
Махсус хәрби операция биләмәһендә пилотһыҙ бәләкәй авиация - ул юғары технологиялы фронт һыҙығы. Алдынғы был ғәскәр төрөндә хеҙмәт айыҡ аҡыл, инженерлыҡ һәләтен һәм тиҙ ҡарар ҡабул итеү талабын ҡуя.
БПЛА операторы хеҙмәт осоронда пилотаж һәм программалау нескәлектәренән алып, аппараттарҙы ҡатмарлы техник хеҙмәтләндереү, хатта 3D-моделләштереү кеүек үҙенсәлекле һәләткә эйә була. Алған тәжрибә оборона секторында ла, граждандар индустрияһында ла юғары баһалана. Был бигерәк тә техник белем биргән юғары уҡыу йорттары студенттары өсөн мөһим. Ә контракт белем алыу процесын оҙайлы ваҡытҡа өҙмәйенсә, хеҙмәтте уҡыу менән берләштерергә мөмкинлек бирә.
Юғары уҡыу йортонда алған белем яңы техниканы үҙләштереүҙе күпкә еңеләйтә, юғары технологиялы ҡорамалдар менән эшләү өсөн ышаныслы нигеҙ булып тора.
Элекке студент, "Малой" позывнойлы яугир, инде бер йылға яҡын алғы һыҙыҡта. Контракт тамамланғандан һуң ул университетҡа ҡайтырға иҫәп тота. Буласаҡ инженер, хеҙмәтем пилотһыҙ системаларҙы ҡулланыу үҙенсәлектәрен тәрәнерәк аңларға ярҙам итәсәк, ти ул һәм яу ҡырына юлланырға ниәтләнгән егеттәргә үҙ кәңәштәрен бирә. "Әлбиттә, физик, психологик, беренсе ярҙам кеүек махсус әҙерлек уғата мөһим. Сыҙамлыҡ, кешеләр менән мөнәсәбәт ҡора һәм әңгәмәсеңде тыңлай белеү, әйткән һүҙеңдә тороу кеүек шәхси сифаттар юғары баһалана. Яҡындарың менән даими бәйләнештә булыу рухи көс бирә. Бында ныҡ характерҙы, рухы ныҡлыҡты, уйлап эш итеүселәрҙе ҡәҙерләйҙәр", - ти "Малой".
Әйткәндәй, Башҡортостанда Муса Гәрәев исемендәге пилотһыҙ системалар батальонын тулыландырыу дауам итә. Яңы подразделение контрактсылары, шул иҫәптән ғаилә ағзалары федераль һәм республика льготаларынан файҙаланыу хоҡуғына эйә. Яугирҙар өсөн өҫтәмә өҫтөнлөктәр ҙә бар. Дрон операторҙары өсөн төп өҫтөнлөк - алғы һыҙыҡтан алыҫта хеҙмәт итеү. Йәғни батальондың шәхси составы фронттың алғы һыҙығына ебәрелмәй.
Контракттың төп шарты буйынса, БПЛА операторын башҡа подразделениеларға күсереү тыйыла. Хеҙмәт итеү ваҡыты аныҡ билдәләнгән һәм ул теүәл бер йыл тәшкил итә. Аҙаҡ яугир тыныс тормошҡа ҡайта йәки Оборона министрлығы менән яңы контракт төҙөй ала.
Хәрби хеҙмәткәрҙәргә контрактҡа ҡул ҡуйғандан һуң һәм 180 көн хеҙмәт иткән һайын - 200 мең, шулай уҡ, эш хаҡынан тыш, көнөнә ике мең һум өҫтәп түләнә. Хеҙмәттең беренсе йылында килем 4 120 000 һум тәшкил итә. Һайлап алыу һәм контракт төҙөү шарттары буйынса тулыраҡ мәғлүмәт өсөн телефондар: +7 (908) 358-00-00 һәм +7 (995) 948-65-41.
Ҡасим ҒӘҘЕЛШИН әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №35, 4 - 10 сентябрь 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|