«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

11 сентябрь - Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеменә арналған көн. Был байрам хәҙер матур йолаға әүерелеп бара. Ә һеҙ үҙегеҙҙең ырыу-тамғағыҙҙы һәм милли кейемегеҙҙе беләһегеҙме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
ҮҘ ХӘЛЕҢДЕ ҮҘЕҢ ҠАЙҒЫРТ!
+  - 


Һуңғы ваҡыт социаль селтәрҙәрҙә ни сәбәптәндер тағы ла пальма майы темаһына әйләнеп ҡайттылар. Йәмәғәтселектә һәм киң мәғлүмәт сараларында яманаты сыҡҡан был майҙы ҡотто алырлыҡ факттар менән фашлаусы күпме генә материалдар донъя күрмәһен, ил хөкүмәте халыҡ һаулығы хаҡына аҙыҡ-түлек етештереүсе тармаҡтарҙы ошо арзан сеймалды ҡулланыуҙан ҡәтғи рәүештә генә һис тыя алмай.

Беренсенән, бының сәбәбе лә сер түгел, тиҙәр: арзан сеймалды илгә ташыуҙы һәм ҡулланыуҙы "һығылған" майҙан миллиардтарса килем алыусы ҡөҙрәтле һәм абруйлы көстәр үҙ контролендә тота, ти бит. Күрәләтә зыянды был лоббистар ниндәйҙер "документтар" соҡоп сығарып, пальма майының балалар һаулығы өсөн иҫбат ителгән мәғлүмәттәрҙең юҡлығына һылтана һәм төптө сит-ят сеймалды ошоға тиклем баҫылып сыҡҡан бөтөн компетентлы сығыштар, мәҡәләләр, тапшырыуҙарға ҡаршы ҡуйып, аҡларға маташа икән. Бының өсөн лоббистар балалар гастроэнтерологияһы, гепатологияһы һәм туҡланыуы буйынса ниндәйҙер "Европа йәмғиәте"нең 2019 йылғы һарғайып бөткән отчетын ҡуллана икән.
Тик нишләптер был йәмғиәт "абруйы" ышандырып етмәй һәм бер ҙә күңелде тынысландырмай. Дөрөҫ, хөкүмәт "халыҡты яҡлау" маҡсатында 2026 йылдың 1 ғинуарынан пальма майы өсөн яңы дәүләт-ара стандарт (ГОСТ 31647-2025) раҫлап та ҡараны, ләкин 2026-ның ахыры ла етеп килә, ә күҙгә күренерҙәй һөҙөмтә һиҙелмәй.
Шулай ҙа ҡайһы бер продукция составында пальма майы ҡулланылыуы хаҡында мәғлүмәт биреү арта төшкәндәй, ә бит санитария-эпидемиология ҡағиҙәләре буйынса пальма майын балалар туҡланыуы һәм һөт ризыҡтары етештереүҙә файҙаланыуҙы сикләү, хатта тыйыу талап ителә. Ә был йәһәттән техник регламенттарҙы боҙоу һәм һатып алыусыны алдау административ яза менән генә сикләнһә, хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирмәгән аҙыҡ-түлек етештергән, һатҡан һәм уны һаҡлаған өсөн хатта ки енәйәт яуаплылығы ҡаралған, имеш. Тик бының өсөн штраф түләгән йә "ултырған, ултырып сыҡҡан" етештереүсе, бизнесмен хаҡында ла шыпа ишетелгәне юҡ. Былтырҙан алып предприятиеларҙа ризыҡ етештереү өсөн тәғәйенләнгән майға өҫтәмә таҙартыу үткәреү талаптары ҡаралған, ә быйылдан үҫемлек майҙарын ташыу өсөн тутыҡмай торған ҡоростан махсус транспорт ҡағиҙәһе индерелгән, тик был талаптар һәм ҡағиҙәләр ғәмәлдәме һәм нисек файҙаланыла - уныһы беҙгә ҡараңғы.
Шул уҡ ваҡытта пальма майы ҡулланыу мәсьәләһендә әленән-әле дилбегәне бушатып тороусылар ҙа етерлек: мәсьәләне ҡәтғиләштереп ебәреү пальма майы ҡулланыуҙы йәшерен, "күләгә" зоналарға өркөтөү ихтималы бар, тип техник регламент боҙоусылар тирмәненә һыу ҡойорға тырыша, мәҫәлән, РАНХиГС-тың ауыл хужалығы продукттары сәйәсәте үҙәгенең ғилми хеҙмәткәре Денис Терновский. Әйтерһең дә, аҫтыртындар юҡ беҙҙә. Артабан иһә бөтөнләй көтөлмәгән һәм "ҡыҙыҡлы" мәғлүмәткә юлығабыҙ, тик ышанаһығыҙмы-юҡмы: асыҡланыуынса, пальма майы ғәйәт файҙалы ла икән дә ул! Быныһы, әлбиттә, быға тиклем ишетелмәгән һәм, күрәһең, һайлау алды яңылығы серияһынандыр, моғайын. Нин-дәйҙер "Сәләмәт бул!" клиникаһының ниндәйҙер педиатры Евгения Пантюхина пальма майында витаминдар һәм антиоксиданттар бар, тип раҫлай.
Бәлки... Ләкин был сит илдәрҙә юғары технология ысулы менән таҙартылған һәм байытылған сифатлы май хаҡында булһа, дөрөҫтөр ҙә, ә бына бармы беҙҙә ундай технология? Дөрөҫөн әйткәндә, беҙҙең бизнесмендар күпте күргән, күпте кисергән "әрһеҙ" халыҡ өсөн арзанлығына ҡыҙығып, түбән сифатлы техник сеймал һатып ала, тигән мәғлүмәттәр ҙә бик күп булды бит. Яңыраҡ тағы бер лоббист пәйҙә булды - ниндәйҙер совхоз директоры Михаил Мальцев пальма майын 2010-сы йылдарҙан ҡалған "демонизация", иҫкелек ҡалдығы тип атаны. Был совхозда, күрәһең, күпләп "һыйыр майы (аҡ май)" етештерәләрҙер, тигән шик төштө күңелгә.
Етештереүселәр һәм экспортерҙар пальма майын ниндәй генә стандарт һәм сертификатҡа һылтанып яҡлап маташмаһын, улар ысынбарлыҡта экологик нормаларҙың теүәл үтәлеүенә гарантия була алмай. Шуға күрә лә күҙҙәре майланған бизнес әһелдәре менән көрәшеү файҙаһыҙ икәне күренде инде: улар ил хөкүмәтенең ҡыйыуһыҙ ғына тәҡдим һәм ҡарарҙарын бар тип тә белмәй һәм пальманан төшөргә уйламайҙар ҙа. Ҡулланыусыға яман шеш сәбәбенән үҙен һаҡлауҙың бер генә юлы ҡала: пальма майы ҡушылған аҙыҡ-түлек төрҙәренән баш тартыу йәки уларҙы мөмкин тиклем һирәгерәк ҡулланыу.
Ошо йәһәттән социаль селтәрҙәрҙә бер нисә кәңәш тәҡдим ителә - иң тәүҙә теге йәки был ризыҡтың составын иғтибар менән уҡып сығығыҙ. Ләкин унда был май ҡушылғанлығы хаҡында мәғлүмәт тә булмаһа (бәғзе мут етештереүсе был мәғлүмәтте йәшереүе лә ихтимал), ризыҡтың һаҡланыу ваҡытына иғтибар итегеҙ. Сөнки оҙаҡ һаҡланған ризыҡ составында пальма майы күберәк. Асыҡтан-асыҡ пальма майына ҡаршы көрәшеүсе брендтарҙы күтәрмәләгеҙ. Әйткәндәй, тауар төрөлгән ҡағыҙҙағы белешмә мәғлүмәттәрендә ГОСТ-номерҙарын эҙләгеҙ.
Ә шулай ҙа ризыҡты һатып алған икәнһегеҙ, уның ялған продуктмы-түгелме икәнлегенә тәжрибә яһап ҡарағыҙ. Мәҫәлән, аҡ майҙы 60 градус ҡайнарлыҡтағы һыуға һалып болғатығыҙ. Стакан эсендәге май ике фракцияға бүленер: өҫтәге тығыҙ, һары төҫтәге һөт майына һәм аҫҡы ҡатламдағы айран рәүешендәге һөт ҡатышына. Әгәр май ялған булһа, ул ҡатламға бүленмәйәсәк, ә тулыһынса һыуҙа иреп, майлы киҫәктәр хасил буласаҡ. Һәр кем белергә тейешле тағы бер исемлек - магазиндарҙа был ризыҡтарҙан алыҫыраҡ йөрөргә тырышығыҙ: тиҙ әҙерләнеүсе һалма, һөт майын алыштырыусы үҫемлек майҙары ҡушылған сырҙар, эремсек, маргарин, туңдырма, шоколад кәнфиттәр, печенье-перәник-вафли, икмәк, фри картуфы һәм башҡалар.
Шундай юл менән булһа ла үҙ хәүефһеҙлегебеҙҙе үҙебеҙгә ҡайғыртырға тура килә. Ни эшләйһең: батып барыусыны ҡотҡарыу батыусының үҙ эше, тип тә әйтәләр түгелме?

Фирүзә ИШБИРҘИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №36, 18 - 24 сентябрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.09.26 | Ҡаралған: 21

Киске Өфө
 

Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1 сентябрҙән 1230 һум 42 тингә яҙыла башларға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru