«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Был көндәрҙә сентябрь календары "Бөтөн донъя автомобилһеҙ бер көн" иғлан итте. Ә һеҙ машинаһыҙ йәшәй алыр инегеҙме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
"ТАМУҠ" ПРОЕКТЫ АВТОРЫ ҮҘЕ ТАМУҠТА
+  - 


Мәғлүм булыуынса, үткән аҙнаның һуңғы өс көнөндә IХ саҡырылыш Дәүләт Думаһына һайлауҙар булып үтте. Шул уҡ ваҡытта Рәсәй субъекттары: Мордовия, Тыва, Чечня, Белгород, Пенза, Тверь һәм Ульяновск өлкәләре башлыҡтары вазифаһына кандидиттар өсөн дә тауыш бирелде. Рәсәйҙән ситтә 152 илдә асылған 333 һайлау участкаһы эшләне.

Мәскәү ҡала һайлау комиссияһынан белдереүҙәренсә, был көндәрҙә дистанцион электрон тауыш биреү системаһына (ДЭГ) һөжүм көсәйеүе хаҡында хәбәр иттеләр, ә был форматта тауыш биреү өсөн 4 миллиондан ашыу рәсәйле теркәлгәйне. Системаға һөжүмде кире ҡағыу буйынса, Мәскәү ҡала комиссияһы рәйесе әйтмешләй, "айтишниктарҙың тотош армияһы" тәүлек әйләнәһенә көсөргәнешле эш алып барҙы. 20 сентябрь иртәһенә 3 427 420 рәсәйле онлайн тауыш бирҙе. Билдәләнеүенсә, Дәүләт Думаһы депутатлығына кандидаттар араһында МХО ветерандары - Рәсәй Геройҙары байтаҡ. Социаль селтәрҙәрҙә Берлиндағы Рәсәй илселеге алдында Дәүләт Думаһы өсөн тауыш бирергә килгән кешеләрҙән оҙон сират хасил булыуы, һайлау башланыр алдынан Рәсәй гимны яңғырауы хаҡында яҙылды һәм фотоһүрәттәр бирелде. Һайлау барышында тәртип тәьмин итеүҙе немец полицияһы күҙәтте. Германиялағы берҙән-бер һайлау участкаһы иртәнге һигеҙҙән киске һигеҙгә тиклем эшләне. Әйткәндәй, Украина Ҡораллы көстәре Запорожье өлкәһе Михайловский районының 170 урынлыҡ Пришиб мәктәбендәге һайлау участкаһына маҡсатлы рәүештә һөжүм итеп, мәктәп бинаһын емертте. Бәхеткә күрә, унда кешеләр булмаған. Һайлауҙар барған көндәр һәм айырыуса уның һуңғы көнөндә Мәскәү төбәгенә генә лә 1600 дошман дроны һөжүм иткән, шулай уҡ меңәрләгән кибератака теркәлгән һәм кире ҡағылған.
Рәсәйҙә башланған һайлауҙарҙың тәүге көнөндә Еврокомиссия башлығы Урсула фон дер Ляйен Украинаға ракеталар һәм дрондар һатып алыу өсөн 3,3 млрд евро күсерергә ҡарар итеүе хаҡында "һөйөнсөләне", ә Евросоюз (ЕС) дипломатияһы башлығы Кая Каллас һайлауҙарҙың тәүге көнөндә үк ЕС илдәренә Дәүләт Думаһына һайлауҙар һөҙөмтәһен танымау хаҡында фарман ебәрҙе. Һәм, ғөмүмән, Рәсәйҙәге һайлау көндәре сит ил мәғлүмәт саралары һәм эксперттарының иғтибар үҙәгендә булды, сөнки уларҙың маҡсаты бер генә - Рәсәйҙә һайлауҙар системаһының формаль һәм юғары власҡа кәрәк булғанса үткәрелеүен иҫбатларға маташыу. Мәҫәлән, Washington Post менән EuroNews баҫмалары яҙып сығыуынса, "Рәсәйҙә һайлау һөҙөмтәләре алдан билдәле" йәки "Рәсәй һайлауҙары күпселек осраҡта фиктив рәүештә үтә" кеүек һәм башҡа шундай йөкмәткелә була.
Тағы бер яңылыҡ, ул да булһа, АҠШ-тың Әрмәнстан армияһын реформалау, күтәрмәләү һәм ресурстар менән тәьмин итеү буйынса хеҙмәттәшлек вәғәҙә итеүе.
Ошо көндәрҙә Польшаның Калининградҡа яҫҡыныуҙары был дәүләттең сит ил эштәре министры Радослав Сикорский һүҙҙәрендә тағы бер раҫланды: ул Варшава һәм НАТО-ның хәрби-һауа көстәре мөмкинлектәрен файҙаланасаҡ союздаштары менән Рәсәйҙән көслөрәк булыуы хаҡында фәсфәтә һатты. Хатта ки Калининградты полякса "Крулевец" тип атап, уны үҙҙәренең рәсми карталарына, юл күрһәткестәренә яҙып ҡуйыусы был ил министры Рәсәйҙең Калининград өлкәһендәге ҡеүәтле хәрби потенциалын иҫкә алырға онотто, ахыры, тип яҙа геосәйәсәт эксперты Әхмәд Адель InfoBRICS мәғлүмәт сығанағында. Аналитик фекеренсә, тарихи дәлилдәр Варшаваға Рәсәй эксклавына (дәүләттең географик яҡтан ситтәрәк ятҡан һәм башҡа илдәр менән сиктәш биләмәһе) дәғүәләшергә нигеҙ бирмәй, тине һәм был территорияның элек Пруссия составында булыуы, ләкин һис бер ваҡытта ла Польшаға буйһонмауын дәлилләне.
АҠШ-тың Вәкилдәр палатаһы быйыл июлдә Аллаһ ҡөҙрәте менән ҡапыл теге донъяға олаҡҡан 71 йәшлек русофоб сенатор Линдси Грэм (Рәсәйҙең террорист һәм экстремистар исемлегенә индерелгән) "васыят итеп" киткән закон проектын күпселек тауыш менән хупланы. Был документ Рәсәй тауарҙарына иң юғары санкция - 500 процент кимәлендә, ә унан энергетика сығанаҡтары һатып алыусы биш илгә, шул иҫәптән, Ҡытай менән Һиндостанға 100 процент пошлиналар булдырыуҙы күҙаллай. Закон проекты өсөн 262 кеше тауыш бирһә, 159 конгрессмен ҡаршы булыуын белдерҙе. Шул уҡ ваҡытта Демократия партияһының өс ағзаһы санкция закон проектының АҠШ-та хаҡтар артыуына һәм Украинаға ярҙамды тотҡарлауға килтерәсәге хаҡында иҫкәртеүҙе кәрәк тапты. Тарифтарҙан тыш, документ Рәсәйҙең юғары ранг чиновниктарына, дәүләт структураларына, банктарға, эре эшҡыуарҙарға, шулай уҡ Рәсәй уранын импортлау буйынса ла санкция иғлан итә. Сәйәси күҙәтеүселәр АҠШ президентының был проектҡа мөнәсәбәтен ҡыҙыҡһыныу менән көткәйне: Дональд Трамп асыҡтан-асыҡ Рәсәйгә ҡаршы был "тамуҡ санкцияһы" тип йөрөтөлгән документҡа ҡул ҡуйырға баҙнат итерме, юҡмы, тип, барыбер ҙә икеләнгәйне улар, сөнки президент милли хәүефһеҙлек мәнфәғәттәренән сығып, сикләүҙәрҙе туҡтатыу хоҡуғына ла эйә ине бит. Ләкин Аҡ йорт хужаһының ҡулы ла ҡалтыраманы: президент суперсанкцияны раҫланы. Дөрөҫөн әйткәндә, Рәсәйгә ҡаршы был яңы санкцияларҙың, кемдер әйткәнсә, "тамуҡ" түгел, ә мәғәнәһеҙ, эшлекһеҙ саралар булып сығасағы раҫ, сөнки улар АҠШ-тың үҙ бәкәленә һуғасаҡ, тине РФ Президентының Сит илдәр менән инвестиция-иҡтисади хеҙмәттәшлек буйынса махсус вәкиле Кирилл Дмитриев. Санкция сәбәпле нефткә хаҡтарҙың барреле 150 долларға тиклем күтәрелеүе мөмкин. Ә был иһә тап 3 ноябрҙә АҠШ-та буласаҡ аралыҡ һайлауҙар ваҡытына уларҙың бензин ҡойоу станцияларында яғыулыҡтың барреле 6 доллар тәшкил итеүенә килтерәсәк. Был законды ҡабул итеү Рәсәй властары яғынан Украина менән тыныс көйләү барышын ҡатмарландырыусы дуҫ булмаған аҙым тип баһаланды.
Әйткәндәй, Рәсәй ғәскәрҙәре аҙна ахыры тәүлеге эсендә МХО-ның төрлө йүнәлештәрендә биш тораҡ пунктын азат итеүгә өлгәште. Шуларҙың икәүһе Донецк Халыҡ Республикаһының - Марьевка менән Гулево, Запорожье өлкәһенең - Йәшел Диброво һәм Харьков өлкәһенең Лошаково менән Комиссарово пункттары.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №38, 25 сентябрь – 1 октябрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.09.26 | Ҡаралған: 14

Киске Өфө
 

Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru