
Мансур Әнүәр улы ӘЙҮПОВ 1947 йылда Башҡорт АССР-ы Дәүләкән районының Исмәғил ауылында тыуған. 1973 йылда БДУ-ның филология факультетын тамамлай, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы һөнәренә эйә була. КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Ижтимағи фәндәр академияһында уҡый. Партияның Башҡортостан өлкә комитеты аппаратында эшләй, 1986-1990 йылдарҙа - "Совет Башҡортостаны" гәзитенең баш мөхәррире. Артабан Башҡорт ССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары, БР Премьер-министры урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт секретары вазифаларын башҡара. 1998-2003 һәм 2007-2011 йылдарҙа - БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры. 2003-2007 йылдарҙа IV саҡырылыш Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаты. Философия фәндәре кандидаты, сәйәси фәндәр докторы, профессор, БР Фәндәр академияһының мөхбир-ағзаһы, уның вице-президенты. Хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн "БР-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре" исеменә лайыҡ булған, "Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн" ордены, БР-ҙың Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнгән. Уҡыусыларыбыҙға Мансур Әнүәр улының хәтирәләренән өҙөктәр тәҡдим итәбеҙ.
Инеш һүҙ
Беҙ совет осоронда тыуҙыҡ, дуҫлыҡ сәскә атҡан ҙур илдә йәшәнек. Әсә һөтө менән етеш һәм бәхетле тормош нигеҙенең хеҙмәттә булыуы хаҡындағы фекерҙе һеңдереп үҫтек. Совет кешеһенең беренсе булып Йыһанға осоуының шаһиты булдыҡ. Бөйөк эштәргә ҡағылышлы булыу тойғоһо шатлығыбыҙҙы бермә-бер арттыра ине. Ҡайҙа ғына йөрөһәк тә, нимә генә эшләһәк тә, державабыҙ - бөйөк һәм ҡеүәтле Советтар Союзы икәнлеген, үҙебеҙҙең коммунизм төҙөүебеҙҙе иҫтән сығарманыҡ.
Беҙҙең быуын һуғышты белмәне. Был үҙе ҙур бәхет ине. Ошондай яҙмыш беҙгә мәктәпте һәм вузды тамамлау, һөнәр һайлау һәм хеҙмәтебеҙ, тырышлығыбыҙ талап ителгән урында эшләү мөмкинлеген бирҙе. Ҡәҙерле уҡыусыларым, заманыбыҙ, нисек эшләүебеҙ, беҙҙең быуын кешеләренең инаныстары һәм ниҙәр теләп йәшәүе менән бәйле булған тәьҫораттарымдың бер генә өлөшөн булһа ла һеҙгә еткереү ниәте менән ошо яҙмаларыма тотондом.
Йәшәйешебеҙ төрлөсә булған хәлдә лә, үҙебеҙҙең кесе ватаныбыҙҙа берҙәмлек һәм теләктәшлек тойғоларының иң мөһим булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алырға теләйем. Ошо сифат һәм уртаҡ маҡсат ололарҙың да, бәләкәйҙәрҙең дә көнкүрешендә һәм көндәлек эштәрендә, хеҙмәттә һәм тормошта берҙәй кәрәк булған бер-береңә бәйлелек һәм килешеп йәшәүҙең һирәк осрай торған ҡатнашмаһын хасил итте.
Беҙ ҡанаттарыбыҙҙы йәштән үк нығыттыҡ. Ҙур ғаиләләрҙә энекәшең, йә иһә һеңлең тыуыу менән үҙаллы йәшәй башлайһың. Уларҙы ҡарарға, ҡурсаларға тура килә. Барыһы ла эш менән мәшғүл, һәр кемдең үҙ бурыстары бар. Олораҡ балалар бәләкәйҙәрҙе баға, ата-әсәләренә ярҙам итә. Ә һуңынан - ерҙә эшләү. Үҫмер сағыбыҙҙан, нығынып та етмәҫ борон, күптәребеҙ йә уҡырға, йә эшкә тип, тыуған йорттан сығып китә ине. Беҙҙе йәлләргә лә, ҡурсалап торорға лә кәрәк булманы. Барыбыҙҙы ла яңы, ҙур донъя көтә ине. Завод проходнойы, училищела, техникумда йә иһә вузда уҡыу тормошҡа яраҡлы булыуыбыҙ һәм әхлаҡи яҡтан сыныҡҡанлығыбыҙ үлсәме булһа, һәләттәребеҙҙе һәм оҫталығыбыҙҙы ғәмәлгә ашырыу өсөн пропуск ролен дә үтәне. Аҡса һәм яҡын мөнәсәбәттәр түгел, ә бурысыңды үтәү, иң яҡшыларға тиң булырға тырышыу, проблемаларҙы хәл итергә ынтылыу, етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү һәм ҡаршылыҡтар аша үтә алыу тормошобоҙҙа алға барыу мөмкинлеген бирҙе.
Беҙҙең быуын заманынан уңды. Эшләпәле, ҡыҙыу холоҡло лидер - Хрущев бабай беҙҙе ҙур юлға сығырға өндәне. "Етер һеҙгә командалыҡ итергә!" - тип белдерҙе ул үҙенең ярандарына. Әммә, власть яратҡан һәм холоҡһоҙ кеше булараҡ, ул күп һөйләне, тик күп тапалған юлдан сыға алманы. Уның ярһыу тауышы һәр ҡайҙа элеккегә ҡарағанда ла көслөрәк яңғыраны, әммә кешеләрҙе ихтыярынан тыш эшләтеү һәм башбаштаҡлыҡ кәмемәне. Киреһенсә, арыу-талыуҙы белмәгән лидер үҙенең һәр телмәрендә яңы фекерҙәрен, идеяларын һәм тәҡдимдәрен бер туҡтауһыҙ белдереп кенә торҙо.
Никита Сергеевич беҙҙең быуындың коммунизмда йәшәйәсәген вәғәҙә итте. Ҡалай шәп ине ошо уй менән йәшәү! Әммә коммунизм хаҡындағы һүҙҙәр менән бер үк ваҡытта хәҙергенең һәм киләсәктең яҡты яҡтары ғына түгел, ваҡыты күптән үткән һәм алға барырға ҡамасаулаған нәмәләр ҙә асыҡланды. "Шәхес культы" тигән һүҙбәйләнештең асылы аша кешеләр әүәл ниндәй яман хәлдәр ҡылыныуын белә алды. Хәҙер мин беҙҙең оло быуын вәкилдәре репрессияланған ғаиләләрҙә ни өсөн ошо турала һөйләп бармағандарын яҡшы аңлайым. Ошондай шарттарҙа киләсәк хаҡына эшләү һәм йәшәү ҡотолоуҙың берҙән-бер юлы була.
Көтөлмәгән "мәреү көндәр" ("оттепель") яңынан кешеләрҙең булдырыусы ижади көстәрен кире ҡайтарҙы. Беҙ, ысынлап та, совет ҡоролошоноң көс сығанағы булараҡ, массаларҙың тере ижадында коммунизмдың тәүге шытымдарын күрҙек. Әммә оҙаҡҡа түгел. Илебеҙ үлән баҫып киткән иҫке колеяһынан барыуҙы хуп күрҙе.
Минеңсә, Башҡортостанда "торғонлоҡ" эпохаһы булманы. Нуриев та, Шакиров та беҙҙең төбәкте гигант төҙөлөш майҙанына әүерелдереү өсөн күп көс һәм хеҙмәт һалды. Нефть һәм ҙур химияның ҡеүәтле предприятиелары үҫеп сыҡты, ауылдар ҙа үҫә һәм заманлаша барҙы. Үҫешкән энергетика, транспорт, фән республикабыҙҙың етештереү халәтен тамырынан үҙгәртте. Нуриев һәм Шакиров Ватаныбыҙҙың иң юғары наградаларына лайыҡ булды. Әммә миҙалдың икенсе яғы ла бар ине. Баҫым, көсөргәнешле эшкә һәм ударниклыҡҡа иҫәп тотоу бер яҡлы һөҙөмтәләргә килтерҙе. Иҡтисад үҫеше эш хаҡтарында һәм кешеләрҙең тормош шарттарында сағылыш тапманы. Башҡортостандың дөйөм ҡаҙанға һалғаны ни тиклем күберәк булһа, уның йән башына бирелгән паегы ла шул тиклем етер-етмәҫерәк була барҙы. Ни сәбәптәндер, социализм ҡоролошона һалынған һәм кешеләр өмөт иткән өҫтөнлөктәр бойомға ашманы. Республика, пландарҙың һәм бурыстарҙың даими үтәлә барыуына ҡарамаҫтан, социаль күрһәткестәр буйынса артта ҡала килде.
Үҙгәртеп ҡороу сәйәсәте ҡатып ҡалған илдә ҡайнап торған хәрәкәт башланыуға ерлек бирҙе. Әммә ил етәкселеге йыйылып киткән ҡапма-ҡаршылыҡтарҙы тиҙ генә хәл итеү юлдарын таба алманы. Тоталь ҡотолғоһоҙлоҡтан арыған халыҡ власть системаһын емерә башланы. Үҙгәрештәр коллапс менән тамамланды.
Мин беҙҙең заманда йәшәгән һәм эшләгән замандаштарым тураһында яҙам. Хәтирәләрем документаль характерҙа, үҙем шаһит булған һәм ҡатнашҡан күп кенә ваҡиғаларҙы һүрәтләйем. Әйтергә кәрәк, бындай шарттар миңә бер ни тиклем өҫтөнлөк бирә. Айырып әйткәндә, үткәндәрҙең дөйөм картинаһы менән бер рәттән, деталдәрҙе күрһәтеү, исем-шәрифтәрен генә атап үтмәйенсә, аныҡ кешеләр башҡарған ғәмәлдәр, уларҙың ҡаҙаныштары һәм тәьҫораттары хаҡында бәйән итеү мөмкин булды.
Был хәтирәләрем тәүбә итеүгә тиң, сөнки йәшәлгән йылдар бейеклегенән "Һинең тормошоңдоң мәғәнәһе ниҙә булды һуң?" тигән һорауға яуап эҙләнем. Белеүемсә, бындай һорау бер мине генә борсомай. Оҙаҡ йылдар йәшәгән һәр кемдең күргән-кисерелгәндәренең асылына төшөнөү теләге була. Был ынтылыш заман рухын яҡшыраҡ аңлау, уның ҡырҡа боролоштарын яңы быуындарға еткереү мөмкинлеген бирә.
Мансур ӘЙҮПОВ.
(Дауамы бар).
"Киске Өфө" гәзите, №36, 18 - 24 сентябрь 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА