
Үткән аҙнаның шәмбе-йәкшәмбеһе Һиндостанда (Нью Дели) БРИКС илдәренең сираттағы саммиты эшләне, ул берекмә ойошторолоуының 20 йыллығына тап килеп, үҙенсәлекле символик мәғәнәгә эйә булды. Көн тәртибендә милли валюталарҙа иҫәп-хисап механизмдары булдырыу, яһалма интеллект, технологиялар шарттарында хеҙмәттәшлек, шулай уҡ глобаль идара итеү системаһын үҙгәртеп ҡороу мәсьәләләре ҡаралды. Саммитта 10 ил: Бразилия, Рәсәй, Һиндостан, Ҡытай, Көньяҡ Африка, Египет, Индонезия, Иран, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре һәм Эфиопия лидерҙары ҡатнашты.
Күҙәтеүселәр фекеренсә, был юлы саммитҡа әҙерлек көсөргәнешле шарттарҙа үтте, сөнки майҙағы осрашыуҙарында берекмә ағзаларының сит ил эштәре министрҙары берлектәге декларация буйынса килешеүгә өлгәшә алмағайны. Йәнә лә Яҡын Көнсығыштағы хәрби көсөргәнеш тә Иран менән Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре араһында дипломатик конфликтҡа сәбәп булды. Өҫтәүенә, саммиттың көн тәртибенә Вашингтондың баҫым яһауы айырым-асыҡ күренде. АҠШ президенты Дональд Трамп доллар менән дәғүәләшеүсе валюта булдырырға ынтылыусы илдәргә 100 процент пошлиналар менән янай башланы. Көнбайыш мәғлүмәт баҫмалары билдәләүенсә, Америка президенты күләгәһе, әйтерһең дә, саммит һөйләшеүҙәре өҫтәле артында ултырҙы.
Эйе, БРИКС-тың үҫә барған иҡтисади һәм сәйәси йоғонтоһо Трамптың һарыуын ҡайната. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, саммит эшен башлап ебәрҙе һәм уңышлы дауам итте. Уның иң мөһим, көнүҙәк яңғыраш алған белдереүҙәренең береһе РФ Президенты Владимир Путин тарафынан яңғыратылды. Ул статистикаға таянып, донъя экономикаһы тигеҙлегенең һиҙелерлек кимәлдә БРИКС илдәре тарафына ауышыуын күрһәтте. БРИКС илдәрендә донъя тулайым продукцияһының 40 проценты етештерелһә, "теге етәү"ҙең (G7: АҠШ, Франция, Германия, Италия, Япония, Британия, Канада) өлөшө - ни бары 29 процент. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Көнбайыш дәғүәселәре ниндәй юлдар менән булһа ла алдынғылыҡты ҡайтарырға тырыша: судноларҙы баҫып ала, законһыҙ санкциялар иғлан итә. Рәсәйгә ҡаршы, мәҫәлән, 30 меңдән ашыу санкция белдерелде, шуға ҡарамаҫтан, һуңғы өс йыл эсендә беҙҙең илдә иҡтисад темпы уртаса донъя кимәленән артып китте, ә эшһеҙлек 2,3 процентҡа кәмене, тине Владимир Путин үҙенең сығышында. Ә санкция белдереүселәр илдәрендә бюджет ҡытлығы, арта барыусы дәүләт бурысы, сәнәғәт көрсөгө... Донъя кимәлендә БРИКС берләшмәһе, һис һүҙһеҙ, абруй яулай бара.
Владимир Путиндың сығышында мөһим урын алған ҡайһы бер тезистар түбәндәгесә йөкмәткелә яңғыраны:
- Сикләнгән һандағы илдәр ингән бер полярлы донъя бөгөн үткәндә ҡала.
- Күп полярлы донъяға ҡаршы көстәр үҫә барыусы дәғүәләштәрен санкциялар, иҡтисади баҫым һәм тупаҫ көс иҫәбенә тотҡарларға маташа.
- Азия, Африка, Латин Америкаһы илдәре Берләшкән Милләттәр ойошмаһының (БМО) Хәүефһеҙлек советына киңерәк йәлеп ителергә тейеш.
- ВТО (Бөтөн донъя сауҙа ойошмаһы), МВФ (Халыҡ-ара валюта фонды) һәм Бөтөн донъя банкы илдәрен туплауҙы көсәйтеү мөһим әһәмиәткә эйә, сөнки был институттар алдынғы иҡтисадтар араһында аралашыу каналы булып тора.
- БРИКС илдәре алдында артабанғы хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре асыла.
- Платформалы иктисад, финанс технологияары, цифрлы сауҙа кеүек яңы алдынғы тармаҡтар үҙҙәренең айырым институттары һәм көйләү ҡағиҙәләрен талап итә.
- Интеллектуаль һәм технологик потенциал БРИКС илдәрендә тупланған һәм был берләшмәнең төп өҫтөнлөгө булып тора.
Был осорҙа, әйткәндәй, Трамптың "баш ауырыуы" көсәйә барҙы: беренсенән, уны Иран конфликты буйынса хәлдәр борсой. Иран хәҙер АҠШ-ҡа ҡаршы икенсе фронт асты тиергә лә була. Тегеран ҡарамағындағы Йемен хусит ихтилалсылары һөжүмде көсәйтә барып, Ҡыҙыл диңгеҙ яры буйы райондарын үҙ контролендә тота. Донъя баҙарын тәьмин итеүсе энергия сығанаҡтарына яңы һөжүм тәү ситратта АҠШ мәнфәғәттәренә "һуғасаҡ". Ә унда, мәғлүм булыуынса, нефть продукттарына хаҡтар күптән инде абсолют рекорд ҡуйҙы: Калифорнияла, мәҫәлән, дизель яғыулығының литры ике долларҙан ашып китте. Вашингтон хәҙер был раундта отолоуын танырға мәжбүр.
Иран Ислам республикаһы Йемен менән Сәғүд Ғәрәбстанында барған ваҡиғаларҙан алыҫыраҡ торорға тырыша. "Хуситтарҙың үҙ проблемалары. Төбәктең бөтөн илдәре йыйылышып, һөйләшеүҙәр өҫтәле артына ултырырға һәм Яҡын Көнсығышта тыныслыҡ, хәүефһеҙлек урынлаштырырға тейеш, тип мин бер нисә тапҡыр әйткәйнем инде", - ти Иран президенты Масуд Пезешкиан. Ә бына хуситтар артында Иран көстәре тороуын, ниһайәт, Вашингтон аңланы, буғай. "Хуситтар күп йәһәттән ирандарҙың агенттары һәм аралашсылары... Күп кенә ваҡиғалар барышында "Иран ҡулы" һиҙелә", - тигәйне АҠШ-тың дәүләт секретары Марко Рубио. Хәрби эксперт, тарихсы һәм сәйәсмән Вадим Мингалев фекеренсә, АҠШ президенты Дональд Трамп был ваҡиғаларҙан ваз кискәндәй ҙә тойола, сөнки ул ноябрҙә буласаҡ Конгресс һайлауҙары алдынан артабан да конфликтҡа бәйләнеүҙең ҡиммәткә төшөрөн яҡшы аңлай булыр. Шуға күрә лә хәҙер ул бик һаҡ ҡыланасаҡ, һәм Иран да быны яҡшы аңлай. Тыныслыҡҡа өлгәшеү һәм Ормуз боғаҙын асыу өсөн Тегеран АҠШ-ҡа ете шарт ҡуйҙы, киләсәк ни күрһәтер. Мәгәр АҠШ Фарсы ҡултығына баҫып инер булһа, Иран ядро ҡоралын таратмау тураһында килешеүҙән сығыу һәм үҙенең ядро доктринаһын ҡайтанан ҡарау ихтималы менән янай. Ә әлегә Ҡушма Штаттар Ирандың 14 физик шәхесен һәм 5 компанияһын үҙенең санкция исемлегенә индереү менән сикләнде.
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №36, 18 - 24 сентябрь 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА