«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

11 сентябрь - Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеменә арналған көн. Был байрам хәҙер матур йолаға әүерелеп бара. Ә һеҙ үҙегеҙҙең ырыу-тамғағыҙҙы һәм милли кейемегеҙҙе беләһегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ХЕҘМӘТ ШАРТТАРЫ ЯҠШЫ
+  - 

Башҡортостанда ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге пилотһыҙ осоу аппараттары батальоны сафын тулыландырыу дауам итә.

Ир-егеттәр Оборона министрлығы менән БПЛА операторҙары һәм был подразделениеның башҡа һөнәрҙәре буйынса хеҙмәт итеү өсөн әүҙем контракт төҙөй. Ошо йәһәттән башҡорт дроноводтар батальонын ойоштороу инициативаһы менән сығыш яһаған республ ика Башлығының РФ Милли гвардияһы ғәскәрҙәре менән үҙ-ара эш итеү буйынса кәңәшсеһе Артур Йомағужин Ватанға хеҙмәт итергә теләк белдергән һәр кемгә үҙ рәхмәтен белдерә.
"Кем һаман икеләнә, шуны әйтергә теләйем: был етди аҙым, һәм уға, ысынлап та, яуаплы ҡарарға кәрәк. Батальонға яҙылыу - илебеҙҙең бөтөнләй яңы хәрби көсөн формалаштырыуҙа ҡатнашыу, хәрби тарихыбыҙҙың яңы битен яҙыу бит ул", - ти Артур Йомағужин.
Яңы подразделениеға яугирҙар күп кимәлле аттестация аша һайлап алына, йәш буйынса ла талаптар бар. Медицина тикшереүе һөҙөмтәһенә ҡарап, комиссия хеҙмәткә яраҡлы тип тапһа, дәғүәсе, Оборона министрлығы менән бер йылға контракт төҙөгәндән һуң, махсус уҡыу үҙәгендә күнекмәләр үтә.
Себер тарафтарында эшләп йөрөгән егет ("Орел" ("Бөркөт") позывнойлы яугир) Башҡортостанда яңы батальон төҙөлөүе хаҡында интернеттан уҡып белә һәм уның сафына яҙылырға ҡарар итә. Исемле батальондың төҙөлөүен бик ваҡытлы һәм мөһим сара тип иҫәпләй ул. Сөнки БПЛА операторҙары бөгөн армияла - төп хәрби белгестәрҙең береһе. Улар разведка алып бара, штурм төркөмдәренең уңышлы һөжүмен тәьмин итә, яралыларға ярҙамға килә.
Батальонда хеҙмәт итеү, лайыҡлы түләүҙән тыш, ветеран исеме, дәүләт наградалары алыуҙы грантиялай, хеҙмәткә урынлашыуҙа һәм вуздарға уҡырға инеүҙә льготалар ҙа бирә. Шулай уҡ студенттар өсөн махсус шарттар билдәләнгән. Вуздарҙа белем алыусылар, академик ял юллап, контракт төҙөргә мөмкин, ә хеҙмәттән һуң бюджетҡа күсеү хоҡуғына эйә.
Хеҙмәт итеү ваҡыты аныҡ билдәләнгән, һәм ул теүәл бер йыл тәшкил итә. Аҙаҡ яугир хеҙмәтен ҡалдыра йәки Оборона министрлығы менән яңы контракт төҙөй ала.
Һайлап алыу һәм контракт төҙөү шарттары буйынса тулыраҡ мәғлүмәт өсөн телефондар: +7 (908) 358-00-00 һәм +7 (995) 948-65-41.
Әйткәндәй, Махсус хәрби операция биләмәһендә Салауат районынан "Башҡорт" позывнойлы коптер тибындағы БПЛА өлкән операторы хеҙмәт итә. Дрон операторы билдәләүенсә, пилотһыҙ аппараттар менән идара итеү күнекмәләре бөгөн армияла ғына түгел, ә граждандарҙың эшмәкәрлек өлкәләрендә лә талап ителә. БПЛА подразделениеларында хеҙмәт итеү заманса юғары технологиялы компетенциялар бирә, ти ул. Муниципалитет хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, "Башҡорт" 2024 йылда РФ Оборона министрлығы менән килешеү төҙөгән. Быға тиклем ир-уҙаман тыуған ауылында механизатор булып эшләгән. Хәҙер уның бурыстары - разведка, артиллерия утын коррекциялау, дошман позицияларына һөжүм итеү, шулай уҡ алғы һыҙыҡҡа боеприпастар һәм медикаменттар ташыу. .

Ҡасим ҒӘҘЕЛШИН әҙерләне
"Киске Өфө" гәзите, №36, 11 - 17 сентябрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.09.26 | Ҡаралған: 19

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1 сентябрҙән 1230 һум 42 тингә яҙыла башларға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru