
Бәләбәйҙән Григорий, мәктәпте тамамлағандан һуң, гидравлик машиналарҙы, гидроприводтарҙы һәм гидропневмоавтоматиканы файҙаланыу буйынса белгес һөнәрҙәрен үҙләштерә. Мобилизацияға тиклем механизатор булып эшләй.
Яугирҙы МХО зонаһында "Хакер" позывной менән беләләр. Ул БПЛА взводына үҙ теләге менән килә. Заман технологиялары, яңы техника менән ҡыҙыҡһыныуы этәрә был ҡарарға. "Бөгөн пилотһыҙ осоу аппараттары - техника ғына түгел, ә заманса алыштың мөһим ҡоралдарының береһе", - ти ул.
"Хакер" хеҙмәт иткән подразделение башҡарған бурыстар спектры уғата киң. Дроноводтар урындарҙы разведкалай, һөжүм ваҡытында штурмға барыусыларға ярҙам итә. Шулай уҡ пилотһыҙ аппараттар алғы һыҙыҡҡа аҙыҡ-түлек, башҡа кәрәкле әйберҙәр килтереү һәм яралыларҙы эвакуациялағанда ярҙам итеү өсөн әүҙем ҡулланыла.
"Хакер" хәрби бурыстарҙы үтәү менән бер рәттән, "Синергия" университетында "Мәғлүмәт хәүефһеҙлеге" йүнәлеше буйынса юғары белем ала. Биш семестрҙы уңышлы үткән дә инде, диплом алғанға тиклем ике семестры ғына ҡалған. Ваҡытының күп өлөшөн хеҙмәт бурыстары алһа ла, Григорий, һәр мәлде файҙаланып, уҡырға мөмкинлек таба.
Башҡортостанда иһә ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге пилотһыҙ системалар батальоны һәм республиканың "БАРС" отряды резервсылары составын тулыландырыу дауам итә. Муса Гәрәев исемендәге батальон яугирҙары артабан МХО биләмәһенә юлланһа, "БАРС" резервсылары урында республика күге һағына баҫа, мөһим инфраструктура объекттарын дрондарҙан ҡурсалай. "БАРС"тарҙың яуаплылыҡ зонаһында - нефть һәм газ эшкәртеү предприятиелары, энергетика һәм оборона комплекстары, шулай уҡ социаль учреждениелар һәм торлаҡ секторы. Контракт РФ Оборона министрлығы аша төҙөлә.
Пилотһыҙ системалар подразделениеларында хеҙмәт итеү алғы һыҙыҡтағы частарҙан ныҡ айырыла. Төп үҙенсәлек - операторҙар дистанцион рәүештә, яу һыҙығынан алыҫта эшләй. Был хәрби хеҙмәткәрҙең ғүмере һәм һаулығына хәүефте кәметә. Контракттың да үҙенсәлеге бар. Килешеү бер йылға төҙөлә. Был хәрби хеҙмәткә килеүсегә хеҙмәт үҙенсәлектәрен баһаларға ваҡыт бирә. Бынан тыш, документта һөнәрҙе һаҡлап ҡалыуға гарантия нығытылған: үҙ ризалығынан тыш, яугирҙы икенсе вазифаға йәки башҡа ғәскәр төрөнә күсереү тыйыла.
Артабан һәр кемдең һайлау мөмкинлеге бар - яугир Пилотһыҙ системалар ғәскәрендә хеҙмәтен дауам итә, йәки тыныс тормошҡа кире ҡайта ала.
М. Гәрәев исемендәге батальонда хеҙмәт итергә теләүселәр Өфө ҡалаһы, Октябрь революцияһы урамы, 3 адресы йәки +7 995 948-65-41, +7 908 358-00-00 телефондар буйынса мөрәжәғәт итә ала.
Ҡасим ҒӘҘЕЛШИН әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №38, 25 сентябрь – 1 октябрь 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|