«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38
Октябрь
   39 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Рәсәй мәктәптәрендә ун меңгә яҡын уҡытыусы етешмәй. Шул уҡ хәл дауаханаларҙа ла, заводтарҙа ла һәм фәнни учреждениеларҙа ла күҙәтелә. Ни өсөн юғары уҡыу йорттарын тамамлаусылар бюджет өлкәһенә эшкә бармай?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

МӘҒЛҮМӘТТЕ АҢЛАП, ҺӨҘӨП ҠАБУЛ ИТ!
+  - 

Бөгөнгө еңел булмаған осорҙа замандаш зыялыларҙың үҙ халҡына әйтер һүҙе ниндәй булыр?

Фәнил БҮЛӘКОВ, шағир, Зәйнәб Биишева исемендәге 140-сы Башҡорт гимназияһы директоры:
Ысынлап та, беҙҙең быуынға бик ҡатмарлы осор тура килде. Әлбиттә, һәр замандың үҙенең һынауҙары: 90-сы йылдар, мәҫәлән, бер төрлө үҙгәрештәр, ауырлыҡтар ваҡыты булһа, бөгөнгө көндәр психологик яҡтан тағы ла ҡатмарлыраҡ, тип уйлайым. Хәҙер идеологиялар һуғышы интернет селтәрҙәре аша бара, шуға ла кешегә дөрөҫ фекергә килеүгә ауыр ваҡыттар. Ошондай заманда ла яҡшыны насарҙан айырып өйрәнергә, һалҡын аҡыл менән эш итә белергә кәрәк.
Иң тәүҙә үҙ аҡылыңа таяныу, һәр нәмәне үлсәп, анализлап ҡарау мөһим, кинәт кенә һығымтаға килергә ярамай. Икенсенән, илебеҙҙең, халҡыбыҙҙың үткәнен өйрәнергә, йәғни, меңәрләгән йылдарға һуҙылған тарихты яҡшы белергә кәрәк. Нисәнсе генә йылдарҙы алма, илдәр араһында аҡыл һәм матди ресурстар өсөн көрәш, идеологиялар бәрелеше һ.б. сәбәптәр арҡаһында һәр ваҡыт ниндәйҙер ҡаршылыҡтар булып торған. Илдәр араһындағы үткәндәрҙә булған мөнәсәбәттәрҙе өйрәнеү кешеләрҙең психологияһын өйрәнгән кеүек бит ул. Тарих - ул ҡуласа, төрлө хәлдәр ваҡыт үтеү менән ҡабатланып тора, шуларҙы белеү хаталы фекерҙәрҙән аралай аласаҡ, минеңсә.
Ҡайһы бер әҙәмдәрҙең аңы үҙенә уңайлы тип күренгән фекерҙең ағын да, ҡараһын да шунда уҡ һеңдерергә, тиҙ генә берәй һығымта яһап ҡуйырға әҙер. Был йәһәттән информацион яҡтан белемле булыу һәм дөрөҫ мәғлүмәттән ялғанын айыра белеү, ә бының өсөн төрлө технологияларҙы өйрәнеү, рәсми мәғлүмәттәргә таянып ҡына эш итеү бик тә мөһим.
Шулай уҡ әлеге мәлдәрҙә, бигерәк тә оло быуын араһында, интернеттан төрлө мәғлүмәттәрҙе уҡып ҡурҡыуға, хатта паникаға бирелгәндәр бар. Ҡан ҡойош, криминал хаҡында яңылыҡтар уҡып, ниндәйҙер ҡәнәғәтләнеү, адреналин алғандар ҙа осрай. Ә ҡәҙимге кешегә паникаға бирелмәҫ өсөн бөтә мәғлүмәтте һөҙөп ҡарау кәрәк һәм беренсе урынға һинең ғаиләң, яҡындарың, яратҡан эшең ҡуйылырға тейеш, тип уйлайым. Эш менән мәшғүл, төрлө проблемаларҙы хәл иткән кеше тирә яҡтағы ығы-зығыға бирелеп ултырмаясаҡ бит. Минең үҙемдең, мәҫәлән, бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк эшем, ижадым бар. Эйе, үҙеңдең ниндәйҙер фекереңде образдар аша еткерергә, күңелеңдәге төйөндәрҙе ижад аша ла сисергә мөмкин, ҡыҫҡаһы, үҙеңде ҡыҙыҡһындырған хобби һәм фекерҙәштәреңде табырға кәрәк.

"Киске Өфө" гәзите, №33, 21 - 27 август 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.08.26 | Ҡаралған: 90

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru