
Гәзит уҡыу, республикабыҙ баҫмалары хаҡында һүҙ сыҡһа, һәр ваҡыт күп йылдар өйөмә яҙҙырып алдырған һәм минең генә түгел, ғаиләмдең дә тоғро дуҫына әүерелгән "Киске Өфө" аҙналығы күҙ алдыма килә.
Ниндәйҙер сәбәптәр менән үҙҙәре гәзит алдырмаған туған-тыумаса һәм күршеләрем дә хатта беҙгә йомош-юл менән ингән һайын, эш өҫтәлемдә ятҡан ошо гәзит төпләмәһенән берәй һанын һорап алып сығып китә, тик мин уларға уҡып бөткәс тә гәзитте кире килтереүҙәрен талап итәм, сөнки улар миңә эшем буйынса ғына түгел, ғөмүмән, рухи донъябыҙ мәсьәләләре, милләтебеҙ тарихы, туған тел уҡытыу, арҙаҡлыларыбыҙ хаҡында ҡим-мәтле мәғлүмәттәр сығанағы булараҡ та бик ҡәҙерле. Мәҫәлән, ошо юҫыҡта мин, тарих уҡытыусыһы булараҡ, гәзитебеҙҙең "Тарих ярсыҡтары", "Башҡорт ҡамусы", "Туған телем", "Тәрбиә мәктәбе" рубрикаларында баҫылып сыҡҡан һәр мәҡәлә-очеркты мәктәпкә алып барып, уҡыусыларымдан класс алдында ҡысҡыртып уҡытам, аҙаҡ йөкмәткеһен һөйләтәм. Әйткәндәй, халҡыбыҙ тарихы хаҡындағы мәғлүмәттәрҙе балалар ҡыҙыҡһынып тыңлай, һорауҙар менән күмеп ташлай хатта. Уларҙы айырыуса башҡорттоң боронғо ҡорал төрҙәре, кейем-һалымы, йәшәү, туҡланыу ғәҙәттәре ҡыҙыҡһындыра, сөнки физкультура уҡытыусыһы етәкселегендә эшләп килгән уҡсылар түңәрәге бик күп балаларҙы йәлеп итте һәм улар һәр ярышҡа мотлаҡ милли кейемдә, үҙҙәренең уҡ-һаҙағы менән бара.
Ә бына ауыл клубының мәҙәниәт хеҙмәткәре "Киске Өфө"нөң 32-се һанын һорап алып китте, сөнки унда "Тарих ярсыҡтары" рубрикаһында сыҡҡан "Георги башҡорттар хаҡында" мәҡәләһендә башҡорт туйҙары һәм байрамдары хаҡында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бар: ҡалым, никах тәртибе, башҡорт уйындары: ат сабыштырыу, сәпкә уҡ атыу, йырлау, шулай уҡ ата йорто менән хушлашыусы кәләштең сеңләү кеүек йолалары бәйән ителә. Клуб мөдире ауылыбыҙҙың ошо араларҙа никахҡа инергә йыйынған йәштәре менән боронғо туй тамашаһы үткәрергә әҙерләнә. "Киске Өфө" клубҡа был ярты йыллыҡта килмәһә лә, ауыл китапханаһында бар ул, ләкин унда эшләүсе Гөлдәр һылыу гәзитте шулай уҡ ҡәҙерләп һаҡлай: уны ҡулдан-ҡулға йөрөтмәй, килеп ултырып, төпләмәнән уҡырға ҡуша һәм дөрөҫ эшләй, сөнки гәзиттәр бөгөн үҙенә күрә "дефицит"ҡа әйләнде, хатта күрше әбей әйтмешләй, әйбер төрөргә лә ҡалманы.
Күпселектең хәҙер гәзиткә яҙыла алмауын аңларға ла була: хаҡтар артҡандан-арта бара бит. Исмаһам, халҡыбыҙға белем-нур сәсеүсе, яңылыҡтар хәбәр итеүсе, боронғоно хәтергә төшөрөп тороусы ана шул гәзиттәргә яҙылыуҙа ташламалар булдырылһа ине, сөнки бер дана гәзит хаҡы хәҙер меңдән ашыу тора. Ә ауыл халҡы өсөн ул да ҙур аҡса. Өҫтәүенә, район гәзитенә мотлаҡ яҙылыу кәрәк, шуға күрә тағы берҙе - республика баҫмаһын да алдырайым тиһәң һәм шул ыңғайҙан почтала газ, электр уты, сүп-сар өсөн түләп ҡотолһаң, икенсе дана гәзиткә бик теләгән хәлдә лә арттырып булмай...
Был йәһәттән интернет менән дуҫтар өсөн еңелерәк: теләге булған кеше гәзиттәрҙең онлайн вариантын уҡый. Мин дә шулай эшләй алам, әлбиттә, ләкин теләмәйем. Миңә ҡағыҙ гәзитте ҡулға тотоп, күҙҙе сыбарлаусы онлайн рекламаларынан ҡасып, иркенләп, аулаҡлап, тәмләп ултырып уҡырға кәрәк. Унан һуң тәбиғи һорау тыуа: үҙебеҙҙең туған телебеҙҙә сыҡҡан баҫмалар кем өсөн һуң? Беҙ алдырмаһаҡ, уҡымаһаҡ, урыҫ халҡына кәрәкмәй бит улар! Уларҙың үҙҙәренеке етерлек һәм, әйткәндәй, район үҙәктәрендә, ҡалаларҙа халыҡ, айырыуса өлкән йәштәгеләр һаман да ҡағыҙ гәзиттәргә тоғро ҡала. Быйыл йәй отпускымда Өфөлә йәшәүсе ҡыҙыма барғанда, уларҙың йорто эргәһендәге "Өфөпечать" киоскыһына эйәләшеп киткәйнем. Ҡарап торам, 15 минуг эсендә минән һуң биш кеше килеп, "Аргументы и факты", "Комсомольская правда", "Российская газета" һатып алып китте. Бәхеткә, шулар араһында бер өлкән ир "Башҡортостан" гәзите менән "Ағиҙел" журналы алды. Шул кешегә эстән генә рәхмәт әйтеп, ҡыуанып тороп ҡалдым.
Бына шундай хәлдәр. Әйткәндәй, бөгөн беҙҙең интеллигенция вәкилдәре, айырыуса уҡытыусылар, ғалимдар, яҙыусылар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өйҙәренә гәзит алдырмай, шуныһы аптырата. Бер яҡтан, ошо "Киске Өфө" гәзитенең баяғы 32-се һанында яҙылыуынса, почталарға әллә ней булған: улар гәзит һәм башҡа төрлө корреспонденция таратыуҙы төптө онотто: бер-ике дана өсөн йөрөмәйбеҙ, тиҙәр, сөнки ҡала почта бүлексәләрендә кадрҙар етешмәй, ҡыҫҡартып бөттөләр. Почтаһын да ябып ҡуймағайҙары, тип һөйләне ҡыҙым. Бында бер юл бар, әлбиттә: милли гәзиттәребеҙҙе күтәрмәләргә теләге булғандар гәзитте үҙҙәре эшләгән ойошмаға яҙҙырып та алдыра ала бит! Минең ҡыҙым шулай эшләй: уҡытҡан мәктәбенә яҙҙырып алып ҡайта, сөнки ойошма-учреждениеларға, офистарға почтальондар, курьерҙар мотлаҡ почта килтереп китә. Әйҙәгеҙ, юлын-әмәлен табайыҡ, яҙылайыҡ, уҡыйыҡ, үҙебеҙҙең башҡорт донъяһында барған хәл-әхүәлдәр менән хәбәрҙар булайыҡ, замандаштар!
Рәсимә АҪЫЛБАЕВА,
уҡытыусы.
Дәүләкән районы.
"Киске Өфө" гәзите, №35, 4 - 10 сентябрь 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА