
Сентябрҙең тәүге аҙнаһы ла үтеп китте. Донъя кимәлендә һәм Рәсәй буйынса ошо ваҡыт киҫәге эсендә иң беренсе иғтибарҙы йәлеп итеүсе сәйәси ваҡиғаларҙың береһе АҠШ президенты вәкилдәренең Мәскәүгә рәсми визиты булғандыр.
Әлбиттә, ҡайһы бер эксперттарҙың, был визит бер ниндәй яңылыҡ та килтермәне, тип әйтеүҙәренә ҡарамаҫтан (сөнки хәҙер шул бер үк маҡсат менән нисәнсе тапҡыр килеп ҡайтыуҙары!), Владимир Путиндың Стив Уиткофф һәм Джаред Кушнер менән өс сәғәттән ашыу һөйләшеүҙәрен ыңғай баһалаған баҫмалар һәм сәйәсмәндәр ҙә күп. Мәҫәлән, Украина Юғары радаһы депутаты Александр Дубинский фекеренсә, Дональд Трамптың махсус илселәре Рәсәй менән конфликттың тамамланыуы буйынса Зеленскийға "ультиматум" белдереүҙәре лә ихтимал. Уйын осоро тамамланды, ти ул, хәҙер ҡарар ҡабул итергә кәрәк. Ә инде Зеленский Уиткофф менән Кушнерҙың тәҡдимен ҡабул итмәй икән, ул АҠШ тарафынан күрһәтелеп килгән хәүефһеҙлек гарантияһынан ҡолаҡ ҡағасаҡ. Әгәр Зеленский ультиматумды кире ҡаҡҡан хәлдә, уның коррупцияла ғәйепләнеүе лә бик ихтимал, ти Дубинский. Ә бына Bloomberg баҫмаһы яҙып сығыуынса, Уиткофф менән Кушнерҙың Мәскәүгә күп һанлы килеп китеүҙәре прогресс килтермәне һәм был һуңғыһына ла әллә ни өмөт юҡ, сөнки Кремль үҙенең иң беренсел хәрби маҡсаттарынан баш тартасағын белдермәне.
Трамп илселәре сәфәренә әҙ генә булһа ла оптимизм менән ҡараусы берҙән-бер матбуғат баҫмаһы The American Conservativ журналы булды. Уның махсус күҙәтеүсеһе Трамп хакимиәтенең Рәсәй менән АҠШ араһында диалогты тергеҙеүгә ынтылыш күрҙе һәм был Үҙәк разведка идаралығы директоры (ЦРУ) Джон Рэтклиффтың Мәскәүгә визитынан һуң айырыуса һиҙелә, тип яҙҙы.
Һәм, ысынлап та, Рәсәй эксперттары һыҙыҡ өҫтөнә алыуынса, Уиткофф менән Кушнер сәфәрен фәҡәт украин конфликты менән генә бәйләү дөрөҫ булмаҫ ине, сөнки Кремлдә булған һөйләшеүҙәрҙән күренеүенсә, Мәскәү менән Вашингтон араһында ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙе тергеҙеү мәсьәләһенә ҙур иғтибар бирелде. "Трамптың яҡын ярҙамсылары менән Кремлдә булып үткән осрашыуҙы ҡәҙимге тип әйтеүе ауыр, - ти Дәүләт Думаһының Халыҡ-ара эштәр буйынса комитет рәйесе урынбаҫары Алексей Чепа, - сөнки беҙ уның байтаҡҡа һуҙылған тәнәфестән һәм күп кенә башҡа хәлдәрҙән һуң башланыуын күрәбеҙ. Шулай уҡ ике яҡтан да ыңғайға көйләнеш тә күрәбеҙ". Эйе, был йәнә лә шунан да күренде: Америка делегацияһы составында санкция өсөн яуаплы чиновниктарҙың да булыуы сәйәси даирәләрҙә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Былар бөтәһе лә АҠШ менән Рәсәй араһындағы мөнәсәбәттәр кимәлен тергеҙеү файҙаһына һөйләй. Ҡыҫҡаһы, Кремлдәге осрашыу Украина менән Европа позицияһын да асыҡ күҙаллау йәһәтенән һөҙөмтәле булмаҡсы. "Минеңсә, - ти Федерация Советының Халыҡ-ара эштәр буйынса комитет рәйесе Григорий Карасин, - Америка илселәре артабанғы аҙым яһау өсөн Киевҡа ярайһы яҡшы "багаж" менән йүнәлде." Шул уҡ ваҡытта Карасин Киев властарының тиҫкәрелеген дә күҙ уңында тотоуын, ләкин Вашингтондың бындай хәлгә йоғонто яһарына ышанысын белдерҙе.
Ә шулай ҙа Financial Times гәзите яҙыуынса, АҠШ президентының тыныслыҡ илселәре визитына ҡарамаҫтан, Украина конфликтты көйләү буйынса һөйләшеүҙәргә иҫәп тота, тип әйтеп булмай. Һәм, ысынлап та, Зеленский Уиткофф һәм Кушнер менән осрашыу барышында Донбастан баш тартырға риза булмауын белдерҙе. Өҫтәүенә, ул киләһе йыл АҠШ-тың Patriot комплекстары өсөн ракеталар етештереү ниәтен белә һәм бынан Украинаға ла өлөш сығырына өмөтләнә. Ә уны Рәсәй Хәрби-космос көстәренең яуап һөжүме һөҙөмтәһендә Украинаның бөтөн Ҡара диңгеҙ порттары бикләнеүе лә, сәнәғәт предприятиеларының күпселек өлөшө харабаға әйләнеүе лә, логистика элемтәһе эшләмәү сәбәпле, магазин кәштәләренең бушап ҡалыуы ла борсомай - Зеленскийҙың унда эше юҡ, сөнки Киев режимы үҙ аҡсаһына һуғышмай: "һуғышырға теләүселәр коалицияһы" ҡоралға һәр саҡ аҡса табасаҡ. Ҡыҫҡаһы, Европа һәм Киев һаман да "һуғышырға теләүселәр" шойҡаны аҫтында. Американист-сәйәсмән Малек Дудаков фекеренсә, 2027 йылдың йәйенә конфликтты көйләү буйынса һөйләшеүҙәр шарттары Рәсәй файҙаһына бик ныҡ үҙгәреүе ихтимал. Хәйер, киләсәк ни күрһәтер...
Киң мәғлүмәт сараларында бер йыл эсендә генә лә ҡорал һатып алыуы менән бәйле коррупцион схемалар арҡаһында Украинаның 1,2 млрд доллар самаһы зыян күреүе хаҡында хәбәрҙәр йөрөй. Был хаҡта, мәҫәлән, аудитор тикшереүҙәре һөҙөмтәләренә һылтанып, NewYork Times гәзите яҙып сыҡҡан. "2024 йылда Украина мутлыҡтар, дәүләт аҡсаһын туҙҙырыу һәм битарафлыҡтар арҡаһында 1,2 млрд доллар самаһы юғалтҡан", - тип хәбәр итә баҫма. Бынан алдараҡ Америка киң мәғлүмәт сараларында Зеленскийҙың коррупцион янъялдар арҡаһында украиндар ышанысын юғалта барыуы хаҡында материалдар булғайны. Халыҡ аҡылы, ғауға ҡупһа, ҡараҡҡа файҙа, тип белмәй әйтмәгән икән шул...
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №36, 11 - 17 сентябрь 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА