
Уҡыусыларыбыҙға зыялы заман башҡорто - Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты директоры, медицина фәндәре докторы, профессор, РФ-ның һәм БР-ҙың атҡаҙанған табибы, БР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, Рәсәй офтальмологтары йәмғиәте рәйесенең беренсе урынбаҫары, БР-ҙың фән һәм техника өлкәһендә дәүләт премияһы, БР Фәндәр академияһы премияһы лауреаты, академик А.П. Нестеров миҙалы кавалеры, 19 монография, 885-тән артыҡ ғилми хеҙмәт, 150 РФ патенты авторы Мөхәррәм Мөхтәрәм улы БИКБОВ менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.
Уҡыусыларыбыҙҙы иң тәүҙә тыуған яҡтарығыҙ, үҙегеҙ, нәҫел-нәсәбегеҙ менән таныштырып китегеҙ әле, хөрмәтле Мөхәррәм Мөхтәрәм улы.
- Мин Ырымбур өлкәһе Октябрьский районының Беренсе Иманғол ауылында тыуғанмын. Заманында ауылыбыҙҙан байтаҡ ҡына күренекле шәхестәр сыҡҡан. Мәҫәлән, күренекле башҡорт революционеры Бәхтегәрәй Шәфиевты, Башҡорт дәүләт драма театрына нигеҙ һалыусыларҙың береһе, актёр, режиссёр, драматург, РСФСР-ҙың атҡаҙанған, БАССР-ҙың халыҡ артисы Вәлиулла Ғәйназар улы Мортазин-Иманскийҙы атап үтергә була. Бәхтегәрәй Шәфиев оләсәйемдең ике туған ағаһы була. Атайымдың әсәһенең (икенсе оләсәйем) бер туған ағаһы, Ленин ордены кавалеры Иҫәнсурин Рөстәм Әхмәт улы ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының икенсе секретары вазифаһын биләй, 1937 йылда репрессияға дусар ителеп, 1938 йылдың июлендә атып үлтерелә.
Иманғол ауылының XIX быуатта уҡ киң танылыу тапҡан шәхестәренән аталы-уллы Абдулла һәм Абдулғәзиз Дәүләтшиндарҙы атап була. Улар - күренекле башҡорт дворяндары, тархандар. Абдулла Дәүләтша улы Дәүләтшин 1848 йылдан бирле Иманғол ауылында йәшәй. Төрлө йылдарҙа 1-се һәм 10-сы башҡорт кантондарының башлығы була, Хива походында ҡатнаша, полковник. Ырымбур губернаһы ауылдарында указлы мулла, ахун дәрәжәләрендә дини эшмәкәрлек алып бара, төрөк, фарсы, ғәрәп телдәрен яҡшы белгән дин әһеле була. 1856 йылда башҡорт депутацияһы составында Александр II тәхеткә ултырыу тантанаһында ҡатнаша, миҙал менән бүләкләнә. Уның улы Абдулғәзиз Дәүләтшин Рәсәй армияһында хеҙмәт итә, хәрби училище юнкерынан генерал-майор званиеһына тиклем үҫә. Хәрби шәрҡиәтсе һәм разведчик. Хәрби хеҙмәттәре өсөн 3-сө һәм 2-се дәрәжәле Изге Станислав, 2-се дәрәжәле Изге Анна, 3-сө дәрәжәле Изге Владимир ордендары менән бүләкләнә. 1918-1920 йылдарҙа Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының Бөтә Рәсәй Баш штабында хеҙмәт итә.
Иманғол ауылы үҙ ваҡытында ҙур башҡорт ауылдарынан һанала, XIX быуатта ауылда ике йәмиғ мәсете, өс класлы училище, бер нисә магазин була. Ауыл кешеләре малсылыҡ, ер эшкәртеү, сауҙа итеү, таш сығарыу эштәре менән шөғөлләнә. Ауылыбыҙға беҙҙең 7-се быуын ҡартатайыбыҙ Шөкөр һәм уның ырыуҙаштары менән бергәләшеп, тархан Иманғол Мырҙағолов нигеҙ һала. Нәҫелебеҙ суун-ҡыпсаҡ ырыуына ҡарай. Архив документтарынан күренеүенсә, Бикбау Рахманғолов беҙҙең фамилиябыҙҙы башлап ебәреүсе зат булған. Хәрби хеҙмәттә зауряд-есаул званиеһын ала, Рәсәй хөкүмәтенең Бохараға һәм Хиваға ебәрелгән дипломатик миссияһы составына индерелә, сөнки ул төрки телдәрендә иркен һөйләшә алған. Уның ҡартатаһы Шөкөр XIX быуаттың 70-се йылдары башында Рәсәй армияһының поляк конфедераттарына ҡаршы йүнәлтелгән хәрби походында ҡатнаша, ул башҡорт ғәскәренең Кинйә Арыҫланов командаһы яугиры була.
Иманғол ауылы Һалмыш йылғаһы буйында урынлашҡан, ауыл янынан Ырымбур тракты үтә. Мин дуҫтарым менән ауылдың иҫке зыяратындағы әлегә тиклем һаҡланып ҡалған ҡәбер таштарын ҡарап, унда кемдәр ерләнгәнен асыҡлай алдым. Атап әйткәндә, бабабыҙ Бикбау Рахманғоловтың, уның улы Хәбибулланың һәм ейәне Баҡыйҙың һәм ул замандың башҡа бер кешеләренең ҡәберҙәре табылды, мин улар иҫтәлегенә һәйкәл ҡуйҙырттым. Ул замандарҙан ике быуат ярымдан ашыу ваҡыт үтеп киткән, тыуған ауылыбыҙ 2025 йылда үҙенең 280 йыллығын билдәләне.
Яҡташтарығыҙ атай-әсәйегеҙҙе лә тырыш, уҡымышлы, егәрле кешеләр, тип яҡшы баһа биреп иҫкә ала икән...
- Улар икеһе лә бер ауылда тыуып үҫкәндәр. Атайым ауыл хужалығы институтын, әсәйем - Ырымбур педагогия институтын тамамлағас, байтаҡ ҡына йылдар тыуған яҡта эшләйҙәр. Улар - үҙ заманы ауылдарының башҡорт интеллигенцияһы вәкилдәре. Атайым колхоз рәйесе булғас, уны ваҡыты-ваҡыты менән өлкәнең төрлө райондарына хужалыҡ етәксеһе итеп ебәрәләр, ә әсәйем мәктәп директоры вазифаһында эшләне. Әйткәндәй, атайым менән әсәйем тиҙ генә өйләнешмәгәндәр, күрәһең, әсәйем уны тәүҙә һынап йөрөгәндер. Яңыраҡ атайымдың уға яҙған хаттарын табып уҡыным, улар шундай көслө һәм матур һөйөү хисе менән һуғарылып яҙылған, иҫең китерлек...
Ниндәй мәктәптәрҙә урта белем алдығыҙ?
- Етәксе кеше булараҡ, атайымды бер урындан икенсеһенә күсереп йөрөттөләр, шуға күрә Ҡыуандыҡ, һуңынан Түлгән районы мәктәптәрендә уҡырға тура килде. Атайымды рус староверҙары йәшәгән Ключи ауылына эшкә ебәргәс, әсәйем унда мәктәп директоры итеп тәғәйенләнде. Ул, был төпкөлдәге рус ауылы мәктәбендә тейешле кимәлдә белем ала алмаяғасым хаҡында уйланып, мине Стәрлетамаҡта йәшәгән ағайымдарға ебәрергә булды. Унда физика-математика йүнәлешендәге 3-сө мәктәпте тамамланым, ул республика кимәлендә танылыу тапҡан алдынғы мәғариф учреждениеһы ине. Әйткәндәй, үҙ ваҡытында Раиса Горбачева ла ошо мәктәптә уҡыған.
Һеҙ медицина өлкәһе менән ҡасаныраҡ ҡыҙыҡһына башланығыҙ?
- Мәктәптә тәбиғи фәндәргә иғтибар ни тиклем өҫтөнлөклө булмаһын, мин медицина, кеше организмы, уның эске торошо, нисек эшләүе тураһындағы мәғлүмәттәр менән ҡыҙыҡһына башланым. Иң беренсе сәбәп - 1974 йылда Мәскәү психиатры һәм психотерапевы Владимир Левиның "Охота за мыслью" тигән китабын уҡып сыҡтым, шул китаптағы кеше мейеһе эшмәкәрлеге менән бәйле мәғлүмәттәр миңә айырыуса ныҡ оҡшағайны. Шул саҡта уҡ кеше мейеһенең серҙәрен өйрәнеү хаҡында уйлана башланым. Мәктәптә математика фәнен тәрәнәйтеп уҡытыу минең формалашып килгән характерыма ныҡ йоғонто яһаны: тормошомда һәм эшемдә һәр саҡта ла теүәллекте, аныҡлыҡты һәм йыйнаҡлыҡты өҫтөн күрәм һәм башҡаларҙан да ошоларҙы талап итәм. Һөнәрем офтальмолог булғас, бигерәк тә микрохирургия өлкәһендә, әле иҫкә алынған сифаттарҙың күҙ табибы өсөн үтә мөһим булыуын инҡар итеп булмай.
Тимәк, һеҙ медицина институтын аңлы рәүештә, үҙегеҙҙең теләгегеҙгә ярашлы һайлағанһығыҙ, тип һығымта эшләргә була?
- Башҡорт дәүләт медицина институтында 1974 - 1980 йылдарҙа уҡыным. Офтальмолог специальносен үҙ итеүемдең төп сәбәбе - уҡытыусы-остаздарыбыҙҙың беҙҙең өсөн башҡа бер кем менән дә алыштырғыһыҙ өлгө булыуы һәм уларҙың шәхси йоғонтоһо. Ул саҡта күҙ ауырыуҙары кафедраһында иҫ киткес талантлы табиб-педагогтар эшләй ине. Башҡортостан офтальмологияһының легендаһы, атаҡлы күҙ табибы, профессор Ғабдулла Хәбир улы Ҡоҙаяров үҙе ни тора! Ә уның улы, медицина фәндәре докторы Радомес Ғабдулла улы күҙ ауырыуҙары кафедраһы мөдире ине. Ул саҡтағы кафедра ассистенты Сания Исхаҡ ҡыҙы Сөнәеваның шул тиклем белемле һәм бер үк ваҡытта студенттарға талапсан булыуы арҡаһында офтальмология өлкәһен һәйбәт үҙләштерә алғанбыҙҙыр, тим. Әлбиттә, ул саҡта кафедрала доцент вазифаһында эшләгән Марат Тәлғәт улы Аҙнабаевты ла бик хөрмәтләп иҫкә алыу фарыз. Уның лекциялары аныҡлығы, бик төплө булыуы менән иҫтә ҡалһа, төҫ-ҡиәфәте менән дә үҙенә ылыҡтырып тора ине: ҡара сәсле, тура һынлы, бик матур йәш уҡытыусы булды ул.
Йәнә, заманса офтальмологияны оптик приборҙарһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай, шуға күрә был өлкәлә физика менән бәйле мәғлүмәттәрҙе белеү талап ителһә, ә дауалау ысулдарын билдәләгәндә математик иҫәпләүҙәр, төрлө график һыҙмалар ҙа ҡулланыла. Шул уҡ лазер ярҙамында дауалау күҙ микрохирургияһы өлкәһенә физик, оптик технологияларҙы индереү аша ғәмәлгә ашырыла башланы. Ғөмүмән, медицинаның башҡа бер өлкәһенең дә физика һәм математикаға офтальмологиялағы кеүек яҡынлығы юҡ. Физикалағы материаль оптика офтальмологияла "тере" оптикаға әүерелә, сөнки ул тере кешенең ауырыу күҙҙәрен дауалау, тергеҙеү сараһы тип ҡулланыла. Шуға күрәлер инде, 4-се курста уҡығанда уҡ мин медицинала үҙ йүнәлешемде тапҡайным инде. Бында остазым Марат Тәлғәт улының роле ҙур булды, ул мине үҙенә яҡынайтты, күп нәмәләргә өйрәтте, микроскоп ҡулланып эшләгән тәүге микрохирургик операцияларҙы үҙ күҙҙәрем менән күреп, зиһенемә һеңдерә барыу насип булды. Уның лекциялары шул тиклем ҡыҙыҡлы булды, бар донъябыҙҙы онотоп, мөкиббән китеп тыңлай инек. Марат Тәлғәт улының күҙ микрохирургияһы өсөн нисек итеп үҙ ҡулдары менән инструменттар эшләүенә лә шаһит булдыҡ ул саҡта. 6-сы курста уҡығанда мин үҙемдең уның кеүек үк маһир күҙ табибы булырға тейеш икәнемә инанғайным инде. Шуға күрә интернатурала уҡыған ваҡытымды офтальмология буйынса белемдәремде һәм күнекмәләремде камиллаштырыуға арнаным.
Профессиональ юлығыҙҙы ҡайҙа башлап ебәрҙегеҙ?
- Элек институтты тамамлаған йәш белгестәрҙе ҡайҙа эшкә ебәреүҙе махсус комиссия хәл итә ине. Мин үҙ теләгем менән Күмертау ҡалаһын һайланым. Унда күҙгә операция эшләй белеүсе бер генә окулист та юҡ ине. 5 йыл буйына шунда һөнәри сынығыу алыуыма һис бер үкенмәйем, ошо ваҡыт дауамында байтаҡ ҡына тәжрибә туплай алдым. Күмертауҙа йәшәнем, поликлиникала пациенттарҙы ҡабул иттем, ә төштән һуң автобуста Ермолай ҡасабаһына операция эшләргә барып йөрөнөм, сөнки күҙ ауырыуҙары бүлеге шунда урынлашҡайны. Тәүге осорҙа күп нәмә етешмәне, Марат Тәлғәт улына рәхмәтлемен, ул беҙгә һәр бер осраҡта ла ярҙам ҡулын һуҙып торҙо. Ермолай ҡасабаһындағы дауахана элекке помещик, отставкалағы генерал Ипполит Шоттың бер бик матур итеп һалынған бинаһында урынлаштырылған була, һөйләүҙәренә ҡарағанда, ул бында ҡасандыр араҡы заводы һалдырған, уны таҙартыу өсөн таш күмер ҡулланған. Бында заманына ҡарата һәйбәт йыһазландырылған күҙгә хирургик операциялар яһау блогы булдырыу өсөн арыу ғына тырышырға тура килде..
Баш ҡалабыҙға ҡайтып эшләй башлау бигүк еңелдәрҙән булмағандыр ул?
- Әлеге лә баяғы, Өфөгә мине Марат Тәлғәт улы саҡырҙы: "Әгәр ҙә офтальмология өлкәһендә ғилми эштәр менән дә шөғөлләнергә теләһәң, һиңә Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтына эшкә урынлашырға кәрәк, - тине ул. - Ҡәҙимге күҙ табибы булып һәр кем эшләй ала, ә һиңә фән менән шөғөлләнергә, үҫергә кәрәк". 1985 йыл, мин өйләнгәнмен, ҡыҙыбыҙ бар, Күмертау ҡалаһында фатир ҙа биргәйнеләр. Ә Өфөлә һиңә бер кем дә фатир әҙерләп тормай бит инде. Ни булһа ла булыр, тинем дә, ошо институтта эшләй башланым. Институт биләмәһендәге гараж өҫтөндә бер тораҡ төҙөп ҡуйылған, шунда йәшәй башланыҡ. Иртән иртүк шоферҙар эшкә килә, машиналарын тоҡандырып ебәрһәләр, бүлмәбеҙ газ менән тула. Бүлмәнең иҙәнен ҡутарып ҡараһам, гараж күренеп торорлоҡ ярыҡтар бар. Шулай йәшәп киттек Өфөлә.
Әңгәмәбеҙ барышында лирик сигенеү эшләп, фәлсәфәүисә яңғыраған бер һорау бирәйем әле. Медицина фәне һәм дауалау ғәмәлиәте әҙәми заттың теге йәки был ағзаһы менән туранан-тура бәйле рәүештә формалашҡан. Һеҙ - күҙ табибы. Кешенең йәшәйеше өсөн мөһим булмаған ағзалары юҡ, әммә, уйлауымса, кешеләр үҙҙәренең күҙҙәренә ҡарата айырым бер ҡараш-мөнәсәбәт булдырған. Ул халҡыбыҙҙың фольклорында, уның телендә лә айырым асыҡ сағылыш тапҡан: күҙ ҡараһындай һаҡлау, күҙ алмаһы кеүек ҡәҙерле, күҙҙән яҙҙырмау, күҙ һалыу, күҙ төшөү, күҙ тейеү, күҙ бәйләнеү, күҙ яуын алыу, күҙ ҡыҙыу, һин минең күҙ нурым, күҙ алмам һ.б. шундай һүҙбәйләнештәр телебеҙҙән төшмәй тиерлек. Тәрәндәнерәк, төптәнерәктән уйлап ҡараһаң, Homo sapiens тип аталған кешенең аҡылы тап күҙҙәре аша яралғандыр, тип фекер йөрөтөргә була. Ошо хаҡта ни әйтер инегеҙ?
- Халыҡ аҡылы үҙенән-үҙе генә яралмай, ул кешелек барлыҡҡа килгәндән башлап, әллә күпме меңәр йылдар дауамында формалашҡан. Беҙгә тиклем ер йөҙөндә иҫәпһеҙ күп миллион кешеләр йәшәп киткән. Уларҙың һәр береһе үҙҙәрен уратып алған тәбиғи мөхитте һиҙеү, тойоу ағзалары аша һәр даим күҙәтеп барып, уны өйрәнеү, барса нәмәне танып белеү, һәр бер нәмәнең асылына төшөнөү мөмкинлегенә эйә булған, уларҙың фекерләү ҡеүәһе артҡандан-арта барған. Һөҙөмтәлә кешеләр йәмғиәтендә донъяға билдәле бер ҡараштар тупланған, төрлө инаныстар, шул иҫәптән дини һәм донъяуи тәғлимәттәр, философия барлыҡҡа килгән.
Ә кеше үҙе һәм тышҡы мөхит хаҡындағы мәғлүмәттәрҙе ҡайҙан алған һуң? Әлбиттә, кеше туплай алған мәғлүмәттәрҙең күпселеге уның күҙҙәре, ғилми телдә әйткәндә, күреү анализаторы аша формалашҡан. Кеше зиһенендәге барса мәғлүмәттең 90 проценты уның күҙҙәре аша хасил була, тиһәк, һис яңылышмабыҙ. Күҙҙәребеҙ - донъяны күреү, белеү, таныу өсөн тәғәйенләнгән биотәҙрәгә тиң бит. Еҫ һиҙеү, тәм тойоу, ҡулдар, тире аша һиҙеү һәм хатта ишетеү анализаторҙары аша тышҡы донъя тураһында шул тиклем ентекле һәм объектив мәғлүмәт алып булмай. Ямғыр яуғанын, күк күкрәгәнен, тәбиғәттәге башҡа тауыштарҙы ишетеп була, әммә ошондай күренештәрҙе үҙ күҙҙәрең менән күрмәгән халәттә уларҙың ысынбарлыҡта ниндәй булыуҙарын тулыһынса белеү мөмкин түгел. Ғөмүмән, аңыбыҙҙа тәбиғәттең тулы һәм тере картинаһы тик үҙ күҙҙәрең менән күрә алған осраҡта ғына хасил була, ишетеү, еҫ тойоу, тәнең менән һиҙеү аша алынған мәғлүмәттәр күреү аша берләштерелә һәм билдәле бер тулы образды тәшкил итә. Тәнең менән ҡояш йылыһын һиҙә алаһың, әммә ҡояш ҡалҡҡан йә иһә көн байыған саҡта донъяның ни тиклем матур булыуын тик күҙҙәрең менән күреп аңлайһың. Ә башҡорт халҡына килгәндә, уның менталитетына аҡыл менән бергә хислелек, фани донъябыҙҙы поэтик кисерештәр аша ҡабул итә алыу хас. Берәй кеше хаҡында "Уның күҙҙәре нурлы", тиһәләр, беҙ был кешенең көләс, яғымлы, изге хисле икәненә ышанабыҙ. Ә әҙәм балаһының күреп, танып белеүе аша уның аңында фекерләй алыу һәләте бар була, күҙҙәре уға донъяны аңлай алыу мөмкинлеген бирә.
XIX быуаттың билдәле философы Фридрих Энгельс "Билдәле бер мәғәнәлә хеҙмәт кешенең үҙен барлыҡҡа килтергән", тип әйтһә, кешенең күҙҙәре уның аҡылын хасил иткән, тип һығымта эшләргә булалыр...
- Улай уҡ тип әйтмәһәк тә, күҙҙәрҙең кеше аңында донъя картинаһын булдырыу йәһәтенән ни тиклем мөһим булыуын инҡар итеп булмай. Образлыраҡ итеп әйткәндә, кеше күҙҙәрен уның мейеһенең тышҡы мөхиткә сығарып ҡуйылған ағзаһы итеп ҡарарға була. Күҙҙәр аша ингән барса мәғлүмәт кеше мейеһенең ҙур ярымшарҙары ҡабығына ебәрелә, унда анализлана һәм билдәле бер образдарҙы һәм нейрон реакцияһын тыуҙыра. Бындай ҡараш үтә материалистик булған хәлдә лә, шул уҡ күҙҙәр аша кешенең донъя менән рухи бәйләнештәре ғәмәлгә ашырыла бара. Башҡа берәүҙең һөйләгәндәрен тыңлап-ишетеп тә рухи төшөнсәләрҙе аңлап була, әммә йәмғиәттең рухи ысынбарлығы тулы кимәлдә һәр бер быуындың донъяны күреп таныуы, башҡа кешеләр менән аралашыуы, китаптарҙан уҡып белеүе, мәктәптәрҙә тәрбиә алыуы аша формалаша.
Һеҙ етәкләгән Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты ойошторолоуға быйыл 100 йыл тула. Оҙайлы һәм бай тарихлы, медицина фәнендә һәм халыҡҡа ғәмәли офтальмология ярҙамы күрһәтеү буйынса үҙенең ҡаҙаныштары менән хөрмәт һәм һоҡланыу уятыусы күркәм ойошма булып танылды ул. Уҡыусыларыбыҙҙы институттың тарихы менән таныштырып китһәгеҙ, урынлы булыр ине.
- Институтыбыҙҙың тарихы менән күптән ҡыҙыҡһынам, һөҙөмтәлә авторҙашым Юлия Ғәлимова менән "Грани света" тигән ҙур күләмле монография яҙҙыҡ, ул 2 тапҡыр - 2016 һәм 2023 йылдарҙа Мәскәүҙең "Апрель" нәшриәтендә донъя күрҙе.
Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты Башҡортостанда ғына түгел, тотош Рәсәй кимәлендә иң беренселәрҙән булып барлыҡҡа килгән медицина учреждениеһы. Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә барлығы 4 күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты бар, уларҙың өсәүһе Мәскәүҙә булһа, башҡа субъекттарҙа бындай ойошма юҡ.

Беҙҙең институттың тарихи тамырҙары XIX быуатҡа барып тоташа. Батша Рәсәйендә халыҡҡа офтальмология ярҙамын күрһәтеү мәсьәләһен дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, статс-секретарь Константин Карлович Грот күтәреп сыға. Уның тәҡдиме менән 1881 йылдың 13 февралендә шәхси хәйриә йәмғиәте - Императрица Мария Александровнаның һуҡырҙарҙы бағыу попечителлеге асыла. 1886 йылдың 31 авгусында Попечителлектең Рәсәй төбәктәрендә ойошторолған бүлексәләренән дүртенсе булып Өфө бүлексәһе эш башлай. Попечителлектең Өфө бүлексәһе Советы вазифаһын Өфө губернаторҙары башҡара.
XIX быуат аҙаҡтарында - XX башында Волга буйынан Сахалинға, Якутияға тиклем арауыҡта трахома тип аталған күҙ ауырыуы киң таралған була. Трахоманан яфаланған кешеләр Өфөлә лә, губерна биләмәләрендә лә күп була. Шуға күрә 1901 йылдың авгусында Өфөлә күҙ дауаханаһы асыла, уның директоры итеп йәш күҙ табибы Арсений Александрович Бельский тәғәйенләнә. Ул саҡта күҙ хирургияһында микроскоптар ҡулланылмауына, махсус тегеү ептәре булмауына ҡарамаҫтан, доктор Бельский яһаған операциялар бик һө-ҙөмтәле була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул Бөйөк Ватан һуғышынан һуң репрессияға дусар ителеп, 1949 йылда Кемерово өлкәһенең Ленинск-Кузнецкий ҡалаһында вафат була. Дауахана ошо форматта 1926 йылға тиклем эшләй.
Совет власының тәүге йылдарында уҡ Башҡорт республикаһында йәшәгән халыҡтарҙың трахома сиренән йонсоуы айҡанлы был аяуһыҙ күҙ сиренә ҡаршы көрәш башлана. Был эште ғилми нигеҙҙә ойоштороу маҡсатында 1926 йылдың 31 декабрендә Өфөлә БАССР Һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссариатының Башҡорт республика трахоматоз ғилми-тикшеренеү институты Рәсми рәүештә асыла. Уның беренсе директоры вазифаһына күренекле Мәскәү офтальмологы, Беренсе Мәскәү медицина институтының Күҙ клиникаһы директоры, күҙ ауырыуҙары кафедраһы мөдире, профессор Виктор Петрович Одинцов саҡырыла. Ул ошоға тиклем, 1925 йылдың майынан бирле Өфө күҙ дауаханаһы етәксеһе вазифаһын да бик уңышлы башҡара. В.П. Одинцов Өфөлә I гилдия сауҙагәре ғаиләһендә тыуып үҫә, гимназия тамамлағас, Мәскәү университетының тәбиғи фәндәр факультетының медицина бүлегендә уҡый. Әммә ул 1897 йылда студенттар сыуалышында ҡатнашҡаны өсөн университетта уҡыуҙан мәхрүм ителеп, Өфөгә ҡайтарыла. Тырыш йәш егет 3 йылдан һуң, Германияға китеп, Мюнхен университетының медицина факультетында һөнәр алыу мөмкинлегенә эйә була, һуңынан Өфө губернаһында земство табибы булып эшләй. В.П. Одинцов 1928 йылға тиклем институт директоры була, Мәскәүгә ҡайтҡас та ғилми яҡтан ярҙам итеп тора. Унан һуң уңышлы эшләгән етәкселәрҙән В.Н Табаковты, И.А. Агаревты, профессорҙар В.И. Спасскийҙы һәм Ғ.Х. Ҡоҙаяровты билдәләп үтергә кәрәк. Башҡортостан офтальмологияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе, медицина фәндәре докторы, профессор Ғабдулла Хәбир улы Ҡоҙаяров В.П. Одинцовтың уҡыусыһы була.
Әйткәндәй, әлеге ваҡытта замандаштарыбыҙ трахома тип аталған яман күҙ ауырыуы тураһында бер ни ҙә белмәй, тип әйтергә була.
- Трахома - йоғошло, инфекцион сир, уны йоҡторған кеше күҙенең тышҡы тиресәһе елһенә, уны ваҡытында дауаламаһаң, сир күҙ алмаһының тышҡы өлөштәрен, бигерәк тә уның мөгөҙсәһен шул тиклем ныҡ зарарлай, ғәмәлдә был тулыһынса һуҡырайыуға килтерә. Иң хәүефлеһе - трахома бик тиҙ арала бер кешенән икенсеһенә йоға, йыш ҡына эпидемик төҫ ала. Трахоманы заманында "бысраҡ ҡулдар ауырыуы" тип тә атағандар, уны себендәр тарата, тип тә иҫәпләгәндәр.
Башҡортостанда трахомаға ҡаршы көрәш 40 йыл буйына дауам итә, меңәрләгән сирлеләр институтта дауаланһа, күҙ табибтары отрядтары төпкөлдәге райондарға, ауылдарға барып етеп, ауырыуҙарға тейешле медицина ярҙамы күрһәтә. Әлбиттә, бер үк ваҡытта көнкүрештә таҙалыҡты һаҡлау, санитария ҡағиҙәләрен үтәү менән бәйле профилактика эштәре ғәмәлгә ашырыла. Әйткәндәй, күҙ гигиенаһын ғына түгел, гигиенаның дөйөм талаптарын үтәү бөгөн дә бик мөһим: һәр даим ҡулдарыңды һабынлап йыуыу, шәхси таҫтамалың менән генә һөртөнөү - былар мотлаҡ үтәлергә тейеш ябай ғына талаптар бит!
Уҙған быуаттың 60-сы йылдары урталарына Башҡортостанда трахома ауырыуы тулыһынса бөтөрөлә, шуға күрә 1965 йылдың 21 сентябрендә трахоматоз институты РСФСР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты итеп үҙгәртелә. Уны 1980 йылға тиклем медицина фәндәре кандидаты, РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы Мәсғүҙә Арыҫлан ҡыҙы Кальметьева етәкләй.
Әйтергә кәрәк, РСФСР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы беҙҙең күҙ ауырыуҙары институтын ябырға маташып ҡарай, әммә республика етәкселеге илдең иң юғары власть органдарына мөрәжәғәт итеп, ошо билдәле һәм мөһим ғилми-ғәмәли дауалау учреждениеһын һаҡлап алып ҡала. 1992 йылдан башлап Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты БР Фәндәр академияһы учреждениеһы булһа, ә 2022 йылдан РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Баш-ҡорт дәүләт медицина университеты ҡарамағына күсерелә. 1980 йылда институт директоры вазифаһына ғалим-офтальмолог, БДМИ доценты Марат Тәлғәт улы Аҙнабаев тәғәйенләнә. Ул СССР-ҙа беренселәрҙән булып күҙ микрохирургияһы ғилми-ғәмәли мәктәбен булдыра, институт заманса йыһаздар һәм ҡорамалдар, лазер, ультратауыш һәм башҡа медицина приборҙары менән тәьмин ителә, төбәк-ара күҙ микрохирургияһы үҙәгенә әйләнә. Күренекле күҙ табибы институтты 2005 йылға тиклем етәкләй, уның ғилми һәм ғәмәли эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре юғары баһалана: М.Т. Аҙнабаев - БР Фәндәр академияһы академигы, медицина фәндәре докторы, профессор, РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы, РФ һәм БР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре, БР-ҙың Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты, Почёт, Салауат Юлаев, Абхазия Республикаһының "Намыҫ һәм дан" ордендары кавалеры.
Марат Тәлғәт улы хаҡлы ялға сыҡҡас, миңә институт менән етәкселек итеүҙе тәҡдим иттеләр, шунан бирле офтальмология өлкәһендәге яуаплы һәм бик сауаплы эшебеҙҙе элекке остаздарыбыҙ кеүек үк намыҫ менән, заманса юғары кимәлдә башҡарырға тырышабыҙ.

Быйыл 4-5 июндә Өфө ҡалаһында офтальмология буйынса "Восток-Запад - 2026" тип аталған XVI халыҡ-ара конференция уҙғарылды, ул Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтының 100 йыллыҡ күркәм юбилейына арналғайны.
- Йыл һайын ошондай киң күләмле халыҡ-ара конференцияларҙы ойоштороу институтыбыҙҙың традицияһына әүерелде. Быйылғы конференцияла барлығы 2 000 белгес ҡатнашһа, 1 000-дән ашыу күҙ табибы конференция залдарына шәхсән үҙҙәре килде. Сараның 200-гә яҡын спикеры донъяның 17 иленән: Рәсәйҙән, Әзербайжандан, Ҡаҙағстандан, Ҡырғыҙстандан, Тажикстандан, Үзбәкстандан, шулай уҡ Германиянан, Һиндостандан, Ҡытайҙан, Мексиканан, Нидерландтан, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренән, Тунистан, Төркиәнән, Франциянан, Япониянан һәм Төньяҡ Кипрҙан килгәйне. Иң элгәре тантаналы ултырышта ҡатнашыусы дәүләт эшмәкәрҙәре - БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары У.Т. Килсенбаев, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайы рәйесе вазифанын башҡарыусы С.С. Хөсәйенов, БР Һаулыҡ һаҡлау министры А.Р. Рәхмәтуллин, БР Фәндәр академияһы президенты К.Н. Рамазанов, БДМУ-ның дауалау эше буйынса проректоры, профессор Ә.Б. Бакиров конференцияла ҡатнашыусыларға ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе, институт хеҙмәткәрҙәренең бер төркөмөнә дәүләт наградаларын тапшырҙы.
4 пленар ултырышта, 15 Рәсәй һәм 11 сит ил офтальмологтарының, йәш ғалимдарҙың ғилми сессияларында 234 доклад тыңланды, шулай уҡ "тере хирургия" сараһында билдәле Рәсәй офтальмологтары күрһәтмә операциялар эшләне. Ғалим-офтальмологтар глаукома, күҙ мөгөҙсәһе, миопия, витреоретиналь патология, күҙҙең елһенеүе һәм башҡа күҙ ауырыуҙарын диагностикалауға һәм дауалауға бағышланған докладтар менән сығыш яһаны. Шулай уҡ балалар офтальмопатологияһы мәсьәләләре лә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Беҙ артабан да күҙ ауырыуҙары өлкәһендә заманса ғилми тикшеренеүҙәр һәм дауалау практикаһы яңылыҡтары менән танышыу, сит ил табибтары менән хеҙмәттәшлек итеү маҡсатында ошондай халыҡ-ара сараларҙы даими ойоштороп торасаҡбыҙ.
Шулай итеп...
Әңгәмәбеҙ аҙағында Мөхәррәм Мөхтәрәм улы замандаштарыбыҙҙың үҙҙәрен дә, күҙҙәрен дә һаҡлап, ихтыяж тыуғанда мотлаҡ рәүештә күҙ табибтарына мөрәжәғәт итеп, тыумыштан бирелгән күҙ нурҙарынан яҙмайынса, фани донъя менән һоҡланып йәшәүҙәрен теләне.
Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ әңгәмә ҡорҙо.
"Киске Өфө" гәзите, №33, 21 - 27 август 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА