
Шағирыбыҙ Рәми Ғариповтың "Урал урманы" шиғырында:
"Ҡарағайҙар һәм беҙ ҡырағайҙар,
Бергә үҫтек, бергә шауланыҡ.
Сәнғәт серен, юҡ һүрәттән түгел,
Тәбиғәттән генә яуланыҡ", -
тигән юлдарын уҡыным да, "Ниңә әле беҙ сит илдәр фәлсәфәһен, психологияһын үҙ итәбеҙ, улар тураһында уҡырға яратабыҙ, хатта улар фекере алдында баш эйәбеҙ?" - тип уйлап ҡуйҙым. Шунан уйымдан ғына: "Мин башымды сит ил фекере менән тултырмай, саф башҡортса фекерләгем, башҡорт аҡылы менән йәшәгем килә!" - тип ҡырт киҫеп ҡуйҙым.
Һәр саҡ шуны шәйләйем: журналистар, яҙыусылар үҙҙәрен бик текә, белемле итеп күрһәткеләре килһә, яҙған яҙыуҙарында һәр саҡ сит ил вәкиленең китабынан миҫал, әйтем, өҙөк килтерә. Бер саҡ телевизион тапшырыуҙа йәш кенә журналист ҡыҙыҡай космонавт Гречконан интервью ала: "Космосҡа осоу, фәндең әүҙем үҫеше, юғары технологияларға ҡарашығыҙҙы белгем килә?", - тигән булды һорауы. Космонавт: "Минең уйым буйынса, кешеләр юҡҡа ғына үҙ мәмерйәләрен ташлап сыҡҡан. Йәшәһендәр ине һаман таштарға һүрәттәр төшөрөп, һунарға йөрөп, саф һыу эсеп, саф һауа һулап, усаҡ тирәләй һикереп бейеп, йырлап..."- тип көлдөрөп алды.
Был шаяртыу ғына, әлбиттә, ләкин беҙҙең йәнебеҙ әрнеүе, йәнебеҙ ауазы ла бар ул шаяртыуҙа. Фән, технологиялар үҫешкән һайын кешене кеше иткән иң гүзәл сифаттар юғала, мәрхәмәтле, илһөйәр, йылмайып йәшәгәндәр кәмегәндән-кәмей һымаҡ күренә. Космонавт Гречко көлөп һөйләһә лә, саф һауа, саф һыу бөтәбеҙҙең дә хыялы ғына булып бара бит.
Көнбайышҡа, Америкаға оҡшарға тырышыу, уларса текә булырға, уларса йәшәргә, уйларға ынтылыу балаларыбыҙҙы, йәштәребеҙҙе ҡайҙа алып бара? Йыш ҡына беҙ, өлкәндәр ҙә, был хәлдең эҙемтәләре тураһында уйламайбыҙ, йәш быуынға үҙ халҡыбыҙҙың аҡыл байлығына таяныу, ул байлыҡты юғалтмау мөһим икәне тураһында һөйләүҙе, аңлатыуҙы кәрәкле тип тапмайбыҙ бит.
Үҙемдең тормошомдан бер ҡыҙыҡ хәлде яҙайым әле. "Будь здоров!" тигән бер гәзиттә нисек медитация хәленә инеп, һаулығыңды яҡшыртырға өйрәттеләр. Йәнеңдең, аңыңдың тәнеңдән осоп сығыуына өлгәшеү ысулдарын уҡып, сеансҡа ултырҙым, гәзиттә яҙылған күнекмәләрҙе еренә еткереп үтәнем. Тын ғына ултырам. Ойоғандай булдым. Бер саҡ бәләкәй бүлмәмдең иҙәне өҫтөнә әкренләп һыу ҡалҡа башлағанын тоям. Үтә күренмәле, таҙа, саф һыу. Ул һыу бөтә бүлмәне тултырғандай, өҫкә ҡалҡа барғандай тойола. Һыу күтәрелеп минең тубығыма етте тигәндә, ҡурҡыу тойғоһонан тертләп китеп, медитация хәленән сыға һалдым. "Күккә осаһың, имеш, тип яҙғайнылар был медитация мәлендә, ә мин һыуға бата яҙҙым", тип көлөп тә алдым һуңынан. Ә йәнең күккә осһа, уны кире тәнеңә ҡайтара алмай ҡуйһаң, бөттө баш, тип, теләһә ниндәй сит ил күнекмәләре менән ҡыҙыҡһыныуымды туҡтаттым...
Былар менән ни әйтмәксемен? Үҙ-үҙеңә генә йомолоп йәшәргә саҡырмайым. Көнбайыш фекерҙәрен уҡырға, тыңларға, әммә үҙебеҙсә фекерләргә, йәшәргә кәрәк! Һәр милләт, һәр ил үҙ үҙенсәлеген һаҡлап ҡалып, үҙ юлы менән үҫешһен. Шул саҡ күп төрлөлөк үҙе гүзәл байлыҡ булыр.
"Киске Өфө" гәзите, №35, 4 - 10 сентябрь 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА