
Нәркәс юҡта өйләнешеү хаҡында хәбәр ҡуҙғатҡыһы килмәне егеттең. Оҙаҡлап та ултырманы, сәй эскәс тә ҡуҙғалып, автобусҡа китте. "Ҡайны" кеше оҙатырға сыҡты. Артынса "ҡәйнәһенең" шыбырҙап ҡына: "Бер ни белмәй шикелле ул, белмәһә әйт!" - тигәне ҡолағына салынып ҡалды. Тик хужа кеше туҡталышта күҙҙәрен ситкә алып ниңәлер ыҡ-мыҡ килде, кәрәкмәгән хәбәр сурытты, егет автобусҡа күтәрелә башлағас ҡына, кинәт һиҫкәнеп, "кейәү" тине лә, яңылыш хәбәр әйткәндәй тотлоҡто һәм, ниҙер юғалтып сикһеҙ үкенгән ҡиәфәттә ҡул иҙәне...
"Улар Өфөлә" тине Нәркәстең әсәһе. Ана шунда уҡ аңларға булған да бит хәлдәрҙе, эх-х... Ә атай кеше үтә йомшаҡ холоҡло, күңелсәк күренә шул. Әйтергә ҡыйыулығы етмәне шуға...
Йә Хоҙай, ниндәй хурлыҡ?! Йөрө әле шулайтып, иҫәр кеше һымаҡ, тьфу... Икенсе яҡтан, эс ҡатҡансы хахылдарлыҡ күренеш таһа ситтән ҡарап торғандарға! Һөйөү-көйөүҙе белмәгән йәнһеҙ-бәғерһеҙ әҙәмдәргә...
Араҡы табып эсергә ине...
Афғанда улар ҡышлаҡтарҙы тентеп, йә тауҙарҙа духтар менән атышып ҡайтҡас, йәшереп кенә хәмер һемерерҙәр ине. Шулайтһаң, баҫҡан һайын шартлау көтөп, маңлай аша үҙеңә тоҫҡалған мылтыҡ көбәген тойоп арыған мейеләр ирәйеп, тойғолар йомшарып, күңелдәр көрәйеп китер, был тормошта ғазап менән үлемдән башҡа, матур йәшәү барлығы ла күренер ине.
Эйе, эсергә кәрәк... Шунһыҙ булмай...
Аҡса эҙләп берәм-берәм кеҫәләрен ҡапшай башланы. Шунда ҡулдары салғый кеҫәһендә ятҡан ниндәйҙер бер ҡағыҙға төртөлдө. Хат ине был. Нәркәстең хаты. Бәй, ҡасан килеп кергән һуң ул кеҫәгә? Ә-әй, баяғы университет алдында булған ҡыҫҡа ғына янъялда уның кеҫәһенә тығып киткән, ахыры, был хатты Нәркәс.
"Һин армияла саҡта мин шундай һағындым һине, юҡһындым. Хаттарыңды үбер инем. Һин мине һөйөргә, һөйөлөргә өйрәттең бит. Миңә бик ҡыйын булды һин киткәс... Шулай үҙемде ҡайҙа ҡуйырға белмәй йөрөгәндә, Н-ды осраттым. Ул шундай һиңә оҡшағайны, һын-килбәте менән дә, хатта үҙ-үҙен тотоуы, һөйләшеүе, холҡо менән. Мин уны - һин, тип, ҡабул иттем шикелле. Әле лә уны һиндәй күреп яратам, буғай. Үҙ-үҙемде аңламайым. Иҫәрмендер, ахыры, мин... Зинһар, кисерә күр мине. Рәнйемә, нәфрәтләнмә, ғәрләнмә, зинһар! Кәмһетмә мине, үҙең дә кәмһенмә! Ярат мине элеккесә, мин дә бит ирем сүрәтендә һине яратам... Йә, Хоҙай, нимәләр яҙам мин? Хуш..."
Әднәке... Нисек итеп ҡабул итергә һуң уға быны? Нимә, был донъя аҡылдан яҙғанмы шулай, әллә ул үҙе хыялый булып барамы?! Нимә, был ҡәһәрле көн һаман да уны элмәккә башын тыҡтырырға ныҡышамы шулай итеп?
Ҡайҙан ғына эсергә табырға икән?
Роман исемле егет бар ине уларҙың взводында. Ромка... Йомшаҡ ҡына холоҡло, илгәҙәк, күңелсәк малай. Яратҡан ҡыҙынан хат килһә, шатлығынан күбәләктәй осоп-ҡунып, йылмайып-көлөп йөрөр ине. Бер һөйләшеп ултырғандарында һөйгәненең фотоһын да сығарып күрһәткәйне уға. Настенька, Анастасия... Матур исем... Ә бер көндө Ромка кинәт кенә "һүнде", ҡарайҙы, шымды. Берәйһе быға иғтибар бирҙеме икән? Эйе, ул һиҙгәйне лә быны, тик яҡын барып һөйләшергә, белешергә ҡыйыулыҡ итмәне... Ул да булманы, уларҙы машиналар карауанын һаҡлап барырға ебәрҙеләр. Ә унда засада... "Духтар" яҡындағы тауҙан ата башлағас та, бөтәһе лә күҙ асып йомған арала БТР-ҙан, түгелгән борсаҡтай, ҡойолоп төштөләр, ә Ромка, ни сәбәптәндер мыҙылды. Әллә кейеме БТР өҫтөндәге нимәгәлер эләккәйне, әллә йоҡлап килеп аңғармай ҡалды... Нисек кенә булмаһын, ул, бил-быуынһыҙ ҡарт һымаҡ, бик аҡрын, һаҡ ҡыймылданы, шул саҡта үҙе, ниҙәндер уңайһыҙланғандай, йәпһеҙ генә йылмая ине...
Ҡанға буялған хәрби билет эсендә Настяның дүрткә йыртылған фотоһы...
Был юғалтыуҙы барыһы ла бик ауыр кисерҙе. Яҡындағы ҡышлаҡтан спирт табып эстеләр...
Ул ошо тирәлә урынлашҡан биш-алты аҙыҡ-түлек магазинынын урап сыҡты. Әммә бер ҡайҙа ла араҡы юҡ ине. Дөрөҫөндә, хәмер ҙә, шарап та бар, тик улар талон буйынса ғына һатыла. Һәр кешегә - ике шешә. Ә талондар прописка буйынса ғына бирелә, имеш. Быны аңлағас, һалдат сиратта торғандарға аҡса тәҡдим итеп ҡараны. Һат, зинһар, икеләтә, хатта өсләтә хаҡҡа алам, тип. Ләкин, бер кем дә яйға килмәне. Араҡының аҡсанан да ҡиммәт, ҡәҙерле сағы ине, ахыры, эсеп кенә күңел йыуатырға күнеккән халыҡ өсөн.
Илдәге "сухой закондың" иң ҡыҙған, иң ҡаты мәле ине шул. Был иҫәрлектән әлегә арымаған халыҡ көмөшкәгә лә тотонмаған, "итәк аҫтынан" һатыу итергә лә оҫтармаған.
Бөгөнгө мәғәнәһеҙ кисерештәрҙән иҙгеләнгән егеттең күңеле был хәлде сираттағы, һәм тик үҙенә генә ҡаршы йүнәлтелгән мыҫҡыл рәүешендә ҡабул итте. Ысынлап та, башҡалар бер ҡаршылыҡһыҙ һатып алған эсемлек уға тейеш түгел ине был ҡалала. Сөнки уның талоны юҡ. Ә инде ошо көн күҙлегенән ҡарағанда, уның бер нәмәгә лә талоны юҡ. Мөхәббәткә лә, бәхеткә лә, яҡты хыялға ла, араҡыға ла...
"Дөрөҫтө яҙырға ҡурҡтым. Һинең өсөн ҡурҡтым", - тигән Нәркәс хатында. Һы... Барыбер үлтерәһең даһа мине, Нәркәс! Ут менән язалағандай ғазаплап, иңрәтеп, мыҫҡыллап үлтерәһең. Юҡ, мин элмәккә тыҡмам муйынымды, нисек тә йәшәрмен, һаман да тапармын ошо бысраҡ донъяны аяҡтарым менән. Тик һине фәрештәләй күреп һөйгән матур, ихлас егет үлер миндә, мәңгегә юғалыр бөгөн. Йәл, бик йәл, бик ҡыҙғаныс. Һәйбәт кеше ине бит ул...
Эйе, был йәһәттән, дошман йәҙрәһенән үлгән Ромка бәхетлерәктер ҙә, бәлки. Ул оҙаҡ ыҙаламаны ҡыйырһытылған бәғер сире менән...
Бер нисә ҡат ул, барлыҡ ихтыярын егеп, йөрәген иҙгән кисерештәренән арынырға, күңел күҙҙәрен асып тирә-йүндәге матурлыҡты күрергә маташты. Шул мәлдә устары менән битен һыпырғылап, гүйә, сикәләрен йыуҙы, мейеһендәге сирле уйҙарҙан арынырға теләгәндәй, башын һелкте, кителен рәтләне, ҡараштарын күтәреп ян-яғына күҙ һалды. Ә ундағы битараф тормош, уның ҡайғыһын бар тип тә белмәйенсә, үҙенсә аға ине. Егет әлеге хәлен ташлап, шул ағымға эләгергә уҡталды. Ысынлап та, нимәгә көйөп, юҡтан ғына үҙ-үҙен бөтөрөп йөрөй әле ул бынауындай матур көндә! Сәсрәп китһендәр Нәркәсе лә, бүтәне лә! Унһыҙ ҙа йәшәй алыр, ана лаһа аҙым һайын осрап тора ҡаршыһына балғалаҡҡа ғына һалып йоторлоҡ сибәркәйҙәр! Таныш шуларҙың берәүһе менән, һөйләш, алкаш һымаҡ араҡы эҙләп йөрөгәнсе! Шунда күңелең дә үҫер, донъяң да яҡтырыр!
Әммә уның был ынтылышы, күпме серәнһә лә, оҙаҡҡа барманы. Еүеш утынға ут төртөп аҙапланыуға оҡшай ине был. Туҙы ғына ләүкеп яна ла, тоҡана алмайынса һүнеп, әсе төтөнө менән күҙҙәрҙе йәшкәҙәтә...
Ҡаланың был тарафы үҙенең һәр мөйөшө, аҙымы, ағасы менән Нәркәсте хәтерләтә ине уға. Бына ошо эскәмйәлә улар көлөшә-көлөшә туңдырма ашағайнылар бер көн... Ә бынауы кинотеатрға киноға килгәйнеләр... Ә бынауы йүкәле аллея буйлап йылы бер май кисендә үткәйнеләр етәкләшеп...
Магазин һайын уңышһыҙлыҡҡа осрап эҙләнә торғас, үҙен театрҙағы мәғәнәһеҙ бер спектаклдә уйнаған әртистәй тоя башланы ул бер мәл. Әйтерһең, барыһы ла уны күҙәтә, әлеге хәлен белә, берәүҙәр уны йәлләп бергә кисерешә, икенселәре хихылдап көлөшә, шул уҡ саҡта уның ҡатнашлығындағы сираттағы ниндәйҙер бер ҡыҙыҡ көтә. Күңеле уның шулай яңлыша ине йән ғазаптарында аҙашып. Ә аҡылы белә: ул үҙе лә, уның ҡайғыһы ла бында бер кемгә хәжәт түгел, хатта баяғы Нәркәс тә, уның ата-әсәһе лә, күҙҙән юғалтҡас та, оноттолар бит уны. Тик ул ғына йөрөй һаман бәләһенә баш була алмайынса, көтөлмәгән хурлыҡтан ағыуланған күңеле менән һыҙланып. Ҡасан уҙыр был ғазап, ниндәй дауа тапмаҡ кәрәк? Аңды юйғансы эсергә араҡы ла юҡ бит, исмаһам. Табырға, мотлаҡ хәмер табып эсергә кәрәк! Юғиһә, аҡылдан яҙыуы ихтимал даһа...
Һы... Тимәк, ул йыл буйына Нәркәстең алдаҡ хаттарына ышанып, шуға ҡыуанып, яуапҡа оҙон-оҙаҡ мөхәббәт хаттары яҙып, ҡыҫҡаһы, тулайым бер иҫәр булып йөрөгән Афғанда! Ә улар уның хаттарын икәүләшеп уҡығандар, унан ултырып яуап яҙғандар. Көлөшә-хихылдаша... Ә яҙып бөткәс, түшәккә ятҡандар...
Һәм ул ҡаланы гиҙеп эҙләнде лә эҙләнде. Тиҫтәнән ашыу магазинда булып уҙҙы. Урамдағы кешеләрҙән һорашты. Араҡы, армияға хәтлем әшәке бер шыйыҡсалай ғына күренгән араҡы, магазин кәштәләрендә теҙелешеп торған төрлө төҫтәге араҡы, кибеп ҡайҙалыр йәшенгән йәншишмәләй тойолдо уға был юлы. Шуны йотһа, эсендәге ҡара бысраҡтай уҡмашҡан ҡайғыһы, ғәрлеге, рәнйеүе бер юлы янып, йыуылып төшөр һымаҡ ине. Ысынлап та, Афғанда ярҙам итә, еңеләйтә торғайны лаһа...
Сираттағы магазинда ла уның үтенесе үтмәне. Артабан нишләргә белмәйенсә йөрөй торғас, үҙе лә аңғармаҫтан, магазиндың артҡы ишеге янына килеп сыҡты. Оло ғына йәштәге бер ҡатын кирбес стена янына буш йәшниктәр өйә ине. Араҡы йәшниктәре. Егет тирле усында йомарланып бөткән аҡсаларын тотоп, теге ҡатынға йүнәлде.
- Апай... Миңә бер ярты ғына араҡы һат әле? Өсләтә хаҡын бирәм!
Ҡатын әйләнде лә уҫал ҡарашын һалдатҡа төбәне.
- Араҡылар шутлы, талон буйынса ғына...
- Беләм дә... Тик миндә ниндәй талон булһын, хеҙмәттән ҡайтып барам, күрәһегеҙ ҙаһа? Һеҙҙә, барыбер, иҫәптән тыш запас булырға тейеш бит...
- Күрсәле һин уны, ҡайһылай аҡыллы! - асыуынан ҡатындың йөҙө ҡыйшайҙы, күҙҙәре атылып сығырҙай булып түңәрәкләнде. - Юғал күҙ алдымдан, ыстырам! Йәп-йәш килеш эске эҙләп йөрөмәһәң тағы!
- Апай, ҡыйын миңә... Миңә эсергә кәрәк...
- Кит, тием, оятһыҙ! Бында служебный ход, ситтәргә йөрөргә ярамай! Хәҙер милицияға шылтыратам!
Һалдат күҙ алдында шиңде. Тағы ниҙер әйтергә уҡталды ла тотлоҡто, китергә боролдо. Һәм шунда аяҡ аҫтындағы йәшниккә абынып, бар кәүҙәһе менән шапылдап ергә ҡолап төштө. Тирәсле фуражкаһы ситкә тәгәрләне.
- Тьфү, быҙау! Ҡайтып, һыйыр һымаҡ эсәләр ҙә, йөрөйҙәр бахмурҙан хәлдәре бөтөп! Тьфү!
Һалдат аяғына баҫты, бысранған өҫ-башын ҡулдары менән ҡаҡҡылап алды. Һәм шунда, көтмәгәндә, таш стенаға ҡапланып, маңлайын кирбестәргә һуға-бәрә, иңрәп илап ебәрҙе.
- Араҡы бирегеҙ... Эскем килә!
Ишектән кереп барған ҡатын артына боролдо ла, был хәлгә таң ҡалып урынында ҡатты.
- Атаҡ-атаҡ? Нимә булды, уланҡайым, ауыртындыңмы әллә? Насармы әллә һиңә?
Һалдат стенанан шыуышып йәшниккә ултырҙы, һулҡылдап, алдына ҡапланды.
- Миңә эсергә кәрәк, апай... Насар миңә, хөрт миңә... Аҡылымдан яҙып барам бит!
- Әй-й, әттәгенәһе! Айыҡ таһа... Ҡайғың ҙур, ахыры, уланҡайым, ҡарале, нисек быуылаһың! Хәҙер уланҡайым, хәҙер сығарам араҡы!
Йәшник өҫтөндә ултырған һалдат тыйылғыһыҙ һыҡтап, алдына һығылып төштө. Бынан сикһеҙ оялды үҙе, әммә баҫыла алманы. Шәфҡәтһеҙ бер көн эсендә күңеленә кереп тулған барлыҡ һыҙланыуы, ғәрлеге менән рәнйеүе, әйтерһең дә, яҙғы ташҡында йырылған быуа булып алҡына ла алҡына ине шулай.
Тулы стакан араҡыны күтәрә бирҙе лә, кире урынына ҡуйҙы һалдат. Ғәйепле төҫтә һатыусыға баҡты.
- Эсә алмайым, апай... Ғәфү итегеҙ мине, - тине лә, аяғына баҫты һәм кешеләр араһына инеп юғалды.
Уның күңеле бөгөн кисергән ғазаптарынан күҙ йәштәре аша таҙарынғайны.
Уны бит атай-әсәйе, тыуған йорто, яҡындары көтә!..
(Аҙағы. Башы 35-се һанда).
"Киске Өфө" гәзите, №36, 11 - 17 сентябрь 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА