«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Был көндәрҙә сентябрь календары "Бөтөн донъя автомобилһеҙ бер көн" иғлан итте. Ә һеҙ машинаһыҙ йәшәй алыр инегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

КӨРТМӘЛЕ
+  - 

Көртмәлене (черника обыкновенная - Vaccinium myrtillus L.) Башҡортостандың урман-тау зонаһында йәшәүселәр һәйбәт белә. Ул ҡарағай, шыршы һәм ҡатнаш урмандарҙа үҫемлектәр япмаһының түбәнге ярусын хасил итә. Бөрйән, Белорет, Учалы райондарынан тыш, уны Асҡын, Ҡариҙел, Салауат, Балаҡатай, Дыуан һәм Яңауыл райондары территорияларында ла осратырға була.

Белорет районы Шығай ауылында ғилми экспедициялар мәлендә көртмәленең күпләп үҫкән урындарын эҙләп Ҡыраҡа тау буйҙарында байтаҡ йөрөргә тура килде. Унда көртмәленең ике төрө лә үҫә. Ошо ауылда оҙаҡ йылдар биология уҡытҡан билдәле ҡурайсы Түләбаев Мөхәмәт Усман улы, үҙенә күрә ҡурсалап, ике тиҫтәгә яҡын ҡыҙыл китапҡа ингән үҫемлектәрҙе бағып тора. Уның был тырышлығын башҡа биология уҡытыусыларына өлгө итеп ҡуйырға була.
Көртмәленең япрағынан һәм һабағынан алынған буяу менән был тирәләге халыҡ тиреләрҙе иләгән һәм көрән, һары төҫкә буяған. Яҙырға ҡара булмағанда, көртмәле төнәтмәһен ҡулланғандар. Элек-электән рәссамдар уның емешенән алынған һуттан алһыу, күк төҫтәге буяу алғандар. Ә кулинарҙар уның еләктәренән төрлө сироп, ҡайнатма һәм аҙыҡ сәнәғәтендә ҡулланыла торған буяуҙар эшләгәндәр…
Көртмәленең емештәрендә 12 процент ирекләүсе матдәләр, 7 процент органик кислоталар, 25 - 30 процент шәкәр, каротин, В, С витамины бар. Япраҡтары эфир майҙарына, гликозидтарға, С витаминына, гидрохинонға, неомиртиллинға, орлавон берләшмәләренә бай. Медицинала уның емештәре һәм япраҡтары ҡулланыла. Көртмәле күҙҙең күреү сифаттарын арттырыусы булараҡ киң билдәле. Уны летчиктарға көн һайын мотлаҡ ашарға тәҡдим ителгән ризыҡтар исемлегенә индергәндәр.
Уның емештәрен ҡул менән йәки махсус яйланма ярҙамында йыялар. Киптерер алдынан уны бер аҙ ҡояшта тоталар һәм һуңынан эҫелеге 65°-ҡа тиклем булған мейестә йәки махсус киптергестәрҙә йоҡа ғына йәйеп киптерәләр.
Көртмәле кеҫәле. 100 г көртмәле еләге, 100 г шәкәр ҡомо, 40 г крахмал, 4 стакан һыу алына. Йыуылған көртмәле еләктәрен иҙеп, һутын сығаралар. Һығындыны ҡайнатып һөҙәләр һәм шәкәр ҡомо өҫтәйҙәр. Ҡайнатмаға шунда уҡ бутай-бутай алдан һыуҙа эретелгән әҙер крахмалды өҫтәйҙәр. Артабан уны ҡайнатып еткергәс тә уттан алалар.
Әҙер кеҫәлгә алдараҡ һығып алынган һутты өҫтәйҙәр. Эсер алдынан һалҡын урынға ҡуйып алырға кәрәк.
Көртмәле компоты. 3 стакан көртмәле, 100 г шәкәр ҡомо, 3 стакан һыу. Шәкәр ҡомон, һыуҙа эретеп, ҡайнатып алалар һәм уға көртмәлене төшөрөп, яңынан ҡайнаталар. Табынға бирер алдынан һыуытҡыста тоторға кәрәк.
Көртмәленән ҡайнатма әҙерләргә була. Ул иң һәйбәт деликатес ашамлыҡтар иҫәбендә.

Сәфәрғәле ЙӘНТҮРИН,
биология фәндәре докторы, профессор.

"Киске Өфө" гәзите, №32, 14 - 20 август 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.08.26 | Ҡаралған: 113

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru