«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Был көндәрҙә сентябрь календары "Бөтөн донъя автомобилһеҙ бер көн" иғлан итте. Ә һеҙ машинаһыҙ йәшәй алыр инегеҙме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
БЕҘҘЕҢ ЗАМАН
+  - 


Гәзит эшендә

Салауат педучилищеһын тамамлау менән Дәүләкән районының "Знамя" ("Байраҡ") гәзитендә эшләй башланым. Сығарылыш имтихандарынан алда уҡ баш мөхәррир Х.М. Әхмәтйәновтан саҡырыу алғайным. Был минең тормошомда боролош момент булды. Уҡытыусылыҡ эшен ваҡытлыса онотоп торорға тура килде. Тәүҙә тәржемәсе вазифаһын башҡарҙым, текстарҙы әйтеп тороп тура машинкаға баҫтыртырға өйрәндем, һуңынан мәҡәләләр, башҡа ҙур булмаған материалдар, ҡайһы саҡта үҙем яҙған шиғырҙарҙы ла баҫтыра башланым. Тора-бара гәзит эше мине тулыһынса биләп алды.
Ул ваҡытта кешеләр гәзиткә ышаналар ине, журналистар ысынында ғәҙел һәм принципиаль булды. Редакцияла эштәрем яҡшы барҙы. Мин башҡортса дубляж сығарыу менән мәшғүл булдым. Беҙҙә, Раевкала, йәшәгән шағир Шамил Анаҡ, уның туғаны Әмир Мәхмүтов, ҡаланың 3-сө мәктәбендә практика үткән Р. Аҙнағолов, Г. Йоносова, М. Иҙелбаев, М. Шәрипов кеүек башлап яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен баҫтыра инек.
Был саҡта мин шиғырҙар ҙа яҙа инем, шуға күрә йәш шағирҙарҙың II республика конференцияһында ҡатнашыуым иҫтә ҡалған. Унда минең һәм башҡа башлап яҙыусыларҙың шиғри йыйынтыҡтары тикшерелде.
Гәзиттә эшләү ҡаланың һәм райондың билдәле кешеләре менән танышыу менән бер рәттән, баш ҡалабыҙҙан редакциябыҙға килеп йөрөгән ижади шәхестәр менән осрашыу мөмкинлеген бирҙе. Бер саҡ беҙгә Рәми ағай Ғарипов килеп инде. Шағирҙың ул саҡта уҡ тыуған яҡҡа, туған телгә арналған шиғырҙары, мөхәббәт лирикаһы, юғары гражданлыҡ рухы менән һуғарылған ижады бик популяр ине.
Кисен ҡунаҡхананың бәләкәй генә номерында ул кеҫәһенән күләмле генә блокнотын алды һәм тоноғораҡ тауыш менән Сталин репрессиялары хаҡындағы "Табыныу" (1937) поэмаһынан өҙөктәрҙе уҡып ишеттерҙе. Йәнә шул: Рәми ағай минең бәғзе бер шиғырҙарымды алып ҡайтты һәм уларҙы "Совет Башҡортостаны" гәзитендә баҫтырып сығарҙы.

Партия мәктәбендә

1976 йылдың август айы. Бейек ҡойма ашаһында - партия мәктәбенең монументаль бинаһы. Мандат һәм медицина комиссияларын үткәс, мин ошо мәктәп тыңлаусыһы итеп алындым. Йыл һайын республиканың етәксе хеҙмәткәрҙәренән өс-дүрт кеше ошо мәктәпкә уҡырға ебәрелә ине. Бер йылдан һуң Юғары партия мәктәбен Ижтимағи фәндәр академияһы менән берләштерҙеләр. Уҡыуҙар еңелдән булманы. Барса курсанттар ҙа ғәмәли эштән килгән кешеләр. Юғары белемде төрлө вуздарҙа алғандар, ә техник вуздарҙа уҡып сыҡҡандарға уҡыуы бигерәк тә ауырға тура килде.
Уҡытыу юғары кимәлдә ойошторолғайны. Китапхана бик бай ине, унда үҙенә күрә уникаль китаптар күп булды. Мин ошондай боронғо һәм бик һирәк осрай торған китаптарҙы һуңынан Хельсинки ҡалаһының элекке император Александр университеты китапханаһы кәштәләрендә генә күрҙем.
Минең төркөмдә дүрт мәскәүле, шулай уҡ Үзбәкстан, Эстония, Сыуаш республикаһы, Дағстан, Ҡабарҙы-Балкар, Төньяҡ Осетия вәкилдәре уҡыны. Баш ҡаланыҡылар айырымыраҡ булды. Уларҙы күберәк көнкүреш мәсьәләләре, ҡайҙа нимә табып була, кемдәр менән файҙалы бәйләнешкә инә алыу кеүек һорауҙар ҡыҙыҡһындыра ине. Көньяҡ кешеләре бик темпераментлы, тиҙ генә тоҡанып китеүсән булһалар ҙа, үҙҙәрен ғәҙел һәм тотанаҡлы итеп тоттолар. Партия мәктәбенең яҡшы матди-техник базаһы булған хәрби кафедраһы ла бар ине. Беҙҙе хәрби техника һәм ҡоралдар менән таныштырҙылар, шулай уҡ партия-сәйәси эштәрен алып барыуға, карталар менән эшләүгә өйрәттеләр. Аҡ тундар һәм быйма кейеп, ҡаланан ситтәге яландарҙа ҡар ярып хәрәкәт итергә өйрәндек.
Бер йыл буйына хәрби эшкә өйрәтеү барҙы, шунан һуң беҙҙе хәрби лагерға ебәрҙеләр. Мин дуҫым Рәзил Мусин менән Тамань дивизияһында стажировка үттек. Ул саҡта Хөкүмәт армияны нығытыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләне. Команда-штаб пункттары, полигондар, ут нөктәләре, ҡаршылыҡ һыҙаттары, танкодромдар бик һәйбәт йыһазландырылғайны, ошондай шарттарҙа беҙ хәрби учениеларҙа ҡатнаштыҡ. Беҙгә занятиеларҙан аҙаҡ музейҙарға, театрҙарға йөрөү мөмкин булды, концерттарға ла бара инек. Бер саҡ эстрада театрында Илһам Шакировтың концертына барҙыҡ, зал туп-тулы ине, бала саҡтан ишетеп үҫкән моңдар туған яҡтарҙы, яҡындарыбыҙҙы, туғандарыбыҙҙы иҫкә төшөрҙө. Шул уҡ йылда минең һәм дуҫым Рәзил өсөн бик тә шатлыҡлы ваҡиға булды - Азат һәм Рөстәм тип исемләнгән улдарыбыҙ тыуҙы.

Өҙөлгән осош

Рәзил Мусинды обком инструкторы вазифаһына тәғәйенләнеләр, һуңынан Дүртөйлө райкомына беренсе секретарь итеп ебәрҙеләр. Ул үҙенең яңы эшенә бик дәртләнеп тотондо. Ул район менән етәкселек иткән ваҡытта ҙур объекттар - Ағиҙел йылғаһы аша күпер, элеватор, дауахана комплексы, балалар баҡсалары һәм мәктәптәр төҙөлдө. Бик күп ауылдарға газ үткәрелде, асфалть юлдар һалынды. Дүртөйлө алдынғы предприятиелары һәм хужалыҡтары булған эре агломерацияға әйләнде. Башҡортостанға килгәнендә Б.Н. Ельцин уның менән һөйләшкән саҡта йәш партия секретарының шундай энергиялы булыуына ғәжәп итеп, һоҡланып ҡарай, хатта үҙ-ара аралашҡан сағында уға тиҙҙән партияның бөтөрөләсәге хаҡында белдереп, яңы эш урынын эҙләргә тәҡдим итә. Һуңынан Рәзил Мусинға профтехучилещела һәм коммерция банкында эшләргә тура килә.
...Төнөн епшек ҡар яуҙы. Совмин кабинетына инеү менән телефон шылтыраны. Трубкала Президент хакимиәте етәксеһе С.Х. Әминевтың тоноҡ тауышы ишетелде. Ул Дүртөйлөлә үҙенең өйө янында Рәзил Мусиндың үлтерелеүе хаҡында хәбәр итте. Салауат Хөрмәт улы тиҙ арала минең менән бергә шунда барып етеү кәрәклеген дә белдерҙе.
Беҙ Дүртөйлөгә барып еткәндә МВД хеҙмәткәрҙәре һәм прокуратура фажиғә урынын ҡарап, тикшереп бөткәйнеләр. Улар әйткәнсә, йорт ҡапҡаһының тотҡаһына граната бәйләнгән була, шартлағас, граната ярсыҡтары уны үлемесле яралай. Рәзил Ситдыҡ улы яңы ғына хакимиәт башлығы вазифаһына тәғәйенләнгәйне, ул республиканың Юғары Совет рәйесе урынбаҫары ине. Енәйәт эшен тикшереүҙе М.Ғ. Рәхимов үҙенең шәхси контроленә алды. Ошо енәйәттең төрлө версиялары булды. Рәзил Мусиндың вазифаға тәғәйенләнеүен өнәмәгән кешеләр ҙә бар ине. Текә бизнесмендар, ҡайһы бер хужалыҡ етәкселәре, Мусин район хужаһы итеп тәғәйенләнгәндән һуң, үҙҙәренең "иркен" тормошо бөтәсәге хаҡында хәүефләнеп, власть органдарына ялыуҙар ойоштора, ялған хәбәрҙәр тарата, хатта шантаж һәм ҡурҡытыу юлына баҫа. Был эштәренән файҙа булмағас, уны үлтерергә ҡарар итәләр.
Башҡортостан буйынса МВД министры Р.З. Фәйрүзовтың урынбаҫары етәкселегендәге оператив төркөм бер ай эсендә енәйәт эшендә ҡатнашҡан ун кешене асыҡлай һәм уларҙы хөкөмгә тарттыра. "Мусин эше" буйынса суд биш ай буйына бара. Минең яҡын дуҫым Рәзил Ситдыҡ улы Мусин шулай йәшәне, эшләне һәм һәләк булды.

Мансур ӘЙҮПОВ.
(Дауамы. Башы 37-се һанда).

"Киске Өфө" гәзите, №38, 25 сентябрь – 1 октябрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.09.26 | Ҡаралған: 15

Киске Өфө
 

Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru