«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

11 сентябрь - Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеменә арналған көн. Был байрам хәҙер матур йолаға әүерелеп бара. Ә һеҙ үҙегеҙҙең ырыу-тамғағыҙҙы һәм милли кейемегеҙҙе беләһегеҙме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
ОСТАЗДАРЫМ ЮЛЫНАН БАРАМ...
+  - 


Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, БР Мәҙәниәт министрлығының Халыҡ ижады үҙәге генераль директоры, БР Ҡурайсылар союзы рәйесе Салауат КИРӘЕВ - халыҡ йолаларын тергеҙеү, айырыуса ҡурайҙы популярлаштырыу буйынса оҙайлы йылдар эҙмә-эҙлекле эш алып барған шәхестәребеҙҙең береһе. Заман һәр кем алдына үҙ һынауын ҡуя, бәғзеләр ауырлыҡтар алдында баҙап та ҡала, ләкин Салауат Илгиз улы заман саҡырыуын ҡабул итеп, килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын таба белгән уҙамандарҙың береһе. Уның төп сифаттарының иң мөһиме - халҡы, республикаһы алдында яуаплылыҡ тойоп йәшәү. Хәйер, бөгөнгө әңгәмәбеҙ аша заман башҡортоноң уй-фекер-ниәттәрен үҙегеҙ тойомларһығыҙ, моғайын.

Салауат Илгиз улы, һеҙҙе үҙегеҙҙең төп вазифағыҙҙан тыш, ҡурайсылар традицияһын һаҡлаусы һәм үҫтереүсе шәхес тип беләбеҙ. Әңгәмә башында уҡ ошо яуаплы һәм мәртәбәле эшкә алып килгән юлды белергә ине?

- Ҡурайға һөйөү, башҡорт мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныу Ишембай районының Биксән мәктәбенән, Әнүәр Хөрмәт улы һәм Шәрифә Ҡадир ҡыҙы Ниғмәтуллиндар беҙҙең ауылға уҡытырға килгән мәлдә һалынды. Мәктәптең көслө булып танылыуы ла шул ваҡыттан башланғандыр, тием. Әнүәр ағай мәктәптә музыкаль йүнәлеш булдырып, ҡурай, мандолина, баян дәрестәрен алып барҙы. Минең музыка менән ныҡлап ҡыҙыҡһыныуымды белгәс, уҡытыусым мине үҙе Өфө сәнғәт училищеһы оҫталарына күрһәтергә алып килде. Тыңлап ҡарағандан һуң мине ҡурай класына уҡырға килергә саҡырҙылар. Ул саҡта училищела танылған ҡурайсы һәм педагог Ришат ағай Рәхимов етәкселегендәге башҡорт уйын ҡоралдары бүлеге яңы ғына асылғайны. 1994 йылда имтихандар тапшырып, уҡырға инеп киттем һәм Ришат Рәхимовтың класында уҡыным. Шул йылдар эсендә остазым студенттарын мәҙәни өлкәлә эшләгән бик күп зыялылар менән таныштырҙы. Яҙыусылар үткәргән төрлө сараларҙа ҡурайҙа уйнап, сығыштар яһай торғайныҡ, театрҙағы спектаклдәрҙе ҡалдырмай ҡарап барҙыҡ. Педагог беҙҙе шулай оло тормош юлына әҙерләне.
1997 йылда училищены тамамлап, Өфө сәнғәт институтының әле генә асылған Башҡорт музыкаһы факультетына уҡырға килдем. Унда ла уҡытыусым Ришат Рәхимов булды. Юғары уҡыу йортонда киңерәк даирә асыла, үҙеңдең профессионал үҫешеңде лә тояһың икәненә шунда төшөндөм дә инде. Шулай уҡ мин Өфө сәнғәт училищеһында уҡытырға ла тороп ҡалдым. Бына шул рәүешле үҙемдең уҡытыусым менән хеҙмәттәштәр булып киттек.
2001 йылда Башҡорт дәүләт филармонияһында Рәмил Ғәйзуллин етәкселегендә Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры асылды. Мине шунда ла эшкә саҡырҙылар, унда ун биш йылдан артыҡ эшләнем. 2019 йылда мине Нариман Сабитов исемендәге 1-се Балалар музыка мәктәбенә директор итеп тәғәйенләнеләр, унда мин өс йыл эшләнем. Традициялары менән бай тарихлы был белем усағы минең үҙем өсөн дә бер тәжрибә мәктәбе булды. Шуныһы ҡыуаныслы, уның 100 йыллығын матур итеп үткәреү минең өлөшкә насип булды.

Институтта уҡыған саҡта уҡ ғаилә ҡорорға ла өлгөргәнһегеҙ, шулай бит?

- Эйе, институтта икенсе курсты тамамлағас, тормошомда ҙур үҙгәреш булды. Мин өйләндем. Ҡатыным Гөлнара Кирәева үҙебеҙҙең Ишембай районыныҡы, ул һөнәре буйынса филолог. 2001 йылда Тимур улыбыҙ тыуҙы. Ф. Мостафина исемендәге 20-се Башҡорт гимназияһын тамамлап, БДУ-ның Хоҡуҡ инситутына уҡырға инде, әле аспирантурала уҡып йөрөй. 2010 йылда Камила ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Ул да ошо уҡ гимназияла уҡыны.

Яҙмышығыҙҙа тағы ла бер үҙгәреш - 2022 йылда һеҙгә Мәҙәниәт министрлығынан Халыҡ ижады үҙәген етәкләргә тәҡдим итәләр. Был һеҙҙең өсөн көтөлмәгәнсә булдымы?

- Һис һүҙһеҙ, тотош республика кимәлендәге яуаплы эш был. Шулай ҙа ул минең өсөн таныш булмаған өлкә түгел, сөнки ғүмерем буйы мин халыҡ ижады менән янғанмын, өйрәнгәнмен, уҡығанмын. Шуға күрә лә Үҙәктә ең һыҙғанып эшләй башланым. Халыҡ ижадының төрлө өлкәләре менән эшләү, улар буйынса бихисап саралар ойоштороу, шулар уртаһында ҡайнау ҡыҙыҡлы бында. Матди булмаған мәҙәни мираҫты һаҡлау буйынса бик әһәмиәтле эшебеҙ тураһында әйтеп үтәйем әле. Ошо исемлекте тулыландырыу маҡсатында үҙенсәлекле халыҡ кәсептәре, уйындар, йолаларҙы өйрәнеү буйынса экспедициялар ойошторабыҙ. Уларҙы видеоға теркәп, һәр ҡомартҡының паспортын булдырабыҙ. Ғалимдарҙан, белгестәрҙән торған эксперт уларҙы "мираҫ" тип таный икән, иң-иңдәрен федераль кимәлдәге эксперт советына ебәрәбеҙ. Шул рәүешле, тапҡан мираҫтарыбыҙ реестрға инеп китә. Исемлеккә башҡорт ҡурайы, балы, көрәше инеп китте. Эксперт советы һығымталарынан һуң беҙ "Наследие Башкортостана" тигән альманах, йәнә лә йылдың дөйөм йомғағы итеп китап сығарабыҙ.
Халыҡ ижады үҙәгенең ике филиалы - "Атайсал" мәҙәни үҙәге һәм "Урал" этноүҙәге бар. "Атайсал"да йыр түңәрәге, "Аманат" исемле бейеү, театр, фольклор коллективтары, "Селтәр" студияһы эшләй. "Аманат" эргәһендә өс составта - кесе, урта һәм өлкән йәштәге уҡыусы балалар төркөмдәре шөғөлләнә. Йәғни аманаттар үҙҙәренең төп составына кадрҙар әҙерләй.

Һеҙҙе Ҡурайсылар союзы рәйесе итеп тә һайлап ҡуйҙылар, был берләшмә яңы башланғысмы, әллә уның нигеҙен нығытыу йүнәлешендә электән эшләнегеҙме?

- Ҡурайсылар союзы 90-сы йылдарҙан эшләп килә. Өс йыл элек уның рәйесе итеп мине һайлап ҡуйҙылар. Союзда етди үҙгәрештәр булды, хәҙер уның үҙ уставы бар, ағзалар ҡабул итеп, танытмалар тапшырабыҙ. Был ҡурайсыға үҙенә күрә яуаплылыҡ өҫтәй, уларға бурыстар ҡуйыла.
Традицион рәүештә беҙ, ҡурайсылар, йыл һайын ҡурай йыйырға йөрөйбөҙ. Быйыл да Әбйәлилдә ҡурай күп үҫкән, тип хәбәр иттеләр ҙә, унда барып килдек. Буранғол һәм Үтәгән ауылдары балаларын урманға алып барып, оҫталыҡ дәрестәре бирҙек - урманда үҙеңде нисек тоторға, нисек итеп ҡурайҙы киҫеп алырға, осондағы орлоҡтарын ҡайҙа ҡалдырып китергә, ҡурайҙы икенсе үләндән нисек итеп айырырға өйрәттек. Аҙаҡтан мәктәпкә барып, ошо йыйылған ҡурай үләненән ҡурай яһау дәрестәре үткәрҙек. Нимәһе ҡыуаныслы: балалар оҫталыҡ һабаҡтарын иҫтәре китеп тыңлай, ҡурайҙы тулыһынса үҙҙәре эшләп, уйнап ҡарап, бик ҡәнәғәт таралышалар.

Үҙегеҙҙең остаздар тип кемдәрҙе атайһығыҙ?

- Иң беренсеһе, әйттем инде, Әнүәр ағай Ниғмәтуллин булды. Артабан - Ришат Рәхимов һәм Айрат Ҡобағошов. Ришат ағай Өфө сәнғәт училищеһында уҡый башлаған беренсе көндәрҙән мине үҙ ҡанаты аҫтына алды. Беҙ уның менән һәр ваҡыт аралашып торабыҙ. Ниндәйҙер ҙур эштәргә тотонор булһам, иң тәүҙә уның менән кәңәшләшәм. 1971 йылда атаҡлы ҡурайсыбыҙ Ғата Сөләймәнов Өфө сәнғәт училищеһында ҡурай класын асып ебәрә. Беренсе уҡыусылары араһында Ришат ағай ҙа була. Ғата ағай училищенан киткәндән һуң Ришат Рәхимов уның эшен дауам итә һәм 1992 йылда ҡурай класы эргәһендә Башҡорт халыҡ уйын ҡоралдары бүлеген аса. Ҡурайға думбыра, баян, ҡылҡумыҙ өҫтәлә. Халыҡ уйын ҡоралдарының тәүге оркестры ла Өфө сәнғәт училищеһында барлыҡҡа килә.
Ошо бүлектең эш һөҙөмтәһе булып 1996 йылда Өфө сәнғәт институтында Башҡорт музыкаһы факультеты эшләй башлай. Шулай итеп, ҡурайсыларға юғары белем биреү юлы асылып китә. Ул саҡта Айрат Ҡобағошов институтта декан булып эшләй ине. Боронғо көйҙәрҙе табыу, уларҙы ҡурайҙа оркестрға ҡушылып уйнау, башҡа музыка ҡоралдары менән бергә яңғыратыу алымдарын ул эшләне. Башҡорт ҡурайы, ҡылҡумыҙы, думбыраһы, тип янып йәшәне. Айрат Ҡобағошов, Ришат Рәхимов һәм Рәшит Ғәлимов институт оҫтаханаһында бер мөйөш булдырҙылар һәм шунда Рәшит ағай - ҡылҡумыҙ, Вәкил ағай Шөғәйепов шпондан ҡурай, шулай уҡ думбыра яһаны. Артабан думбыраны ла Рәшит ағай Ғәлимов эшләй башланы. Әлеге көндә институт оҫтаханаһында уның ҡыҙы Гөлнур ошо уйын ҡоралдарын эшләй.

Ҡурайҙың һаулыҡҡа яҡшы йоғонто яһай тигәндәрен ишеткәнебеҙ бар. Һеҙҙең фекер нисек?

- Эйе, ҡурайҙа уйнауҙың һаулыҡҡа ла файҙаһы ҙур, тын юлдарына йоғонтоһо һиҙелә. Үпкә сире менән ауырыған студенттар бар ине, аҙаҡ ата-әсәләре ҡурай уларға сәләмәтләнергә ныҡ ярҙам итте, тинеләр. Эйе, ҡурайҙа уйнау ниндәйҙер ауырыуҙарҙы еңеү көсөнә эйә. Күкрәк менән уйнаған саҡта ҡурылдайҙар эшләй, үпкә таҙа, киң була.
Ҡурай борон-борондан символик мәғәнәгә эйә. Ете тажы төп ете ырыуҙың берләшмәһен аңлата. Ул Башҡортостандың бренды, ҡайҙа барһаҡ та, ҡурай аша беҙҙе танып торалар. Әлеге көндә ҡурайға иғтибар артыуына бик шатбыҙ. Республика Башлығы Радий Хәбировҡа рәхмәтлебеҙ, сөнки ике йыл элек Башҡортостанда Дәүләт ҡурайсылар ансамбле, шулай уҡ Ҡурай көнө барлыҡҡа килде. Ҡурай яңғырата торған барлыҡ сараларҙа дәррәү ҡатнашабыҙ. "Урал" үҙәгендә милли кейем буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрәбеҙ, сөнки ҡыҙыҡһыныусылар бихисап. Ә милли кейем менән ҡурай бер нисек тә бер-береһенән айырылмай. Ҡайҙа ҡурай - шунда милли кейем. Ҡайҙа милли кейем - унда ҡурай бар.
"Урал батыр" эпосына ла иғтибар көсәйҙе. Халыҡ ижады үҙәгендә Сәсәндәр мәктәбе күптән эшләп килә. Асия Солтанова Сибайҙа уның бер йүнәлешен алып бара, балалар менән эшләй. Ҡобайырҙарҙы думбыраға, ҡурайға ҡушып, бик матур итеп халыҡҡа еткереүсе Мираҫ Үҙәнбаев шул Сибайҙағы сәсәндәр мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе, әлеге көндә "Мираҫ" ансамблендә ҡурайсы булып эшләп йөрөй.

Традицияларҙы һаҡлауға башҡорт йәмәғәтселегенең йөҙ менән боролоуына шаһитбыҙ. Мәҫәлән, һәр районда, һәр ауылда ағинәйҙәрҙең атҡарған эштәре баһалап бөткөһөҙ. Улар бына күп йылдар шул уҡ мәҙәни мираҫты тергеҙеү һәм киләһе быуындарға тапшырыу юҫығында көс сарыф итәләр бит инде...

- Эйе, ағинәйҙәр бик әүҙемдәр, беҙ быны яҡшы беләбеҙ. Улар фольклорыбыҙ өлгөләрен тергеҙә, уларҙы сәхнәләрҙән яңғырата, балаларға, йәштәргә һөйләй. Ағинәйҙәрҙең башҡорт ҡатын-ҡыҙының милли кейемен һәм биҙәүестәрен тергеҙеү буйынса фиҙаҡәрлектәрен баһаламай булмай. Уларға эйәреп, йәштәр ҙә ҡашмау, селтәр-һаҡалдар эшләргә өйрәнеп, хәҙер уларҙы көндәлек кейемдәренең бер биҙәүесенә әйләндерҙе. Ағинәйҙәр мәктәбе - бик яҡшы күренеш, тип һанайым, сөнки улар бөгөн мәҙәниәт һәм мәғариф хеҙмәткәрҙәре үткәргән бөтә сараларҙың уртаһында. Махсус хәрби операциялағы улдарыбыҙ өсөн һаҡ сеткалары үреп, ризыҡ хәстәрләп, барлыҡ гуманитар йөктө ойоштороуҙа ла ситтә ҡалмайҙар. Республиканың "Атайсал" проектында ла ағинәйҙәр атайсал усағының төп һаҡсылары булараҡ билдәләнә, уларға тәжрибә уртаҡлашыу, фекер алышыу өсөн айырым майҙан бирелә. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә, һис һүҙһеҙ, ағинәйҙәрҙе үҙҙәренең төп таянысы итеп ҡабул итә.

Һеҙҙе Юрматы ырыуы башҡорттарының ҡор башы итеп һайлап ҡуйҙылар. Бөгөнгө заманда ырыуҙар эшен дә алып барыу еңелдән түгелдер бит? Нимә һеҙгә көс бирә?

- Сығышы менән Ишембай районынан булған билдәле эшҡыуар һәм йәмәғәт эшмәкәре Риф ағай Иҫәновҡа рәхмәт, был вазифаны оҙаҡ йылдар ул алып барҙы, күп эштәр эшләне. Былтыр Ишембай районында үткән юрматылар йыйынында мине ҡор башы итеп һайлап ҡуйҙылар. Минең өсөн был көтөлмәгәнерәк килеп сыҡты, әлбиттә. Килешәм, бөгөнгө көндә йәмәғәтселек менән эшләүе еңелдән түгел, мин уны бик яҡшы аңлай инем. Юрматы ырыуынан сыҡҡан абруйлы апай-ағайҙар: "Бергә эшләрбеҙ, ярҙам итербеҙ", - тип дәртләндергәс, риза булдым. Идара ағзалары менән ай һайын тиерлек осрашып торабыҙ. Былтыр декабрь айында юрматы йәштәре ҡорон булдырҙыҡ. Йәштәр хәҙер икенсе, улар өлкән быуындың айт тигәненә тайт итеп тормай. Шуға ла улар йәмәғәт эштәрен дә үҙҙәренсә алып барырға, үҙҙәренсә саралар ойошторорға тейеш. Шул уҡ ваҡытта өлкән быуын фекеренә лә ҡолаҡ һалыу мөһим икәнен иҫкәртеп тороу кәрәк. Әгәр ҙә беҙ әле йәштәр менән эшләмәйбеҙ икән, халҡыбыҙҙың киләсәген күҙаллауы ауыр буласаҡ.

Оҙаҡламай республикала Ҡурай көнө үтә, уны нисек билдәләйәсәкһегеҙ?

- Ҡурай көнөндә Ҡурайсылар союзы Йомабай Иҫәнбаевтың тормошона, ижадына арналған фәнни-ғәмәли конференция үткәрә. Тағы ла бер яңылыҡ - Ҡурайсылар союзының миҙалын булдырҙыҡ, уның да исем туйы буласаҡ. Былтыр мин Йомабай Иҫәнбаевтың Парижда яҙылған берҙән-бер яҙмаһын таптым. Уны Парижда ҡаҙаҡ йырсыһы менән бергә сығыш яһағанда яҙҙырған булғандар һәм был яҙмалар ҡаҙаҡ йырсыһы документтары араһында киткән. Бер кем дә бер ҡайҙа ла ишетмәгән шул көйҙәр конференцияла яңғыраясаҡ, уның исем туйы ла үтәсәк.

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №36, 18 - 24 сентябрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.09.26 | Ҡаралған: 18

Киске Өфө
 

Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1 сентябрҙән 1230 һум 42 тингә яҙыла башларға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru