
Бөгөнгө әңгәмәбеҙ - Ҡытайҙа биш йыл буйы Тибет медицинаһы буйынса ғилем эстәгән халыҡ табибы Иҙел Самат улы НОҒОМАНОВ менән.
- Ҡытайҙарға барып, ундағы халыҡ медицинаһы белемен тулыһынса үҙләштереп ҡайтҡан был, тиеү дөрөҫ булмаҫ. Унда биш йыллыҡ классик белем алыу осоро - финиш түгел, ә бик көслө старт алыу ғына булды, тиһәк, дөрөҫөрәк булыр. Йәғни, быны аҡыл-ғилем-белем менән тулы мәғлүмәт китапханаһының асҡысына ғына эйә булыу менән сағыштырайыҡ. Уҡыу осоронда каноник тибеттәрҙең "Чжуд-ши" тип аталған текстарына төшөнөү өсөн ныҡлы теоретик нигеҙгә эйә булыу шарт ине. Әммә "Сова Ригпа" тип аталған һауыҡтырыу ғилеме йолалары - шул тиклем тәрән һәм киң төшөнсәләр, шуға күрә уларҙы ысын мәғәнәһендә үҙләштереү, диплом алғаныңдан алып, ғүмерең буйына дауам итәсәк. Был сикһеҙ мәңгелеккә бер аҙым ғына әле! Уҡыуҙан, өйрәнсек булыуҙан туҡтамаҫ өсөн йыл һайын төрлө остаздарҙа курстар һәм модулдәр үтергә тырышам, кинезиология, акупунктура, һөйәктәрҙе төҙәтеү, заманса дарыу үләндәрен белеп ҡулланыу, психология кеүек өлкәләр буйынса онлайн-курстар алам. Бындай ғилемдәргә хәҙер юлдар асыҡ булыуы бик ҡыуаныслы күренеш.
Был системаның фәлсәфәүи һәм тарихи үҙенсәлектәре нимәлә һуң?
- Тибеттың үҙендә "Тибет медицинаһы" тигән төшөнсә юҡ. Уларса, "Сова Ригпа" - ул дөйөм кешелекте һауыҡтырыу ғилеме һәм ул һинд аюрведаһы, ҡытай медицинаһы, фарсы һәм эллин (грек) һауыҡтырыу йолаларын үҙ эсенә алып, яҡынса 2500 йыл элгәре барлыҡҡа килгән. Кеше һаулығына булышлыҡ итеүсе ошо бөтә айырым-айырым һауыҡтырыу йолалары "Сова Ригпа"ла берләшә алған, сөнки уның төп маҡсаты - һәр кешенең именлеген тәьмин итеү. Төп принцип - әҙәм балаһын тәбиғәткә яраҡлашып, үҙен уратып алған мөхиттә көн итеүсе теүәл, камил бөтөнлөк тип ҡабул итеү. Беҙ ошо камил бәйләнештең емерелеүенең сәбәптәрен асыҡлайбыҙ. Ҡыҫҡаса әйткәндә, кешенең именлеге, сәләмәт булыуы - уның үҙ тәнендәге өс башланғыстың - ел-һауа (Лунг), үт (Трипа) һәм лайланың (Бадкан ) үҙ-ара баланста һаҡланыуында.
Сәләмәтлекте баланс һаҡлау тәьмин итә, тинегеҙ. Ошо фекерҙе ентекләберәк аңлатһағыҙ ине. Һауыҡтырыу тураһындағы ғилем күҙлегенән ҡарағанда, нимә ул сир һәм һаулыҡ?
- Үҙеңде һау итеп тойоу ниндәйҙер сир билдәләренән азат булыуҙы ғына аңлатмай әле. Был беҙҙең тере һәм бар булыуыбыҙҙы тәшкил итеүсе төп өс нигеҙҙең (ел-һауа, үт, лайла) үҙ-ара килешеүендә, тигәйнек инде. Беҙҙең тәнебеҙҙә уларҙың һәр береһенә тәғәйен урын, бурыстар һәм сифаттар бар. Улар шул үҙҙәренә тәғәйен тәбиғи урынында булып, кәрәгенән артып йәки кәмеп китмәһә, кеше һау-сәләмәт буласаҡ. Әммә "Сова Ригпа"ла сәләмәтлек физиология менән генә сикләнмәй. Киреһенсә, ул кешенең тулы ҡанлы ғүмер кисереүен, рухи үҫешен дә хәстәрләй. Оҙон ғүмерле булыу үҙе генә мөһим түгел әле әҙәм балаһына, ә, бәлки, уның әһәмиәте тормош юлында кисергән хәл-ваҡиғаларҙың айышына төшөнөүҙән алған тәжрибәһе нигеҙендә туплаған аҡылға, аңға эйә булыуында. Шуға күрә "Сова Ригпа" - ул иң тәүҙә тән һәм күңел сирҙәренә бирешмәй, камил йәшәү рәүеше тураһындағы ғилем. Ошо именлек тураһындағы мәғлүмәт был ғилемде өйрәнергә теләүсенең аңына иң тәүҙә һеңдерелә.
Һәр төрлө сирҙең башланғыс сәбәбе нимәлә һуң? Дисбаланс нисек барлыҡҡа килә?
- Норманан тайпылыш һәм ауырыуҙар үҙеңдең тәбиғи булмышың тураһындағы белемде юғалтыуҙан килә. Кеше үҙен уратып алған мөхит, тәбиғәт менән туранан-тура бәйләнештә икәнен онотоп китә, ә ысынбарлыҡты ҡабул итеүе яманлыҡ һәм яҡшылыҡ, рәхәтлек һәм ҡыйынлыҡ, мин үҙем һәм башҡалар тигән ҡапма-ҡаршылыҡтарға бүленә. Шулай итеп, кеше үҙенең үткән тормошона бәйле үкенестәрҙән сыға алмай, йә булмаһа, иртәгәһе өсөн хафалана, борсолоуҙарға сума, бөгөнгөһөн аңлы рәүештә ҡабул итергә ваҡыты ҡалмай. Уй-фекерҙәренең ошо кимәлдә тотҡарланыуынан тайпылыштар башлана ла инде. Бәйһеҙ хис-тойғолар аңды томалай һәм туранан-тура физик тәнгә, ағзаларға тәьҫир итә. Мәҫәлән, асыулы булыу, йәнең көйөү, дан һөйөүсәнлек үтте (Трипа) тоҡандыра һәм үт ҡыуығының эшмәкәрлеген боҙа. Битарафлыҡ, ялҡаулыҡ, рәхәтлеккә-байманлыҡҡа һалышыу лайланың (Бадкан) артыуына килтерә. Шомланыу, артыҡ борсолоуҙарҙан тынысһыҙланыу, кемгәлер-нимәгәлер ҡарата үтә бәйлелектә булыу, йә, киреһенсә, аумаҡайлыҡ, тотороҡһоҙлоҡ ел-һауаны ҡуҙғыта, ярһыу холоҡлолоҡҡа булышлыҡ итә.
Ошо мәлдән алып беҙҙең булмышыбыҙҙы тотоп тороусы төп өс бағанабыҙ, өс терәгебеҙ ярҙамсы булыуҙан туҡтап, зыян килтереүсе ("ньепа") була бара. Ә тәнебеҙҙе барлыҡҡа килтереүсе мускул туҡымалары, ағзаларыбыҙ шуларҙан зыян күреүселәргә әйләнә.
Беренсе дисбаланс шулай барлыҡҡа килә. Артабан йыл миҙгелдәре алмашыныуы, үҙеңә тап килмәгән йәшәү урыны, һауа торошо, шулай уҡ дөрөҫ туҡланмау һәм тәртипкә һалынмаған йәшәү рәүеше, тағы ла нескә кимәлдәге ҡайһы бер факторҙар (планеталар тәьҫире, күҙгә күренмәгән заттар) тәьҫирендә көсәйә килеп, нығына, ойоша, тәндең һәм аңдың норманан аныҡ тайпылыуҙарына (патология) сәбәпсе була. Шулай итеп, үҙ хәлеңә ҡарата аҡыл-аң кимәлендәге ғәмһеҙлек һәм хис-тойғоңдоң йүгәнһеҙлеге бергә матдилашып, физик сиргә килтерә.
Һеҙ әйләнә-тирәңдәге мөхит менән бәйләнеш тураһында ла һүҙ башлай биргәйнегеҙ. "Сова Ригпа"ла диета һаҡлауға һәм туҡланыуға уның ниндәй ҡыҫылышы бар, бигерәк тә заман күҙлегенән ҡарағанда?
- Дөрөҫ туҡланыу - беренсе һәм иң әһәмиәтле дауа тип таныһаҡ, яңылышмабыҙ, сөнки бөгөн ул ысынбарлыҡта бик киҫкен мәсьәләгә әйләнде. Аҙыҡ эш-кәртеү юлдарының көйһөҙләнеүе, гипертония, диабеттың "цивилизация сирҙәре" эпидемияһы икәнлегенә барыбыҙ ҙа шаһитбыҙ инде. Уларҙың нигеҙендә бала саҡтан уҡ дөрөҫ булмаған туҡланыу ҡағиҙәләренең ғәҙәткә инеүе. Заманса эшкәртелгән аҙыҡ-түлектең күбеһе әҙәм балаһына йәшәү ҡеүәте, дәрт-дарман бирә алмай. "Сова Ригпа" туҡланыуға ҡарата аңлы мөнәсәбәттә булырға өйрәтә: ҡулланыр аҙығың һинең булмышыңа, йәшәү рәүешеңә, йыл миҙгеленә ярашлы, ашар алдынан ғына һәм дөрөҫ әҙерләнгән булырға тейеш.
Йәшәү рәүешең, күңел торошоң әле һаналып киткән "заман сирҙәренә" нисек бәйле?
- "Сова Ригпа" күҙлегенән, ундай сирҙәр - аң кимәлендә башланған тайпылыштың кульминацияһы. Мәҫәлән, ҡан баҫымы күтәрелеүҙең (гипертония) сә-бәбе - ҡуҙғыусан Лунг (даими стресс кисереү, йыш борсолоу хәлендә булыу) һәм тотороҡһоҙ, "ҡыҙыу" Трипа (асыуҙы эстә һаҡлау, ҡабарынған асыу). Шуға күрә мин даими рәүештә психология фәнен өйрәнәм - эсеңдә һаҡлаған кире хис-тойғо, тәнгә "һылашып", көсөргәнешле тотҡарлыҡтар барлыҡҡа килтерә. Аҡылыңа аңлы рәүештә хужа булыу, әлеге хәлеңде дөрөҫ баһалай белеү - былар рухи эшмәкәрлек кенә түгел, ә сәләмәтлек тураһындағы ғилемдең нигеҙендә ятҡан терапевтик мәжбүрилек.
"Сова Ригпа"ның киҫкен осраҡтарға, мәҫәлән, вируслы сирҙәргә ҡарата мөнәсәбәте нимәһе менән үҙенсәлекле? Һеҙҙеңсә, был ғилемдең заманса рәсми медицина менән һыйышыу, ярашыу ихтималы бармы?
- Киҫкен осраҡтарҙы беҙ кешенең тәбиғи йәшәү көсөнөң хәлһеҙләнеүе фонында (йәғни үрҙә әйтелгәнсә, уның үҙ тәнендәге өс башланғыстың ("нэпа"): ел-һауа (Лунг), үт (Трипа) һәм лайланың (Бадкан ) үҙ-ара балансы боҙолоуы) "сит энергия"ның баҫып инеүе тип ҡарайбыҙ. Беҙҙең бурыс - организмды нығытыу, токсиндарҙы сығарыу һәм балансты тергеҙеү. Бөгөнгө рәсми медицина киҫкен хәлдәрҙе теүәл һәм аныҡ инструменталь диагностикалауҙа алыштырғыһыҙ булһа, "Сова Ригпа" иһә аң һәм тәнде тотороҡло тигеҙлектә тотоуҙы тәьмин итеп, сирҙәргә ҡаршы профилактика булараҡ эшләй. Шулай уҡ ул күп яҡлы реабилитациялау алымдары һөҙөмтәһендә хроник һәм комплекслы сирҙәрҙән арындыра ала. Был конкуренция түгел, ә, киреһенсә, үҙ-ара хеҙмәттәшлек.
Әйҙәгеҙ, артабан диагностика тураһында тәфсирләп китәйек, сөнки ул дөрөҫ дауалауҙың беренсе шарты булып тора. "Сова Ригпа"ла диагноз ҡуйыу нисек башҡарыла?
- Эйе, ауырыуҙың төрөн дөрөҫ билдәләү, йәғни диагностика - дауалаусының ныҡлы нигеҙе ул. Ентекле һәм дөрөҫ диагноз ҡуймайынса, дауалауға тотоноу - ул мөмкин булмаған эш. Пациент менән беренсе аралашыуҙа уны һәр яҡлап өйрәнәбеҙ, тәрән һәм ентекле һорауҙар аша сиренең билдәләрен генә түгел, йәшәү рәүешен, нисек туҡланыуын һәм йоҡлауын, сиренең тарихын, хис-тойғоларын асыҡлап, уның тураһында беренсе һәм бик әһәмиәтле картинаны күҙаллайбыҙ.
Артабан диагностика пациенттың пульсын тикшереү аша дауам итә. Был - нескә кимәлдә башҡарыла торған уникаль алым. Образлы сағыштырһаң, шундай картина тыуа: берәү бик ҙур ҡаланың үҙәгендәге юл сатына баҫҡан да ҡаланың иң алыҫ кварталдарында ни барғанын "күрә" һәм "ишетә". Шуның кеүек, табип та пациенттың пульсы аша уның бөтә эске ағзаларының хәл-торошон тоя. Һәр ике ҡулдың эске ағзаларға тап килгән алты нөктәһенән пульстың көсө, ритмы, тәрәнлеге, тәбиғәтен өйрәнәбеҙ. Шул нигеҙҙә етешмәгән йә, киреһенсә, кәрәгенән артыҡ булған элементтарҙы һәм өс "нэпа"ның тайпылыштарын асыҡлайбыҙ, шулай уҡ уларҙың һәр ҡайһыһына тәғәйен булған тәбиғи урынынан күсенеүен билдәләйбеҙ - фәҡәт шул билдәләр локаль сирҙәрҙең бөтәһенең дә тиерлек сәбәбе булып тора ла инде.
Уның төҫө (иртән, көн уртаһында һәм кисен), еҫе, төбөнә ултырған һарҡындыһы, өҫтөн ҡаплаусы ярыһы, күбекләнеүе - был күрһәткестәрҙең һәр ҡайһыһы, әлифбалағы хәрефтәр кеүек, ашҡаҙан-эсәк юлдарында, бөйөрҙәрҙә ағыулы матдәрҙең булыу-булмауын, дөйөм хәл-торошобоҙҙа "эҫе" һәм "һыуыҡ"тың ҡайһыһы күберәк икәнен "уҡырға" ярҙам итә. Һәм, әлбиттә, пациенттың теле (төҫө, формаһы, ҡуныҡ ултырыуы); ирендәре; күҙҙәренең ағы; бит йөҙө һәм тән тиреһе - барыһы ла, күҙҙән үткәрелеп, уның тураһында күп мәғлүмәт алырға мөмкинлек бирә. Тәжрибәле табиб пациентының хатта тауыш тембрын, телмәр үҙенсәлеген дә иҫәпкә ала.
Тимәк, ошо тулайым картина асыҡланғас, дауалауға тотонаһығыҙ?
- Дөрөҫ. Дауалауҙа 90 процент уңышҡа өлгәшеүҙә ентекле диагностика әһәмиәткә эйә. Ошондай тулы һәм төрлө яҡлап йыйылған "досье" ярҙамында аныҡ, индивидуаль дауалау планы төҙөлә. "Сова Ригпа"ла дауалау алымдарының бөтә төрҙәре лә эҙмә-эҙлекле алып барыу оҫталығына ҡоролған. Эштең башында дөйөм таҙарыныу; көсһөҙләнгән, кәре киткән системаларҙы (мәҫәлән, һулыш, аҙыҡ эшкәртеү, ҡан әйләнеше һ.б.) йәнләндереп, нығытып алыу; уларҙың үҙ-ара бәйләнешен, бер-береһенә көйләнешен тергеҙеү маҡсаты тора. Уның өсөн ауырыуға сифатлы туҡланыу һәм дөрөҫ йәшәү рәүешен яйға һалыу өсөн кәңәштәр тәҡдим ителә, бергәләп аныҡ протокол һәм план төҙөлә. Шулай итеп, дауалау формаль логикаға ғына ҡайтып ҡалмай, етди талаптарға бойһоноуға нигеҙләнә. Әлбиттә, тормош-йәшәйеш көтөлмәгән һынауҙар алдына ҡуйыуы ла ихтимал: кеше организмы ҡатмарлы система, уның хәл-торошонда яңы тайпылыштар килеп сығыуы ла мөмкин. Был осраҡта табипҡа етеҙ зирәклек ярҙамында дауалау планына маҡсатҡа ярашлы төҙәтмәләр индерергә тура килә. Әммә ләкин бында башланғыс нөктәгә (диагностика) һәм тәрән анализға таянып, аныҡ эҙмә-эҙлекле дауалауҙан ҡәтғи тайпылыу күҙ уңында тотолмай.
Әйҙәгеҙ, фармакология һәм башҡа алымдарға күсәйек. Һеҙ акупунктура өлкәһен дә өйрәнгәнһегеҙ. Дауалау тәжрибәгеҙҙе нисек байытты был һөнәр?
- Эйе, ысынбарлыҡта беҙҙең фармакопея тәрән кимәлдә тәьҫир итеүсе дарыу үләндәре һәм минералдарҙың ҡатмарлы ҡушылмалары менән эшләүсе уникаль өлкә. Әлеге мәлдә үҙемдең тәжрибәмдә күберәк тибет медицинаһының әҙер классик составтарын ҡулланам. Уларҙы бик боронғо традициялар буйынса йыйылған һәм эшкәртелгән үҫемлектәр, минералдар, ҡайһы саҡта хайуандарҙан алынған сеймалдан Һиндостанда, Непалда, Ҡытайҙа әҙерләйҙәр. Әйтеп үтергә кәрәк, үҙебеҙҙең Себер, Алтай, Бүрәт региондарында ла сит илдекеләрҙән һис ҡалышмаған сифатлы сеймал үҫә. Минеңсә, экология һәм тиҙ йыйып алыу мөмкинлеге күҙлегенән ҡарағанда, дарыу әҙерләү өсөн кәрәкле булған яҡынса 40 процент сеймалды урындағы аналогтар менән алыштырып була. Бейек тауҙарҙа йәки тропик киңлектәрҙә генә осрай торған компоненттарҙы алдырыу өсөн, әлбиттә, киләсәктә лә традицион сығанаҡтарға мөрәжәғәт итергә тура киләсәк.
Тышҡы алымдарға килгәндә, шуны әйтергә кәрәк: акупунктура, һөйәк-быуын ултыртыу, кинезиология мәсьәләләре - сәләмәтлек тураһында ғилемдең сиктәрен тәбиғи киңәйтеү тип әйтер инем. Сәләмәтлеккә файҙа килтереүсе һәр алым дауалау өлкәһендә үҙен ыңғай яҡтан иҫбатлай икән, кеше тәнен сирҙән арындырыуҙа күп яҡлы алымдар менән эш итеү минең тәжрибәмде байыта ғына бара.
Үҙегеҙҙең уникаль, ғәҙәти булмаған белем мәктәбе тәжрибәһенән сығып әйтһәгеҙсе, ошондай күп ҡырлы белемде ҡайҙа алырға мөмкин? Рәсәйҙә "Сова Ригпа"ға мөнәсәбәт нисек?
- Классик белемде Лхаста Менциканг ҡалаһында йәки Дхарамсал институтында алырға мөмкин. Шулай уҡ уның нигеҙҙәрен Бурят дацандарында үҙләштерәләр. Рәсәйҙә, остаздарҙы шәхси саҡырып, курстар үткәреү тәжрибәһе бар. Әммә беҙҙә сәләмәтлек тураһындағы был ғилемдең рәсми танылыу юлын үтәһе бар. Был системалар менән wellness-индустрия өлкәһе яҡшы таныштыра. "Сова Ригпа" әлегә тәрән эҙләнеүсе практиктарҙың "өлөшөнә төшкән көмөшө". Әммә аң менән тәнде айырылғыһыҙ бер бөтөнлөк итеп ҡараусы был ғилемде хроник сирҙәрҙе дауалауҙа киләсәктә иң һөҙөмтәле система итеп танырҙарына шик юҡ.
Артабан үҙегеҙҙең хеҙмәтегеҙҙе дауам итеү буйынса аныҡ маҡсат, пландарығыҙ менән уртаҡлаша алаһығыҙмы?
- Бөгөнгә минең эшем йыш һәм оҙайлы сәйәхәттәргә бәйле булыуы менән үҙенсәлекле. Ләкин киләсәктә стационар хәлдә эшләүгә күсергә ине. Был маҡсатымды тормошҡа ашырырлыҡ шарттар тыуҙырыр өсөн, дауалау сеанстарынан тыш, бер ыңғайҙан башҡа эштәр менән шөғөлләнергә мәжбүрмен: минең ярҙамға мохтаждарҙы ҡабул итеүҙе ойоштороу, дарыуҙар әҙерләшеүгә яҡындарымды һәм таныштарымды өйрәтеү. Үҙебеҙҙең ерлектә шифалы үҫемлектәрҙе үҫтереп йыйыу, эшкәртеү, уларҙан фито-формула эшмәкәрлеген яйға һалғанда, сифатлы дауалау һәм ирекле булыуға өлгәшелер ине.
Тағы ла киңерәк хыялым - экологик яҡтан таҙа һәм саф ерлектә һауыҡтырыу үҙәге төҙөү. Унда кешеләр файҙалы ял итеүҙе аң-күңел-тән сәләмәтлеген тергеҙеү менән ҡуша алып барыр ине. "Сова Ригпа" принциптары тормошҡа ашырыла торған бындай урында туҡланыу, көн режимы, үҙ-үҙеңде аң кимәлендә төшөнөү шәхсән консультациялар алыуҙан башланыр ине... Тиҙлеге көндән-көн арта барған был заманда ысынбарлыҡта тыныслыҡ утрауы булыр ине ул...
"Сова Ригпа" менән яңы танышыусыларға тағы ниндәй теләктәрегеҙҙе еткерер инегеҙ?
- "Сова Ригпа" - ысын мәғәнәһендә именлеккә һәм сәләмәтлеккә алып килеүсе асыҡтан-асыҡ тормошсан, камил, тере система. Ул үҙ-үҙенә бикләнмәгән, кешене һауыҡтырыусы һәр асыш менән диалогта. Минең юлым -шуның өлгөһө. "Сова Ригпа" сирҙәрҙең тамырында ятҡан сәбәптәрен аң һәм хис-тойғолар кимәленән башлап өйрәнеп, кешенең тәбиғи булмышына хас балансты тергеҙеүҙең инструменттарын тәҡдим итә. Уның иң мөһим тәҡдиме: һеҙҙең именлегегеҙ - һеҙҙең ҡулда. Табип - үҙүҙең һәм һине уратып алған мөхит менән тыныслыҡта йәшәүгә, камиллыҡҡа алып барыусы сикһеҙ сәйәхәттә юл күрһәтеүсе һәм һинең менән бергә булыусы дуҫың.
Алға дәртләндереүсе, күтәренке кәйеф тыуҙырыусы, өмөтлө һөйләшеүҙә ҡатнашҡанығыҙ өсөн рәхмәт!
Гөлназ ӘХМӘТЙӘНОВА әңгәмә ҡорҙо.
"Киске Өфө" гәзите, №38, 25 сентябрь – 1 октябрь 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА