«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

11 сентябрь - Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеменә арналған көн. Был байрам хәҙер матур йолаға әүерелеп бара. Ә һеҙ үҙегеҙҙең ырыу-тамғағыҙҙы һәм милли кейемегеҙҙе беләһегеҙме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
БҮҪКӘРТМӘЙЕК ЗЫЯЛЫЛЫҠ СИФАТТАРЫН, ТИЕМ
+  - 


"Башҡортостан" телерадиокомпанияһының радиотапшырыуҙар студияһы хәбәрсеһе, билдәле тележурналист Ғәлимйән ИБӘТУЛЛИНдың Башҡортостан тарихына, мәҙәниәтенә һәм тәбиғәтенә арналған тапшырыуҙар циклы журналистарҙың Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге мәртәбәле Хөкүмәт премияһына тәҡдим ителде. Был юлы уның "Киске Өфө" гәзите һорауҙарына биргән яуаптарын уҡыусыларыбыҙға тәҡдим итәбеҙ.

Ғәлимйән Зиннур улы, телерадиожурналист һөнәренә нисек килдегеҙ?

- Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәмилә Хәмит ҡыҙы бер мәл "Киләсәктә кем булыр инең?" тигән темаға инша яҙырға ҡушты. Дүртенсе класта уҡыған 10 малайҙың 9-ы шофер булырға теләүе хаҡында яҙһа, мин, һис бер икеләнеп тормайынса, радиола эшләйәсәкмен, тип белдерҙем. Бала сағымдан уҡ үҙемдең нисек итеп телерадио үҙәгендә эшләүемде күҙ алдына килтерә инем. Ни өсөн? Радио тапшырыуҙарын тыңлап, яңы, ҙур донъяның үҙең күргәндәй була инем. Наилә Ғәләүетдинова, Рәсимә Кәримова, Әхәт Мортазин, Зөһрә Бәхтизина алып барған тапшырыуҙарҙы ихлас тыңлап үҫтем. Иң яратып тыңлаған тапшырыу - 7 минутлыҡ ҡына "Илдәр һәм ҡитғалар буйлап" тип аталғаны. Шәмбе, йәкшәмбе көндәрендә Башҡортостан радиоһының барса тапшырыуҙарын даими тыңлай инек, миңә "Даирә" тип исемләнгән программа айырыуса оҡшай ине. Атай-әсәйемә рәхмәт, улар беҙҙе, балаларын, башҡорт рухында тәрбиәләп үҫтерҙе, өйөбөҙҙә барса башҡорт гәзит-журналдары, "Советский воин", "Вокруг света" журналдары булды, уларҙы ҡулдан төшөрмәй ҡыҙыҡһынып уҡый инек. Шуға күрә Стәрлетамаҡ пединститутының башҡорт филологияһы факультетына уҡырға индем, һуңынан, 1999 йылда, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педуниверситетын тамамланым. Һуңғы курста уҡығанда уҡ Башҡортостан радиоһына килешеү буйынса эшкә урынлаштым, хәҙер ошонда хеҙмәт иткәнемә 27 йыл булып китте.
2001-2008 йылдарҙа Башҡортостандың Беренсе Президенты М.Ғ. Рәхимовтың журналистар пулында радиохәбәрсе булып эшләнем. Көнө-төнө тигәндәй эшләргә тура килде, сөнки Мортаза Ғәбәйҙулла улы республика ҡалаларына һәм райондарына эш сәфәре менән бик йыш йөрөнө. Хатта иң алыҫ Хәйбулла районына төн уртаһында барып етә инек. Ул ваҡытта бер ниндәй ҙә кеҫә телефондары юҡ, яҙған хәбәреңде тиҙ генә берәй ауыл советының телефоны аша Өфөгә ебәрәһең. Хәбәрсе эше, үтә тынғыһыҙ булһа ла, оҡшай ине: күпме ваҡиғалар уртаһында ҡайнайһың, күпме күренекле кешеләр менән осрашаһың. "Юлдаш" радиоканалында диктор вазифаһын да башҡарырға тура килде. Башҡортостан телевидениеһы икегә бүленгәс, "Рәсәй 1-Башҡортостан" телерадиоканалына күстем.
Радиола эшләү үҙе бер иҫ киткес ғәмәл ул. Телевизион картинканы күрһәтеү ауыр түгел, ә һин һөйләп, аңлатып, радио тапшырыуын тыңлаған кешене ышандыра, ҡыҙыҡһындыра алырға тейешһең. Радиола "Ауылым офоҡтары", "Тәҙрәләге ут" программаларын алып барҙым. Ул саҡта ябай ауыл кешеләре хаҡында тапшырыуҙар күп була торғайны, хәҙер ундай геройҙар эфирға йыш сығарылмай, ҡыҙғанысҡа ҡаршы.

Радиола һәм телевидениела алып барылған тапшырыуҙар контентында сағылдырылған ниндәй проблемалар күңелегеҙгә яҡын?

- Тапшырыуҙар ике телдә - рус һәм башҡорт телдәрендә яҙыла, уларҙың 80 проценты башҡортса алып барыла. Шуға күрәлер, минең өсөн туған телебеҙҙе һаҡлау, уны киләсәк быуындарыбыҙҙың яҡшы итеп үҙләштереүенә арналған темалар яҡын. Ошо йәһәттән етешһеҙлектәребеҙ байтаҡ әле, сөнки әсә телен белмәй үҫкән балалар быуыны барлыҡҡа килеүенә шаһитбыҙ.
Йәнә мине борсоған бер мәсьәлә: XXI быуатта ысын башҡорт интеллигенцияһына, башҡорт зыялыларына хас булған сифаттар бүҫкәрә бара. XIX быуаттан бирле мәғлүм: башҡорт зыялыһы ғилемле, тәжрибәле, тәрбиәле, халыҡсан рухлы шәхес булырға, үҙенең алдынғы ҡараштарын тыуған халҡына еткерә, уның аңына һәм үҙаңына һеңдерә алырға тейеш. XIX-XX быуаттарҙа йәшәгән һәм ижад иткән, барса ижтимағи мәсьәләләр буйынса әүҙем позиция биләгән башҡорт зыялылары әлеге көндә лә беҙгә өлгө булып ҡала. Бөгөн башҡорт интеллигенцияһының йөҙөн билдәләүсе ғалимдар, яҙыусылар, табибтар, уҡытыусылар, мәҙәниәт, технология, сәнғәт әһелдәре ижтимағи мөхиттә шымып, үҙ-үҙҙәренә бикләнеп ятмаһындар ине. Ә тел, мәҙәниәт, мәғариф мәсьәләләре комплекслы хәл итеүҙе талап итә, бер төптән, бергәләп эш итеү фарыз. Һөйләүселәр, алға өндәүселәр күп ул, әммә аналитик ҡараш етеңкерәмәй.
Үҙем алып барған тапшырыуҙарҙа замандаштарыбыҙҙың иғтибарын Башҡортостандың тарихына, мәҙәниәтенә, үҙенсәлектәренә, халҡыбыҙҙың менталитетына йүнәлтергә тырышам. Мәҫәлән, "Рәсәй 1-Башҡортостан" телеканалында "Хәйерле иртә, Башҡортостан", "Рәсәй-Башҡортостан" радиоканалында "Иғтибар үҙәгендә" тип аталған программаларҙа республика халҡы өсөн көнүҙәк булған сәйәси, иҡтисади, ижтимағи, экологик проблемалар буйынса студияға саҡырылған белгестәр, эксперттар менән фекер алышабыҙ. "Рәсәй 1" һәм "Башҡортостан 24" телеканалында "Сәйәхәтсе һуҡмағында" тип исемләнгән программабыҙ тамашасыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уята, беҙ уларҙы тыуған төйәгебеҙҙең гүзәл тәбиғи һәм тарихи объекттары менән таныштырабыҙ, тәрән һәм киң мәғлүмәт бирәбеҙ. Мәҫәлән, Бәндәбикә кәшәнәһе, Ерәнсә сәсән ерләнгән урын менән бәйле тапшырыу төшөрҙөк, ә бит күп ватандаштарыбыҙ ошо хаҡта мәғлүмәтле түгел. Әйткәндәй, ошо программабыҙ Рәсәй конкурстарында 11 наградаға лайыҡ булды.

Радио, телевидениела ла туған телде белгән белгестәр менән ҡыйынлыҡтар барҙыр?

- Мәктәптәребеҙҙә башҡорт теле уҡытыла, шул уҡ ваҡытта байтаҡ ҡына ғаиләләрҙә үҙ-ара тик русса ғына аралашалар, шул бәкәлгә ныҡ һуға. Шуға башҡорт телен барса нескәлектәрендә үҙләштереп, матур әҙәби телдә яҙа, һөйләй белеүсе журналистарға ҡытлыҡ хәҙер. Уйлап ҡараһаң, журналистың ике телде лә яҡшы белеүе отошло: бер үк теманы русса ғына түгел, үҙебеҙҙең туған телебеҙҙә әллә нисә төрлө итеп тасуирларға, яңынан асырға була. Беҙ Бөйөк Ватан һуғышынан алдараҡ һәм унаң һуң мәктәптәрҙә саф башҡортса белем алып, руссаны ла яҡшы үҙләштереп, иҡтисад, техника, фән, сәнғәт, әҙәбиәт, мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау һ.б. өлкәләрҙә танылыу тапҡан шәхестәребеҙҙе өлгө итеп алырға тейешбеҙ.
Телебеҙҙе үҫтерергә кәрәк, тиҙәр. Ул былай ҙа иҫ киткес бай бит, уны үҫтереү тураһында түгел, һаҡлау һәм киләсәк быуындарға тапшырыу хаҡында хәстәрлек күреү мөһимерәк. Ә телебеҙҙең киләсәктә лә йәшәренә ныҡлап ышанырға кәрәк, сөнки ул милли моңобоҙ менән ҡуша йәшәй. Минеңсә, һәр башҡорт кешеһе, олоғая килә, тыуған халҡының моңдарын үҙ телендә тыңларға һәм башҡарырға теләйәсәк. Йырҙарыбыҙ йәшәһә, телебеҙ ҙә йәшәйәсәк, был - кире ҡаҡҡыһыҙ аксиома.

Бәҙри ӘХМӘТОВ һөйләште.
"Киске Өфө" гәзите, №36, 18 - 24 сентябрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.09.26 | Ҡаралған: 19

Киске Өфө
 

Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1 сентябрҙән 1230 һум 42 тингә яҙыла башларға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru