
Бөгөн ҡулына гәзит тотҡан йә парк эскәмйәләрендә матбуғат баҫмаһы уҡып ултырған кешене осратыуы ҡыйын. Бер заман шулай итеп гәзиттәребеҙ "үлеп" бөтөрмө икән ни? Юҡ, әлбиттә, кем әйтмешләй, "не дождетесь"! Матбуғат баҫмаларын тарих "соҡорона" күмергә әлегә ашыҡмағыҙ.
Статистика буйынса бөгөн Рәсәйҙә 2,5 млн кеше аңлы рәүештә офлайнда ҡала килә һәм ваҡытлы матбуғат баҫмаларына өҫтөнлөк бирә. Гәзит уҡыу тураһында һорау бирелгән кешеләрҙең 26 (ҡайһы бер мониторинг һөҙөмтәләре буйынса - 14) проценты ҡағыҙ матбуғаттың сәйәхәттә, походтарҙа кәрәклеге хаҡында һөйләй, сөнки тәбиғәт шарттарында йыш ҡына интернет "ғәли йәнәптәре" булмай. 18 процент иһә өҙлөкһөҙ онлайн таҫмаларҙан, айырыуса күҙгә инеп барған әрһеҙ рекламаларҙан арыныу өсөн уҡый гәзитте. 17 процент кешене цифрлы ҡулайламаларҙан "таҙарыныу" теләге йәлеп итә матбуғатҡа. Ҡайһы берәүҙәр эшкә барғанда, юлда булғанда электричка, поезд, самолетта, метрола уҡып барырға ярата.
Дөрөҫ, ҡағыҙ матбуғатҡа өҫтөнлөк биреүселәрҙең һәр дүртенсеһе (26 процент) өлкән быуын вәкилдәре, ауыл халҡы (20 процент), телевиор ҡараусылар (33 процент) ҡағыҙ матбуғатты даими уҡый. Гәзитте яҡлаусы дәлилдәр күңелгә йылылыҡ өҫтәй, гәзит-журналдарҙың барыбер ҙә ярайһы кимәлдә ихтыяж менән файҙаланыуын күрһәтә. Ә инде ихтыяж бар икән, тәҡдим дә бар. Мәҫәлән, илдә иң күп таралыусы баҫмаларҙың береһе булған "Российская газета"ны миллионға яҡын - 912,7 мең кеше уҡый. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостанда милли матбуғат баҫмаларының хәле мөшкөл, тип үкенес белдерергә тура килә. Дөрөҫөн генә әйткәндә, туған телебеҙҙә нәшер ителеүсе һанаулы ғына баҫмаларыбыҙҙы милләттәштәр һанға һуғыуҙан туҡтаны. Айырыуса йәш быуындың гәзитте бар тип тә белмәүе хафаға һала, сөнки милли матбуғат ниндәйҙер дәрәжәлә әсә телен өйрәнеүҙә бына тигән ҡулланма ла баһа! Ә йәштәребеҙ туған телебеҙҙә уҡыуҙан үҙ-үҙҙәрен мәхрүм итә.
Хәтеремдә, БДУ-ла инглиз теле дәрестәрендә уҡытыусы беҙҙән гел генә гәзит яңылыҡтарын һәм мәҡәләләрҙе тәржемә иттереүҙе ҡағиҙә итеп алғайны. Был иһә тел өйрәнеүҙә бик уңышлы ысул булып сыҡты. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә мин үҙем дә ошо тәжрибәне йыш файҙаланыр булдым. Балалар айырыуса "Киске Өфө", "Башҡортостан", "Йәшлек" гәзиттәрендәге мәҡәләләрҙе яратып уҡырҙар һәм йөкмәткеләрен һөйләрҙәр ине. Шулар араһынан "Киске Өфө" гәзитен мин һаман булһа өйгә алдырып уҡыйым, сөнки унда халҡыбыҙ тарихы, рухи донъябыҙ хазиналары хаҡында мәҡәлә-очерктарға ҙур урын бирелә. Был материалдарҙың төп нөсхәһен табыуы ла ауыр бит хатта. Ә гәзиттә уларҙы теләгән ваҡытта уҡып, күңелде генә түгел, тарихи хәтеребеҙҙе лә нығытырға була.
Улым, һиңә әйтәм, киленем, һин тыңла, тигәндәй, милли гәзиттәребеҙҙе йәшәтеү бөгөн өлкән быуындар ҡулында ғына түгел, йәштәребеҙ теләгенә лә бик ныҡ бәйле. Аңлылар быны ҡолағына киртер һәм бер дана булһа ла башҡорт телендә нәшер ителеүсе гәзит-журналға яҙыла һалыр, ә аңһыҙҙар иһә рухи донъябыҙ хазиналарынан үҙҙәрен мәхрүм итеп, ашау-эсеү ихтыяжы менән генә мәж килеп, ғүмерҙәрен заяға үткәреүҙәрен үҙҙәре лә һиҙмәй ҡалыр...
Фирүзә ИШБИРҘИНА,
хеҙмәт ветераны, матбуғат дуҫы.
"Киске Өфө" гәзите, №38, 25 сентябрь – 1 октябрь 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА