
Башҡортостан Республикаһының Милли музейында асылған "Ат иле" күргәҙмәһе икенсе тапҡыр үткәрелә һәм "Башҡорт аты" халыҡ-ара фестивале традицияларын дауам итеүсе проект был юлы республикабыҙҙың Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Туймазы, Салауат һәм башҡа ҡала һәм ауылдарынан, шулай уҡ Ставрополь крайының Ессентуки ҡалаһынан 66 оҫтаны берләштерҙе.
Күргәҙмәгә сығарылған 200 ашыу ижади эштә борон-борондан башҡорттоң тоғро юлдашы булған аттар ниндәй генә һында, ниндәй генә ысул-алымда һүрәтләнмәгән: үрәпсегән айғырҙар, тыныс ҡына көйшәп йөрөгән бейәләр, инәләре янында шаярышҡан ҡолондар - һәммәһе лә бар. Бында төрлө йәштәрҙәге рәссамдарҙың сағыу-сағыу картиналарын да, һырлап яһалған ағас скульптураларҙы ҙа, күңел йылыһы һалып башҡарылған кейеҙ панноларын да, нескә керамика эштәрен дә күрергә мөмкин. Рәсми асыу тантанаһынан һуң проект авторы, этнография бүлеге етәксеһе Лилиә Барлыбаева үткәргән экскурсия ваҡытында күргәҙмәгә ҡуйылған эштәре янында сығыш яһаған һәр авторға аттар темаһы үҙенсә яҡын икәне шунда уҡ төҫмөрләнде һәм һоҡланыу уятты.
Ә бына барыһының да иғтибарын йәлеп иткән ете ат башы һүрәтләнгән картинаның авторы - Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы Гөлшат Закирова менән бәләкәй генә әңгәмә лә ҡороп алдыҡ:
- Кескәй сағымдан, әсәйем һүҙҙәре буйынса, өҫтәл аҫтында һүрәт төшөрөп йоҡлап китә торған бала булғанмын мин, - тип һөйләне ул. - Әммә аттарға ҡарата булған һөйөүем рәссамлыҡтан да иртәрәк беленгәндер, моғайын, сөнки алты йәштәрҙә уҡ атайым мине атка атландырғайны, шул саҡтан алып ат йәнле кешегә әүерелдем. Үҙем мин Дәүләкән районының Яңы Яппар ауылында үҫтем, хужалыҡта һәр саҡ аттар бар ине, ныҡлы һыбай йөрөп өйрәнгәс, һабантуйҙарҙа ат сабыштарында ҡатнаша торғайным.
Тояҡлы дуҫтарыма ҡарата булған һөйөүемде һүрәттәрҙә сағылдырғанымды күргәс, атай-әсәйем мине Ҡ. Дәүләткилдиев исемендәге Республика художестволы гимназия-интернатҡа уҡырға бирҙе. Унан һуң З. Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институтында юғары белем алдым.
Был күргәҙмәгә тәҡдим иткән картиналарым һуңғы ике йылда ижад ителгән. Уларҙың күбеһендә үҙемдең бала сағым һынландырылған. Мәҫәлән, "Сабыш" ("Забег") картинаһындағы ете ат башы башҡорттағы ете төп ырыуҙы сағылдыра. Һәр атҡа кешегә хас сифаттар һалынған: береһе ҡурҡыбыраҡ торһа, икенсеһенең ҡиәфәтендә сабырлыҡ, өсөнсөһөндә түҙемһеҙлек һынланған. Әммә, тап тормоштағыса, шул етәүҙең тик береһе генә еңеүсе буласаҡ (һүрәттә).

Ә "Яҙ" һүрәтендәге тырма һөйрәткән һыбай малай образы - минең үҙемдең бала сағым. Яҙғы сағыу көндә аҡрын ғына эшләп йөрөгән бейә янындағы ҡолон - ул тәбиғәттең, ғүмерҙең башы һәм был өсәү алға, киләсәккә табан юл алған. "Чемпиондар" картинаһында ялдары таҫмалар менән биҙәлгән бәйге аттарының көсө теҙгенде тотҡан башҡорт егетенең көсө менән сағыштырып төшөрөлгән (һүрәттә).

Мин, ғөмүмән, тормоштан, үҙебеҙҙең башҡортса йыр-бейеүҙәрҙән ил-һам алып йәшәйем. Иң мөһиме, башыңда ҡапыл килеп тыуған сағында эскиздарҙы ҡағыҙға төшөрөп ҡалырға кәрәк, артабан сюжет, композиция буйынса эште яйлабыраҡ башҡарырға ла мөмкин. Әлбиттә, рәссамдың картиналары шәхси коллекциялар өсөн алынһа, матди яҡтан был уңыш, әммә миңә күңел һалып башҡарған эштәремдән айырылыуы ҡыйын. Яҙыусы, мәҫәлән, китаптарын күп даналы тираждар менән сығара ала, ә рәссамдың ижад емеше бер генә экземплярҙа донъяға тыуа бит.
Күргәҙмәлә кейеҙгә һалынған һүрәттәр ҙә иғтибарҙы йәлеп итте. Шул эштәрҙең бер авторы - педагог, график һәм декаратив биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫтаһы Земфира Ғиләжева менән һөйләшәбеҙ:
- Мин тыумышым менән Ауырғазы районының Кәлсер-Буран ауылынанмын. Мәктәптә тәүҙә музыка менән шөғөлләндем, шунан үҙ теләгем менән һүрәт төшөрөү түңәрәгенә күстем. Шул ваҡытта тәүге һүрәттәремдең береһен Өфөгә алып китеп, үҙәк телевидение аша күрһәттеләр. Был хәл минең, уҡытыусылар ғаиләһендә үҫкән ябай ауыл ҡыҙының, күңелен ни хәтлем илһамландырғанын һөйләп тә торорға кәрәкмәйҙер. Мәктәптән һуң педагогия училищеһының художество-графика факультетына уҡырға индем.
Күпселеген графика жанрында төшөрә инем. 2006 йылда Нефтекама ҡалаһындағы художество мәктәбендә эшләп йөрөгән мәлдә Әбйәлил районының Буранғол ауылына кейеҙ баҫыу буйынса семинарға барырға тәҡдим иттеләр. Кейеҙ эшләү алымы менән танышып, "Бөрйән ҡыҙы" бейеүен кейеҙҙә һүрәтләгән тәүге эшем бик уңышлы килеп сыҡты.
Кейеҙ баҫыуҙа мин төрлө темаларға мөрәжәғәт итәм, мәҫәлән, ҡатын-ҡыҙ, ғүмерҙең тиҙлеге хаҡында картиналарым бар. Ә "Батырҙың тыуыуы" ("Рождение Батыра") тигән был күргәҙмәләге эшем бөгөн ил өсөн бик тә ауыр заманда йәндәрен аямаған батырҙарҙы һүрәтләй.
Йыш ҡына минән эштәремдең хаҡы тураһында һорайҙар, ә минең өсөн иң юғары хаҡ - ул художество мәктәбендә минән кейеҙ менән эшләргә өйрәнгән балаларҙың белеме. Улар киләсәктә ғүмерҙәрен был һөнәр менән бәйләмәҫтәр ҙә, бәлки, әммә ҡул менән эшләргә өйрәнеүҙәре, күргәҙмәләр ойоштороуҙары, яйлап милли йолалаларыбыҙ тергеҙелеүе минең өсөн иң юғары баһа.
Шулай итеп...
Күргәҙмәне асыу тантанаһында сығыш яһап, БР Милли музейы директоры Рөстәм Исхаҡов ат образы Рәсәй халыҡтары, бигерәк тә башҡорт халҡы тарихы һәм мәҙәниәте менән тәрән бәйләнештә икәнен һыҙыҡ өҫтөнә алғайны. Ат йәнлеләрҙең ижади эштәрендә лә күрергә була ине был хәҡиҡәтте. Әйткәндәй, күргәҙмә БР Милли музейында 13 сентябргә тиклем күрһәтеләсәк һәм артабан республика төбәктәренә юлланасаҡ.
Айһылыу ДАУЫТОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №33, 21 - 27 август 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА