«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

11 сентябрь - Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеменә арналған көн. Был байрам хәҙер матур йолаға әүерелеп бара. Ә һеҙ үҙегеҙҙең ырыу-тамғағыҙҙы һәм милли кейемегеҙҙе беләһегеҙме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
ЙӨҘ КӨН КҮП ТҮГЕЛ, ЛӘКИН...
+  - 


Баш ҡалалағы бар ваҡиғалар, бар яңылыҡтар, шулай уҡ ҡала етәкселәре башҡарған ғәмәлдәр, теге йәки был тема буйынса яңғыратҡан фекерҙәре, яһаған һығымталары "Киске Өфө", "Вечерняя Уфа", "Уфимские ведомости" тигән баш ҡала гәзиттәре биттәрендә, шулай уҡ Өфө телевидениеһында сағылыш таба. Был юлы ла беҙ, өс баш мөхәррир һәм Өфө телевидениеһы журналисы Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Динислам улы ШӘРИПОВ менән осрашып, уның был вазифаны 100 көн башҡарыу осорон билдәләп, әңгәмәләшеп алырға йыйылдыҡ. Һәр хәлдә, ҡала башлығының ошо осорҙа башҡарған эштәре беҙҙең ҡәләм осонда булды һәм уның бөгөнгө ауыр шарттарҙа һәр етәксегә хас ауырлыҡтарҙы үҙ иңенә алып, уларҙы хәл итергә бик етди тотоноуына шаһитбыҙ.
"Вечерняя Уфа" гәзитенең баш мөхәррире Вячеслав Головтың әңгәмәбеҙҙең башында уҡ "Әйҙәгеҙ, йөҙөбөҙгә йылмайыу сығарып һөйләшәйек!" тип тәҡдим итеүен Рөстәм Динислам улы ла хупланы һәм йылмайып, шулай тип яуапланы:

- Эйе, йылмайып һөйләшәйек. Әгәр ҙә беҙ проблемалар өҫтөндә ни эшләргә белмәй, йөҙ емереп ултырһаҡ, ул проблемаларҙың хәл ителеше икеләнеү генә тыуҙырырға мөмкин. Барыһы ла насар тип зарланабыҙ икән, тимәк, барыһы ла насар буласаҡ һәм әленән-әле алдыбыҙға килеп баҫҡан ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға көсөң дә, дәртең дә ҡалмаясаҡ. Минән: "Һеҙҙең көсөгөҙ ниҙә?"- тип һорағандары бар, мин һәр ваҡыт ярымшаяртып: "Минең көсөм йылмайыуҙа", - тип яуап бирәм. Йылмайыулы йөҙ менән әйләнә-тирәләгеләрҙе үҙеңә ыңғай юҫыҡта ылыҡтырып, шулай уҡ үҙеңде лә психологиҡ яҡтан ышаныслы итеп көйләп була.

Барлыҡ фотоларҙа ла бик етди күренәһегеҙ. Ә йылмайғанда һеҙ - бөтөнләй икенсе кеше. Шуға ла ошондай тәҡдим яңғыратырға йөрьәт иткәйнек...

- Ул фотоларҙа мин түгел, тип шаяртайым әле. Ысынлап та, юғары кимәлдәге чиновник барыбер үҙен һәр саҡ бер сик эсендә тоторға тейеш. Яҙылмаған ҡағиҙә был. Райондарҙа эшләгәндә лә, әлбиттә, бындай яуаплылыҡ иңдә булды. Ләкин баш ҡалала, бигерәк тә эште башлаған ғына осорҙа, һинең тышҡы ҡиәфәтең дә, нисек кейенеүең, үҙеңде нисек тотоуың да - барыһы ла барыһының да күҙәтеүе аҫтында. Хатта һин эштән һуң, ғаиләң менән урамда йә магазинда йөрөп ятҡанда ла, кемдер килеп сәләм бирә, кемдер фотоға төшөргә тәҡдим итә - былар барыһы ла һине бер көсөргәнештә, бер сиктә тота. Бына шуға ла һин күп осраҡта үҙ асылыңда түгел, шуға ла һеҙ әйткән фотоларҙағы етди йөҙ минеке түгел, тием. Ә бөгөнгө осрашыуға килгәндә, 100 көн әллә ни күп ваҡыт түгел, мин хакимиәт бинаһы коридорҙарында аҙашырға, ҡул аҫтында эшләгәндәрҙең барыһын да танып бөтмәҫкә лә мөмкинмен. Ә шулай ҙа ниндәйҙер һығымталар яһарға булалыр.

Үҙегеҙҙең Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнеү хәбәрен нисек ҡабул иттегеҙ, беренсе уй-тәьҫорат ниндәйерәк булды?

- Минең хеҙмәт кенәгәһендә Бөрйән, Хәйбулла муниципаль райондары хакимиәттәре башлығы вазифаларында эшләүем теркәлгән бит инде. Ул тәғәйенләнеүҙәрҙе мин нисектер тыныс, баш тартыу мөмкинлеге булмағанын аңлап ҡабул иткәнмен. Бөрйәндә, мәҫәлән, хакимиәт башлығы урынбаҫары булып эшләй инем. Хакимиәт башлығы Динир Әхмәтйәнов иртән Өфөгә китте, ә кисен уның республиканың урман хужалығы министры итеп тәғәйенләнеүен ишетәбеҙ. Иртәгәһенә иртән мине лә Өфөгә саҡыртып, район хакимиәте етәксеһе дилбегәһен ҡулға тоттороп ҡайтарҙылар (Әйткәндәй, мин Бөрйән һәм Хәйбулллала үткән тәжрибә мәктәбе һабаҡтары өсөн ошо райондар халҡына, хеҙмәттәштәремә сикһеҙ рәхмәтлемен).
Әлбиттә, һине берәү ҙә ирекһеҙләп тәғәйенләп ҡуймай вазифаға, ләкин әлеге лә баяғы яҙылмаған ҡағиҙә буйынса, бындай тәҡдимдән баш тартмайҙар. Шуға, Өфөгә эшкә саҡырыуҙы ла баш тартмай торған тәҡдим булараҡ ҡабул иттем.
Өфө минең өсөн ят ҡала түгел. Бала сағым ошонда үтте - мин Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында уҡыным. Аҙаҡ алыҫ райондарҙа эшләргә тура килһә лә, аҙна һайын тиерлек Өфөгә килдек, республика, баш ҡала кимәлендәге төрлө йыйылыш, форум, башҡа сараларҙа ҡатнашып, ошо мөхиттең эсендә ҡайнаныҡ. Баш ҡала - республиканың арҡа мейеһе. Оло йортҡа ни кәрәк, кесеһенә лә шул кәрәк, тигәндәй, баш йортта еткерелгән бурыс-маҡсаттар беҙҙең төбәктәрҙә атҡарыласаҡ эштәрҙең дә планына нигеҙ булып ята бит инде.

Ә шулай ҙа Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы вазифаһын үтәй башлағас, һеҙҙең өсөн иң тәүҙә нимә көтөлмәгәнсә булды?

- Өфөләге хәл ителәһе проблемалар, ауырлыҡтар тураһында хәбәрҙар инем, әлбиттә. Ләкин мине ҡаланың проблемаларын хәл итеү өсөн кәрәкле финанс мөмкинлектәренең сикләнгән булыуы аптыратты. Мин икенсерәк күҙ алдына килтергәйнем, мөмкинлектәр киңерәктер, тип уйлағайным. Хәйбулла районында, мәҫәлән, былай уҡ бюджет ҡыҫынҡылығы һиҙелмәне. Уның бюджеты ҡайһы бер бәләкәй ҡалалар менән сағыштырғанда тотороҡлораҡ, үҫеш динамикаһы көслө булды. Ниндәйҙер мәсьәләне хәл итеү мөмкинлеге һәр саҡ табыла ине. Мәҫәлән, бер етәксе килеп, шул-шул күперҙе йүнәтергә, мәктәп түбәһен алыштырырға кәрәк, ти. Беҙ был эштәрҙе атҡарыу ысул-сараларын таба инек.
Өфөнөң бюджеты райондарға ҡарағанда унар тапҡырға ҙурыраҡ, ләкин ул - миллионлы ҡала һәм бында мәсьәләләр киң масштабта хәл ителә. Проблемалар бер үк, ләкин финанслауға өҫтәлгән нулдәр төрлөсә. Мәҫәлән, Бөрйәндә һәм Хәйбуллала беҙ миллиондар менән һөйләшһәк, Өфөлә миллиардтар менән һөйләшәбеҙ, тип шаяртып әйтеп ҡуям. Мәҫәлән, Хәйбуллала бәләкәй бер йылға аша өс йөҙ миллионға күпер төҙөп була, ә Өфөләге Ағиҙел аша күпер төҙөүгә 10 милллиард кәрәк. Бөгөн минең башымда ошо миллиардтарҙы нисек табырға тигән һорау ҡайнай. Мәҫәлән, быйыл ШОС һәм БРИКС сараһын үткәргән ваҡытта тотонолған 1,2 миллиард кредитты түләп ҡуйыу талап ителә. Шулай уҡ сүп-сар полигонын, юл, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекттарын төҙөүгә, яңыртыуға ла бик күп миллиардтар кәрәк. Шуға ла бөгөнгө командаға ауырлыҡтарҙан сығыу юлын эҙләргә, ҡала үҫеше туҡталмаһын, ҡала халҡы комфортлы йәшәүҙе дауам итһен өсөн ошондай ауыр шарттарҙа ла финанс мөмкинлектәрен табырға тура киләсәк.

Бөгөн иң беренсе сиратта ҡышҡылыҡҡа әҙерләнеү, километрҙарға һуҙылған инженер селтәрҙәрен тәртипкә килтереү мәшәҡәттәре өйөлгән бит инде. Һеҙ был өлкәләге эштәргә барлау үткәрҙегеҙме, ниндәйҙер хәүеф-маҙар күрәһегеҙме?

- Һәр ҡаланың йәшәйеш циклы бер үк инде: әле генә беҙҙең мәғариф учреждениеларын яңы уҡыу йылына әҙерләнек, уҡыусыларҙың хәүефһеҙлеге тураһында хәстәрләнек. Капиталь ремонт программаһына бәйле Өфөнөң 16 белем биреү учреждениеһы балаларға яңы форматта асылды. Был эштәрҙең беҙҙең өсөн бик етди һынау икәнен беләһегеҙ. Белем биреү учреждениелары 140 мең баланы яңыртылған һәм сағыу төҫтә ҡаршы алһын өсөн дөйөм тырышлыҡ менән мөмкин булғандың барыһын да эшләнек.
Эйе, хәҙер төп бурыс - йылытыу миҙгелен иҫән-имен генә башлап ебәреү. Беҙҙең көндәлек оперативкалар урынбаҫарым Сергей Кожевниковтың тап ошо мәсьәлә тураһындағы отчетынан башлана. Бөгөнгө көндә йылылыҡ селтәрҙәренең 80 проценттан ашыуы һынауҙар үткән. Ҡайҙалыр ниндәйҙер урында һаман торба-ҡорамалдар алыштырыу дауам итә. Һыу, йылылыҡ системаһының 60 проценты туҙған шарттарҙа аварияларға юл ҡуймау - тәүге бурысыбыҙ.

Ҡаланың байрамдар үткәреү тигән матур традицияһы бар бит инде...

- Ҡайһылыр бер етәксе булдырғайны был байрамды, нимәнелер уйлап сығарғайны, тиеү бик үк дөрөҫ түгелдер. Сөнки төрлө креатив идеялар, акциялар, проекттар күберәк халыҡтың үҙенән килә. Шуға ла ниндәйҙер байрам саралары үткәрер өсөн дә халыҡты ишетергә, уларҙың тәҡдимен хуплай белергә кәрәк, тим. Күптән түгел бына Ҡашҡаҙанда "Һөт иле" шаулап-гөрләп үтеп китте, ул киләсәктә лә дауам итер. Йәштәребеҙ Ағиҙел буйына "Самауырлы ритайым"ға сыға - белеүемсә, был матур сараны улар үҙҙәре тәҡдим итеп, үҙҙәре ойоштора башлаған. "Әйҙә-фест" тигән урам театрҙары фестивале, "Өфө муйынсағы"нда үтә торған спорт саралары - улар барыһы ла ҡала халҡын да, туристарҙы ла йәлеп итә торған байрамдар һәм уларҙы хупларға кәрәк.

Өфөбөҙ илдең башҡа баш ҡалаларынан ни яғы менән айырылырға тейеш тип уйлайһығыҙ?

- Күп ҡалаларҙа булһам да, уларҙы ныҡлап өйрәнеү тәжрибәм бик юҡ. Ә шулай ҙа Өфөнөң башҡаларҙан айырып торған һыҙаттарын әйтә алам. Берҙән, ул өс яҡлап та йылға менән уратып алынған, йәшел урман ҙур ғына биләмәһен биләй, ул ете ҡалҡыулыҡ өҫтөндә ултыра -Ер йөҙөндә бындай ҡалалар бик күп түгел, минеңсә. Өфөнөң архитектура йәһәтенән дә, мәҙәни һәм тарихи объекттар иҫәбе буйынса ла үҙебеҙҙеке генә булған үҙ йөҙө бар тип уйлайым һәм бының менән ғорурланмай булмай.

Урам атамаларын тәртипкә килтереү, уларға республика тарихында бөйөк эштәре менән урын алған танылған һәм күренекле шәхестәр исемен ҡушыу кеүек мәлдәргә лә иғтибарҙы арттырырға кәрәк ине. Мәҫәлән, әлегәсә күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы һәм ғалим Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев исемендәге урам юҡ икән...

- Эйе, быуындар алышына, ололарға алмашҡа йәштәр килә. Хәтер эстафетаһы тигән нәмә бик мөһим - йәштәр тарихи үткәндәрҙе, күренекле шәхестәрҙе белһен өсөн беҙҙең дә айырым эш-хәстәрҙәребеҙ булырға тейеш. Һеҙ, журналистар, был мөһим эшкә үҙ өлөшөгөҙҙө индерәһегеҙ, әлбиттә. Гәзит биттәрендәге яҙма менән генә сикләнеп ҡалмаҫҡа, мәҫәлән, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев кеүек күренекле шәхестәрҙең исемен баш ҡала урамына ҡушыу буйынса тәҡдимде Өфө ҡала Советындағы комиссия иғтибарына яҙма рәүештә еткерергә кәрәк. Шулай уҡ мәҙәни мираҫты, милли колоритты һәм үҙлекте һаҡлау буйынса ла күберәк яҙырға, һөйләргә, яҙылғандарҙың шул уҡ йәштәр күҙенә эләгерлек булыуына өлгәшергә кәрәк.

Өфөнөң йәшеллек буйынса уникаллеге тураһында һүҙҙе дауам итеп, йәмәғәтселектә борсолоу тыуҙырған бер хәл - урамдарҙағы ҙур ағастарҙы ҡырҡып, йәштәренә алыштырыу тураһында ла фекерегеҙҙе белге килә.

- Шаяртып алайым әле. Мин бит инде урман баҫып алған тауҙар менән уратып алынған, ҡояш та бик үк төшмәгән төпкөл Бөрйәндә тыуғанмын. Хәйбуллаға күскәйнем, унда дала. Шул саҡта, мин ағасһыҙ-урманһыҙ Хәйбуллала үҙемде яланғас һымаҡ, яҡлауһыҙ, һаҡлауһыҙ һымаҡ хис итәм, тип шаярта торғайным. Хәҙер бына Өфөләмен. Йәғни алтын урталыҡтамын: Бөрйәндә - урман-тауҙар, Хәйбуллала - дала, Өфөлә самалап быларҙың икеһе лә бар.
Ҡала халҡын аңларға була. Аңлатыуһыҙ-ниһеҙ урамдарҙағы ағастарҙы ҡырҡа башлау дөрөҫ түгел, етмәһә, сәләмәттәрен ҡырҡыу, ҡарт ағастар урынына ултыртылған йәш ағастарҙың ерегеп китә алмай ҡороған осраҡтары ла булған. Ысынында, ҡарт ағастар иртәме-һуңмы ауып төшәсәк, уларҙы алыштырырға кәрәк. Былай ҙа көслөрәк елдән һуң ағастарҙың автомобилдәргә, электр сымдарға ауған хәлдәр тураһында ишетәбеҙ, уларҙы тергеҙеү өсөн күпме аҡса түгелә. Шуға ла башта халыҡҡа был эштәр хәүефһеҙлектән сығып башҡарыла икәнен аңлатырға кәрәк.

Ҡала тормошоноң ниндәй өлкәләренә яңырыу уҡ булмағанда ла, талап ителгән иғтибар йүнәлтелесәк?

- Ҡала халҡын, әлбиттә, иң тәүге сиратта юлдар менән бәйле хәл борсой. Шулай уҡ күперҙәр төҙөлөшө менән бәйле стратегик мәсьәләләрҙе хәл итәһе бар. Мәҫәлән, өс-дүрт йыл эсендә Ағиҙел аша Затон күперен төҙөүгә 10 миллиард тирәһе аҡса табыу бурысы тора. Ул проектты республика, хатта Федераль ярҙамһыҙ тормошҡа ашырыу мөмкин түгел.
Ҡала транспорты буйынса проблемаларҙы ла иғтибарҙан ситкә ҡуйып булмай. Трамвай-троллейбус-автобус паркын яңыртырға, рельс юлдарын ремонтларға кәрәк. Беләһегеҙ, бер саҡ республика Башлығы Радий Хәбиров пассажирҙар ағымын көйләү өсөн Өфөнөң тарихи үҙәге менән төньяҡ өлөштө бәйләүсе, метроға альтернатива булырҙай ҡала электричкаһы тураһында идея яңғыратҡайны. Был "Ер өҫтө метроһы" проекты тураһында фекер алышыуҙар бара, тик барыһы ла шул финанс табыу мәсьәләһенә барып терәлә.
Ҡала ихаталарындағы тротуарҙарға, юлдарға иғтибар итеү ваҡыты ла еткәндер. Был эштәргә идара итеүсе компанияларҙы ла йәлеп итеп, уларҙың финанслауҙа ҡатнашыуына өлгәшергә тигән теләк бар. Ысынында, закон буйынса ихата биләмәләрен, юлдарын төҙөкләндереү идара итеүсе компанияларҙың вәкәләттәренә инә инде ул. Тик был тормошҡа ашырылмай, ихаталарҙағы соҡор-саҡырҙарға улар тарафынан ҡалдыҡ принцибы буйынса ғына аҡса бүленә. Идара итеүсе компанияларҙы ошо бурыстарын үтәүгә ҡыҙыҡтырыу өсөн ниндәйҙер нисбәттә муниципалитеттың да финанс ярҙамын тәҡдим итергә тигән ҡарарға килдек. Һәр хәлдә, Өфө халҡы мәнфәғәттәрендә бер ҡарарға килербеҙ тип уйлайым.
Ҡыҫҡаһы, Өфөнө тәртипкә килтерергә кәрәк. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, социаль объекттар буйынса ла һорауҙар бар. Мәҫәлән, ҡала эсендә мәктәптәр етерлек, әммә Йылҡыбай, Нуғай, "Цветы Башкирии" ҡасабаларында ла мәктәптәр төҙөү кәрәк. Проектлағанда, мотлаҡ халыҡтың ихтыяжын, иҫәбен дә күҙҙә тотоу мотлаҡ. Юҡһа, Нуғайҙағы 1200 урынға иҫәпләнгән мәктәптә 4 меңдән ашыу бала уҡый. Был юл ҡуйылғыһыҙ хәл.
Бында беҙҙең төҙөүселәр адресына ла дәғүә белдермәй булмай. Улар бөгөн коммерция торлаҡтары төҙөү менән артыҡ мауыға, ләкин ул йорттарҙа йәшәйәсәк кешеләрҙең социаль ихтыяжы тураһында онота. Был ҡала төҙөлөшө нормаларын да боҙоу тигән һүҙ. Был хәлгә лә беҙ күҙ йома алмайбыҙ.

Шулай ҙа һеҙҙең мауығыуҙар, ғаиләгеҙ тураһында ла белге килә. Өфөлә һеҙ яратҡан урындар барҙыр, улар ниндәйерәк тәьҫораттар менән бәйләнгән?

- Әйткәнемсә, мин йылғаһы, тауҙары, ҡалын урмандары булған ауылда үҫтем. Тәбиғәт ҡосағында булыуҙар беҙҙең ғәҙәти хәл-торошобоҙ, был сәйәхәттәр иркенлек, азатлыҡ, мөғжизәле бер донъяны танып-белеү шатлығы бирә. Бына шулай мин дә бала саҡтан урман-тауҙарҙы гиҙеү, балыҡ тотоу менән мауыҡтым, был мауығыуым әле булһа дауам итә. Әммә мин, Бөрйәндәге күпселек ир-егеттәр кеүек, һунарсы түгелмен. Мылтығым булһа ла мин унан хатта бер ҡошҡа ла атманым. Мылтыҡты, моғайын, текә ир-егет булып күренеү теләгенән генә алғанмындыр ҡулға.
Мауығыуҙарымдан шахматта уйнауҙы әйтергә лә булалыр. Бала саҡтан атайым менән уйнаным, төрлө кимәлдәге ярыштарҙа ла ҡатнаштым. Шулай уҡ футболда ла, волейболда ла, өҫтәл теннисында ла уйнайым. Хәҙер бына улдарым да минең ошо мауығыуҙарымды дауам итә, тиергә мөмкин. Әле генә мәктәпкә барған уртансы улымды махсус рәүештә шахмат секцияһына бирҙек. Улдарым өсәү. Иң олоһо 6-сы класҡа уҡырға барҙы. Бәләкәйе - балалар баҡсаһында. Өфөнөң күңелгә иң яҡын урыны, әлбиттә, 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты урынлашҡан Рәсәй урамы, "Йүрүҙән" туҡталышы тирәһе инде. Гимназияла уҡығанда беҙ күберәк шул биләмәнән Ҡала советы туҡталышына тиклем генә сығып йөрөй, көн дә иртән йүгерә торғайныҡ. Хәҙер иһә улдарым тартылған, уларға оҡшаған урындарҙы, парктарҙы күңелгә яҡын итәм.

Шулай итеп...
"Идара итеүселәр тәжрибәһе" тигән хеҙмәттә: "Өс айҙа ысын етәксе хәл-торошто тулыһынса өйрәнә, киҫкен мәлдәрҙе асыҡлай, ҡул аҫтындағы команданың ышанысын яулай һәм тәүге һөҙөмтәләр күрһәтә ала", - тигән һығымта күҙгә ташланды. Баш ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын 100 көн генә атҡарыуына ҡарамаҫтан, уға бирелгән һорауҙарҙан Рөстәм Шәриповтың Өфөбөҙгә ҡағылышлы һәр мәсьәләне етәксе, кеше, патриот булараҡ ҡабул иткәнен аңлап, уға һәр беребеҙ эстән генә ихлас уңыштар теләнек.

Гөлфиә ЯНБАЕВА,
Галина ИШМӨХӘМӘТОВА,
Вячеслав ГОЛОВ.

"Киске Өфө" гәзите, №36, 11 - 17 сентябрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.09.26 | Ҡаралған: 17

Киске Өфө
 

Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1 сентябрҙән 1230 һум 42 тингә яҙыла башларға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru