«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

11 сентябрь - Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеменә арналған көн. Был байрам хәҙер матур йолаға әүерелеп бара. Ә һеҙ үҙегеҙҙең ырыу-тамғағыҙҙы һәм милли кейемегеҙҙе беләһегеҙме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
УҠЫТЫУСЫ ДӘҮЛӘТКӘ КИЛЕМ КИЛТЕРӘМЕ?
+  - 


"Киске Өфө"нөң "Рәсми сығанаҡ" рубрикаһында республикабыҙҙа хәл ителгән күркәм эштәр, актуаль мәсьәләләр хаҡындағы мәғлүмәттәрҙе уҡып торабыҙ. 34-се һандағы "Уҡытыусы ҡулында ил киләсәге" тип аталған мәҡәләлә яңы мәктәптәр, спорт комплекстары төҙөлөүе, уларҙы яңыса йыһазландырыу һәм башҡа ҡаҙаныштарҙы һанап китеү менән бер рәттән, уҡытыусы халҡының йәшәү сифатын артабан яҡшыртыуға, педагогтарға төрлө яҡлап ярҙам күрһәтеүгә ҙур иғтибар бирелеүе хаҡында уҡып һөйөндөм. Бала саҡтан үҙем ошо һөнәр эйәләрен ысын күңелдән ихтирам итәм һәм уларҙы тормошобоҙҙағы иң кәрәкле кешеләр тип һанайым.

Элегерәк, бәғзе бер һөнәрҙәр хаҡында һүҙ йөрөткәндә: "Ул етештереү менән бәйләнмәгән өлкәлә (русса - непроизводственная сфера) эшләй", -тип әйткәндәрен йыш ҡына ишетергә тура килә торғайны. Ғәҙәттә, бындай терминды уҡытыусылар, табиптар, хәрбиҙәр хаҡында һүҙ барғанда ҡулланырға яраталар. Ә инженер, төҙөүсе, йә иһә ауыл хужалығында эшләгәндәрҙе "етештереүселәр" тип атайҙар. Етештереүсе булмаған әлеге уҡытыусы, табиптарҙы, ил һаҡсыларын фәҡәт хеҙмәтләндереү өлкәһендә эшләгәндәргә тиңләүселәр ҙә юҡ түгел. Йәнәһе лә, улар тик ҡулланыусылар (потребитель), йәғни, башҡалар иҫәбенә йәшәй, шунлыҡтан, әллә ни күп эш хаҡы түләүгә лә лайыҡ түгелдәр, тигәнерәк уйҙа ҡайһы берәүҙәр. Бер яҡтан, бындай фекер дөрөҫ тә һымаҡ. Бер ниндәй ҙә тауар етештереп сығармағас, уларҙы башҡаса нисек атарға? Әлбиттә, улар - тик ҡулланыусылар ғына...
Шулай ғынамы икән? Бына ошо хаҡта тәрәнерәккә төшә биреп, йыш ҡына фекерләп алам. Ниндәйҙер бер тауар етештергән предприятиены алайыҡ. Был ойошманың инженеры һәм, әйтәйек, уҡытыусының эш хаҡтарының сағышырмаһын килтерәйек. Оҙаҡ йылдар балалар уҡытҡан уҡытыусының уртаса айлыҡ эш хаҡы инженерҙыҡына ҡарағанда байтаҡҡа әҙерәк. Йыш ҡына матбуғат сараларында уҡытыусыларҙың эш хаҡын күтәреү хаҡында һүҙ барғанын ишетергә тура килә (кешенең ҡайһы урыны нығыраҡ ҡысытһа, ул ана шул ерен генә һәр саҡ тырнарға мәжбүр). Шуға күрәлер ҙә, тик уҡытыусыға ғына эш хаҡы өҫтәү менән булышалар икән, тигән фекер ҡала кешеләрҙә. Күптәр ошо категорияны аҡса менән тәьмин итеп тороу - етештереүселәр елкәһендә, тигән уйҙа. Ә мин, ҡәҙерле туғандар, төптәнерәк уйлап ҡарарға кәңәш итер инем.
Берәү ҙә был донъяға инженер булып тыумай (моғайын, был хаҡта минең менән бәхәсләшеүсе табылмаҫ). Тәүҙә ул мәктәптә дөйөм белем ала, унан юғары уҡыу йортонда уҡыуын дауам итә. Кәрәк ғилемде уға, әлбиттә, әлеге уҡытыусылар бирә. Ҡулына инженер дипломы алған шундай һәр һөнәрмән, тейешенсә предприятиеға барып эшкә тотона һәм көн дә дәүләткә ҙур ғына күләмдә туранан-тура килем килтерә башлай. Уға эшенә күрә хаҡын да түләйҙәр. Ә әлеге "килем килтермәгән", йә иһә бәғзеләр "ҡулланыусы" тип һанаған уҡытыусы үҙ ғүмерендә күпме шундай буласаҡ инженерҙы уҡытып сығарған икән, шул хаҡта уйланғанығыҙ бармы? Туранан-тура дәүләткә килем килтермәгән был һөнәр эйәһе үҙенең эш дәүерендә нисә "етештереүсе"не әҙерләп сығара, тип фекерләй башлаһаң... Әллә күпме тиҫтәләгән инженерҙың килтергән реаль килемен иртәнән ҡара кискә тиклем мәктәптә балалар менән сәс ағартҡан уҡытыусының дәүләткә биргән (туранан-тура булмаған) килеме, тип һанау кәрәк түгелме икән, тимен.
Тап шулай уҡ табип хаҡында ла фекерләп алырға була. Әйтәйек, инженер тәү ҡарауға ябай ғына тойолған аппендицит тип аталған сир менән кинәт ауырып китте, ти. Ашығыс операция яһамаған хәлдә, һуҡыр эсәктең был сире - үлемесле. Табип-хирург был кешегә тейешенсә операцияны яһаны һәм пациент йүнәлеп, үҙ предриятиеһында эшен дауам итте. Ул ғына ла түгел, артабан, егерме-утыҙ йылдар дауамында был инженер дәүләткә бик күп матди файҙа килтерҙе, һалымдар түләне. Уның шул атап үтелгән сирҙән тере ҡалып, унан оҙаҡ йылдар эшләүенә сәбәпсе булып әлеге хирург тора түгелме һуң? Ябай ғына итеп әйткәндә, инженерҙың илгә артабанғы биргән килеме - табиптың өлөшө! Сирҙәр - ифрат та күп төрлө, аппендициттан ғына тормай бит улар. Һәр табип үҙ ғүмерендә күпме "етештереүсе"нең ғүмерен ҡортҡарып алыуға сәбәп ҡыла?.. Ана шундай һәр инженер табипҡа "бурыслы" түгелме, тиеүем. Реаль күҙлектән сығып, һәр пациенттың ғүмере өсөн борсолоп, үҙенең нерв күҙәнәктәрен, ғөмүмән, һаулығын юғалтҡан докторға ла, моғайын, әлеге "етештереүсе" алған ҡәҙәре түләнәлер, тип ышанғы килә (хәҙерге табиптарҙың күпме эш хаҡы алыуын белмәйем).
Әсәлек капиталы, йә иһә сабый бала өсөн түләнә торған пособие хаҡында ла шулай уҡ һүҙ йөрөтөргә була. Буласаҡ инженерҙы, йә иһә башҡа "етештереүсе"не туғыҙ ай буйы ҡорһағында йөрөтөп, унан төн йоҡларын йоҡламай ҡарап үҫтергән әсә кешеләр ҙә туранан-тура булмаған "етештереүселәр" рәтендә түгелме ни?
Ә башҡаларҙың тыныс йәшәүен, эшләүен тәьмин итеп, йәнен-тәнен аямаған, бар ғүмерен илде һаҡлауға бағышлаған хәрбиҙәр?..
Бына шул юғарыла һанап кителгән уҡытыусы, табип, һәм башҡа бихисап һөнәр эйәләре, үҙ нәүбәтендә, инженер яһаған автомобилдәр, аппаратура һәм башҡа ҡорамалдар менән ҡулланып, төҙөүсе эшләгән йорттарҙа йәшәй һәм ауыл хужалығы эшсәндәре үҫтергән аҙыҡты ашап көн күрә. Кешелек йәмғиәтендә борондан килгән шундай әйләнеш барлығы һәммәбеҙгә мәғлүм. Кеше организмында бер ниндәй ҙә кәрәкмәгән, йә иһә "мөһим түгел" ағза булмағандай, бына шул юғарыла килтерелгән һөнәр кешеләренең береһен - етештереүсе, икенсеһен ҡулланыусы тип атарға һис тә ярамайҙыр, тимәксемен.
Улар - барыһы ла етештереүсе! Мәҫәлән, кеше тәненең ағзаларын алып ҡарайыҡ. Организм йәшәһен өсөн иң мөһим ағза - ҡайһыһы? Кемдер берәү шунда уҡ: "Йөрәк!" - тип әйтәсәк. Ифрат дөрөҫ! Икенсе берәү: "Баш мейеһе!" - тип әйтер. Был да дөрөҫ! Өсөнсөһө әйтәсәк: "Тәнде кислород менән тәьмин итеп тороусы үпкә!" - тип. Хаҡ һүҙ! Артабан ҡан тамырҙары, ҡан, ашҡаҙан, эсәктәр, бауыр, бөйөрҙәр, һөйәк, мускулдар, тире, биҙҙәр һәм башҡа бихисап ағзалар һаналып китәсәк. Баш мейеһе күп миллионлаған нерв күҙәнәктәре ярҙамында бөтә организмда барған ҡатмарлы процестарҙы контролдә тотоп торһа, ғүмер буйы ялһыҙ типкән, ғәжәйеп бер "насос" функцияһын үтәгән йөрәк, бөтә тәнде ҡан менән, йәғни, кәрәкле матдәләр менән тәьмин итеү өҫтөндә көнө-төнө эшләй. Ашҡаҙан, эсәктәр аша барса тәнебеҙ йәшәү өсөн кәрәкле аҙыҡ менән тәьмин ителеп, артып ҡалған, кәрәкмәгән ҡалдыҡтарҙан бушанып торһа, бөйөрҙәр менән бауырҙың бурысы - барлыҡ туҡымаларыбыҙҙы зарарлы матдәләрҙән һаҡлап таҙартыу. Ағзалар дөрөҫ эшләһен өсөн һәр төрлө кәрәк гормондар бүлеп сығарып торған биҙҙәр, кешене тышҡы агенттарҙан һаҡлаусы "пограничник" тире, кешегә аҙыҡ табыусы эшсе ҡулдар, уны хәрәкәтләндереүсе мускулдар, кешене һәр саҡ формала тотоусы һөйәктәр һәм башҡа бына ошо ағзаларҙың береһе генә эшлектән сыҡһа ла организм йәшәй алмай. Йөрәк тибеүҙән туҡталһа, кеше шунда уҡ йән бирә, һәм башҡа ағзалар эшлектән сыҡҡан хәлдә лә, әҙәм балаһының организмы бары бер нисә сәғәт, йә иһә көн генә йәшәй алыуы мөмкин. Әгәр ҙә шул ағзаларҙың береһе ниндәйҙер сәбәп менән сырхаулап китә икән - бөтә тән сирләй башлай. Сөнки уларҙың һәр береһенең функцияһы башҡалары менән бәйләнгән. Аллаһ Тәғәлә беҙгә бына ошондай, әҙәм аҡылы етмәҫтәй, ғәжәйеп ҡатмарлы, бер-береһе менән гармоник бәйле рәүештә эшләүсе тән барлыҡҡа килтергән.
Беҙ - кешеләр, һөнәребеҙ, кәсебебеҙ буйынса кем генә булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, бер-беребеҙгә ифрат та кәрәкбеҙ, тимәксемен. Барыбыҙ ҙа атабыҙ Әҙәм һәм инәбеҙ Һауанан яралып, донъяға таралғанбыҙ. Үҙебеҙҙе һәм бар донъяны бар ҡылған Аллаһ Тәғәләне танып, Уға баш эйеп, бер-беребеҙгә терәк булып, бер-беребеҙҙе хөрмәт итеп, дөйөм бер тән ағзалары һымаҡ, бер туғандар кеүек аңлашып, татыу ғүмер итергә тейешбеҙ. Был һүҙҙәрем, үҙҙәре, ғаиләһе һәм башҡа кешеләр өсөн файҙа килтереп, һәммәһе лә ниндәйҙер эш менән кәсеп итеүселәргә генә ҡағыла икәнлеге һәр кем өсөн аңлашылалыр. "Ҡыл да ҡыбырҙатмай", башҡалар елкәһен кимереп ятыусылар хаҡында түгел һүҙем.

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
отставкалағы хәрби табип.

"Киске Өфө" гәзите, №36, 18 - 24 сентябрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.09.26 | Ҡаралған: 20

Киске Өфө
 

Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1 сентябрҙән 1230 һум 42 тингә яҙыла башларға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru