
Күптәр өсөн өҙөлөп көткән хәбәр: 1 сентябрҙә Өфөнөң Пугачев урамы буйлап дүрт юл һыҙатынан да хәрәкәт асылды.
- Республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, билдәләнгән ваҡыттан алда Пугачев урамында дүрт һыҙат буйлап хәрәкәт асылды. Объект Республика көнөндә тулыһынса файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Әле Дуҫлыҡ монументынан алып Рыленко урамына тиклем дүрт һыҙат буйлап та тотҡарлыҡһыҙ үтергә мөмкин, - тине урамды асыу ваҡытында Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Рөстәм Ғәзизов.
Урам юлының яңыртылған участкаһы 2,5 км тәшкил итә. Эштәрҙе тулыһынса тамамлауға бүленгән осорҙа, Республика көнөнә тиклем, төҙөүселәр алдында "дублер" юлды төҙөп бөтөү һәм эргә-тирәләге биләмәне төҙөкләндереү бурысы тора.
Өфө мэры вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Шәрипов объекттың күптән көтөлгән инфраструктура проекты булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
- Бындай ҙур проекттарҙы тормошҡа ашырмай тороп, миллионлы ҡаланы үҫтереү, әлбиттә, мөмкин түгел. Пугачев урамы Өфөнөң транспорт ағымын бушатыу, уңайлы шарттар булдырыу һәм Кузнецов затоны биҫтәһен үҫтереү мөмкинлеген бирә. Бөгөндән халыҡ ошо юлдан файҙалана башлаясаҡ һәм бының өсөн республикабыҙ етәкселегенә рәхмәтлебеҙ, - тип белдерҙе ҡала етәксеһе.
"Киске Өфө" гәзите, №35, 4 - 10 сентябрь 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|