
Мине бесәйҙәрҙең бер ғәҙәте күптәнән аптырата килде. Улар, эттәрҙән айырмалы рәүештә, ҡойроҡтарын болғап, ялағайланып, ашарға һорамай, ә күҙгә тура ҡарап, мырылдап, ашатыуыңды талап итә, йәғни кешегә үҙенең хужа икәнен асыҡтан-асыҡ белдерә.
Ә өй эсендә һәр ваҡыт йорт хужаһының урынына барып ятырға тырыша, ҡыуһаң, ризаһыҙлығын белдереп, мыйығын тырпайта. Иҙәндә атлап йөрөүҙәре лә хужаларса...
Хәҙер "эт менән бесәй кеүек" тигән төшөнсә лә ысынбарлыҡҡа тура килмәй. Бесәй эттән ҡасып, ҡойма башына ла менеп китмәй - улар дуҫлашты. Белгестәр был күренеште уларҙың уртаҡ дошманы барлыҡҡа килеүгә бәйләй, йәғни шау-шыуҙы хасил иткән транспорт сараларының һуңғы йылдарҙа үтә күп артыуы был йән эйәләрен берләштергән, дуҫлаштырған. Минеңсә, эттәр уларға "баш эйгәндер" ул, сөнки интернетта бесәйҙәрҙең эттән генә түгел, йыландарҙан, крокодилдарҙан, айыуҙарҙан, арыҫландарҙан һәм башҡа йыртҡыс заттарҙан ҡурҡмайынса, уларға ҡаршы тороуҙарын сағылдырған кинокадрҙар бихисап. Һуңғы сиктә йыртҡыстар бесәйҙәргә ҡаршы тора алмайынса, сигенергә мәжбүр. Йылға ситендә бесәй менән крокодилдың ҡара-ҡаршы осрашыуын сағылдырған кадрҙар айырыуса иғтибарға лайыҡ. Крокодил йылғаға төшөргә итә, әммә бесәй уға юл бирмәй. Ахыр сиктә йыртҡыс уны урап үтеп, йылғаға төшөп китергә мәжбүр. Хатта үгеҙҙәрҙе, арыҫландарҙы тешенә эләктергән крокодилды танымаҫһың да был осраҡта.
Бесәйҙәр хатта үҙҙәренә оҡшаған кешеләргә тәпәйҙәре ярҙамында ниндәйҙер шыйыҡса менән инәү ҙә һала, йәки тамғалай. Бының менән ул башҡа бесәйҙәргә, һәммә тере йәндәргә шуны иҫкәртә: был кеше минеке генә - уға яҡынларға ярамай! Үҙҙәренең биләмә сиктәрен билдәләгәндә инде бесәйҙәр тиҙәктәрен ергә күмеп китә.
Урынлы һорау тыуа: бесәйҙәрҙең был ғәҙәте ҡайҙан килә, йыртҡыс заттар ниңә бер ҡабырлыҡ ҡына, итек башындай ғына заттан ҡурҡып сигенә? Улар беҙҙән ниндәй серҙе йәшерә? Бер уйлаһаң, йыртҡыстар бесәйҙәрҙең был ерҙең аҫаба зат икәнен беләлер кеүек. Нимә генә тимә, улар ергә сама менән 20 миллион йыл элек килгән. Бесәйҙәрҙең күптән ергә ҡулайлашыуына бер генә миҫал: беҙ хатта метр, ике метр бейек урындан ергә ҡолаһаҡ, аяҡ-ҡулыбыҙ һынып бара, бесәйҙәр иһә мең метр бейеклектән ҡолаһа ла, бер ни булмағандай, тороп йүгерә...
Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.
"Киске Өфө" гәзите, №34, 28 август - 3 сентябрь 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|