«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Был көндәрҙә сентябрь календары "Бөтөн донъя автомобилһеҙ бер көн" иғлан итте. Ә һеҙ машинаһыҙ йәшәй алыр инегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ХИКМӘТ ТЕЛЕФОНДА ҒЫНАМЫ?
+  - 

"Барыһының да яңы телефоны бар, ә минеке юҡ". Һәр ата-әсәнең дә был һүҙҙәрҙе ишеткәне барҙыр. Кемдер балаһын йыуатып, яңы айфон һатып алырға вәғәҙә итә. Кемдер ниндәй яуап бирергә белмәй, аптырап ҡала. Таныш хәлме?

Башҡалар менән туҡтауһыҙ ярышырға һәр ата-әсәнең дә хәленән килмәй. Рухи ҡиммәттәрҙе һеңдереп үҫтергәндәр ҡиммәтле гаджеттарҙы мөһим һанамай. Кәрәк саҡта бәйләнештә булһа - еткән. Бигерәк тә башланғыс класс уҡыусыларына "текә" телефондың кәрәге юҡ.
Әммә бала көн һайын башҡаларҙың "матур уйынсығы" менән маҡтанғанын күрә. Ана, Асия айфон менән йөрөй, Тимурға планшет алғандар, Сафинаның онлайн уйынлы сәғәте бар… Был хаҡта ул туҡтауһыҙ тылҡый, мыжый, кәйефегеҙҙе төшөрә, йә асыуығыҙҙы килтерә. Йә өндәшмәй, барыһын да эстән генә кисерә, йомола.
Ни эшләргә? Был осраҡта бала менән нисек аңлашырға?
Мәсьәләгә тәрәндән ҡараһаң, был хәл гаджеттар хаҡында ғына түгел. Был - коллективта үҙ урыныңды булдырыу тураһында. Балаға "мине ҡабул итәләр", "мин насар түгел", "мин барыһы ла һымаҡ" кеүек тойғолар бик мөһим. Әгәр был тойғо булмаһа - оялыу, асыу, иҫбат итергә тырышыу килеп сыға. Шул саҡта ул һорай, талап итә һәм үпкәләй башлай.
"Ярай, һиңә лә алырбыҙ, борсолма", - тип яуап бирге килә лә ул. Ләкин маркетплейсҡа инеп, заказ эшләргә ашығыу мәсьәләне хәл итмәй. Бөгөн телефон һорар, иртәгә ҡиммәтле кроссовки талап итер, унан һуң тағы бер әйбер… Иң мөһиме - баланы иғтибар менән тыңларға кәрәк. "Юҡҡа ҡайғыраһың", "Ул да булдымы илар нәмә" тип кенә йыуатырға түгел, уның хәлен аңлағанығыҙҙы белгертегеҙ. Асылып, кисерештәрен һөйләһен, күҙ йәштәренә лә ирек бирһен. Балаға уны ишетеүҙәре, аңлауҙары мөһим.
Шунан һуң уға үҙенең көслө яҡтарын табырға ярҙам итеү мөһим. Кемдеңдер яңы айфон, ә һинең балаңда нимә бар? Бәлки, ул шәп йүгерәлер? Матур итеп һүрәт төшөрәлер? Барыһынан да яҡшыраҡ итеп шиғыр һөйләйҙер? Математиканан шәптер? Башҡаларҙы тыңлай белә, ярҙамсылдыр? Шулай итеп, уҡыусыға яңы телефонһыҙ ҙа үҙ баһаһын тойорға, аңларға, белергә өйрәтәбеҙ.
Ә инде һеҙҙең бала, киреһенсә, маҡтаныусылар рәтенән икән - бында ла ярҙам кәрәк. Уға ла ҡыйын, ул да нимәнәндер ҡурҡа һәм иҫбат итергә маташа. Башҡалар менән сағыштырма, ғәйепләмә, бары тик эргәһендә бул, хәлен һораш, ул да асылһын, һеҙҙең яратыуҙы, аңлауҙы тойһон.
Балағыҙҙың ҡиммәте - телефонда түгел. Уның ҡиммәте - уның үҙендә.

Гөлсинә ЙОСОПОВА, психолог.
"Киске Өфө" гәзите, №38, 25 сентябрь – 1 октябрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.09.26 | Ҡаралған: 16

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru