«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

11 сентябрь - Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеменә арналған көн. Был байрам хәҙер матур йолаға әүерелеп бара. Ә һеҙ үҙегеҙҙең ырыу-тамғағыҙҙы һәм милли кейемегеҙҙе беләһегеҙме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
ТЕЛЕҢДӘН ҺӨЙӨН, АҒАЙ!
+  - 


"Ҙур рәхмәт, рәхәтләнеп, йылмая-йылмая уҡыным. Шул тиклем халыҡсан тел, яғымлы юмор менән яҙылған. Үҙем өсөн күптән ҡулланылыштан сыҡҡан, йә урындағы һөйләштә, ололар телендә генә һаҡланып ҡалған әллә күпме һүҙҙәр астым. Хикәйәне уҡығанда үҙемдең балалығым үткән ауылымды, күптән инде баҡыйлыҡҡа күскән инәй- бабайҙарҙы (йәндәре йәннәттә булһын) иҫкә төшөрҙөм. Тағы ла бер тапҡыр ҙур рәхмәт, һаулыҡ, ижади уңыштар һеҙгә..." тип, "Бәйләнештә" селтәрендә Вәзилә Хәкимова күренекле яҙыусы Хәйҙәр Тапаковтың "Туғандар һәм таныштар" хикәйәһенә ҡарата үҙ мөнәсәбәтен белдергән.
Әйткәндәй, Хәйҙәр Тапаковтың "Йәшлеккә ҡайтыу" проза йыйынтығының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына тәҡдим ителеүен китап һөйөүселәр ҙур ҡәнәғәтлек менән ҡаршы алды.

Әҙипте иң ныҡ борсоғаны...

Ваҡыт аяуһыҙ хөкөмдар. Кешеләрҙе, хатта ҡәүемдәрҙе, уларҙың башҡарған ғәмәлдәрен, ваҡиғаларҙы, күренештәрҙе, йылдарҙы, хатта быуаттарҙы үҙенең иләге аша үткәреп, он-талҡандай итеп ваҡлап, турап, онтап, киләсәккә иң лайыҡлы ғына тип иҫәпләгәндәрен сығара. Киләсәккә ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡ, юғарыла ултырған "йөнтәҫ ҡуллы ағай" ярҙамында, ришүәт түләп ҡаҙанған юғары исемдәреңә таянып, фанилыҡта ҡайһы бер ишектәрҙән үткән һымаҡ, шөһрәт шәһәҙәтнамәләреңде күрһәтеп кенә үтеп булмай торғандыр.
Был йәһәттән ваҡыт ғәм халыҡтың күҙе-ҡашы алдында булған батшаларға, хакимдарға, күренекле-күрмәлекле заттарға, сәнғәт, әҙәбиәт, мәҙәниәт әһелдәренә аяуһыҙҙыр тим. Батшаларҙың, хакимдарҙың, мәҫәлән, киләсәккә үтер әмәле икәү генә: уларҙы халыҡ киләсәккә күтәреп йә тапап үтә.
Мәшһүр Пушкиндың замандашы, улай ғына ла түгел, XIX быуатта әҙәбиәт шөһрәт, дан, әҫәрҙәренең тиражы йәһәтенән Пушкиндан күпкә юғары һаналған рус яҙыусыһы, әҙәби тәнҡитсеһе, журналисы Фаддей Булгариндың (1789-1859) бер әҫәре генә түгел, хатта исеме лә киләсәккә үтә алмаған. Быға Булгариндың заманында "Төньяҡ бал ҡорто" гәзите лә, "Төньяҡ архив" журналы ла ярҙам итә алмаған. Үҙ заманында уның китаптары Рәсәйҙә генә түгел, донъяла иң күп дана менән сыҡҡандарҙан һаналған. Ул Пушкин менән ваҡытлы матбуғат аша туҡтауһыҙ полемика ҡорған, бәхәсләшеп йәшәгән. Ә Ваҡыт ғәли йәнәптәре уны билдәһеҙ иткән, ә Пушкинды бар донъя белә, шиғырҙарын ятҡа һөйләй...
Ваҡыт-хөкөмдарҙың яҙыусыларға, шағирҙарға, рәссамдарға, композиторҙарға, башҡа ижад әһелдәренә сығарған хөкөмө үҙенсәлекле. Йылдар үткән һайын ижадсыларҙың күңел емештәре, әҫәрҙәре иләктән төшөп ҡала бара, һуңғы сиратта бер генә әҫәре йәки сифаты тороп ҡала. Был йәһәттән Әсхәл Әхмәт-Хужаның Рәшит Назаров тураһында әйткән һүҙҙәре ҡыҙыҡлы: "Мәгәр мин шуға ысынлап инанам: Рәшит Назаров үҙенең йәшен кеүек яҡты ғүмерендә үрҙә миҫалға килтерелгән ике генә мөғжизәүи шиғырҙы - ни бары "Йәшен" менән "Йөрәк" әҫәрен - ижад иткәндә лә, әҙәбиәт тарихында барыбер даһи тип нарыҡланыр ине". Хәйҙәр Тапаковтың яҙмаларында ла шуға ауаздаш юлдар бар: "Әгәр Александр Сергеевич Пушкин бер "Евгений Онегин"ды ғына яҙып ҡалдырһа ла рус әҙәбиәтендә юғары урындарҙың береһен биләр ине, моғайын..."
Әгәрҙә әҙиптәрҙең тик бер сифатын күҙ уңында тотҡанда, киләсәк:
- Пушкинды, үҙе үк әйткәнсә, "парадокстың дуҫы" булғаны;
- Лев Толстойҙы - үҙе йәшәгән йәмғиәт ҡанундарын инҡар иткәне;
- Федор Достоевскийҙы - шәхес тарҡалыуын барлыҡ ҡатмарлығында күрһәтә алғаны;
- Салауат батырыбыҙҙы - яугирлыҡ менән шағирлыҡты бергә ҡуша алғаны;
- Аҡмулланы - үҙ халҡын уҡырға өндәп өндәшкәне;
- Бабичты - халҡы өсөн миллион тапҡыр үлергә әҙер булғаны;
-Һәҙиә Дәүләтшинаны - башҡорт ҡатын-ҡыҙ яҙыусылары араһында тәүге роман яҙғаны;
-Зәйнәб Биишеваны - башҡорт ҡатын-ҡыҙ яҙыусылары араһында тәүге трилогия яҙғаны;
-Яныбай Хамматовты, Сабит Фазлыевты - роман менән әҙәбиәткә килгәндәре;
-Рәмиҙе - халҡының сәскә күңеленән бал ҡортондай ынйы йыйғаны;
-Мостайҙы - гуманлылыҡ принциптарына тоғро ҡалғаны;
-Рауил Бикбаевты - халҡына хаттар яҙғаны, илендә илен һағынғаны;
- Сыңғыҙ Айтматовты - ҡырғыҙ характерының, ҡырғыҙ психологияһының донъя халыҡтары характерының, психологияһының айырылғыһыыҙ бер өлөшө итеп күрһәтә алғаны;
- Ноғман Мусинды - кешеләр күңелендә урманға, тәбиғәткә ҡарата һөйөү, әҙәби ижадҡа ҡарата романтик тойғо тәрбиәләгәне;
- Рәшит Солтангәрәевты - башҡорт характерын һынландырғаны;
- Таңсулпан Ғарипованы - башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының рухи хәләтен сағылдырғаны;
- Әмир Әминевты - Ҡытайҙың донъя державаһына әүерелерен алдан күргәне;
- Тамара Ғәниеваны - күңел сөңгөлдәренең сөңгөлдәрендә ятҡан ҡуҙҙарҙы баҙлатҡаны;
- Рәйес Түләкте - кешелекте янғындан иҫкәртер өсөн үҙе утта янғаны;
- Буранбай Исҡужинды - үҙ-үҙенә юмор күҙлеге аша ҡарай алғаны өсөн иҫкә алыр.
Һәр ижадсының үҙенә генә хас сифатынан сығып, был исемлекте тағы ла дауам итергә булыр ине. Шулай ҙа яҙыусы, прозаик Хәйҙәр Тапаковҡа арналған мәҡәләлә ниңә шулай ҙурҙан ҡуба тиһегеҙме? "Әлеге ваҡытта тормошта һеҙҙе иң борсоғаны нимә?" тигән һорауға Хәйҙәр ағай шулай яуаплағайны: "Эскелек. Тотош йәмғиәтебеҙҙе солғап алған эскелек. Уны бөтөрөү, айныҡ тормошҡа ҡайтыуы еңелдән булмаясаҡ. Эскелек менән революцияға ҡәҙәр ҙә батшалар көрәшеп ҡараған. Ленин да эскелекте бөтөрөргә маташҡан. Ҡиммәтле сортлы виноградтарҙы тамырынан ҡырҡып ырғытып, кибеттәрҙә шәкәр һатыуҙы тыйған Горбачев хаҡында әйтеп тораһы ла түгел... Араҡынан ҡотолоуҙың берҙән-бер юлы - халыҡты белемле итеү. Белеме булған кеше араҡыға ынтыла һалып бармай бит, ни тиһәң дә, ул аңлы, мәҙәниәткә, әҙәбиәткә, тәртипкә яҡын кеше..." (Зөһрә Ҡотлогилдина "Яҡындарым янда, донъям теүәл саҡта ғына кәйеф күтәрелгәндә ижад итә алам", "Ағиҙел" 2019, №8) Тап шуның өсөн дә яҙыусының үҙ әҫәрҙәрендә сағылыш тапҡан үҙәк проблемаларҙың береһе - эскелек һәм уға бәйле рухи бөлгөнлөк, деградация. Әммә эскелек, шөкөр, яңы быуат башында халҡыбыҙҙың фажиғәһе булыуҙан күпкә алыҫлашты. Әлбиттә, был сир менән яфаланыусылар бар, әммә ул милли сир түгел, үткән быуаттың аҙағынан алып бөгөнгәсә ауыҙына тамсы ла алмаған тиҫтәләгән быуын вәкилдәре үҫеп сыҡҡан икән, киләсәгебеҙ был йәһәттән яҡты булыр. Бирһен Хоҙай, киләсәктә халҡыбыҙ бынан быуат ярым элекке ваҡыттағыса, эскелектең нимә икәнлеген дә онотор, эскеселәр динозаврҙар сүрәтендә ҡалыр.

Теле телеп һала...

Миңә ҡалһа, фекеремде башҡалар ҙа уртаҡлашыр, яҙыусы Хәйҙәр Тапаковты киләһе быуындар бер әҙиптекенә лә оҡшамаған халыҡсан, һутлы, Һаҡмар йылғаһының урта ағымына хас лөғәте, яҙыу стиле булған өсөн иҫкә алыр, әҫәрҙәрен үҙ итер. Улай ғына ла түгел, уның әҫәрҙәре тап ошо юҫыҡта махсус өйрәнеүсе ғалимын табыр, мәктәп-гимназиялар махсус урта, юғары уҡыу йорттары дәреслектәренә уның әҫәрҙәре өйрәнелер. Хәйҙәр ағай уҡыған Өфө фән һәм технологиялар (элекке Башҡорт дәүләт) университеты филиалы Стәрлетамаҡ педагогия институтында был йәһәттән боҙ ҡуҙғалған да инде - студенттар диплом эшен яҙыусының тел үҙенсәлектәренә бағышлай. Яҙыусының тел-стиль үҙенсәлектәрен, лексика ҡатламын билдәләр өсөн әҫәрҙәренең айырым һүҙҙәре, һүҙбәйләнештәре, һөйләмдәре, абзацтары картотекаларға индерелер, Интернет аша башҡорт телен өйрәнеүселәрҙең телмәрен байытыу маҡсатында ҡулланылыр, республиканың, баш ҡалабыҙ Өфөнөң башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының махсус курстары ойошторолор.
Эйе, тел тигәндә, телеп һала Хәйҙәр ағай Тапаков. Уларҙы уҡығанда бер кемдекен дә түгел, Йылайыр районының Һабыр ауылында тыуып үҫкән әҙиптең үҙ тауышын ишетәһең. Тамырһыҙ ағас, үлән булмағандай, тамырһыҙ, ерлекһеҙ яҙыусы ла булмайҙыр ул. Был үҙе үк яҙыусының үҙ стиле, әҙәбиәттә үҙ тауышы барлығын бермә-бер раҫлап тора.
Мин, әле булһын, радиобыҙҙың алтын фондында һаҡланған яҙмалар араһынан күренекле яҙыусыбыҙ Шакир Янбаевтың үҙе уҡыуындағы хикәйәләрен тыңлап, оло кинәнес кисереп йәшәйем. Хәйҙәр ағайҙың үҙе уҡыуында ла хикәйәләрен бик тыңлағым килә. Әлбиттә, үҙенсәлекле тауышлы актерҙар уҡыуында ла уның әҫәрҙәре яңғырарға тейеш, барыбер ҙә авторҙың үҙе уҡыуындағына бер нәмә лә етмәйҙер тип уйлайым.
Ҡоро ҡалаҡ ауыҙ йырта. Юғарыла атап үтелгән тәҡдимдәремде нығытыр өсөн яҙыусының әҫәрҙәренән бер нисә өҙөк тәҡдим итәм:

"Туп" - "Хәтерҙәге хәтирәләр" циклынан

"Салт аяҙ күк йөҙөләй зәп-зәңгәр күҙле, һылыу, шаян холоҡло Хәмдиә апай уйламағанда-көтмәгәндә йәшләй генә үлеп киткән Раҡыя апайымдың ире Нурфәйез еҙнәгә кейәүгә сығып аптыратты. Шыпа ла ғына аңламаҫһың, мәңге төшөнмәҫһең был ҡырҡ сыраҡлы ҡатын-ҡыҙҙың сәйер теләк-ынтылышын, һыуһыҙ ҡалаҡҡа һалып йоторлоҡ һөйкөмлө һөйәк була тороп та, ауылдың ажар, фартауай егеттәрен күҙгә лә элмәй, Ҡарасман ҡушаматын йөрөткән, уң яҡ аяғына һылтыҡлап атлаған, күрмәлеге ауылдан сыҡҡансы ғына етерлек тол ирҙе һайлаһынсәле! Улай тиһәң, еҙнәм үтә лә кешелекле, эшлекле, тиңдәшһеҙ балта оҫтаһы, өҫтәүенә, гармунда шәп уйнай, ҡулында ҡыңғыраулы тальянын былбылдай һайрата ғына, етеҙ бармаҡтарын көмөш телдәр өҫтөндә күҙ эйәртмәй йүгертеп, бейетеп ебәрһә, күкрәк ситлегенә һыймаған йөрәк һабан турғайылай ыңғайы бер асманға сойорғой, хискә, сикһеҙ хыялға сорналған илаһи йән моңға иҫерә. Икмәк өҫтө, шаштырмайым, ундай гармунсыны көндөҙ шәм яндырып эҙләһәң дә таба алмаҫһың. Оҫта гармунсының ҡәҙерен беләләр беҙҙең яҡта, уның урыны түрҙә, һыйлы ерҙә, туй-мәжлестәрҙең уртаһында, әм-мә Нурфәйез еҙнә икенсегә өйләнгәс, ҡунаҡ-мәжлестәргә йөрөүен дә, ауыҙына хәмер алыуын да ҡырҡа онотто, туҡтатты. Шулай булмай тағы, апайым мәрхүм булғандан һуң ҡойтоланып, ҡотһоҙланып киткән донъяһы бөтәйҙе ләһә, уға матурлыҡ, ҡот ҡунды.
Һүҙгә әүрәп, әйтеремде онотоп барамсы, шул сибәрҙәрҙән-сибәр Хәмдиә, яҡын, ҡәрҙәш апай хөкөмөндә ҡалғанлығын тойопмолор, бер көн миңә күк юлаҡлы, тамылйып бешкән алмалай, тауҙар артынан тәгәрәп килеп сығып, офоҡто алландырған шәфәҡтәй, ҙурлығы ҡуш йоҙроҡтан ары китмәгән йомро туп бүләк итте. Ирәмһегән күңеле майҙай иреһен өсөн итек башындай балаға күпме генә кәрәк тиһең, ҡыуаныуымдың сиге булманы..."

"Аҡ фәрештә" хикәйәһенән өҙөк:

"Мине яҡты донъяға өләсәйем ҡабул итеп алған. Тирә-яҡҡа даны таралған кендек әбейе, өшкөрөү-төкөрөүе, им-томо сихәтленең сихәтлеһе, ҡулдары һылау-һыйпауға ифрат ятып, килешеп барған, торғаны бер ҡабатланмаҫ тылсым эйәһе ине ул. Шуғалыр ҙа, ҙурлығы яғынан ҡара мунсанан ары китмәгән, һалам ҡыйыҡлы, береһе ишек алдына, икенсеһе урам яҡҡа ҡараған бәләкәй тәҙрәле өйөбөҙгә гелән эркелеп, кемуҙарҙан килер булдылар, һайғау кәртәле ишек алдының шаҡарма ҡапҡаһы ауыҙынан егеүле, арбалы, йә саналы аттар һис ҡасан өҙөлмәне. Төн уртаһында ла, таң һыҙылғанда ла, аяҙҙа ла, көн боҙолоп буранлап торғанда ла, ҡойоп ямғыр яуғанда ла буҫағаға саң ҡундырмай, өҙлөкһөҙ ағылдылар беҙгә, ә өләсәйем инде, үҙ сиратында, уларҙы көтөп кенә йөрөгәндәй, тиҙ арала йыйынып-кейенеп, усына йомшаҡ беләүгә оҡшаш им-том ташын йома ла, тотҡарлыҡһыҙ-ниһеҙ саҡырған тарафҡа юллана, ай күрҙе, ҡояш алды, тигәндәй, аҙна-ун көнгә зым-зыя юҡҡа сыға. Күрше-тирә ауылдарҙа ҡуна ятып ауырыуҙарҙы, зар-интизарҙарҙы дауалап шулайтып ылғый юғалып торһа ла алыҫҡа, өҙәрем яҡтарға сығып йөрөгән зат түгел ине ул, һыуға ырғытылған таштай тыуған еренә мөкиббән китеп батҡан, һеңгән ауыл кешеһе ине. Хәҙер ишетер ҡолаҡҡа ят яңғыраған Ҡыҙбикә исемле өләсәйем сит-яттарҙы үҙенә арбарлыҡ, йәлеп итерлек һөйкөмлө, мөләйем йөҙлө, тәбәнәк буйлы, еңел һөйәкле, ҡаҡса кәүҙәле булды, шуға күрә көслө ел сығып, дәһшәтле дауыл ҡубып уны йәнәһе лә ер сигендә ҡалҡҡан, күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән Ҡаф тауы артына осороп алып китә генә күрмәһен, тип мин йыш хафалана, борсола инем...

"Миҙал" повесынан өҙөк:

"...Уның ни ҡойолдороҡ икәнлеге атлап йөрөшөнән билдәле, килен икән - өҙә баҫып бейеп торһон, ҡулынан да, теленән дә килһен. Был ялҡау түшәктәге ире ҡосағында маҙырап йоҡлауҙан башҡаға эшкинмәй. Туптырҙатып бала табыуҙамы ни йәм, уларҙы әҙәмсә итеп бағып үҫтермәгәс. Ире лә йонсоу, ҡарауһыҙ, балаларының да өҫ-баштары ҡатып бөткән, тамаҡтарына ла йүнләп бешермәйҙер әле, эш мәнеһен, хәстәр рәтен белмәгән һәпрә. Йоҡоһона баш була алмай йоҡлап ҡала ла, һыйырҙарын һаумайынса ауыл осона сығып өлгөргән көтөүҙе баҫтырта. Тегеләренең елендәре таржайышып, ярылыр сиккә етеп бәүелеп, һөттәре тамсылып бара. Үҙенең йоҡлай барып күҙҙәре шешенеп бөткән, таралмаған сәстәре туҙыраған, өҫтөндә төймәләре аша-төшә эленгән ҡыҫҡа халат, халат йоратынан бар ҡатын-ҡыҙ ниғмәттәре күренә. Яр биреһе тип ҡотоң осор, билләһи, ыстырам!.."

Бергә сәй эскәндәй, мунса ингәндәй...

Сибайҙа Хәйҙәр ағайҙың өйөндә ҡунаҡ булырға, Вәсилә еңгәнең тәмле аштарын ауыҙ итергә, сәйен эсергә насип булды. Шундағы ирәүәнлек, күңелдәге рәхәтлек, гүйә, беҙ ағайҙың өйөндә генә ҡунаҡта ултырмайбыҙ, ә бер хикәйәһенең, повесының персонаждары, шул әҫәренең тулы ҡанлы геройы булып сәй һемерәбеҙ, көңгөр-ҡаңғыр һөйләшәбеҙ, ниндәйҙер проблемаларҙы хәл итәбеҙ, шул уҡ ваҡытта артабанғы яҙмышыбыҙ йорт хужаһының, әҫәр авторының ҡулында. Хәҙер беҙҙе нишләтер икән автор-хужа тип көтөп ултырған булабыҙ инде, нишләйһең - ҡунаҡ хужаның ишәге!
Бындай ирәүәнлек ҡайҙан килә тиһегеҙме? Әлбиттә, ағай яҙған хикәйәләрҙең беҙгә тәьҫиренән, яҙыусының оҫталығынан. Үҙем шәхсән күренекле яҙыусыбыҙ Булат Рафиҡов менән аралашҡанда шундай тойғолар кисерә торғайным. Уның менән осрашып, берәр тарихи романына бәйле әңгәмә ҡора башлаһаҡ, шул әҫәренең геройына әүерелгәнемде тоя инем.
Яҙыусының "Сәй" хикәйәһен уҡығандан һуң йортона барып, сәйен эскәндә тағы ла ниндәйерәк тойғолар кисерергә мөмкиндер:
"...Ҡарттарҙың хәлен белергә, йәнә сәйҙәрен эсергә яраттым. Сәй эсеүе - ни эсеүе, тиһәләр ҙә табын изге йола, күркәм сара, матур бер күренеш дәрәжәһенә күтәрелгән ине уларҙа. Ҡасан ғына барһаң да күтәрмәлә һине генә көткәндәй ҙур эсле ялтыр самауыр йылымыс аҡ быуын борхота. Инеп ултырып ҡабаланмай ғына көнитмеште теүәлләп хәл-әхүәл белешкәндән аҙаҡ Сәйфетдин олатай, үҙе әйтмешләй, күңелле йыр һуҙыусы табын йәмен алып инергә тип сығыу яғына ҡарай йүнәлә. Артынан ҡуштан тауыҡтай, мул итәктәрен елпеп, Мәстүрә инәй эйәрә төшә. Үҙе ыңғайы бер хәстәрләп ҡайғыртып ҡарты тирәһендә әйләнгеләгән, бөтөрөнгән була: "Бабай, ипләп, абайлап, ормаһарҙан билеңде биртендермә тағы, тупһаны йәтешләп ашатла, абынып китә күрмә!" Ярҙам итергә, булышырға теләгәндәй өтәләнеп барып, ҡыу бармаҡтары менән семтеп самауыр ҡолағына йәбешкән була, шулайтып үҙенсә еңеләйтә инде ауырлыҡты. Бына, ниһайәт, һуғылған балаҫ йәйелгән иркен урындыҡҡа аҡ киндер ашаулыҡ йәйелә, еҙ батмус өҫтөнә әлеге самауыр килеп ҡунаҡлай, бисмиллалап ҡабарып бешкән өй икмәге теленә, табын тултырып ризыҡ ҡуйыла. Бындағы һәр нәмә, шул иҫәптән маҡбаллы һандыҡ өҫтөнә ябылған сағыу ҡорама, яҫтыҡтар өҫтөндәге, тәҙрәләр ҡорғанындағы селтәрҙәр, минең өсөн генә ҡуйылған, алдымдағы һыйҙан һығылған табын фәҡәт миңә, яңғыҙ үҙемә генә тәғәйенләп әҙерләнгән һымаҡ. Хөрмәт йөҙөнән, әллә инде ниндәйҙер бер эске яҡынлыҡты тойған олатай менән инәй сиратлап арҡамдан ҡағалар, ҡулымдың һыртын һөйөп-һөйөп алалар. Ә мин инде кинәнестән, ғәзиз балаға ғына күрһәтелә торған иғтибарҙан йырылған ауыҙымды йыйып ала алмай рәхәтләнәм..."
Был юлдарҙы уҡығанда һеҙ ҙә сәй эскәндәй булдығыҙмы, дуҫтар! Ҡайҙан килә тиһегеҙме бындай ирәүәнлек? Әлбиттә, яҙыусының оҫталығынан, уҡыусыны инандырыу маһирлығынан, атап әйткәндә, тел ҡөҙрәтенән. Сәй эсеү генә тиһеңме, яҙыусы менән бергә тоҙло перәниктәр ашайһың, мунса инеүҙе тасуирлаған хикәйәләрендә автор менән эләүкәлә сабынғандай булаһың, тальян гармунында тысҡылдатаһың һ.б.
Ҡыҫҡалыҡта - оҫталыҡ, "Ҡыҫҡалыҡ - таланттың апаһы" тигән Антон Чехов. Һуңғы йылдарҙа интернет, атап әйткәндә, "Бәйләнештә" селтәре беҙгә, яҙармандарға, итәк-сабыуҙарыбыҙҙы йыйнабыраҡ тоторға, оҙон тәләккә төшөп китмәйенсә, ҡыҫҡараҡ яҙырға өйрәтә. Был йәһәттән Хәйҙәр Тапаҡовтың "Бәйләнештә"ге "Хәтерҙәге хәтирәләр" циклында баҫылған яҙмалары үҙенсәлекле әҙәби жанрҙы хасил иткән, улар тормошта булған ваҡиғаларға нигеҙләнә, шул уҡ ваҡытта әҙәби әҫәр, хикәйә һымаҡ та ҡабул ителә. Ҡыҫҡалыҡ яҙыусынан түбәндәге шарттарҙы талап итәлер:
- үҙ-үҙеңде аяуһыҙ рәүештә мөхәррирләүҙе;
- романдарға, повестарға торошло ваҡиғаларҙы, күренештәрҙе, фекерҙәреңде йәлләмәйенсә, бер абзацта әйтеп биреүеңде;
- бер нисә сюжетты, ваҡиғаны күҙ уңынан үткәреп, уларҙың араһынан иң мөһимен билдәләп, дөйөмләштереү һәләтен;
- тормош тәжрибәһен, фекереңде ҡыҫҡа итеп кинәйә, образ аша уҡыусыға еткереү оҫталығын һ.б.
Күренекле яҙыусы, тел маһиры Хәйҙәр ағай Тапаҡов ижади тормошоноң шундай мәленә, икенсерәк итеп әйткәндә, мәҡәлдәр, әйтемдәр ижад итеү йәшенә еткән. Әммә, кәрәкле саҡта, ниндәйҙер аҙым яһар алдынан ул миңә, ҡустыһына шылтыратып: "Бына шундай хәл, нимә эшләйем икән?" - тип кәңәш тә һорағаны бар. Был да уның ололоҡло-кеселекле сифатына ишара, икенсенән, ул үҙенән кесе кешенән кәңәш һорап, ул кешегә лә ихтирамын һәм иғтибарын белдерә. Ундай ағайҙарым минең өсәү: Тимер Ниәтшин, Самат Фәйзуллин һәм Хәйҙәр ағай.

ӘЙТКӘНДӘЙ...
Яҙыусының ҡыҫҡа яҙмалары араһында "Эҙҙәр" тигәне үтә лә фәһемле. Әҙип-уҡытыусы ауылда буран сыҡҡанда иртә тороп тәрән көрттә эҙ һалып, мәктәпкә ҡарай атлай. Шуны ғына көткәндәй, уҡыусылары өйҙәренән сығып, уның һалған эҙҙәренә баҫып артынан эйәрә. Яҙма шулай тамамлана: "Хәҙер ниндәй генә эшкә тотонһам да, ҡайҙа ғына барһам да, эшемде еренә еткереп эшләргә, һәр аҙымымды самалап, үлсәп баҫырға тырышам. Артыма боролоп ҡараһам, уҡыусыларым минең эҙҙәремә генә баҫып киләләр һымаҡ тойола".
Ә бит шул уҡ эҙҙәрҙә туған телебеҙ яҙмышы ла ята. Бигерәк тә бөгөн, сабыйҙарҙың теле башҡаса асылғанда, ауылдар юҡҡа сыға барғанда, уҡыусылар уҡытыусыһының эҙҙәренә баҫып барған һымаҡ, уларҙың телдәре лә яҙыусының, шағирҙың теленә эйәреп асылғанда ғына киләсәгебеҙҙең яҡты булырына өмөт бар.
Телеңдән һөйөн, Хәйҙәр ағай, ижадсы булараҡ һинең тәғәйенләнешең дә туған телебеҙҙе һаҡлап ҡалыуҙа!

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.
"Киске Өфө" гәзите, №36, 11 - 17 сентябрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.09.26 | Ҡаралған: 20

Киске Өфө
 

Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1 сентябрҙән 1230 һум 42 тингә яҙыла башларға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru