ, киң күңеллелек ҡаныбыҙға һеңгән. Минең күҙәтеүем буйынса, күпселек башҡорт ғаиләләре иманлы, ир-егеттәр ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата яҡшы мөнәсәбәттә, атай кеше һәр саҡ хөрмәт ителә, малайҙар батыр, ҡыҙҙар ярҙамсыл итеп тәрбиәләнә - был күркәм сифаттарҙың йәштәрҙә булыуы айырыуса ҡыуаныслы.
Был менталитетыбыҙға хас һыҙатты кире тип әйтеүе бик үк дөрөҫ та булмаҫтыр, әммә ҡайһы саҡта беҙ үтә лә ғорурбыҙ шул. Был сифатыбыҙ беҙҙең тарихыбыҙҙың ҡан менән яҙылыуының сағылышылыр ҙа, бәлки… Тик замандар үҙгәрә тора бит, милләт булараҡ беҙгә һығылмалыраҡ, коммуникация сифаттарын үҫтереү һәм ҡайһы берҙә тиҫкәреләшә, үҙһүҙләнә торған ҡалығыбыҙҙан арыныу ҡамасауламаҫ ине, минеңсә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ситтә йәшәгән осорҙа яҡташтарҙың бер-береһенә ҡарата бик үк ярҙамсыл булмауы ла күҙгә салынды. Башҡорт башҡортҡа хәленән килгәнсә ярҙам итеп, алға этәрһә, беҙҙән дә берҙәмерәк халыҡ булмаҫ ине.
Юлдаш Юнысов: Ғайсар менән беҙҙең уртаҡ дуҫтар күп. Һәм беҙҙең уҡыу йортонда ла башҡорт клубы бар. Бергәләп йыйылыштар үткәрәбеҙ, буш ваҡыттарҙа пикниктарға сығабыҙ. Яңыраҡ үткән сараларға килгәндә, мәҫәлән, һуңғы уҡыу көндәрендә илленән ашыу башҡорт йәштәрен йыйып, кәмәләрҙә йөҙөү буйынса ярыш ойошторҙоҡ.
Башҡорттарға хас һыҙаттарға килгәндә, мин, киреһенсә, Мәскәүҙә саҡта үҙ халҡыбыҙҙың ысынлап та ярҙамсыл икәнен аңланым. Мәскәүгә тәүге килгән мәлдә торлаҡ менән дә, адаптация йәһәтенән дә ярҙам ҡулы һуҙыусылар табылды. Күп башҡорт йәштәренә лидерлыҡ сифаттары хас икәнен дә күрҙем мин.
Кешеләр, бигерәк тә оло быуын, һәр саҡ йәштәрҙең "ҡыйыш" яҡтарын табырға ғына тора. Һеҙгә шулай тәнҡитләп һүҙ әйткәндәре бармы? Ниндәй тәнҡитте ҡабул итәһегеҙ, ниндәйен юҡ?
Ғайсар Мөхәмәтйәнов: Әлбиттә, "башҡорттар улайтмай, башҡорттар тегеләйтмәй..." тигәндәр һәр саҡ осрап тора, әммә мин ундайыраҡ тәнҡиткә бик үк иғтибар итмәйем, минең үҙ юлым, үҙ ҡараштарым бар һәм мин уларҙан тайпылмайым. Әгәр ҙә ысынлап та файҙалы кәңәш биреүсе, тәжрибәһе менән бүлешеүсе оло кеше осраһа, әлбиттә, ҡолаҡ һаласаҡмын. Ә эргә-тирәлә уралған негатив фекерҙәргә артыҡ иғтибар бүлергә ярамай, сөнки улар күңелде ағыулай. Миңә, мәҫәлән, үҙемдең эсемдәге яҡтылыҡ, яҡшылыҡ менән бүлешеү күпкә еңелерәк
Тәнҡитләүгә, ғәҙәттә, үҙҙәре бер нимәгә лә өлгәшмәгән, көсһөҙ кешеләр әүәҫ була. Улар һинең уңыштарыңа көнләшеп ҡарарға һәм әсе һүҙҙәре менән һинең күңелеңде ҡайтарырға тырышалар. Улар "биҙрәләге крабтар" теорияһындағы һымаҡ, үҙҙәре унан сыға алмағас, һине лә аҫҡа тартырға мөмкиндәр. Ә бына, мәҫәлән, тренерҙар аҡыллы кәңәштәре менән һине, киреһенсә, дәртләндерә бит...
Юлдаш Юнысов: Эйе, ололарҙың аҡыллы фекерҙәре менән ҡайһы саҡта ҡуллана белергә кәрәк, әммә заман ныҡ үҙгәрҙе, шуға ла һәр нәмәгә үҙеңдең ҡарашың булырға тейеш. Ҡайһы берәүҙәр тәүҙә миңә: "Нимәгә һиңә ул Мәскәү? Йәшәр урының, ашар ашың бар, сит яҡта йөрөмә..." - тиҙәр ине, ә хәҙер үҙҙәре беҙҙең үҫештәрҙе күреп ҡыуаналар.
Бер кем дә белеп тыумай, шуға күрә үҙеңдән юғары кимәлдә торған, үҙ эшенең оҫтаһы булған, ышаныслы уҡытыусы һәм остаздарҙың ғына фекерен тыңларға кәрәк. Сөнки тап уҡытыусың һинең үҫеүеңде теләй, хыялдарыңдың тормошҡа ашыуына булышлыҡ итерлек тәжрибәһе менән уртаҡлаша. Остаз ролендә атай-әсәйең дә була ала. Мәҫәлән, минең атайым һәр саҡ бизнес төҙөргә хыялланған һәм уның хыялдары һәм сифаттары минең күңелемә лә уйылған. Ҡыҫҡаһы, үрнәк булыр, кәрәк саҡта арҡа терәр ышаныслы кешеләрҙең генә һүҙҙәрен тыңлаһаң, был тормошта отолмаҫһың, тип уйлайым.
Шулай итеп...
Был ике йәш егеттең әңгәмә-һенән заман йәштәренең булмышы, ынтылыштары, маҡсаттары, ниндәй фекерҙәрҙе ҡабул итеүе, ниндәйен ҡолаҡҡа элмәүе аңлашыла, шулай бит. Иң мөһиме, улар үҙҙәренең рухы менән милләттең киләсәгенә өмөт уята. Афарин, егеттәр!
Айһылыу ДАУЫТОВА әңгәмә ҡорҙо.
"Киске Өфө" гәзите, №32, 14 - 20 август 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА