«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров пациенттарға медицина хеҙмәте күрһәтеү сифатын һәм дауаханаларҙа ҡайһы бер табиптарҙың тупаҫ һәм битараф мөнәсәбәтен ҡаты тәнҡит утына тотто. Һеҙгә ошондай күңелһеҙ күренештәр менән осрашырға тура килгәне бармы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ҠОШ-ҠОРТҠА "ПАСПОРТ" БИРӘЛӘР!
+  - 

1 сентябрҙән Рәсәйҙә тауыҡ, ҡаҙ һәм өйрәк, ғөмүмән, барлыҡ йорт ҡоштары иҫәпкә ҡуйылырға тейеш.

Ысынмы-юҡмы был хәбәр? Башҡортостанда шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барыусылар һуңғы көндәрҙә, тауыҡтарҙы йәки ҡаҙҙарҙы иҫәпкә ҡуйырға кәрәкме, тигән мәсьәләне әүҙем тикшерә? Бынан тыш, социаль селтәрҙәрҙә фермерҙарҙың, Күп функциялы үҙәккә йорт ҡоштары менән килеп, уларҙы теркәүҙәре тураһында видеояҙмалар һала. Шуға күрә ҡайһы берәүҙәр был яңылыҡты ялған тип уйлай.
Әммә был фейк түгел. Ысынлап та, 1 сентябрҙән Рәсәйҙә тауыҡтарҙы, өйрәктәрҙе, ҡаҙҙарҙы, күркәләрҙе, бүҙәнәне һәм башҡа ҡош-ҡортто мотлаҡ маркировкалау талаптары көсөнә инде.
Кемдәргә ҡағыла? Кемдең хужалығында 10-дан ашыу ҡош бар, тимәк, уларҙы иҫәпкә ҡуйырға кәрәк. Һәр ҡошҡа айырым "паспорт" бирелмәй, улар төркөм менән теркәлә һәм дөйөм идентификация номеры ала.
Маркировкалау ҡағиҙәләрен үтәү өсөн тауыҡтарҙы һәм башҡа ҡоштарҙы, шаян видеоларҙағы кеүек, Күп функциялы үҙәккә алып барырға түгел, ә урындағы ветеринария станцияһына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Унда ҡоштар тураһында мәғлүмәт махсус "Хорриот" системаһына индерелә.
Хужа ветеринарҙарға түбәндәге мәғлүмәттәрҙе бирергә тейеш: ҡош сығарылған яҡынса дата, тотоу шарттары, хужаһы тураһында мәғлүмәт, дауалау һәм иҫкәртеү сараларының үткәрелеүе. Артабан ветеринария хеҙмәтенә ҡош һанының һәр үҙгәрештәре тураһында хәбәр итергә кәрәк буласаҡ. Мәҫәлән, яңы себештәрҙең сығыуы, ҡоштарҙың үлеүе, хужаның йәки тотоу урынының үҙгәреүе тураһында. Бер тауыҡты төшкө ашҡа тип һуйып таҙалап алған осраҡта ла...
"Хорриот" системаһына килгәндә, ул - дәүләт мәғлүмәт системаһының компоненты, малды, ҡош-ҡортто, башҡа йорт хайуандарын иҫәпкә алыу, үткәрелгән профилактик, диагностик (лаборатория тикшеренеүҙәренән тыш), дауалау һәм башҡа саралар, сикләү сараларын, мәҫәлән, карантин асыу йәки ябыу тураһында мәғлүмәт биреү өсөн тәғәйенләнгән.
Күпме түләргә һуң? "Хорриот" системаһына индереү хеҙмәте бушлай. Әммә һәр хужа үҙ иҫәбенә ҡоштар тотолған һарайға ҡуйыу өсөн ныҡлы материалдан алтаҡта эшләргә тейеш. Унда ҡош-ҡорттоң тоҡомо, маркировкалау датаһы, хужаһы тураһында һәм башҡа мәғлүмәт урынлаштырыла.
Яңы талаптар үтәлмәгән осраҡта... 1 сентябрҙән тиҫтәнән ашыу ҡош тотҡан һәр кем маркировкалау үтергә тейеш. 2029 йылдан был талап аҙ һанлы ҡош-ҡорт хужаларына ла ҡағыласаҡ. "Эйе, шәхси хужалыҡ алып барыусылар ветеринария ҡағиҙәләрен үтәргә тейеш. Тәүге көндәрҙән үк маркировка булмағаны өсөн бер кемгә лә штраф һалырға йыйынмайбыҙ. Россельхознадзор белгестәре тәү сиратта иҫкәртеү сараларын үткәрәсәк, иҫәпкә ҡуйыу кәрәклеген аңлатасаҡ", - ти Башҡортостан Ветеринария һәм фитосанитария күҙәтеүе буйынса федераль хеҙмәтенең эске ветеринария күҙәтеүе бүлеге начальнигы Ләйсән Хәкимова.
Нимәгә ул бындай иҫәп-хисап? Ҡоштарҙы маркировкалау - РФ Хөкүмәтенең 2023 йылда ҡабул ителгән "Хайуандарҙы иҫәпкә алыу ҡағиҙәләрен һәм индивидуаль йәки төркөмләп маркировкаланырға һәм иҫәпкә алынырға тейешле хайуан төрҙәре исемлеген, хайуандарҙы индивидуаль йәки төркөмләп маркировкалау һәм иҫәпкә алыу осраҡтарын, шулай уҡ хайуандарҙы иҫәпкә алыуҙы тормошҡа ашырыу ваҡытын раҫлау тураһында" 550-се ҡарарын тормошҡа ашырыуҙың һуңғы этабы ул. Быға тиклем махсус сервис аша этаплап һыйыр малы, аттар һәм сусҡалар, 2025 йылдың 1 сентябренән ҡуян, бал ҡорто, ҡыйбат тиреле хайуандар маркировкаланған. Хәҙер - ҡош-ҡорттарҙың сираты. Шулай уҡ 1 сентябрҙән шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа тотолған дөйәләрҙе һәм боландарҙы маркировкалау ҙа мотлаҡ.
Был сара хужалыҡтарҙың биологик хәүефһеҙлеген арттырыуға йүнәлтелгән. Иҫәп-хисап мал һанын күҙәтергә һәм йоғошло ауырыуҙарҙың таралыуын булдырмаҫҡа, ахыр сиктә, ҡошсолоҡ продукцияһы хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә етди аҙым булып тора.

ӘЙТКӘНДӘЙ...
Дәүләт Думаһы Хөкүмәткә хайуандарҙы иҫәпкә алыу ҡағиҙәләре тураһында үҙ ҡарарына, уларҙың төрҙәре исемлегенә, шулай уҡ бының өсөн сроктарға төҙәтмәләр индерергә тәҡдим итте. Парламенттың түбәнге палатаһы рәйесе Вячеслав Володин әйтеүенсә, уларға был норматив-хоҡуҡи актты тормошҡа ашырыу буйынса халыҡтан күп мөрәжәғәттәр килә. Шуға күрә депутаттар уның ҡайһы бер положениеларын төҙәтергә йәки юҡҡа сығарырға тәҡдим иткән. "Шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙы үҫтереү өсөн шарттар тыуҙырырға, ә контроль һәм санитария именлеге өсөн көрәш эгидаһы аҫтында ауыл халҡы, депутаттар, эксперттар менән алдан дөрөҫ фекер алышырға кәрәк булған ҡарарҙар ҡабул итергә кәрәк. Шунан һуң ошондай ҡарарҙар кәрәкме-юҡмы икәнен ҡарарға", - тип иҫәпләй Дәүләт Думаһы спикеры.

"Киске Өфө" гәзите, №35, 4 - 10 сентябрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.09.26 | Ҡаралған: 19

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1 сентябрҙән 1230 һум 42 тингә яҙыла башларға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru