«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Был көндәрҙә сентябрь календары "Бөтөн донъя автомобилһеҙ бер көн" иғлан итте. Ә һеҙ машинаһыҙ йәшәй алыр инегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

МӘҘӘНИ КИМӘЛ НИНДӘЙ - ТОРМОШОБОҘ ШУНДАЙ
+  - 

Ҡала халҡына йәшәү иркенлеге ҡыҫыла барыуы бөгөн бер кемгә лә сер түгел. Элекке торлаҡ кварталдары араһына ҡыҫтап берәй "высотка" ултыртып ҡуйыуы әрһеҙ төҙөлөш хужаларына бер ни тормай: уның төрлө юлдары бар, ә күбеһенсә был мәсьәләне ошоға тиклем рөхсәт биреүсе органдар менән үҙ-ара килешеү барышында ришүәтселек хәл итеп килде.

СанПин ҡағиҙәләре буйынса урынлашыуына ҡарап һәм ҡат һандарына бәйле торлаҡ йорттар бер-береһенән законда ҡаралған ҡәтғи арауыҡта төҙөлөргә тейеш. Һуңғы йылдарҙа 19-25 ҡатлы йорттар Өфөнөң ҡайһы ғына тыныс кварталдары араһынан бәшмәк кеүек кинәт үҫеп килеп сыҡманы! Бейек йорттар эргәләге аҙ ҡатлыларына ҡояшты ҡаплап ҡына ҡалмай, башҡа төрлө уңайһыҙлыҡтар ҙа тыуҙыра: тауыш һәм вибрация арта, шәхси машиналар күбәйә һәм улар торлаҡ йорттарҙы тығыҙ ҡулсаға алып ултыра, улар араһынан йырып үткеһеҙ хәл килеп тыуа; кеше һанынан инфраструктура: дауахана, магазин, балалар баҡсаһы, мәктәптәргә көсөргәнеш арта; урындағы микроклимат үҙгәрә, сүп-сар өҫтәлә; "бағанайҙар" төҙөлөшө алып барылғанда инженер-коммуникация һәм ер эштәре күрше йорттар нигеҙенә йә конструкцияһына зыян килтереү ихтималлығы һәм башҡалар. Бындай проблемаларҙы баш ҡалабыҙҙың теләһә ниндәй кварталынан табырға була.
Әмәлгә ҡалғандай, үҙ кварталында ҡыҫылып йәшәүгә дусар ителгән халыҡ зарын ишетте, ниһайәт, Роспотребнадзор: күп фатирлы йорттар тормошона киң ҡолас реформа әҙерләнә, имеш, тип яҙып сыҡты ошо көндәрҙә интернет сығанаҡтары. Үкенескә, иртәгә генә була торған яңылыҡ түгел икән шул: санитария ҡағиҙәләренең яңыртылған проекты йәмәғәтселек иғтибарына сығарылған хәлдә лә, документ 2027 йылдың 1 мартынан ғына көсөнә инәсәк. Яңы ҡағиҙәләр торлаҡ-коммуналь өлкәһендә тәртип урынлаштырырға иҫәп тота һәм был торлаҡ милекселәренә ҡайһы бер етди сикләүҙәр менән янай. Мәҫәлән, йорттар эсендәге инфекция һәм һаҫыҡ еҫ сығанағы булған сүп-сар торбаларын иретеп йәбештереү юлы менән мәңгелеккә ябып ҡуймаҡсылар икән. Беҙҙең 9 ҡатлы йортта ла бар ул торба, ләкин уның менән бик һирәктәр файҙалана: йә ялҡауҙар, йә сирлеләр менән инвалидтар, сөнки ул торба янына яҡын килеүе лә имәнес: бирсәткәһеҙ тотҡаһын тотоп асыу мөмкин дә түгел, бысраҡ, индәйҙер шыйыҡсалар күләүеге хасил булған, яман еҫ сығанағы ла. Өҫтәүенә, был торбаларҙы клининг компанияларынан килеп таҙаларға, зарарһыҙландырыусы саралар менән көн дә (!) йыуып торорға тейештәр икән. Ә беҙҙең ундай хәстәрҙе йорт төҙөлгәндән алып күргән юҡ, сөнки санитар таҙартыу аҡса ғына талап итмәй, техник йәһәттән дә бик ҡатмарлы эш икән, һәм идарасы компаниялар бының менән баш ватырға теләмәй. Беҙҙең йортта хәҙер, әйткәндәй булмаһын, күршеләрҙең барыһы ла эшкә сығып киткән ыңғайҙа йорт алдындағы көнкүреш ҡалдыҡтары һауытына ырғытып китә сүп моҡсайын. Әйткәндәй, ана шул сүп-сар һауыты, йәғни контейнерҙар һис кенә лә ихата уртаһында ҡупайып, түгелеп, елгә туҙырап ултырырға тейеш түгел икән. Проектта сүп-сар урынын йорт тирәһенән ситкә-рәк, үҙәкләштереп ҡорорға уйҙары. Күптән кәрәк ине лә бит! Дөрөҫ, беҙҙә халыҡты тәртипкә күндереү мөмкин булмаған нәмә, уныһы бар. Комментарий яҙыусылар, торбаларҙы бикләү сәбәпле, бәғзе тәрбиәһеҙҙәрҙең сүп-сарын тышҡа сығарырға йыбанып, тәҙрәнән быраҡтырасағын әле үк күҙаллай, сөнки бындай хәлдәр бөгөн дә осрап тора. Ни тиһәң дә, "обыватель" менталитетының күп бәләһе беҙҙә мәҙәни кимәлгә барып төртөлә, әйтергә лә түгел...
Яңыртыуҙың икенсе өлкәһе - транспорт туҡталҡаһы. Был инде байтаҡтан күп ҡатлы йорт милекселәрен борсоған проблема, тик берәү ҙә: машина араһынан юл йырып сыға алмаһалар ҙа коляска менән балаһын алып сыҡҡан әсәләр ҙә; шәхси машиналар юлды ябып тороуға ҡарамаҫтан, йөк машиналарында яңы мебель һәм башҡа тауар ҡайтартҡан күрше-күлән дә - бер кем ризаһыҙлыҡ белдермәй, сөнки йорт алды туҡталҡаһында үҙенең дә иномаркаһы тора бит! Хәҙер иһә машина хужаларына лафа бөтә: туҡталҡаларҙы шулай уҡ йорт стеналарынан алып - 15, ә балаларҙың уйын майҙансығынан 50 метр ситкә күсереү ҡарала.
Өсөнсө яңылыҡ торлаҡ йорттарҙың, ғәҙәттә, беренсе ҡатында асыла торған тауыш тыуҙырыусы коммерция объекттары - тир, бейеү залы, фитнес студияһы, кафе, ресторан, караоке-бар мәсьәләһенә ҡағыла: бындай ойошмалар эше тыйыласаҡ. Был үҙгәрештәрҙе башлаусы проект авторҙары Рәсәйҙә күҙәтелеүсе ҡот осҡос статистика мәғлүмәттәренә һылтанма бирә: илдә йыл һайын тирә-яҡ мөхит бысраҡлығы һәм уңайһыҙлыҡтары менән бәйле 5,8 млн сир теркәлә. Был, мәҫәлән, беҙҙең йорттарға килеүсе эсәр һыу сифатын алып ҡарағанда ла асыҡ күренә. Шуның өсөн был темаға айырыуса ныҡ баҫым яһаласаҡ, тиелә документта. Тикшереүгә алынған һыуҙың 95 проценты микробиологик нормаға ярашлы булғанда ғына эсәр һыу хәүефһеҙ тип иҫәпләнәсәк. Һыу сығанаҡтарын санитар һаҡлау зоналарында теләһә ниндәй химик матдәләр менән эш итеү, пестицидтар ҡулланыу тыйыласаҡ.
Яңы ҡағиҙәләрҙе бойомға ашырыу илдең 57 мең идарасы компанияһына, 11 мең һыу тәьминәте ойошмаһына һәм сүп-сар, көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеүсе йөҙәрләгән төбәк операторына ҡағыласаҡ. Күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәргә шуның өсөн дә был документ буйынса фекер алышыуҙарҙы ентекле күҙәтеп барырға кәңәш ителә.
Әлләсе... Халыҡтың тормош сифаты хаҡында төшкә лә инеп сыҡмаған бындай хәстәрлек киләһе йылдан уҡ бойомға ашырыла башлар тип ышанырға реаль нигеҙ бармы икән? Бәлки, иң тәүҙә халыҡ араһында аңлатыу, мәҙәни кимәлде күтәреү буйынса эш алып барыу кәрәктер?

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №38, 25 сентябрь – 1 октябрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.09.26 | Ҡаралған: 26

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru