«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

11 сентябрь - Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеменә арналған көн. Был байрам хәҙер матур йолаға әүерелеп бара. Ә һеҙ үҙегеҙҙең ырыу-тамғағыҙҙы һәм милли кейемегеҙҙе беләһегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

МИН ЯҘҒАНДЫ, ӘКИӘТ, ТИМӘ ӘКИӘТ ТӨБӨНДӘ ЛӘ ХӘҠИҠӘТ БАР
+  - 

Тарихтың туҙға ғына түгел, телгә лә яҙылғаны

Этнонимдарға кире ҡайтып, башлаған фекеребеҙҙе дауам итәйек. Әйтәйек, ғәрәптәр үҙҙәрен нилектән ғәрәп тип атаған һуң? Баҡһаң, был этнонимдың нигеҙендә "ар атаһы" тигән мәғәнә ята икән: "арий" һүҙе ер кешеһе мәғәнәһен бирһә, "аба" ғәрәпсәнән "атай" тип тәржемә ителә. Тимәк, Арабийа тип йөрөтөлгән ил "ар аталары иле" мәғәнәһен бирә лә инде. Бына нисек бит ул: бынан әллә нисә мең йылдар элек боронғо Урал ерлегендә башар исеме аҫтында билдәле булған ҡәүемдәр (беҙҙең тарихи ата-бабаларыбыҙ) ғәрәп-арабийҙар менән дә туғандаш булып сыға түгелме һуң? Улай булмаһа, телебеҙҙәге "абый", "баба", "бабай" һүҙҙәренең, икенсе мәғәнәүи һыҙаттар алған хәлдә лә, төп ғәрәп һүҙе "аба" менән тамырҙашлығын инҡар итергә тура килер ине.
Этнонимдарҙы тикшереүҙең тарих фәненә бер файҙаһы ла юҡ, тиеүселәргә ҡаршы тағы бер тос ҡына дәлил килтерергә була. Ризаитдин Фәхретдинов тарихи яҙмаларында Волга-Урал төбәгендә йәшәгән халыҡтарҙың атамаларын барлап, "булғар" этнонимы тураһында ла үҙ фекерен белдереп китә. Билдәле тарихсы-этнограф Наил Бикбулатов, халҡыбыҙ үҙатамаһының килеп сығышын тикшереп, уның ҡырҡлаған варианты булыуын билдәләй һәм был үтә ҡыҙыҡлы проблеманың аҙаҡҡаса хәл ителмәүен күрһәтеп үтә. Тик шулай ҙа боронғо "башар" һүҙенең тәүге ер кешеһе мәғәнәһен аңлатыуын нигеҙле рәүештә иҫбатлап, "башар - башғар - башғард - башҡорт" лексик теҙмәһенең ысынбарлыҡҡа тура килеүен тел ҡанундарына ярашлы, тип табып, "башҡорт" этнонимының тарихи этимологик тәү тамырын юллау ҡайһы бер рәсми тарихсылар өсөн барыбер әкиәт кенә булып ҡаласаҡ.
Мин һөнәрем буйынса тарих белгесе түгел, тарихсылар менән бәхәс ҡорорға, уларға ниндәй ҙә булһа нигеҙһеҙ дәғүәләр белдерергә лә артыҡ теләгем юҡ. Тик шуныһы ла раҫ: бары үҙеңде генә ғилем эйәһе, тип иҫәпләп, башҡаларҙың фекерен һанға һуҡмау беҙҙе хәҡиҡәткә һис яҡынайтмаҫ. Рәсәй тарихсылары араһында ла төрлө шау-шыулы, ығы-зығылы низағтар сығып торғанын күреп-белеп торабыҙ бит. Иң юғары власть әһелдәре талабы буйынса Ватан тарихы рәсми тарихсылар тарафынан ҡаттан-ҡат үҙгәртелә килеп, бәғзе бер осорҙарҙа танымаҫлыҡ итеп яңынан яҙылып, ысынбарлыҡтағы байтаҡ хәл-ваҡиғалар уйҙырмалар менән алыштырыла килеп, урыҫ дуҫтарыбыҙҙың беҙгә лә билдәле Тришка бишмәтенә әүерелдерелеп бөтөүенә ышанмай булмай.

Ер-ҡом аҫтында тарих һаҡланғаны

Миңә ҡалғанда, тарих - беҙгә ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған дөйөм мираҫ, уны тик профессиональ нигеҙҙә генә "хосусилаштырыу" тарихи фекерләү даирәһен үтә лә тарайтып, боронғо объектив ысынбарлыҡҡа яҡынлау юлдарын томалап ҡуйыр һымаҡ. Ошо фекергә дәлил булырҙай бер тарихи фактты иҫкә алып китеү яҙыҡ булмаҫтыр.
Тарих фәне, археология менән ҡыҙыҡһыныусылар араһында Генрих Шлиманн тигән затты белмәгәндәр һирәктер. Был кеше бала сағынан уҡ антик Грецияның бөйөк ижадсыһы Гомерҙың поэмаларын уҡып, унда тасуирланған тарихи хәл-ваҡиғаларҙың ысынбарлыҡта булыуына ысын күңелдән ышана башлай. Бигерәк тә уны Троя һуғышы тураһындағы мәғлүмәт әсир итә, һәм был ҡаланы эҙләп табыу Шлимандың ғүмерлек хыялына әйләнә. Нисек иҫең китмәһен, ти: Троя ҡалаһының ҡайҙа урынлашҡанлығын ул тап Гомер яҙғандарға таянып эҙләргә ҡарар итә. Ә Гомерҙың поэмаларын әкиәт, тимәй, бүтәнсә нисек атайһың инде? Шлимандың замандаштары, танылған Европа тарихсылары, билдәле археологтар уны Гомер әкиәттәренә һуҡырҙарса ышанған бер ҡатлы фанатик, тип ҡабул итеп, уның эҙләнеүҙәренән бот сабып көлә, һәм, әлбиттә, ул ойошторған экспедицияға ярҙам ҡулы һуҙыу тураһында һүҙ ҙә булмай. Тик тарихи дөрөҫлөк Шлиманн яғында була һәм күп тә үтмәй, ғәҙеллек тантана итә: тап ошо һәүәҫкәр тарихсы, антик донъя тарихына фанатиктарса бирелгән эҙәрмән-тикшеренеүсе, легендар Трояны күп быуаттар дауамында өҫтөнә өйөлгән ер-ҡом аҫтынан ҡаҙып сығара. Бына шулай, әкиәт әкиәт булһа ла, әкиәт төбөндә хәҡиҡәт ятыуы ла бар бит әле!
Милләт - ҡатмарлы һәм күп яҡлы йәмғиәт феномены, һәр милләттең үҙенсәлекле һәм ҡабатланмаҫ тарихы бар. Милләт тарихы проблемалары тарихи фәндәрҙән башҡа философия, антропология, генетика, медицина, психология, география, сәйәси иҡтисад, лингвистика кеүек фән йүнәлештәре өсөн дә тикшеренеү объекты була ала. Шуның өсөн теге йәки был халыҡтың килеп сығышын, тарихи үҫешен, милли үҙенсәлектәрен тулыраҡ өйрәнеү маҡсатында мөмкин булған барса сығанаҡтарҙы файҙаланыу һөҙөмтәле булыр ине.

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ.
(Аҙағы. Башы 35-се һанда).

"Киске Өфө" гәзите, №36, 11 - 17 сентябрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.09.26 | Ҡаралған: 22

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1 сентябрҙән 1230 һум 42 тингә яҙыла башларға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru